«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРЕБЕҘ ТАҒЫ ЙЫЙЫН ЙЫЙҘЫ
+  - 

Үткән аҙнала Баймаҡ районының Граф күле буйында Башҡорт йәштәре йыйыны үтте. Уны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Баймаҡ районы хакимиәте ойошторҙо. Байрамда республика халҡы ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләренән, Татарстан, Ханты-Манси автономлы округынан һәм башҡа төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар, йәштәр ҡатнашты.

"Беҙ йәшнәргә килдек был ергә!" тигән девиз аҫтында үткән Башҡорт йәштәре йыйынын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев йәштәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләне һәм "Башҡорт йәштәре йыйыны яңы дуҫтар табыу, асыҡ диалогта идеялар менән алмашыу, яңы башланғыстарҙы асыҡлау һәм хуплау майҙансығы булараҡ йыл һайын үткәрелергә тейеш", - тигән һүҙҙәр менән был байрамдың ысын маҡсатын билдәләп, уның даими үткәрелергә тейешле эшлекле сара булыуын раҫлап ҡуйҙы. Башҡа сығыш яһаусылар - Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Зариф Байғусҡаров, Бөтөн Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов илебеҙҙең киләсәге булған йәштәргә матур теләктәрен еткерҙе, бындай йыйындарҙың төрлө төбәктең алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр егет һәм ҡыҙҙарының берләшеүенә, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлауына, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү маҡсатын нығытып ҡуйҙы. ...Бына сәхнәгә йәшәү, тереклек бөркөүсе Урал батыр сыға. Ул үҙ янына төрлө ырыу вәкилдәрен саҡыра, ҡор башлана. Тыуған Башҡортостаныбыҙ автономияһына нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхестәребеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәйехзада Бабичтарҙың яҡты киләсәккә әйҙәгән телмәре яңғырай. Шәйехзаданың сөнбөлөстан, нурбостан иленә мәдхиәһе йоҡлаған аңдарыбыҙҙы уятып, күҙҙәргә йәштәр эркелдерә. Ошо мәлдә башҡорттоң тоғро дуҫы - аттарҙың юрттырып үтеүе аңыбыҙҙы үткәндәргә, аҫаба булмышыбыҙға ҡайтарғандай була…
Йыйын программаһы бына шулай күтәренке рухта башланып, күтәренке рухта дауам итте. Ҡатнашыусылар Баймаҡ егеттәренең "Ылаҡ" тип аталған боронғо төрки халыҡтарының күрһәтмә уйынын тамаша ҡылды. Һыбайлыларҙың биатлон ярышы ла тамашасы иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шулай уҡ милли көрәш, грэпплинг, бағанаға үрмәләү, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡ тешләп тә, көйәнтәгә һыулы биҙрә аҫып та йүгереү кеүек милли уйындар ҙа үҙ янына байтаҡ халыҡты тупланы.
Йыйын майҙанында тағы бер сәхнә ҡоролғайны. Байрамдың ҡото, байманы булған "Урал бөркөтө" конкурсында ҡатнашыусы батыр, рухлы, зирәк егеттәргә тәғәйенләнгәйне ул. Бында 26 егет үҙ көстәрен һынаны. Егеттәр йәйәнән уҡ атыу, 40 кг-дан ашыу ауырлыҡтағы ташты ырғытыу, 500 метрға йүгереү буйынса таҫыллыҡтарын күрһәтте. Был бәйгелә Учалынан Айназ Низаметдинов Гран-при яуланы.
Халҡыбыҙҙың йылъяҙмаһы вазифаһын үтәгән шәжәрә конкурсына ла ентекле әҙерләнгәйне унда ҡатнашыусылар. Мәҫәлән, Миңлеғәле Шайморатов, Байым ишан, Азаматовтар, Әминевтар шәжәрәләре тармаҡлы булыуы менән генә түгел, уның вариҫтарының ҡул эштәре, оҫталыҡ емештәре күргәҙмәһе менән дә биҙәлгәйне. Бөрйән ырыуының ҡаҡбаштар, балыҡсы араларының быуындар сылбыры шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итте.
Башҡа уйындарҙы, конкурстарҙы ҡараған мәлдә төп сәхнәлә - гүзәллек өлгөһө булған "Зап-заманса-2017" заманса башҡорт кейемдәре фестиваль-конкурсы барҙы. Көндәлек тормошта һәм байрамда башҡорт милли кейемдәр өлгөһөн пропагандалауға ҡоролған конкурста сығыш яһаусы ҡыҙҙарға таң ҡалып тамаша ҡылынды! Ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә дефилеға сығып, милли орнаменттар һалынған ҡот таҫмаһын (галстуктарҙы) күрһәтте. Был бәйгелә Өфө ҡалаһынан Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Алһыу Әбсәләмова "Ҡушъяулыҡ" коллекцияһы менән Гран-при яуланы.
Башҡорт йәштәре активистары йыйынға саҡырылған абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында "Киләсәк - беҙҙең ҡулда" тип аталған ҡор ҙа ойошторҙо. Һөйләшеүҙәрҙән һуң, уңышҡа илткән юлда иң мөһиме - үҙ-үҙеңә ышаныс һәм ихтыяр көсө, тип бер тауыштан билдәләнде. Башҡортостан данын сит илдә танытҡан билдәле спортсылар, төрлө чемпионат һәм турнир еңеүселәре Денис Шафиҡов, Илфат Әмиров, Динар Аҡмырҙин һәм Рәсәйҙең иң көслө кешеләренең береһе Эльбрус Ниғмәтуллин да йәштәр менән автограф-сессия ваҡытында ошо фекерҙе ҡеүәтләне. Әйткәндәй, ҡунаҡтар күрһәтмә сығыштар ҙа тәҡдим итте. Эльбрус Ниғмәтуллин бер үҙе бер-береһенә тағылған 3 еңел автомобилде һөйрәтеп, күңелле тамаша ҡылдырҙы (һүрәттә). Кискеһен иһә башҡорт йәштәре Радик Юльяҡшиндың, "Заман" этно төркөмөнөң (Мәскәү ҡалаһы), Күгәрсен районының "Байымбәт", "Елмерҙәк" этно-рок төркөмдәренең, Заһир Зәйнетдиновтың сығыштарын кинәнеп тыңланы. Артабан йәштәр "Беҙ башҡортса бейейбеҙ" исемле дәртле дискотекала күңел асты.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.17 | Ҡаралған: 1009

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru