«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС БАЛА МЕНӘН РӘХӘТ - БЕР-БЕРЕҺЕНӘ КҮҘ-ҠОЛАҠТАР
+  - 

Бала ҡарау әллә ни еңел эш түгел түгеллеккә. Бер-бер артлы икәү булһа, әсә кешенең ҡулдары ныҡлы бәйләнә. Ә бына икәү өҫтөнә өсөнсөһө лә тыуһа, хәлдәр еңелләшә. Ысын, ысын. Ошо һүҙемде дәлилләп, үҙемдең бер көнөмдө бәйән итәйем әле, тинем.

Бөгөн, мәҫәлән, атайҙары таң һарыһынан эшкә китте, шуға балалар баҡсаға бармай өйҙә ҡалды. Бына йоҡонан уянып, күҙҙәремде асмай ғына барып ишекте элмәккә эләм дә, урыныма кире ятам. Балалар уянғансы тағы ла бер аҙ йоҡлап алырға кәрәк...
Телевизор тауышына уянып китәм. Бәләкәсем, Байназарым эргәмдә юҡ, ағайҙары янына сыҡҡан. Малайҙарым һыуытҡыстан үҙҙәре аҡ май алып, икмәккә яғып, өҫтөнә шәкәр һипкәндәр ҙә, рәхәтләнеп ашайҙар, бәләкәсем яндарында урала. Эй, шәптәр ҙә инде! "Карусель" каналынан йәнһүрәт ҡарайҙар, был канал шулай көнө буйы беҙҙең өйҙә "фон" булып эшләп торасаҡ. Һүндерһәң дә, йәһәт кенә килеп ҡабыҙып китәсәктәр барыбер. Миңә хәҙер өҫтәлдә, иҙәндә аяҡ баҫҡыһыҙ булып һибелеп ҡалған шәкәрҙе һөртөп алырға кәрәк буласаҡ. Май һылап, өҫтөнә шәкәр һибелгән икмәктең, заман үҙгәрһә лә, тәме үҙгәрмәй. Һаман да балаларҙың иң яратҡан тәмлекәсе булып ҡала.
Сәй әҙерләргә сығам. Бутҡа бешереп ашатып, төшкөлөккә, кискелеккә нимә әҙерләргә тип һыуытҡысты асам...Тәк, Байназар ҡайҙа булды? Шундуҡ башымда sos сигналы эшләп китә, сөнки һыуытҡысты асҡанда ул бер ҡасан ҡоро ҡалмай. Шарт-шорт асып-ябып ҡына тора. Һыуытҡыс боҙоламы, әллә Байназар үҫеп өлгөрәме инде. Ул арала Бәхтейәр "Әсәй! Байназарҙы ҡарале!" тип ҡысҡырып ебәрә. Ҡотом осоп атылып килеп сығам. Әәә, бесәй һауытына ҡулын тығып болғап ултыра икән. Ауыҙына ҡапмағандыр ул? Юҡ, шикелле. Һауытты соланға сығарам. Бикә ҡушаматлы бесәйебеҙ өндәшмәй былай, ризалыр.
Әйттем бит, рәхәт, тип. Ағайҙары ҡустыларын күҙәтеп кенә тора, ана. Юҡһа, Байназар бер көндө ишекте асып, соланға ойоҡсан сығып киткән. Хәҙер көпә-көндөҙ өй ишеген элеп ултырабыҙ.
Төшкөлөккә әҙерләйем. Ул арала ике ағай әллә нисә тапҡыр таз-тоз талашып, шарт-шорт һуғышып ала. Ҡай саҡ айырам, ә ҡай саҡ ҡаты ғына тауыш менән иң өлкәненә "Бәхтейәәәәр!" тип ҡысҡырам. Әлегә тәьҫир итә. Кискә табан шаша башлаясаҡтар, унда инде һүҙ менән генә тыйып булмаясаҡ. Нимәһе шәп: Байназар араларында буталып йөрөй, миңә мыжымай.
Һауыт-һабаны ла бөгөн тыныс ҡына йыуам. Башҡа ваҡыт, ағалары өйҙә юҡ саҡта, Байназар минең менән өҫтәл араһына инеп тора ла йән көсөнә аяҡтан этеп илай башлай торғайны. Әле ағайҙары менән бутала. Шулай ҙа күҙен ыуып-ыуып ала, йоҡоһо киләлер. Ағайҙарына "Шауламағыҙ, бүлмәгә инмәгеҙ", тип ҡат-ҡат әйтеп, йоҡлатырға инеп китәм. Ҡайҙа инде! Бер тапҡыр килеп ингәндәрендә тормай әле, ойоп ята бирә. Икенсегә, шым ғына булырға тырышып, "Әсәәй" тиеүҙәренә ялп итеп йылмайып килеп тора. Күҙенә саҡ ҡына йоҡо элде лә, хәл эсеп алды инде был малай. Ярай, тышҡа сығайыҡ, булмаһа, тим улдарыма. Бына, ағайҙары уятмаһа, өйҙә йоҡлатыр инем, ә былай саф һауаға сығабыҙ.
Байназарҙы тышта йоҡлатып, өйгә индерәм дә, ағайҙарҙы уйнарға ҡалдырып, үҙем дә инәм. Йән-фарман йүгереп йөрөп, өй йыйыштырам, ашарға бешерәм. Тағы "Тимербикә киленем" йыуған керҙе алып үтекләп, тәңкләп һалам. Был минең "бзик", белгегеҙ килһә. Күлдәктәр, футболкалар ғына түгел, майка, салбар, шорты, хатта балалар баҡсаһында төркөм эсендә кейеп йөрөй торған трико ла үтекләнә. Беләм, мине психолог креслоһы көтә, әммә башҡаса булдыра алмайым. "Эй, күп балалы ғаиләнән ул, шуға үтекләнмәгән кейем кейә", тимәһендәр баламды, тим инде...
Байназар уяныуға, ике ағай баштан аяҡ лыс һыу булып, бысранып килеп инә. Атай ҡайта. Күмәкләшеп кискелеккә ашарға ултырабыҙ. Һәр береһенең аталарына хәбәре күбәйгән, әле береһе башлай, әле икенсеһе һөйләй. Ҙур ғаиләлә ванна бүлмәһенә генә түгел, хәбәр һөйләргә лә сират торалар шул. Йыш ҡына, киске ашты мотлаҡ ғаилә менән бергә ултырып ашарға кәрәк, тип яҙалар. Ысынлап та, киске табында бергә генә ултырыу - беҙҙең ғаиләлә мотлаҡ талап. Балалар "әпәр" итеп өҫтәлдән төшөп киткәнсе, әсәй аяғөҫтө тороп һыйларға тейеш.
Инде аш ашап бөтөүгә, Баязит матур ғына итеп мыжый башлай: "Әсәй, һин бөгөн бер нәмә лә бешермәнең бит!" "Аш бешерҙем дә инде, улым..." "Бәлеш бешермәнең!" Хәҙер беҙ уны! Йәһәт кенә ҡул аҫтындағы ризыҡтарҙан шыйыҡ ҡамыр болғап, мейескә ҡуям. Сәй ҡайнағансы бәлеш тә бешеп сыға. Байназарҙы ағайҙары янына ҙур ултырғысҡа ултыртам. Тыныс ҡына ултырып ашап төшөп китә.
Байназар йоҡлап киткәнсе, әле бер ағаһының, әле икенсеһенең карауатына менеп иркәләнеп, уйнап арығас ҡына эргәбеҙгә килеп ята.
Бына бит ҡалай рәхәт! Ағайҙары балалар баҡсаһында булғанда, бәләкәс бөтөн иғтибарҙы үҙенә генә талап итеп тик тора. Ә былай бөтә нәмәгә лә өлгөрәһең. Бәләкәсе ағайҙарын ҡабатлай, уларға эйәреп өйрәнә. Бер ниндәй ҙә махсус иртә үҫтереүсе түңәрәктәр кәрәкмәй. Уртансыһы ошоға тиклем иркә бәпес булып йөрөнө лә, хәҙер яуаплылыҡ алып өйрәнә. Ул хәҙер ағай. Өлкәне - өлгө. Ҡустыларын ҡурсалап ҡына тора. Уйнаған саҡта йомғаҡ һымаҡ тәгәрәп йөрөп айҡашыуҙары мөмкин. Өсөһөнөң өс холоҡ бит. Әммә улар шул йомғаҡ кеүек бергә ойоша белә. Өс балам бер бөтөн, һәр береһе бер бөртөк.
Малайҙар үҙҙәренең бүлмәһендә уйнап, мәж килгән арала, ирем менән һөйләшеп алабыҙ. Көлмәгеҙ, ысын, икәү генә һөйләшеп ултырып та булмай ул ҡай саҡ. Ә был үҙ-ара мөнәсәбәттәр өсөн бик мөһим. Ғөмүмән, декретта ултырғанда һөйләшке килә. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосында йәшерелгән фәлсәфә тураһында. Йәки, ни өсөн Заятүләк күлдән сыҡҡан саҡта белә тороп артына әйләнеп ҡараған? Аҡбуҙат кеше ҡулына эләкмәһен өсөнмө?.. Шуға, апайым килһә, артынан баҫтырып йөрөп хәбәр һөйләйем. Балаларҙың шау-шауына ул минең бер генә һүҙемде лә аңламаһа ла...
- Әсәәәәй! Бәхтейәр миңә һуҡты!
- Аһа! Ә һин миңә төкөрҙөң!
- Һин беренсе башланың!
- Ә һин минең легоны боҙҙоң!
- Тә-тәт-тә-тә!..
- Тәк, кемдәр һуғыша, шуларға төнгөлөккә әкиәт һөйләмәйем!- тип анһат ҡына сәбәп табам да, инде йоҡоһо килеп мыжый башлаған бәләкәсте күтәреп, үҙебеҙҙең бүлмәгә инеп китәм. Атайҙары йоҡларға һалыр әле. "Иии, улым, иртәгә ағайҙарың балалар баҡсаһына бара, беҙ икәү генә ҡалабыҙ. Рәхәтләнеп ял итербеҙ, йәме", - тип, әллә Байназарҙы, әллә үҙемде йыуатып йоҡлап китәм...

Гөлсимә ИШТАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.08.17 | Ҡаралған: 1011

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru