«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢЫШЛЫ ТУПРАҠТА ТАМЫРЛАНЫП УНЫҢ ӨСӨН ЙӘМ, БИҘӘК БУЛЫРҒА ТЫРЫШЫУЫБЫҘ
+  - 

Ерлек мәҙәниәткә ҡарап түгел, ә мәҙәниәт ерлеккә ҡарап формалаша. Дөрөҫөрәге, шул ерлектән ҡалҡып сыға, шул тупраҡта үҫә. Шуға ярашлы, Сибай дәүләт филармонияһы ла Урал аръяғы фольклоры, ауыҙ-тел ижады һәм халыҡсан рухы менән һуғарылған. Уларҙың сығышын әллә ҡайҙан танып-белергә, үҙенсәлектәренә хайран ҡалырға була. Сибай дәүләт филармонияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов, филармонияның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил ӘсӘҘуллин һәм художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә ҒиззӘтуллиналар менән ошо юҫыҡта әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Һеҙҙең барығыҙҙың да оҙаҡ йылдар Сибай төбәк мәҙәниәте өсөн хеҙмәт иткән кешеләр булыуығыҙҙан башлайыҡ әле һүҙҙе. Хеҙмәтегеҙҙе һәм ғүмерегеҙҙе ошо ҡалаға бағышлауығыҙҙың сәбәбе нимәлә? Нимәһе менән ылыҡтыра һеҙҙе Сибай? Айбулат Ҡотошов:
Һәр балыҡтың - үҙ һыуы, күл балығы - йылғала, йылғаныҡы диңгеҙҙә йәшәй алмай. Шуның кеүек, Сибай беҙҙең үҙ йылғабыҙ. Башҡа ерҙәргә лә саҡырҙылар, эшләп тә ҡайттыҡ, әле лә сит яҡтар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, әммә ошо Сибайҙан китә алмайбыҙ. Беҙҙәге кеүек халыҡсан, ябай һәм милли колоритты, милли үҙаңды әлегәсә һаҡлап ҡалған төбәктәр юҡтыр, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Ваҡытында был ҡала шул ерлектең абруйлы шәхесе Зиннур Йәрмөхәмәтов хәстәрлегендә беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды, эшләү һәм йәшәү мөмкинлектәре бирҙе. Бөтөн иҫтәлекле һәм матур ваҡиғаларыбыҙ ошо ҡала менән бәйле. Һәр беребеҙ ғаиләләрендә ҡаланың йәш быуынын үҫтереп киләбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңдырышлы тупраҡҡа тамырланғанбыҙ һәм уның өсөн йәм, биҙәк булырға тырышып ятабыҙ.
Фәнил Әсәҙуллин: Сибайҙа ижад итеүе үҙе бер ләззәт бит ул. Ниндәйҙер тамаша әҙерләп, уны халыҡ аңлармы икән, тигән борсолоу ят беҙгә. Сөнки халыҡ үҙе шул ерлекле ижад нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм йәшәп ята. Улар шул нигеҙҙән айырылмаған. Беҙҙең тамашасыға ниндәй генә йола йәки халыҡ ижады өлгөһөн күрһәт, улар уға аптырап ҡарамаясаҡ, улар уны белә һәм таный.
Нәсимә Ғиззәтуллина: Мин ун йәшемдән Сибайҙамын. Шунлыҡтан, ул миңә эшләгән һәм йәшәгән ерҙән бигерәк, тыуған яҡ та. Ә инде тыуған яҡтың ни өсөн үҙенә тартыуын үҙегеҙ беләһегеҙ. Мәҫәлән, ҡаланың бәләкәй булыуы минең ижадымды бер ҙә сикләмәй. Киреһенсә, бында нимәгә тотонһаң да - хазина. Бөгөн күп ерҙәрҙә яңынан тергеҙелеп ятҡан милли кәсептәр, йолалар һәм башҡа күренештәр был төбәктә күҙҙән дә, күңелдән дә юғалғаны юҡ.

Ысынлап та, сибайҙарға халыҡсанлыҡ хас. Ә бит республиканың башҡа театрҙары ла фольклор һәм халыҡ ижадын ҡулланмай тормай. Хатта бер үк әҫәрҙе йәки тамашаны бер үк режиссер ҡуйғанда ла, сибайҙарҙыҡы ҡырҡа айырыла. Бының сере нимәлә?

Айбулат Ҡотошов:
Татар халҡының арҙаҡлы йырсыһы Илһам Шакиров әйтеүенсә, башҡорт йырын йырлар өсөн башҡорт булып тыуыу зарур. Йәғни, ошо төбәктә тыуып үҫмәгәндә лә, ошонда ниндәйҙер арауыҡ йәшәп, эшләп, ерле халыҡ тыуҙырған мөхитте һеңдереү мотлаҡ. Бары шунда ғына һин шул ерлек һөйләшеүен алаһың, шунда барған хәл-ваҡиғаларҙа ҡайнап, шул ерлек халҡы кисерештәрен кисерә, хатта шулай уйлай һәм фәлсәфә итә башлайһың.
Нисек кенә тимә, Сибайҙа милли мөхит тә икенсерәк. Унда беҙ башҡортораҡ һәм рухлыраҡ. Мин милләтсе түгел, әммә халҡымды йәнем-тәнем менән яратыусы бәндә. Һәм бына ошо сифат беҙҙең барыбыҙға ла хас, ул беҙ-ҙә ярылып ята - шул ғына. Нәсимә Ғиззәтуллина: Өфө ижады - ул академик кимәл. Бәлки, шуға беҙҙең филармония ижады баш ҡалағылар һәм башҡалар өсөн экзотик күренеш һымаҡ ҡабул ителәлер. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә үҙенсәлекле булыуға артыҡ ынтылыш та юҡ. Беҙҙең сығыштар, ижадыбыҙ тәбиғи килеп сыға. Бейеүҙәргә, тамашаларға халыҡтан алынған фольклорҙы, күп осраҡта, саҡ ҡына ла үҙгәртмәй, тере килеш кенә күсереп һалабыҙ. Сәхнәгә һәм тамашасы ҡабул итеүенә яраҡлаштырыу юҡ кимәлендә. Һәм, минең уйлауымса, тап бына ошо фишка отошло була ла инде. Сөнки халыҡ әлеге көндә тап ябайлыҡҡа, тәбиғилеккә һыуһаған һәм, ғөмүмән, ул һәр ваҡыт шундайға мохтаж булды ла инде.
Фәнил Әсәҙуллин: Халыҡсанлыҡтың ябайлығын ниндәйҙер түбән мәҙәни кимәл, тип ҡарап, яңылыша күптәр. Улар быны ауыл клубын ғына биҙәй алған тамаша, тип ҡарай. Әммә тап шул ябайлыҡтың бөйөклөк икәнен онотоп ебәрәләр. Халыҡ ижадында виләсәпит уйлап сығарып ултырырға кәрәкмәй, унда барыһы ла бар: йыры ла, бейеүе лә, йолалары ла һәм йөҙәр төрлө тамашалар ҡорор башҡа байлығы ла. Беҙ бары уларҙы файҙаланабыҙ ғына. Биҙәмәйбеҙ ҙә, шаштырмайбыҙ ҙа, кәметмәйбеҙ ҙә, самаһын белеп, мәғәнә һәм урынын аңлап ҡына тотонабыҙ. Филармониябыҙҙың тамашасылар ҡарап һөйөнгән халыҡсанлығы бары ошоларҙан ғибәрәт. Һәм ошо урында билдәләп китергә кәрәк: заманында яңы асылған филармонияның стилен хәл иткән һәләтле шәхестәребеҙ Әлмира Ҡыуатова менән Гөлназ Аҡназарова бик отошло йүнәлеш һайлаған.

Сибай дәүләт филармонияһының янғын арҡаһында бинаһыҙ тороп ҡалыуын урап үтеп булмайҙыр әлеге һөйләшеүҙә. Был хәл, моғайын, учреждениеның эске тормошона ла, ижади процесҡа ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Нисегерәк кисерҙегеҙ, үттеме был кризис, ниндәй эҙҙәр ҡалдырҙы? Һәм, Сибайға филармония кәрәкме ул, тигән һорау тыумаймы?

Фәнил Әсәҙуллин:
Фажиғә булған осорҙо иҫләп киткәндә, мин филармония коллективына рәхмәтемде белдерер инем. Ҡапыл бинаһыҙ тороп ҡалғас, әле ҡайҙа-нисек тип уйлап ҡаңғырышыуҙар булып алды. Шул мәлдә артистар ҡайҙалыр китеү, эш эҙләү кеүек ым-хәрәкәт тә яһап ҡараманы, исмаһам. Улар сыҙамлы, ныҡ булып, тарҡалыу түгел, киреһенсә, ойошҡаныраҡ, берҙәмерәк булып кисерҙеләр был ваҡиғаны. Бинабыҙ сентябрь айында янды, ә октябрҙә артистарыбыҙ гастролдәргә сығып та китте. Нисек кенә аяныслы булмаһын, ошо хәл коллективтың тәртипле, мәҙәниәтле, намыҫлы шәхестәрҙән тороуын күрһәтте.
Айбулат Ҡотошов: Әлбиттә, архитектура ҡомартҡыһы булған бинаның янып әрәм булыуы, беренсенән, ҡала өсөн ҙур юғалтыу, филармония коллективы өсөн тетрәнеү булды. Әммә был тороштан нисек тә сығып, ижади процесҡа зыян килтермәҫкә тырыштыҡ. Тап ана шул үҙ стационарыбыҙ булмау арҡаһында ла гастролдәрҙе йышайттыҡ һәм киңерәк даирәләрҙе яуларға тотондоҡ. Бығаса йөрөмәгән төбәктәребеҙҙә булып сыҡтыҡ. Хатта Башҡортостандың үҙендә лә беҙҙең филармония артистары сығыыштарын күрмәгән райондар бар ине.
Матди база мәсьәләһе, Аллаға шөкөр, ыңғай хәл ителеү юлында. Бындай эштә иң беренсе ҡағыҙ-документ юллана, ә бинаны төҙөп ултыртыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмаҫ, тигән өмөттәбеҙ. Ә инде, Сибайға филармония кәрәкме ул, тигән һорау тыумаһын өсөн беҙ бөтөн тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Һәм, бәхеткә ҡаршы, "Ҡасан филармонияның яңы бинаһы төҙөләсәк?" тигән һорауҙы йышыраҡ ишетәбеҙ.
Нәсимә Ғиззәтуллина: Сибай ҡалаһында баш ҡаланан һәм башҡа яҡтарҙан килгән концерттарҙы күрһәтерлек, күп һанлы халыҡты хеҙмәтләндергәндәй башҡа бина ла юҡ. Театрҙың уның функцияһы башҡа, ә концерттарға тауыштың, яҡтылыҡтың, сәхнә һәм сәхнә арты йыһаздарын урынлаштырыуҙың үҙ тәртибе, үҙ талаптары бар. Яңы филармония бинаһының булдырылыуы бер ыңғайҙан ошо мәсьәләне лә хәл итер ине. Ниндәйҙер мәҙәни үҙәк булырға тейештер бит ҡала һынлы ҡалала!

Бөгөн ауыл һәм ҡалалар буйлап сәйәхәт итеүсе артистар ҙа, төркөмдәр ҙә, коллективтар ҙа бихисап. Тик халыҡ һәр концертты ҡарап ултыра, уларҙың барыһына ла аҡса бүлә алмай. Улар иң-иңдәрҙе һайларға, үҙҙәренсә баһаларға тырыша. Бына ошондай шоу-бизнес күгендә үҙ урыныңды булдырыу, һүҙеңде әйтеү ҡалайыраҡ бирелә?

Фәнил Әсәҙуллин:
Эйе, бөгөн концерттарҙың һәм концерт ҡуйыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Географияны киңәйтеү менән дә булабыҙ, тинек. Ә нисек бирелә ул географияны киңәйтеү? Был бит ҡайҙалыр барып төштөң дә, йырланың да бейенең түгел. Бөгөн урындағы хакимиәт башлыҡтарына инеп, һөйләшеп сығып ҡына тамашасы йыйып булмай. Башта ҡырҡ кешегә лә ҡуябыҙ тамашаны, унан һикһән, унан тағы ла күберәккә өмөтләнәбеҙ. Бында һәр аҙым эҙмә-эҙлекле, әммә уйланылған булырға тейеш. Халыҡ филармонияның сифатлы, юғары кимәлдәге концерт алып килеүен үҙ күҙҙәре менән күрергә тейеш. Юғиһә, бөгөнгө тамашасы фонограммаға йырлаған өс артистың сығышынан туйған, рухи яҡтан асыҡҡан.
Айбулат Ҡотошов: Белеүегеҙсә, филармония концерт-театр берекмәһе атамаһы менән йөрөй, сөнки "Сулпан" балалар театры менән берлектәбеҙ. Балалар театры үҙаллы ла эшләп килә, шул уҡ ваҡытта бергә ҡушылып, бик елле программалар, театрлаштырылған тамашалар ҙа ҡуйып ташлайбыҙ. Был тәңгәлдә, мәҫәлән, мин башҡа бындай коллективты белмәйем.
Сибай театр-концерт берекмәһенең бер сығышы ла, бер гастроле лә еңел-елпе булмай, бер ваҡытта ла бер йәки ике пар бейеүсе менән сыҡмайбыҙ. Һәр саҡ тулы коллектив менән йөрөйбөҙ. "Сибай" бейеү ансамбленең бейеүҙәре 8-12-16-шар пар менән башҡарыла. Сценарийыбыҙҙың мотлаҡ йөкмәткеле, мәғәнәле, фәһемле булыуы тураһында әйтергә лә түгел, уныһын тамашасы үҙе лә күреп тора.
Фәнил дөрөҫ әйтте, бөгөн халыҡты юҡ-бар менән алдап та, әүрәтеп тә булмай, улар ҡый-ҡырҡынды күп күрҙе, тыңланы һәм хәҙер инде айырырға ла өйрәнде. Улар рухтарын тултырырлыҡ, тулыландырырлыҡ булғанды эҙләй. Һәм тап ошо мохтажлыҡты сибайҙар ҡәнәғәтләндерә ала ла.

Филармонияларҙың, ғөмүмән, мәҙәни коллективтарҙың бөгөнгө замандағы тәрбиәүи роле нимәлә?

Айбулат Ҡотошов:
Иң беренсе быны милли күҙлектән алып ҡарайыҡ. Милләттең юғалып һәм онотолоп барған рухи ҡомартҡыларын халыҡ хәтеренән соҡоп-эҙләп алып, уларға йән өрөп, ҡабаттан шул уҡ халыҡҡа сығарыу, йәғни, халыҡтың боронғоһо менән бөгөнгөһө араһында бәйләнеш булдырыу - беҙҙең төп маҡсат. Шуларға рухи хазиналарға, ижадҡа һөйөү тәрбиәләү, уны пропагандалауҙы ла өҫтәйек. Мәҫәлән, бая телгә алған "Сулпан" театры республикабыҙҙа балаларға баш-ҡортса әҫәрҙәр ҡуйыусы берҙән-бер театр. Ул бер беҙгә генә түгел, ә Башҡортостандың бөтә театр-филармонияларына ла тамашасы әҙерләүсе алыштырғыһыҙ мәктәп.
Нәсимә Ғиззәтуллина: Беҙҙәге программалар ниндәйҙер бер сюжетҡа, шул уҡ ваҡытта тарихи сюжеттарға ҡорола. Ябай кеше күҙенә салынып бармаған, әммә үтә лә мөһим булған ҡиммәттәрҙе сағылдыра программаларыбыҙ. Мәҫәлән, ғаилә ҡиммәттәре, ата-әсә хаҡы, бала ҡәҙере, тарихи шәхестәребеҙ, ер-һыу атамаларыбыҙ, туған тел, тыуған ил, батырҙар, гүзәлдәр - программала яҡтыртылған был теҙмәне тағы ла әллә күпме дауам итергә була. Рус телле тамашасыларға ла башҡорт милли мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт еткерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта милләттәштәребеҙгә башҡа халыҡтар мәҙәниәтен дә күрһәтәбеҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, беҙҙең бурыс матурлыҡ, ихласлыҡ кеүек юғары һәм саф тойғолар аша халыҡтың күңелен үҫтереү, яҡшылыҡҡа инандырыу, мәрхәмәтлеккә өндәү, уларға көс, дәрт, илһам биреү. Кешенең рухы һауыҡмай, күңеле сафланмай тороп, ул ниндәйҙер бөйөк эштәргә йәки ябай ғына тормош арбаһын тартыуға ла бармай. Ошо хәҡиҡәтте ныҡ тота беҙҙең коллектив.

Шулай итеп...
Сибай концерт-театр берекмәһе ошо көндәрҙә яңы миҙгелен асып, гастролдәргә юлланмаҡсы. Уларҙы һәр ерҙә түҙемһеҙләнеп көтөүселәр иҫәбендә баш ҡала тамашасылары ла бар. Шулай ҙа бер теләк күңелде өйкәй: саф башҡорт төбәгенең рухи мәккәһе булған был мәҙәниәт усағын заман һәм яҙмыш ел-ямғыры аҫтында ташлап ҡалдырмаһын ине Хөкүмәтебеҙ. Концерт менән концерт, артист менән артист араһында айырма булған кеүек, Сибай филармонияһының да тамашасы күҙлегенән, халыҡ фекеренән бик юғары ҡуйылған үҙ урыны бар икәнен юғарыла ла аңлаһындар ине.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.17 | Ҡаралған: 1086

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru