"Бәйләнештә"ге диуарымда бәхет хаҡында бер яҙмам бар ине, шуға комментарий итеп ул ошо СМС-ты һалды. Интернеттағы таныш түгел танышымдың әсенеп яҙған хәбәренән шаңғып ҡалдым. Ул был хатын үҙ диуарыма алып ҡуйыуымды һораны, башҡа әсәйҙәр фәһем алһын, тигән теләген еткерҙе. Бына ул хаттың йөкмәткеһе:
"Бик күп йылдар мин "Әсәйем үлһә ине..." тигән уй менән йәшәнем, - тип яҙып китә был ҡатын. - Үҙемде белә-белгәндән алып кеше дошманына теләмәҫте иң яҡыныма теләнем. Уҫаллығымдан, яуызлығымдан түгел был, ә үпкәмдән һәм бүтәнсә әсәйемдән ҡотолоу юлын күрмәгәнлектән. Әгәр ул үлһә, атайым икенсегә өйләнер ҙә, минең тормошом башҡасараҡ булыр, тип уйланым. Хатта ауылдағы иң яғымлы яңғыҙ апайҙы үҙем атайыма етәкләп алып ҡайтыр инем, тип хыялдар ҡорҙом.
Юҡ, эскесе тип уйламағыҙ әсәйемде, киреһенсә, бер тамсы ла ҡапмай ул. Эсһен ине, ҡай берәүҙәр эскән сағында асылып китеп һөйләшә, асыла бит. Уның шундай сағын бер генә булһа ла күргем килеп йәшәнем. Тик уның рәхәтләнеп, бар күңелен асып һөйләшкәнен дә, шарҡылдап көлгәнен дә ишетмәнем. Үтә ҡоро һәм таш кеүек ҡаты кеше ул. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр. Йәнем дә, ҡаным да тартмай уға. Белә-белгәндән үҙем менән көрәштем, әсәйҙе аңларға, яратырға тырыштым. Ахыр сиктә, бер ни ҙә килеп сыҡмағас, үлһә ине ул, тип теләй башланым. Бының насар уй, теләк икәнен аңлар йәшкә еткәс, үҙемде мең гонаһлы бәндәгә һанап, тәүбәгә килдем. Тик күңел генә китек килеш ҡала килде.
Әсәйем үтә уңған кеше. Уңған тиеү генә аҙ ҙа кеүек, эшкә әрһеҙ, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Уға донъяла ат кеүек егелеп эшләүҙән мөһимерәк бер ни юҡ. Донъябыҙ һәр саҡ ялт итеп тора. Иҙән йыуғысыбыҙ күптәрҙең бит-ҡул һөрткән таҫтамалынан таҙараҡтыр...
Күптәр мине битәрләр, беләм. Тағы ни кәрәк быға, тиерҙәр. Кәрәк икән шул. Наҙ, йылы ҡараш, күңел бөтөнлөгө кәрәк. Мин быларҙың береһен дә күрмәнем. Бала саҡтан гел эш өҫтөндә булдым. Тиҫтерҙәрем рәхәт-ләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынғанда, мин оҙон көндәр буйы бәпкә һаҡланым, кистәрен улар йыйылышып ҡапҡа төптәрендә уйын уйнағанда, баҡса утаным, һыу ташыным, һыйыр һауҙым. Әхирәттәрем, ҡултыҡлашып, һөйгән егеттәре менән уйындан ҡайтҡанда, мин лампа яҡтыһында шәл бәйләнем. Ҡул ҡаушырып телевизор ҡарау ҙа беҙҙең өйҙә тыйылған нәмә ине. Әсәй шундуҡ йүгертеп килтереп йә бәйләмен тоттора, йә телевизорҙы бөтөнләй һүндереп ҡуйыр булды.
Йомоҡ булып үҫтем. Башым тулы хыял булһа ла, эсем тулы ут ине. Сөнки минең кисерештәрем берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы. Кескәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым. Яҙ етеп, кәбән башы асылыу менән, ҡәләмдәремде алып, шунда менеп ултырам. Үҫкәс, архитектор булам, тип хыялланам. Тик әсәйҙең "бушты бушҡа ауҙарып", "эш ҡалдырып", "юҡ менән булып" тигән һүҙҙәренән бар хыялым ыуалып төшөр ине. Мәктәптәге уҡыуым да уны ҡыҙыҡһындырманы, институтҡа ла үҙем генә барып индем. Ауылдан бер аҙым сыҡмаған бала, нисек яңғыҙым уҡырға инәм тип сығып киттем икән, тип әле булһа аптырайым. Әлеге шул әсәйҙең эшен бөтөрәм тип тырышып, үҙем теләгән бүлеккә һуңлағайным инде. Күңел ятмаған һөнәргә теләр-теләмәҫ кенә уҡып йөрөнөм, ауылға йылына бер-ике генә ҡайттым, әсәйҙән һыуыныуымды шунда аңланым. Уның институттағы уҡыуым тураһында һорашҡаны ла булманы. Ә минең төрлө саҡтарым булды. Тик әсәйгә генә һыйыр серҙәрем йыйылып киткәндә, юҡ менән сейләнеп ултырма, тип екерер ине.
Үҙемә оҡшамаған һөнәр һайлауым иң ҙур хатам булды. Тормошта юғалып ҡалдым. Унда бәрелдем, бында төртөлдөм. Үкендем. Шунан кейәүгә сыҡтым. Әсәйем буласаҡ иремдең кем икәнен дә һорашманы. Ә мин һаман унан кәңәш, аҡыллы һүҙҙәр көттөм.
Ғаилә тормошом килеп сыҡманы. Ир менән йәшәүҙең дә үҙ нескәлектәре барлығын һуңлап аңланым. Мине бит ул тормошҡа, мөнәсәбәттәргә берәү ҙә әҙерләмәне. Хәҙер килеп шуны аңлайым: атайыма ундай ҡатын менән йәшәү ауыр булғандыр. Бер йылы һүҙ, яғымлы ҡараш күрмәне. Башын баҫып эшләп тик йөрөнө. Урмандан, баҫыуҙан ҡайтып инмәне. Ни эшләп икенсе ҡатынға сығып китмәне икән? Бар ғүмерен ташҡурсаҡ менән үткәрҙе. Әсәйҙең һүҙенән сыҡманы үҙе. Көслө, ҡыйыу атайҙарға ҡыҙығып ҡараным. Ир булып, ырғып тороп бер өҫтәл төйһөн ине, тип көткән саҡтарым аҙ булманы..."
Был хат ошо урында өҙөлөп ҡалды. Был ҡатындың яҙғандары мине уйға һалды. Бындай яҙмышлы (уйлап ҡараһаң, бик үк ҡурҡыныс яҙмышлы ла түгел кеүек үҙе! Таҙа өйлө, өҫ-башы бөтөн, тамағы туҡ балаға башҡа ни кәрәк, тип уйлайһың) балалар юҡ түгел арабыҙҙа, әсәйҙәргә лә, ваҡыты-ваҡыты менән үҙ холоҡтарын, ҡыланыштарын, балаларына ҡарата мөнәсәбәттәрен тәнҡит күҙлегенән үткәреп, бүтәнсәрәк һығымталар яһарға өйрәнергә кәрәктер. Беҙ бит "Әсә күңеле - балала, баланыҡы - далала", "Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигәндәрҙе беләбеҙ, ә сабый күңелендә ниндәйерәк уй-кисерештәр ятыуы хаҡында уйланабыҙмы? Ошо һеңлекәш ише зарлы ҡыҙҙар үҫтереп ятмайбыҙмы икән? Әсә кәңәшенә мохтаж саҡтарында, донъя мәшәҡәтенә һылтанып, уларҙан йөҙ бормайбыҙмы?..
Бер нисә көндән унан тағы СМС килде:
"Әсәйем янына ҡайтып килдем әле. Бер йылға яҡын ҡайтҡаным юҡ ине. Тағы төңөлөп килдем. Хәйер, тәү тапҡыр ғына түгел бит инде. Күстәнәс, бүләктәремә әйләнеп тә ҡараманы. "Аҡса әрәм итеп..." Бөтә һүҙе шул булды. Ултырып иланым-иланым да, әхирәтемә барып йоҡланым. Уларҙың өйҙәре лә йыйыулы түгел, ҡул таҫтамалдары беҙҙең иҙән йыуғысынан да ҡайтыш, ә шулай ҙа рәхәт унда. Көлөшөп сәй эстек, һөйләшмәгән һүҙ ҡалманы. Барыһы ла бәхетлеләр..."
Аҙаҡҡы һөйләмен бер яҙҙы, бер юйҙы, тағы яҙҙы, тағы алып ташланы был ҡатын. Тағы яҙҙы. Мин иһә, уның кисерештәрен үҙ күңелем аша үткәреп, сабыр ғына һүҙ ялғаныуын көттөм.
"Яҙығыҙ әле ошо турала, тик гәзиткә. Интернетта ултырмай минең әсәй. Бәлки, ул хатаһын таныр. Ғәфү үтенер. Үҙгәрер. Мин инде уның үлемен теләмәйем, әйҙә, йәшәһен. Мине тапҡан, үҫтергән бит, ҡалайтһаң да. Гелән берәй ҡушҡан эшен эшләмәһәң, бушҡа тапҡанмын мин һине, ти торғайны. Әйтерһең, баланы эшләтер өсөн табалар.
Бер туҡтауһыҙ ерҙә соҡоноуҙан ярғысланып, сөйәлләнеп бөткән ҡулдарыма егеттәр ҙә ҡағылманы. Сирҡанып ҡаранылар. Үҙем ғашиҡ булып йөрөгәне иһә, һинән һыйыр еҫе килә, тип мыҫҡылланы..."
"Тыныслан, һеңлекәш. - Ашыға-ашыға ошо һүҙҙәрҙе яҙған булдым, күңеле яралы ҡыҙ баланың һөйөү көҫәгән йәнен һүҙҙәр менән генә булһа ла имләгем килде. - Әсәйеңде аңларға һәм ғәфү итергә тырыш. Әсә хаҡы бар бит!"
"Әсә хаҡы, имеш... Ә бала хаҡы бармы ошо донъяла?"
Уның был һүҙҙәренән һуң, башымдан йәшен тиҙлегендә сабыйҙарын ташлаған әсәләр, әсә йәберендә үҫкән, хатта улар ҡулынан һәләк булған балалар тураһында уйҙар үтә. Ысын әсә булмағандарҙы әсәй булған өсөн генә яратып та булмайҙыр шул...
Был ҡыҙҙың "Әсәйем үлһә ине" тигән һүҙҙәрен аҡылым менән дә, күңелем менән дә ҡабул итмәһәм дә, артыҡ тәнҡитләргә лә ашыҡмайым. Яҡынына үпкәһе ҙур уның. Шуны беләм. Әсә һөйөүендә үҫкәндәрҙең яҙмышы башҡасараҡ булыуын да беләм. Ундайҙар тормошҡа еңелерәк яраҡлаша, һирәгерәк яңылыша. Әсә һөйөүе көслөрәк, бәхетлерәк итә уларҙы. Балаларыбыҙ менән беҙҙе, әсәйҙәрҙе бәйләп тороусы ҡылдай нескә, шул уҡ ваҡытта донъялағы иң ныҡлы хис һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәгендә һаҡланһын ине.
...Үҙем әсәй, үҙем бала мин. Ҡайһыһының хаҡы юғарыраҡ икән?
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА