«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МОСТАЙ ИСЕМЕ МЕНӘН ИЛҺӨЙӘРҘӘР ТӘРБИӘЛӘНӘ
+  - 

Өфөбөҙҙәге 158-се башҡорт гимназияһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исемен ғорур йөрөтә. Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар ҙа тап ошо гимназия диуарҙарында "Мостай уҡыуҙары" ҡала әҙәби-ижади конкурсына йомғаҡ яһауҙан башланып китте. Унда бөйөк һүҙ оҫтаһының ижадын яратҡан баш ҡала мәғариф учреждениелары уҡыусылары, уҡытыусылары, яҙыусылар, журналистар, театр артистары, төрлө кимәлдәге етәкселәр ҡатнашты.

Гимназияла 2008 йылдан алып үткәрелгән "Мостай уҡыуҙары" конкурсы белем усағының матур бер йолаһына әүерелгән. Быйыл ойоштороусылар "Беҙҙең Мостай" интернет-викторинаһы, яҙыусы әҫәрҙәре буйынса эшләнгән буктрейлер, йәйәүлеләргә Өфө буйлап экскурсия маршруты проекты, "Пушкин, Туҡай һәм Кәрим" рәсемдәр конкурсы буйынса өс йөҙҙән ашыу эш ҡабул иткән. Йылдағыса, призлы урындар яулаған уҡыусылар грамоталар һәм китаптар менән бүләкләнде, ә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ун һигеҙ уҡыусы һәм педагог ошо сара ваҡытында тәбрикләнде. Конкурс уҡыусыларҙың белемен һынап ҡарау өсөн генә түгел, ә уларҙың видео төшөрөү оҫталығын, экскурсия маршруттары төҙөгәндә баш ҡаланың мәҙәни үҙәктәрен белеү-белмәү кимәлен, рәсем төшөрөү һәләтен дә һынаны.
- Был сараны йыл да ҙур кинәнес менән үткәрәбеҙ. Мостай Кәрим ижады аша йәш быуынды юғары сәнғәткә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ылыҡтырыу мөмкинлеге булдырған белем усағының эше бөтәһе өсөн дә өлгөлө. Сөнки беҙ бөгөн "Мостай уҡыуҙары"на йомғаҡ яһауҙан тыш, гимназияла Драматургия һәм театр сәнғәте музей-кабинетын асыу тантанаһында ла ҡатнаштыҡ. М. Кәрим исемендәге гимназия тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһы мәғариф системаһында ошондай уҡытыу мөхите булдырған белем усағы, - тине Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов конкурс еңеүселәрен тәбрикләп. Әйткәндәй, гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева ла Мостай Кәрим иҫтәлегенә арнап асылған музей-кабинеттың буласаҡ бөйөк әҙиптәр, журналист, тәнҡитсе, реставратор, сәхнә рәссамы, актер, драматург һәм башҡа матурлыҡҡа ғашиҡ һөнәр эйәләрен тәрбиәләргә ярҙам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Әле музей-кабинетта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, ата-әсәләр алып килгән тәүге уникаль экспонаттар урын алған.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Мостай Кәрим тыуған илен, телен, халҡын данлап ижад иткән һәм милләт алдындағы хеҙмәте, күп яҡлы таланты өсөн иң юғары бүләккә - халҡы йөрәгендә мәңгегә бөйөк әҙип булараҡ һаҡланып ҡалыу бәхетенә эйә булған шәхес. Шуға ла уның ижады аша илһөйәрлек, милли рух, башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән педагогтарҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Туған телен, халҡын данлар ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы был йәһәттән иң күп һәм фиҙаҡәр хеҙмәт иткән белем усағы һәм киләсәктә ошо эш ыңғай һөҙөмтә биреүгә шик юҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.17 | Ҡаралған: 1397

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru