«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘ НЫҒЫРАҠ ТАРТЫЛАМ
+  - 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Ырымбур егете Вячеслав Чернев, донъялағы 9 телде юғары кимәлдә белә, 30 телдә иркен аралаша ала. Әле ул Варшава университетының төрки телдәр кафедраһында докторантурала уҡый. Урындағы халыҡ уларҙың телен һыу кеүек эскән егеттең Рәсәйҙә тыуып үҫкәненә ышанмай, поляк тип уйлай, имеш. Хәйер, уның башҡортса һөйләшеү кимәле лә һәр башҡорттоң танауына сиртерлек. Ул тап-таҙа, бер ниндәй урыҫ һүҙе ҡушмай һөйләшә башҡортса. Шулай итеп, бөгөн беҙ ысын мәғәнәһендә полиглот Вячеслав ЧЕРНЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Һин өйрәнгән телдәр исемлегендә башҡорт теле лә булыуы беҙҙең өсөн айырыуса ҡиммәт. Ни өсөн башҡорт телен һайланың?

- Беренсенән, һүҙҙе тарихи башҡорт ерҙәре иҫәпләнгән Ырымбурҙа тыуып-үҫеүемдән башларға кәрәктер. Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар балалары менән бергә уйнап үҫтем. Математика уҡытыусым татар апайы ине. Уның ярҙамында мин татарса өйрәндем. Һигеҙенсе синыфта уҡығанда ҡулыма ике битле гәзит килеп эләкте. Мин уны уҡып сыҡтым, аңланым, ләкин күп һүҙҙәр мәғәнәһе буйынса бер-береһенә яҡын булһа ла, татарса түгел икәненә иғтибар иттем. Уҡытыусыма күрһәткәйнем, ул был гәзиттең башҡорт телендә нәшер ителгәнен әйтте. Ниңәлер, был тел үҙенә йәлеп итте лә ҡуйҙы. Интернеттан башҡорт грамматикаһы китабы табып алып, уның ярҙамында телде үҙләштерергә керештем. Башҡорт Википедияһын уҡып, ундағы мәғлүмәттәрҙең йөкмәткеһенә төшөнөргә, уларҙы тәржемә итергә маташтым. Бер аҙҙан үҙем дә башҡорт телендә мәҡәләләр яҙа башланым, мәғлүмәт өҫтәргә ғәҙәтләндем. Беренсе эшем "Башҡорт әлифбаһы" мәҡәләһенә өҫтәмәләр индереү булды. Тәүҙә бик хаталы яҙа инем. Башҡорт телле интернет ҡулланыусылар, хаталарымды билдәләп, нисек дөрөҫ яҙырға икәнен аңлатты. Оҙаҡламай үҙем дә күп хаталарҙан арындым.
Бөгөн мәктәптәрҙә сит телдәрҙе өйрәтеү өсөн һүҙҙәрҙе ятлатыу системаһы өҫтөнлөк итә. Йәғни, уҡыусыларға яңы һүҙҙәр бирелә, ул киләһе дәрескә шуларҙы ятларға, иҫтә ҡалдырырға тейеш. Әммә тел һүҙҙәрҙән генә тормай. Унда грамматика, синтаксис, морфология, башҡа бүлектәр бар, йәғни сит телде өйрәнгәндә иң мөһиме - аралашыу. Мин башҡорт телен өйрәнгәндә грамматика, тел төҙөлөшө тураһында бер нисә китапты уҡығас, ҡағиҙәләрҙе хәтеремдә ҡалдырып, Википедияла, "Бәйләнештә", башҡа проекттарҙа аралашҡанда ҡулланырға тырыштым. Грамматика яғынан ҡараһаҡ, башҡорт теле урыҫ теленән ныҡ ҡына айырыла бит инде. Тәүҙәрәк һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу миңә ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелде. Хәҙер инде хатаһыҙ яҙам һәм һөйләшәм, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.

Башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуың һине артабан Башҡортостанға алып килде инде, шулаймы?

- Мәктәпте тамамлап, Ырымбур педагогия универститетының сит телдәр факультетының инглиз-француз бүлегенә уҡырға ингәйнем. Ул ваҡытта тәржемәсе булырға хыяллана инем. Ниндәйҙер кимәлдә фән өлкәһендә лә эш алып барылды. Шунан Википедияның хакимы (администраторы) булып киттем. Тап шул мәлдә минең турала ишетеп, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналистары Ырымбурға, беҙҙең университетҡа килде һәм мин тәүге тапҡыр башҡорт телендә интервью бирҙем. Шул осорҙа балалар яҙыусыһы Гүзәл апай Ситдиҡова менән таныштым. Минең башҡорт теле менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып китеүемдә уның йоғонтоһо ла тос булғандыр, тип уйлайым.
2012 йылдың ҡышында БСТ каналы тарафынан уҙғарылған "Башҡорт теле көнө"нә Өфөгә килдем, "Телеүҙәк" тапшырыуында сығыш яһаным. БСТ-ла бик ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым. Тапшырыуҙан һуң М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова мине студенттары менән осрашыуға саҡырҙы. Студенттар алдында сығыш яһағандан һуң, ғилми ойошмаға инеп сыҡтым (ул ваҡытта факультет кимәлендәге фән эштәре менән Лидия Фәтих ҡыҙы Әбүбәкерова шөғөлләнә ине) һәм, шул тиклем әүҙем, тырыш егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы күреп, Ырымбур педагогия университетынан БДПУ-ға уҡырға күсергә ҡарар иттем. Тәүҙә башҡорт-инглиз бүлеген һайларға уйлағайным, шунан кире уйланым: инглиз теле белгесен һәр ерҙә лә табырға була. Шуға, башҡорт-ғәрәп бүлегенә уҡырға индем. Өҫтәүенә, мине 2-се курстан тура 4-се курсҡа ҡабул итеүҙәре лә ҡыуандырҙы...

Яратмайынса, телде өйрәнеп булмайҙыр. Ғөмүмән, башҡорт теле, башҡорт мәҙәниәте тураһындағы фекерҙәрең менән дә уртаҡлаш әле...

-Эйе, яратмайынса, телде өйрәнеп булмай. Башҡорт теле менән Гёте, Толстой, Маргарет Раш юҡҡа ғына ҡыҙыҡһынмаған бит. Башҡорт халҡы беҙҙең төбәктә, Мәхмүт Ҡашғари иҫбатлағанса, IX быуаттан бирле билдәле. Һәм ул ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем был халыҡ башҡорт булып йәшәй, башҡорт телендә һөйләшә, башҡорт мәҙәниәтен ҡулынан килгәнсә һаҡлай. Башҡорттоң ошо тарихы миндә һәр ваҡыт һоҡланыу уята.
Башҡортостанда, үҙ тыуған республикаларында туған телдәрендә аралашмаған башҡорттар бар. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл. Кешенең туған телен белмәүе ғәжәп күренеш. Сөнки телен онотҡан кеше милләттең юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә. Бик толерант кеше булһам да, туған телен белмәгән кешеләрҙе аңлай алмайым. Туған телдән алыҫлашыу совет осоронан килә, тип уйлайым. Шул осорҙа милли телдәр грамматикаларын урыҫлаштырыу барған бит. Шуға ла бөгөн ике башҡорт бер-береһе менән туған телендә аралашһа ла, һөйләшенең ҡайһы ерендә хата ебәргәнен, ҡайһы урында дөрөҫ икәнен әйтә алмай. Урыҫ теленән ингән һүҙҙәр телмәрҙә йыш ҡулланыла. Икенсе телдән һүҙҙәрҙе күпләп индереү телдәрҙе тамырынан алыҫайтып, уларҙы бөтөрөү өсөн совет идеологияһы тарафынан ниәтләгән эш булғандыр, тип уйлайым. Сөнки теле булмаған милләт йөҙөн дә, рухын да юғалта. Рухы булмаған халыҡ менән идара итеүе күпкә еңелерәк. Йәш быуындың туған телен өйрәнергә атлығып тормауының тағы бер сәбәбе - уларҙың урыҫтарға оҡшарға тырышыуы. Ҡалала үҫкән, йә булмаһа, ауылдан ҡала еренә күсеп килгән йәштәр үҙҙәрен урыҫ итеп хис итә башлай һәм телен дә, мәҙәниәтен дә юғалта. Ни өсөндөр, был кешеләргә урыҫ булып китеү ҙур ғорурлыҡ тойола. Ысынбарлыҡта, улар бер ҡасан да урыҫ булып китмәй. Шулай итеп, маңҡортҡа әйләнәләр ҙә инде. Урыҫ кеүек булам, тип, милләтен, тимәк, йөҙҙәрен юғалта ундайҙар. Рәсәйҙең көсө - күп милләтле һәм күп телле булыуында. Маңҡорттар үҙ тамырҙарын һәм ошо көстө инҡар итә. Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс.
Бер егет мәсеткә килеп инә лә, муллаға "Возьми, мулла, саҙаҡа!" ти. Мулла: "Саҙаҡа биргәндә русса һөйләшмәйҙәр. Сәпсим башҡортса әйтһәң, вәпши яҡшы булыр ине", - ти. "Һуң "сәпсим" тигәнең дә русса бит", - тип ҡырт киҫә егет. "Алай ғына нисауа, былай ғына можно", - тип яуаплай мулла. Әлеге ваҡытта башҡорт телендә аралашыусыларҙың телмәре ошо көләмәсте хәтерләтә. Бәлки, башҡорттар быға иғтибар итмәйҙер ҙә, ләкин мин, икенсе милләт вәкиле булғас, был күренеште тиҙ шәйләп ҡалдым. Ниндәй генә телдә аралашһам да, башҡа тел һүҙҙәрен ҡушмаҫҡа тырышам. Телмәрҙә туған телдән һүҙҙәр әҙ ҡулланылыуы мине ныҡ борсой. Был күренеш башҡорттарға ғына түгел, ә урыҫ булмаған бөтә Рәсәй милләттәренә лә хас. Телгә күп урыҫ кәлимәләрен индереү туған телдәге телмәрҙә ҡулланылған һүҙҙәрҙе ныҡ сикләй. Һөҙөмтәлә күп һүҙҙәр юғала, онотола, иң яҡшы осраҡта, айырым һөнәр эйәләре телмәрендә генә тороп ҡала.

Өфөлә саҡта һине рустар менән дә башҡортса һөйләшә, тиҙәр...

- Эйе, минең шундай ғәҙәтем бар - мин Өфөлә русса һөйләшмәҫкә тырышам. Ошоға бәйле сәйер генә хәлдәр ҙә булғылай ул. Былтыр Миңһылыу апай Усманова менән Польшаға барғайныҡ. Өфөнән поезға ултырырға булдыҡ. Электрон билеттарҙы алдан алған булһам да, урындарыбыҙ төрлө булғас, вокзалда, поезыбыҙҙы көтөп ултырған арала, касса янына барырға булдым. Спикерфонға яҡыныраҡ килеп, кассала ултырған ҡыҙға башҡортса өндәштем: "Беҙҙең билеттарҙы йәнәш урынлашҡан башҡа урындарға алыштырып булмаҫмы икән?" - тим. Кассир ҡыҙ, тауышында ризаһыҙлыҡ һыҙаттары сығарып: "Я, к сожалению, не понимаю по-татарски", - тип яуап бирҙе. Тимер юл вокзалында кемдәр генә булып китмәй, улар араһында төпкөл ауылдарҙан йә сит илдәрҙән килгән русса белмәгән кешеләр ҙә булыуы мөмкин. Тимәк, тимер юл вокзалы кассаһында эшләүсе хеҙмәткәр кәмендә ике телдә аралашырға тейеш. Татар һәм башҡорт телдәрен дә айыра белмәйенсә, ул нисек клиенттар, пассажирҙар менән эшләргә тейеш һуң?..

Сит телдәрҙе өйрәнеү буйынса үҙ методикаң бармы? Күбеһен үҙаллы өйрәнәһең шикелле...

- Эйе, сит телдәрҙе башлыса үҙаллы, үҙ иркем менән өйрәнәм. Ваҡытты тигеҙ бүлгәндә, бының бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ, тырышлыҡ ҡына кәрәк. Телдең төҙөлөү системаһына төшөнөп алғас, эштәр бөтөнләй еңеләйә. БДПУ-ла уҡығанда, әлбиттә, ғәрәп телен уҡытыусы ярҙамында үҙләштерҙем. Бик ауыр тел, тиһәләр ҙә, миңә уны өйрәнеү ҡыйын бирелде тип әйтмәҫ инем. Әммә мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәрәп телен өйрәнгәндә бик үк әүҙем булманым. Әлбиттә, ғәрәп теленең грамматикаһын мин юғары кимәлдә үҙләштерҙем, тип иҫәпләйем. Шулай ҙа, әңгәмәләшкәндә, ҡайһы бер һүҙҙәр менән ауырлыҡтар тыуғылай. Минең уйымса, барыбер грамматикаға төп иғтибарҙы йүнәлтеп, дөрөҫ эшләгәнмендер. Сөнки телдең иң мөһим механизмы, өлөшө - грамматика. Һүҙҙе белмәгәндә лә, грамматиканы, һөйләм төҙөлөшөн белһәң, контекстан алып, һүҙҙең башҡа формаларын һүҙлектән табырға була. Нисек кенә булмаһын, ғәрәп телен урта дәрәжәлә беләм, тип әйтеп була. Польшала ғәрәптәр менән аралашҡаным бар. Ғәрәптәрҙең кемеһелер телмәренә инглиз, кемеһелер француз һүҙҙәрен ҡушып һөйләшә. Шул бер үк "сир" инде.
Поляк телен шулай уҡ һәйбәт беләм. Башҡорт телен үҙегеҙ баһалағыҙ. Украин, рус, белорус, инглиз телдәрен белеүем дә ошо кимәлдә. Немецтар миңә, беҙҙең телде юғары дәрәжәлә беләһең, тип әйтә.

Һин БДПУ-ны тамамланың, әле Польшала уҡыйһың. Был ҡарарға нисек килдең?

- Аллаға шөкөр, БДПУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Ғәрәп теленән дә "5"-ле алырға насип булды, әлхәмдүлиллаһ. Польшаға барырға тигән планым элек тә була торғайны. Поляк теле менән Ырымбурҙа уҡ шөғөлләнә инем. Мәктәптә һәм Ырымбур педагогия университетында уҡыған сағымда (8-се синыфтан) Ырымбурҙағы поляктарға 4 йыл буйы поляк теленән белем бирергә насип булды. Шуны һәм диктант һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Өфөләге поляк йәмғиәте миңә Польшала studia doktoranckie тип аталған дәрәжәгә уҡырға барырға мөмкин, тип хәбәр итте. Унда фән кандидаты тигән дәрәжә бөтөнләй юҡ. Докторантура ғына бар. Польшала уҡыу мөмкинлеге барлығын ишетеп, бик ҡыҙығып, ҡыуанып киттем. Сөнки Рәсәйҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар күргәндәр йә бөтөнләй күрмәгәндәр өсөн шарттар әлегә тыуҙырылмаған. Һәр хәлдә, был йәһәттән хатта Польша кимәленә лә етмәгәнбеҙ.

Әйткәндәй, Вячеслав, һине ҡара күҙлектә һәм таяҡ тотҡан килеш күреп, бөгөн аптырап ҡалдыҡ. Ниҙәр булып китте?

- Мин һәр ваҡыт донъяны яртылаш ҡына күрә инем. Йәғни, атлап барғанда юлды күрмәй торғайным. Шуға, диуарға йә кешегә тотоноп йөрөргә тура килде. Дөрөҫөн әйткәндә, мин бала саҡтан уҡ яҡшылап күрмәйем. Был минең өсөн ғәҙәти хәл. Тимәк, мине йәлләргә лә, миңә аптырарға ла кәрәкмәй. Быға тиклем коррекциялы күҙлек кейә торғайным. Хәҙер ул күҙлек миңә ярҙам итмәй. Бар ғиллә - күреү һәләтенең үҙендә түгел, ә күреү ҡырында (поле зрения) булғанын 20 йәшемә тиклем аңлап етмәнем. Күреү ҡыры насарайыуҙың үҙенсәлеге шунда: 100 процентлы күреү һәләтең булһа ла, күреү ҡырының сикләнгәнлеге һинән күрмәгән кеше яһай ала. Әңгәмәсемдең ҡайҙа ултырыуы тауышынан һәм төҫмөрөнән аңлашыла. Төҫ айыра алам. Ә йөҙ һыҙаттары - күренмәй. Шулай ҙа интенсив яҡтылыҡ миңә һаман да ҡамасаулай. Шуға, ҡара күҙлек менән йөрөйөм.
Польшаға барыу минең өсөн бик яҡшы булды. Беренсенән, унда күрмәгән йәки күреү һәләте түбән булған кешеләр өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған. Мәктәптәрҙә балаларға күрмәгән кешеләр, ишетмәгән кешеләр ниндәйерәк була, уларға нисек өндәшергә кәрәк һәм нисек өндәшергә ярамай - барыһын да яҡшылап өйрәтәләр. Метро станцияһынан сыҡҡанда мин күрмәгәндәр өсөн махсус юл буйлап барам. Бер көн ҡаршыма бер төркөм балалалар осраны. Бер ҡыҙыҡай бөтөн төркөмдө туҡтатып: "Һаҡ булығыҙ, күренмәгән кеше", - тине. Ҡыҙсыҡтың "күрмәгән" менән "күренмәгән" тигән һүҙҙәрҙе бутауы яҙыҡ түгел, ә иптәштәрен иҫкәртә белеүе Рәсәй кешеләрен аптыратырлыҡ.
Әйткәндәй, 2 йыл Польшала йәшәүемдән һуң минең башҡорт телем боҙолмағанмы?

Юҡ, боҙолмаған. Күрәһең, унда башҡортса аралашыр кешеләр барҙыр?

- Варшава университетында Шәрҡиәт факультетында Төркиәт һәм Урта Азия халыҡтары кафедралары бар. Факультетта башҡорттар булмаһа ла, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ студенттары етерлек. Улар менән башҡортса ла, уларҙың телендә лә аралашам. Шулай ҙа башҡортса һөйләшеүҙе бик һағынып китһәм, мин һәр ваҡыт БДПУ-ға мөрәжәғәт итәм дә, студенттарға ситтән тороп видео-бәйләнеш ярҙамында дәрес үткәрәм. Бер тапҡыр скайп аша тура бәйләнеш режимында дәрес үткәреүемде һорап, БДУ-ның Сибай институты ла мөрәжәғәт итте.

Әле һин Польшала оҙаҡ тотҡарланырға уйлайһыңмы? Ҡасанға тиклем уҡымаҡсыһың?

- Уҡыуҙы, Алла бойорһа, быйыл тамамламаҡсымын. Артабан ни булырын белмәйем әлегә. Сөнки Польшала башҡорт үҙәге булдырырға тигән хыял менән янып йөрөйөм әле. Тик бының өсөн Башҡортостандан да матди ярҙам булырға тейеш, тиҙәр. Мин Польшала йә башҡорт үҙәге асырға, йә булмаһа, студенттарға башҡорт теленән дәрестәр бирергә теләйем. Икенсе төрки теле итеп булһа ла башҡорт теле уҡытылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Беҙҙең Төркиәт кафедраһында төрөктәр менән әзербайжандар күп кенә, был телдәр уҡытыу программаһына ла индерелгән. Мин уҡытыу программаһына башҡорт телен дә индереү тәҡдиме менән сығыш яһаным. Польшала төрки халыҡтары үҙәктәре күп кенә. Познандә ҡаҙаҡтар (Һенрик Янковски тигән ағай полякса ҡаҙаҡ теле грамматикаһын яҙған) күп. Минең ғилми етәксем Ежи Тулисов та шулай уҡ поляк кешеһе, тамырҙары, белеүемсә, Тын буйҙарынан, нуғайҙарҙан. Краковта, беләһегеҙме, кемдәр күп? Яҡуттар. Унда яҡут теле уҡытыла. Шулай булғас, ниңә поляктарға, башҡа милләттәргә беҙҙең башҡорт телен дә уҡытмаҫҡа?
Польшалағы белем биреү системаһы беҙҙеке менән сағыштырғанда бер аҙ айырыла. Әйтәйек, Польшаның бер мәктәбендә бер төркөм башҡорт балалары уҡый, ти. Ул төркөм, беҙ башҡорт телен өйрәнергә теләйбеҙ, тигән ғариза яҙа икән, ысынлап та уларҙың теләген ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеген, шарттарын булдырыу тураһында хәстәрлек күрелә. Башҡортостан менән бәйләнешкә инелә, уҡытыусы, һүҙлектәр, дәреслектәр мәсьәләләре тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Украин, белорус, кашуб һымаҡ урындағы аҫаба телдәрҙе шулай бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уҡытҡандарын ишетеп беләм. Ғөмүмән, берәй башҡорт теле белгесе, уҡытыусыһы сит илгә барып эшләп ҡайтырға уйлай икән, барған ерендә һис икеләнмәй ошо эште ойошторорға йөрьәт итә, йәғни башҡорт теле дәрестәре ойоштора ала. Сит илдәрҙә был йәһәттән сикләү юҡ икәнен яҡшы беләм.

Вячеслав, һинең өсөн нимә ул илһөйәрлек?

- Илһөйәрлек, минеңсә, тыуған төбәккә ҡарата әйтеләлер. Минең өсөн тыуған төбәк - киңерәк планда. Унда Ырымбурҙы ла, Башҡортосанды ла индерергә була. Ни генә булһа ла, тыуған яғыма ҡарата илһөйәрлек бар йөрәктә. Ғөмүмән, минең илһөйәрлегем киң төшөнсә ул. Рәсәй халыҡтары телдәре бик күп төрлө. Мин башҡорт теленә нығыраҡ тартылам. Был да илһөйәрлектең бер өлгөһө түгелме икән?
Әйткәндәй, тел сәйәсәтенә ҡарата минең үҙемдең фекерем бар, кем килешмәй - шул килешмәй инде. Туған телдәрҙе уҡытыуҙы мәктәптәге төп дәрестәрҙән ситкә сығарырға ярамай. Әгәр ҙә беҙ бөгөн, мәҫәлән, башҡорт телен, факультативтарҙа ғына уҡытабыҙ, мәктәптә уҡытыуҙы бер генә сәғәткә ҡалдырабыҙ икән, уны чукча теле хәленә ҡалдырабыҙ. Чукча теленең бер ҡасан да дәүләт теле булғаны юҡ - ул төбәк теле генә. Унда республика түгел - аймаҡ. Ана шул аймаҡ эсендә үҙҙәренең телендә һөйләшәләр ҙә инде чукчалар. Ә башҡорт теле, урыҫты һанамағанда, Рәсәйҙә һаны буйынса өсөнсө урында килгән милләт теле. Уны чукча хәленә тиңләргә һис ярамай. Шуға күрә, башҡорттар, һеҙ үҙегеҙ әүҙемерәк булырға тейешһегеҙ. Беренсенән, ғаиләлә дәүләт теленә әйләнһен ул туған телегеҙ. Унан һуң инде, закондарға таянып, уны дәүләт теле булараҡ бар ерҙә ғәмәлгә ашырыу сараларын күреү кәрәк. Шул уҡ ваҡытта башҡортса аралаша алған клубтар, башҡа урындар күберәк булһын ине. Бигерәк тә Өфөлә. Башҡорт аштары менән һыйлай торған кафе һаман да хыялда ғына. Башҡорт үҙенең ни тиклем ҡабатланмаҫ икәнен, ни тиклем әҙәпле икәнен башҡаларға күрһәтә белергә тейеш.

Әле һин Башҡортостан юлдаш телеканалында "Башҡорт телен өйрәнәм" программаһының сираттағы дәрестәрен төшөрөүҙә ҡатнаштың, шулаймы?

- Эйе, сираттағы тапшырыуҙарҙы төшөрөп бөттөк инде. Алдағы дәрес теҙмәһе менән сағыштырғанда, беҙ был төркөм менән телде тиҙерәк үҙләштерҙек. Бәлки, мин үҙем дә был йәһәттән тәжрибәлерәк булып киткәнмендер. Ғөмүмән, ике телле, күп телле кешеләр күберәк булһын өсөн ошо дәрестәр аша башҡорт телен өйрәтеү - бик яҡшы алым, тип уйлайым. Башҡортостан күп телле төбәк, шуға ла башҡорт телен барыһы ла камил белмәгәндә лә, уны бер аҙ аңларға тырышыу насар түгел. Һәр хәлдә, кемдер минән урыҫса: "Молодой человек, как пройти на улицу Заки Валиди?" - тип һораһа, мин: "Әфәнде, бына ошонан уң яҡҡа, шунан юл аша сығығыҙ ҙа, тура бараһығыҙ", - тиһәм, ул: "Спасибо!" - тип әйтһә, минең өсөн иң яҡшы хәл - шул. Тик башҡортса һөйләшеү ҙә етмәй, тик урыҫса һөйләшеү ҙә аҙ. Аҡмулла әйтмешләй, "Французса ла белеү яҡшы".

Бөгөн мәктәптәрҙәге туған телдәрҙе уҡытыу менән бәйле ҡайһы бер сетерекле хәлдәргә ҡарата ни әйтерһең?

- Рәсәй күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләт. Милли телдәрҙе, милли республикаларҙы бөтөрөргә саҡырыусыларҙы дәүләтте бөтөрөргә тырышыусылар, тип ҡарарға кәрәк. Ни тиһәң дә, глобалләштерелгән дәүләт менән идара итеүе еңелерәк. Ләкин Рәсәй өсөн был үлемесле. Беҙҙең дәүләт нигеҙен күп милләттәр билдәләй. Нигеҙҙе, билдәле булыуынса, емермәйҙәр, юҡһа, бина емерелеп төшә.
Беҙ бер ғаиләлә йәшәйбеҙ. Ғаиләлә бөтә балалар ҙа тиң хоҡуҡлы. Хоҡуғы күберәк булған, йә, киреһенсә, әҙерәк булған бала булмай. Дәүләттә лә шундай уҡ хәл. Рәсәйҙәге милләттәр быуаттар буйы хәҙерге Рәсәй дәүләте сиктәрендә йәшәгән аҫаба халыҡтар. Шуға күрә, илебеҙҙә төп халыҡ, эйәрсән халыҡ, беренсе халыҡ, икенсе халыҡ, тигән төшөнсәләрҙе ҡулланыу бөтөнләй урынһыҙ. Кесе, аҙ һанлы, тип йөрөтөлгән халыҡтарҙың да хоҡуҡтары Конституцияла нығытылған. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа ла күпселек, бигерәк тә юғары вазифаларҙы биләүсе сәйәсмәндәр, империалистик аңдан ҡотола алмай. СССР осоронда ла ошо аң халыҡҡа һеңдерелгән. Мәҫәлән, совет заманында, башҡорттар, осетиндар кеүек урыҫ булмаған башҡа милләттәр хаҡында "Дикие народы цивилизованной России" тигән ҡараш көслө булған. Был бик ҡыҙғаныс хәл. Һәм был ҡараштың бөгөн дә йәшәүе икеләтә үкенесле.
Һуңғы ваҡытта, эйе, ишеттем, туған телдәрҙе уҡытыу мөһимлеге шик аҫтына ҡуйылды. Милләтем урыҫ булһа ла, мин үрҙә әйтелгән инициативалар менән һис килешмәйем. Был инициативаларҙың файҙаһы юҡ, улар күп милләтле һәм күп динле Рәсәйгә зыян ғына килтерәлер, тип һанайым. Сәйәсмәндәрҙең, илдә етди, хәл ителеүен көтөп ятҡан мәсьәләләр ғәйәт күп була тороп та, сәйәси мәрәйҙәр яулар өсөн милли теманы күтәреүе насар күренеш. Улар күп милләтле Рәсәйҙең киләсәген хәстәрләргә тейеш, бурыстары - ысынбарлыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү, ә үҙҙәренә арзан дан ҡаҙаныу түгел.
Башҡорттар бай тарихлы халыҡ. Башҡорт телен өйрәнгәндә уның логик тел булыуына төшөндөм. Шуға күрә лә башҡорт телен һаҡлау һәр башҡорттоң, башҡорт телен белеүсенең, башҡорт ерендә йәшәүсенең, йәғни беҙҙең изге бурысыбыҙ. Үҙенең ошо милләткә ҡыҫылышы бар икәнен аңлаған һәр кеше был эштән ситтә тороп ҡалмаҫҡа тейеш.

Шулай итеп...
Вячеслав Чернев беҙгә, башҡорт телен туған теле итеп һанаған кешеләргә, күп йәһәттән өлгө була алырҙай кеше булып сыҡты. Әңгәмәбеҙ ваҡытында һәр һүҙҙе башҡортса әйтергә тырышыуы хайран ҡалдырҙы. Беҙ бит фекеребеҙҙе тиҙерәк әйтеп бирер өсөн телмәребеҙгә урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырырға күп һорап тормайбыҙ. Һөҙөмтәлә телебеҙ ни башҡортса, ни урыҫса булмай. Ә Вячеслав Чернев һәр һүҙен, һөйләмен уйлап әйтә, урыҫ һүҙҙәрен ҡатыштырмай һөйләй. Үкенескә күрә, Черневтың һүҙҙәре менән килешмәй булмай. "Туған телгә ҙур зыянды сит факторҙарҙан да бигерәк, ошо телдә һөйләшергә тейешле кешеләрҙең битарафлығы, ялҡаулығы килтерә. Уйларға тырышыр урынға телмәребеҙгә тиҙ генә урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәреү телде яйлап үлтерә", - ти ул. Урыҫ егетенең әле һөйләгәндәре һәр башҡорт "баҡсаһына" таш ата, уйланайыҡ, йәмәғәт.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.17 | Ҡаралған: 2093

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru