«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШ ДӘРЕСЛЕКТӘ ГЕНӘМЕ?
+  - 

Быйылғы уҡыу йылы туған телдәрҙе уҡытыуға ҡағылышлы мәсьәләләр тирәһендәге шау-шыуҙар менән башланып китте. Ата-әсәләрҙән, балаңа туған тел дәресен һайлайһыңмы, юҡмы, тигән ғаризалар йыйыу ғына түгел, мәктәптәрҙе Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы дәреслектәр менән тәьмин итеү ҙә тейешенсә атҡарылмауы күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. БР Мәғарифты үҫтереү институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Фәниә СЫНБУЛАТОВА менән тап шул турала - башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәрҙең бөгөнгө көнгә тиклем федераль исемлеккә индерелмәүе сәбәптәре хаҡында әңгәмәләштек.

- Уҡыу йылы башында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына яуап бирмәгән иҫке дәреслектәрҙе китапханала ғына тоторға ҡушылған, тип миңә лә шылтыратып әйтеүселәр күп булды. Педагогтар өсөн генә түгел, уҡыусылар өсөн дә был хәл ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. 2018 йылға тиклем федераль дәреслектәр исемлеге формалашып бөтөргә тейеш икәнен БР Мәғариф министрлығында беләләр ине бит, әммә ниңәлер был эш тиҙләтелмәгән булып сыҡты. Әлбиттә, әлеге көндә тулыһынса тикшереүҙәр үтеп, гриф алған һәм федераль исемлеккә ингән берҙән-бер уҡытыу-методик комплект бар, мин уның авторымын. Был уҡытыу-методик комплект башҡорт телен яҡшы белгән һәм уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4-се синыф балалары өсөн тәғәйенләнгән. Беренсе синыф уҡыусылары өсөн "Әлифба" китабы яҙылған, уның ике төрлө эш дәфтәре, контроль эштәр дәфтәре, педагог өсөн методик ҡулланмаһы бар. "Әлифба"ны беренсе ярты йыллыҡта уҡыйҙар ҙа, шунан "Башҡорт теле" һәм "Әҙәби уҡыу" дәреслектәре буйынса эшләй башлайҙар. Был дәреслектәрҙең дә бөтә кәрәкле эш дәфтәрҙәре, методик ҡулланмалары һәм хатта электрон дәреслектәре бар. Сөнки федераль дәреслектәр исемлегенә индереү өсөн төп талаптарҙың береһе - электрон дәреслектәр ҙә булырға тейеш.
Икенсе синыфтан алып дүртенсегә тиклем "Башҡорт теле" һәм "Әҙәби уҡыу" дәреслектәре ике өлөштән тора, һәр өлөштөң эш дәфтәре, контроль эш дәфтәре, уҡытыусы өсөн методик ҡулланмаһы эшләнгән. Дәреслектәр программаһы Эльконин-Давыдов системаһы буйынса төҙөлгән, "Әҙәби уҡыу" дәреслегендә башҡорт һәм рус классиктарының әҫәрҙәре, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, йолалары бирелгән. Сөнки дәреслектә 15-20 процент рус әҙиптәренең ижады булһын, тигән талап ҡуйылғайны дәреслек төҙөүсе алдына, шуға ярашлы рәүештә Некрасов, Крылов, Пушкин һәм башҡа билдәле шағир, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеп индерҙек. Шул тиклем сағыу, матур дәреслектәр килеп сыҡты. Контроль эш дәфтәрҙәрендә һәр үтелгән тема буйынса уҡыусының белемен тикшереүгә ҡоролған төрлө күнегеүҙәр, тестар бирелгән. Унда бала дөрөҫ яуапты һайлап алыу, үҙе һөйләмде тултырып яҙыу, һүрәт төшөрөү кеүек төрлө эштәрҙе үтәргә тейеш. Уҡытыусы өсөн методик ҡулланмала дәрес өлгөләре, дәрес сәғәттәре һәм темалар бүлеп планлаштырыла, кәңәштәр бирелә.
Бына ошондай егерме йыллыҡ хеҙмәт емешем бөгөн З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте тарафынан баҫылып сыҡҡан һәм август аҙағы-сентябрь уртаһында Инорс биҫтәһендәге складта ята ине әле. Былтыр ҙа шул уҡ хәл булғайны, быйыл да БР Мәғариф министрлығы яңы дәреслектәрҙе таратыусы ойошмаға конкурсты август айында ғына ойошторҙо һәм ҡасан конкурс үтеп, юридик яҡтан бөтә мәсьәләләр хәл ителгәнсе, уҡыу йылы башланып та китте. Үткән уҡыу йылында ла ҡайһы бер мәктәптәргә дәреслектәр ноябрь айында ғына барып етте. Әле ул дәреслектәр таратыла башлаған, ҡайһы бер район мәктәптәре үҙҙәре машина яллап килеп алып ҡайтҡан, тиҙәр. Артабан да дәреслектәрҙе мәктәптәргә таратыу, конкурс иғлан итеп, таратыусы ойошма аша атҡарыласаҡ икән, был эш май айында уҡ ғәмәлгә ашырылырға тейештер бит инде.
Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса уҡыған балалар бөгөн етенсе синыфҡа уҡырға килде, тимәк, беҙгә урта синыфтар өсөн дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр сығарыуҙы тиҙләтергә кәрәк. Ун беренсе синыфҡа тиклем өс йүнәлештәге (туған тел, дәүләт теле, уҡыу теле булараҡ) дәреслектәр ҙә әҙер һәм гриф алыу өсөн бөтә инстанцияларҙы үтеп, әлеге көндә Мәскәүҙә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғон көтөп ята. Әммә был фарман да тотҡарлана.
Әлбиттә, бөгөн беҙҙе, ошо дәреслектәрҙе әҙерләгән ғалимдарҙы, гриф алыу мәсьәләһе генә түгел, киләсәктә был дәреслектәрҙең кәрәге булырмы, юҡмы, тигән һорау ҙа борсой. Сөнки 16 сентябрь БР Мәғариф министрлығы тәҡдиме буйынса республика уҡытыусыларына методик көн үткәрелгәндә ҡайһы бер мәғариф учреждениеларының башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡына өйрәнеүҙе һайлауы асыҡланды. Хатта башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа башҡорт милләтле ата-әсәләрҙең балаларының туған теле - рус теле тип күрһәтеүе, башҡорт телендә уҡыуҙан баш тартыуы беҙҙе бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙы. Мәҫәлән, үрҙә әйтеүемсә, минең башланғыс синыфтар өсөн әҙерләнгән уҡытыу-методик комплектым башҡорт телен яҡшы белгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Ата-әсәләр балаларын туған телдә уҡытыуҙан баш тарта икән, гриф алынһа ла, федераль исемлеккә индерелһә лә, ул дәреслектәрҙең ҡулланылмай ҡалыу ҡурҡынысы ла бар. Ә шулай ҙа, был хәлгә юл ҡуйылмаҫ, урындағы белем биреү учреждениелары етәкселәре лә, педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итер, хәлде төҙәтерҙәр, тигән өмөт бар.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.17 | Ҡаралған: 839

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru