«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАТАЛАР ӨҪТӨНДӘ ЭШ...
+  - 

Беренсе сентябрь бала саҡтың оло бер һынылышы, шатлыҡлы ваҡиғаһы булып һәр кемдең хәтерендә ҡалалыр. Шул көн яҡынлашҡан һайын, минең дә тәүге мәртәбә мәктәп ишеген үрелеп асып, беренсе синыфҡа уҡырға килгәнем бөгөнгөләй булып күҙ алдыма баҫа. Инде ярты быуаттан ашыу ғүмер кисергән, байтаҡ ҡына тормош әсе-сөсөһөн татыған кеше күҙлегенән сығып, һәммәбеҙҙең күңеленә яҡын булып киткән ошо датаға бәйләнешле юҫыҡта фекер йөрөтөп алыу зарурлығын тоям.

Алыҫта хеҙмәт итеп йөрөүсе ағайым алып ҡайтып бүләк иткән сатраш костюм-салбарымды кейеп, парта артына килеп ултырыуым, башҡа малайҙарҙың күкһел төҫтәге, махсус тегелгән мәктәп формаһына ҡарап күҙҙәрем ҡыҙыуы әле булһа хәтеремдә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бейек кәүҙәле, аяҡтарына йылтырап торған хром итек кейгән тәүге уҡытыусым Яҡуп ағай төп-төҙ баҫып килеп инеү менән класс бүлмәһендә (ул саҡта беҙ "синыф" һүҙен ҡулланмай инек) урынлашҡан тынлыҡҡа ҡәҙәре онотолмаған. Тыумыштан үҙем һулаҡай булғанғамы, уҡытыусы ағайыбыҙҙың беҙҙе ҡәләмде нисек тоторға өйрәтеүе лә иҫемдә ҡалған. Ағай күрмәгәндә генә ҡәләмемде һул ҡулға күсерә һалыуымды, шуның өсөн бер нисә мәртәбә шелтә лә алыуҙарҙы бала саҡтың күңелле хәтирәләренең береһе итеп һаҡлап киләм. Һәр дәресте ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп алып барған был уҡытыусы ағайыбыҙ Ер йөҙөндәге барса нәмәне белә икән, тип уйлайбыҙ, уның һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлайбыҙ, һәр бер һүҙен хәтерләп ҡалырға тырышабыҙ. Педагогика буйынса юғары белеме лә булмаған ана шул башланғыс ауыл мәктәбе уҡытыусыһының ябай ғына итеп һәр төрлө фәндәргә ҡарата тәрбиәләгән ихтирам тойғолары синыфташтарыбыҙҙың киләсәкке тормошонда, һәр ҡайһыһының ниндәйҙер булһа берәй һөнәр һайлауында күпмелер кимәлдә сағылыш тапҡандыр, моғайын. Математика, урыҫ теле, тарих һәм башҡа фәндәрҙән айырмалы, минең күңелемә иң яҡын булып урынлашҡаны "Туған тел" булыуында шигем юҡ. Уҡытыусыбыҙ өйрәткән һәр ҡағиҙә, мәктәп программаһы буйынса үткән һәр бер хикәйә тиерлек кисәгеләй иҫемдә, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Көр, ҡалын тауыш менән Яҡуп ағайыбыҙҙың матур, тасуири итеп шиғырҙар уҡығаны әле булһа ҡолағымда сыңлай. Хатта ул ятларға ҡушмаған шиғырҙарҙы ла тиҙ генә ятлап ала инем. Уларҙың күп кенәләрен әле булһа онотмағанмын, тик авторҙары ғына әллә ни хәтеремдә түгел. Мостай Кәримдең "Беренсе тамсылар" исемле шиғырын айырыуса оҡшаттым, нишләптер. "Көн буйы тын торған һауала ҡарайып болоттар ҡабара..." тип башланып киткән был шиғыр юлдары һаман телемдә әйләнә...
Бишенсе синыфҡа күрше ауылға уҡырға киттек. Ундағы урта мәктәптә башҡорт һәм урыҫ синыфтары бар. Артабан һәр предметты айырым уҡытыусылар алып барыуы баштараҡ ирмәк һымағыраҡ тойолдо, сөнки минең ул саҡтағы инаныуымса, һәр уҡытыусы кеше, үҙебеҙҙең Яҡуп ағай һымаҡ, бөтә фәнде лә уҡытырға тейеш, тип уйлай инем. Ағайҙар, апайҙар барыһы ла үҙ эшен күңел биреп башҡара, беҙгә төплө белем биреүгә бөтә көсөн һала. Һәр төрлө саралар ойоштороп, күп ваҡыттарын мәктәптә үткәргән был мөғәллим һәм мөғәллимәләребеҙҙең үҙ өйҙәрендәге шәхси тормошо бөтөнләйгә булмаған һымаҡ тойола.
Тик бына шул осорҙарҙа мине һәр саҡ бер һорау борсоно: совхоз үҙәге булған ошо ауылдың күп кенә башҡорт кешеләре, ә уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла, ни өсөндөр, үҙ балаларын урыҫ мәктәбендә уҡытыуҙы хуп күрҙе. Русса яҡшы ғына һөйләшеп йөрөгән был малайҙар һәм ҡыҙҙар беҙгә - башҡорт синыфында уҡығандарға бер аҙ өҫтәнерәк ҡараған һымаҡ та тойола торғайны. Беҙ уларға башҡортса һүҙ ҡушабыҙ икән, яуапты мотлаҡ русса алабыҙ. Ә инде эстән генә әҙерләнеп, "уларса", йәғни, урыҫса әйтәм, тигәнсе, нимәһендер яңылыш әйтеп ебәреп, көлкөгә ҡалабыҙ. Бына шундай рус телле балаларға бер аҙ көнләшеп ҡарай инек. Беҙгә телебеҙ ҡағиҙәләрен, уның нескәлектәрен тырыша-тырыша өйрәткән башҡорт теле уҡытыусыларының да үҙҙәренең балалары менән тик урыҫса ғына һөйләшеүен күреп, ғәжәпләнеп бөтә алмай торғайным. Һис кем дә беҙҙе кәмһетмәне, әлбиттә, шулай ҙа беҙ, "башҡорт" балалары, мәктәп масштабында ниндәйҙер берәй дөйөм саралар мәлдәрендә (улар башлыса рус телендә алып барыла) үҙебеҙҙе урыҫ синыфындағыларға ҡарағанда бер аҙ түбәнерәк кимәлдә һымаҡ та хис иттек. Бәғзеләребеҙ алдынғы уҡыусыларҙан һаналыуыбыҙға ҡарамаҫтан, "уларса" иркенләп һөйләшергә ҡыймайбыҙ, яңылышып оятҡа ҡалыуҙан шикләнәбеҙ... Ана шул саҡ, ирекһеҙҙән, күптәребеҙҙең аңында "бер ҡасан үҫеп етеп, үҙебеҙҙең балаларыбыҙ булғас, уларҙы иң беренсе нәүбәттә мотлаҡ урыҫса һөйләшергә өйрәтеү "кәрәклеге" тойғоһо инеп оялағандыр, тип фаразлайым.
Хәҙерге һымаҡ, киң матбуғат сараларында туған телдең ни тиклем ҡәҙерле һәм мөһим булыуы хаҡында алып барылған нәсихәттәрҙе ул дәүерҙә бер мәртәбә лә ишеткәнем булманы. Күпселеге башҡорт балаларынан торған рус кластары өсөн ул саҡта, хәҙергенән айырмалы, мәктәп программаһында башҡорт теле буйынса хатта бер генә дәрес тә ҡаралмаған ине бит! Үҙгәртеп ҡороу мәлдәренә тиклем башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү юҫығында ниндәйҙер һүҙ алып барыуға ынтылыштарҙың, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, хупланмауына, әлбиттә, шул замандағы сәйәсәт сәбәпсе булғандыр. Кемдәрҙеңдер күҙлегенән сығып, "милләтселек" тип аталған күренеш менән көрәш саманан артып китеү һөҙөмтәһе лә булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Зәки Вәлиди Туғанды "милләтсе", "халыҡ дошманы", тип һанаған, тарих дәрестәрендә беҙҙе тап ана шулай тип уҡытҡан осорҙар ине бит инде. Ул дәүер һәләтле шағир Рәми ағай Ғариповҡа ла ана шундайыраҡ юҫыҡта ғәйепләүҙәр тағып, уның ижадын ҡыҫырыҡлаған саҡтар менән тап килә шул. Әммә Ғабдулла Туҡайҙың "Эй туған тел, эй матур тел, атам-әсәмдең теле!.." тип башланып киткән шиғырын, бәхеткә, бер кем дә тыйманы. Күңелдәргә ныҡ инеп урынлашты ул. Туған телгә ҡарата һөйөү рухы һалынған был шиғри әҫәр һәммә милләттәр өсөн дә ҡиммәтле. Быны аңлай белеп аңлаған яҡташтарым да күп булғандыр, тип уйлайым. Әммә ошо шиғырҙың да иң һуңғы һәм (минең ҡарамаҡҡа) иң мөһим куплетын "киҫеп ташлаған" килеш беҙгә өйрәткәндәрен һуңыраҡ ҡына белдем:
Эй туған тел! Һиндә булған иң әүәл ҡылған доғам:
Һаҡлаһын, тип, үҙемде үә ата-әсәмде Хоҙам.
Динебеҙҙе "халыҡтар әфиуны" тип атап, "атеизм" тигән нәмә артынан һуҡыр рәүештә күпләп (хатта һөрлөгөшөп тип әйтергә лә тартынмайым) эйәреп барған замандар ине шул...
Оҙаҡламай, "башлы-күҙле" булып, үҙебеҙ балалар тәрбиәләү йәшенә лә килеп еттек. Мин үҙем һәр саҡ, бала кеше иң тәүҙә үҙ туған телен өйрәнергә һәм белергә тейеш, тигән инаныуҙа булдым шулай ҙа, әлхәмдүлиллаһ. Урыҫса бер ни ҙә белмәгән атайым һәм әсәйем мәрхүмдәр ҙә "балаларығыҙҙы башҡортса һөйләштерегеҙ", тип тылҡып ҡына торҙо. Әммә әйтеүе генә анһат икән ул. Балаларым үҫкән мәлем оҙайлы хәрби хеҙмәт иткән осорға тура килде. Хәрби ҡаласыҡта урамда, йәиһә балалар баҡсаһында башҡалар менән уйнап, һөйләшеп йөрөгән улдарымды туған телен оноттормай тотоп тороу, ысынлап та, еңелдән булманы. Ә инде мәктәп йәшенә етеп, улар уҡый-яҙырға өйрәнә башлағас, был мәсьәлә уғата киҫкенләште. Эштән бушаған мәлдәремдә балаларыма үҙем белгән ҡәҙәре башҡорт грамматикаһын да өйрәтергә тырыштым. Шул уҡ ваҡытта, рус телендә һөйләшеү уларға үҙ теленә ҡарағанда күпкә еңелерәк икәнен, балаларымдың "урыҫса уйлай" башлауын тойҙом. Йыш ҡына улдарым теге йәки был нәмәне урыҫ телендә әйтһә, уны башҡортса ҡабатлатырға мәжбүр була инем. Хатта бер мәл башҡорт телен өйрәнеүҙә күрһәткән тырышлыҡтары өсөн, әрме теле менән әйтмешләй, "поощрение" итеп, уларға туңдырма алырға бер аҙ аҡса биреү ысулын да ҡулланып ҡараным. Башҡортса шиғырҙар ятларға, йырҙар йырларға, ҡурайҙа уйнарға өйрәтеп, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын белгәнемсә ҡәҙәре балаларыма еткерергә тырыштым. Йыл да бирелә торған отпуск мәлдәрендә улар ҡартаталарында булалар һәм, әлбиттә, тик туған телендә генә һөйләшәләр ине. Өлкән улым Суворов исемендәге хәрби училищеға уҡырға ингәс, беҙгә башҡорт телендә генә хаттар яҙҙы. Ә кесе улымды, мәктәпте тамамларға ике йыл ҡалғас, алыҫыраҡ булһа ла, үҙебеҙҙең туған Башҡортостанға алып ҡайтып, интернат-мәктәпкә урынлаштырҙым. Башҡорт телен тағы ла яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн. Шул мәктәптә уҡыған дәүерҙә уның телгә бәйләнешле "ҡыҙыҡтары"н башҡорт теле уҡытыусыһы һөйләп көлдөрә торғайны. Инша яҙғанда "ғорурланам" тигән һүҙҙе "ғәрләнәм" тигән һүҙ менән бутағанын, йәиһә полиэтилен пакетты башҡортса "шыптыр тоҡ" тип яҙғанын әле булһа хәтерләп, көлөшөп алабыҙ. Талҡаҫ күле хаҡында яҙған бер иншаһында уның ошондай бер һөйләме хәтерҙә ҡалған: "...Талҡаҫ күле бынан егерме биш-утыҙ йылдар элек бик таҙа була торғайны (күпте күргән оло кешеләр хәтерләгән һымағыраҡ итеп һөйләм төҙөгән улыма ул саҡта ни бары 16 йәш ине). Ә хәҙер төрлө яҡтан туристар килеп, күл төбөнә шыптыр тоҡтар һәм башҡа нәмәләр ташлайҙар..." Туған телен тик ғаилә эсендә генә үҙләштергән был балалар өсөн, әлбиттә, бындай етешһеҙлектәр - кисерерлектер, тип һанайым. Башҡорт теле грамматикаһын улдарыма тейешенсә кимәлдә өйрәтә алмауым, әлбиттә, үкенесле. Бар көсөмә тырышыуҙарыма ла ҡарамаҫтан, малайҙарым ошо көнгәсә туған телендә һөйләшеүҙә бер аҙ ауырлыҡ тоя һымаҡ. Минең яҙған әҫәрҙәремде уҡығында уларға ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙе өҫтәмә рәүештә аңлатып бирергә мәжбүрмен.
Отставкаға сығып, Башҡортостанға йәшәргә ҡайтҡас, әүҙем рәүештә хаталар өҫтөндә эш башланым. "Балаларығыҙҙы фәҡәт үҙ телендә генә һөйләштерегеҙ, башҡортса уҡытығыҙ", тип, улдарыма аныҡ бурыс ҡуйҙым. Әлхәмдүлиллаһ, ейән-ейәнсәрҙәрем туған телендә һөйләшә. Был мәсьәләне хәл итеүҙә, әйтергә кәрәк, килендәр, йәғни балаларҙың әсәләре ҙур, хатта төп ролде уйнай, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Мәктәп йәшендәгеләре башҡорт мәктәбенә йөрөй. Медицина өлкәһендә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, улдарымдың икеһе лә дин юлдында, бынан бер нисә йыл элек Мәккә ҡалаһына барып, Ислам диненең бишенсе терәген - хаж ғәмәлдәрен дә үтәп ҡайттылар, үҙ балаларын да имани рухта тәрбиәләргә тырышалар... Бына шулай, ҡәҙерле туғандар, әллә ҡайҙарҙа йәшәп тә туған телеңә ҡарата битараф булып китмәү һәр кемдең бурысы, тигән инаныуҙамын мин. Ә бит ситтә йәшәгән бик күп милләттәштәребеҙҙең балалары үҙ телендә һөйләшә белмәү түгел, хатта уны аңламай ҙа! Быға фәҡәт ата-әсә үҙе генә ғәйепле, тип уйлайым. Башҡа өлкәләрҙә йәшәп, балаларыңда динеңә, телеңә һәм милләтеңә һөйөү тәрбиәләү, үрҙә әйткәндәй, еңел эш түгел. Әммә тырышҡан кеше һәр саҡ булдыра ала. Тик телде онотоу тигән насар нәмә сит яҡтарҙа йөрөгән кешеләрҙә генә түгел бит әле, йәмәғәт! Баштараҡ әйткәндәй, үҙ республикабыҙҙа йәшәп тә, балаларыбыҙға туған телен өйрәтмәй, башлыса, ана шул сәбәпле милләтебеҙҙе бөлдөрәбеҙ. Хәҙер ҡала ерендә йәшәгән кемдер берәүҙең (башҡорттоң!) балаһы башҡортса һөйләшә икән, быны беҙ мөғжизәгә һанайбыҙ, тиерлек. "Фәлән кеше үҙе Өфөлә үҫкән, ә үҙе тап-таҙа башҡортса һөйләшә!" тип ғәжәпләнәбеҙ. Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһында башҡортса һөйләшә белеү - ғәҙәти хәл булырға тейеш түгелме ни? Өфө, тип артыҡ алыҫтан алдым, йәмәғәт, Сибай, Баймаҡ, Ишембай, йәиһә Салауат һымаҡ башҡа күп ҡалаларыбыҙҙа ла шул уҡ хәл. Әлхәмдүлилләһ, телебеҙҙе (әлегә!) һаҡларҙай ауылдарыбыҙ бар. Әммә бөгөн тап-таҙа башҡортса һөйләшеп йөрөгән ауыл йәштәре эш эҙләү ниәте менән ҡалаларға барып төпләнә икән, уларҙың буласаҡ балаларының күптәренең ниндәй телдә һөйләшәсәге хаҡында уйландыра, йәмәғәт.
Иң тәүҙә ғаилә шарттарында, унан башланғыс һәм урта мәктәптәрҙә телде өйрәнеүгә ҡағылышлы аныҡ хәлдәрҙе, кешеләрҙе миҫал итеп килтереү юлы менән үҙ фекерҙәремде ошо мәҡәләмдә сағылдырырға тырыштым да инде. Бындай миҫалдар менән тормошта һәр кемебеҙ таныш, тик күптәребеҙ уларға тейешенсә иғтибар итеп, уларҙы кәрәгенсә анализлап, йәшәйештә ҡуллана һалып бармай, үкенескә. Ул ғына ла түгел, балаларының туған телен белеү-белмәүенә бөтөнләйгә битараф яҡташтарҙың күп булыуы эсте көйҙөрә. Бер танышымдың биш-алты йәшлек ейәне ҡаланан ҡунаҡҡа килеп, русса һөйләшеп йөрөгәнен күргәс: "Башҡортса беләме был бала?" тип һорай ҡуйҙым. "Минең улым башҡортса һөйләшеп тә тормай ул!.." тип яуап бирҙе өләсәй кеше ғорур тон менән. Бына шулай, балаларының тик урыҫса ғына һөйләшеүенә "әллә кем" булып йөрөгән яҡташтарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Ә хөкүмәткә килгәндә инде, ул телебеҙҙе тыймай бит, хатта башҡорт теле уҡытылмаған бер мәктәп тә хәҙер юҡ, тип әйтерлек! Закондар ҙа туған телде уҡытыуҙы күтәрә. Тик үҙ телен бөтөнләйгә белмәгән көйөнсә беренсе синыфҡа килгән балаларға мәктәптә ниҙер өйрәтергә маташыуҙың файҙаһы бик-бик самалылыр, тигән фекерҙе яҡташтарыма тағы һәм тағы ҡабатлағым килә...
Һөнәрем буйынса тел ғилеменән күпкә алыҫ булыуыма (һөнәрем - хәрби табип) ҡарамаҫтан, мин үҙем, шәхсән, ҡасандыр эш-ләгән хатамды төҙәтеү юҫығында тырышам һәм башҡа милләттәштәремде лә шуға өгөтләйем. Ә һеҙ ниндәйерәк фекерҙә?

ӘЙТКӘНДӘЙ…
Тормошта һәр төрлө үрҙәргә үрләүгә башҡорт мәктәбендә уҡыуҙың һис бер тотҡарлыҡ булып тормауын раҫлап, ябай ғына миҫал килтерәм. Яҡуп ағай мәрхүм ҡулында башланғыс белем алып, башҡорт мәктәбен тамамлаған Йәлил исемле ҡустым хәҙерге көндә профессор, биология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, былтыр хатта "академик", тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Үҙенең өс балаһын да башҡорт мәктәбендә уҡытты, уларҙың барыһы ла юғары белемле, икәүһе инде фән кандидаты. Хәҙерге ваҡытта ейәне Ильяс Өфө мәктәптәренең береһендә башҡорт синыфында уҡый...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.17 | Ҡаралған: 924

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru