«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИҢЛЕЯМАЛ ИНӘЙ ҺАНДЫҒЫ ӘЛЛӘ КҮПМЕ СЕРҘӘР ҺАҠЛАЙ
+  - 

Серле һандыҡ, тиһәләр, күҙ алдына өләсәйҙең өйөндә иң түрҙән урын алған, йоҙаҡ эленгән, иҫтәлектәргә бай, сер һаҡлаусы семәрле һандыҡ килә. Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм мотлаҡ ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле була. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Балхина Миңлеямал инәйҙең һандығы иҫ киткес семәрле лә түгел, әммә үҙенең эсенә күп кенә серҙәр һыйҙырған. Был серле һандыҡтың төбөнә төшөп сыҡҡас, тәьҫораттарым менән уртаҡлашмай булдыра алманым.

1938 йылда Буранбай ауылында Әхмәҙулла һәм Яңылбикә Хәмитовтар ғаиләһендә ун бер малайҙан һуң ун икенсе бала булып тыуа ул. Көтөп алынған ҡыҙ балаға Миңлеямал исеме һайланған. Үҫеп буй еткергән Миңлеямал 1956 йылда Сыңғыҙ ауылының сеүелдәктәр араһынан Балхин Ғиниәт атлы егеткә кейәүгә сыға. Атаһы бер бөртөк кенә ҡыҙына йәшел төҫкә буяп, ябай ғына йәтеш бирнә һандығы эшләп бирә. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһә лә, был һандыҡтың эсенә быуаттан ашыу ғүмер арауығын үҙ эсенә алған ғәжәйеп серҙәр һыйған.
Иң тәүҙә һандыҡ эсенән боронғо, биш билле, уҡалы камзул килеп сыҡты. Был камзулды Шырмай (Ғәҙелбай) ауылынан Рысбаева Аһылбикә инәй тегеп биргән икән. Камзулдың уҡаһын ағас көлө менән менән ышҡыһаң, ап-аҡ булып ялтырап китә, тип аптыратып та алды Миңлеямал инәй. Камзул артынса, 1984 йылда күк бәрхәттән тегелгән кәзәкей күренде. Кәзәкейҙең оҫтаһы - Түләкова Гөлйөҙөм инәй булып сыҡты (Рәйес Түләктең өләсәһе).
Кәзәкейҙән һуң иҫкереп, туҙып бөткән күлдәк күренде. Был күлдәктең нимәһен һаҡларға инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, Миңлеямал инәй уны яҙып ебәрҙе: "Был минең Буранбай ауылында йәшәгән әсәйемдең иҙеүле күлдәге, ул һәр ваҡыт ошолайтып тектереп кейҙе күлдәкте. Әсәйем Хәмитова Яңылбикә Ғәлиәхмәт ҡыҙы 1892 йылғы. Күлдәктең дауарын (материалын, туҡымаһын) 1956 йылда ағайым Йәрмөхәмәтов Ҡотләхмәт Монголиянан алып ҡайтты. Ул шунда армияла булды. Бына, иҙеүенең уртаһында монгол аҡсаһы - тугрик. Тағы ла бында боронғо көмөш тәңкәләр тағылған", - тип һөйләп тә бирҙе.
Артабан инәй һандыҡ төбөнән сепрәк түшелдерек алып күрһәтте. Был түшелдеректе ҡорамаларҙан тегеп, күлдәктең эсенән кейгәндәр икән. Уның эске һәм тышҡы ҡатламдары араһында кеҫәһе лә бар. Был кеҫәгә аҡса, асҡыстар һалып йөрөтөргә мөмкин булған. Күлдәктең тышынан мәрйенле селтәр таҡҡандар.
Һандыҡ төбөнән сыҡҡан артабанғы сер мине тағы ла нығыраҡ аптыратты. Был 1856 йылда Миңлеямал инәйҙең өләсәһе Йәрмөхәмәтова Мөзәлифә тарафынан кәзә ҡылынан һуғып, уҫаҡ ҡайырыһынан яһалған буяуҙарға буялған балаҫ ине. Кәзә ҡылынан ошондай ҙа матур әйбер һуғып булыуын ауыл ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, тәүгә ишетеүемә, күреүемә аптыраңҡырап та, ауыл ҡатындарының егәрлелегенә, юҡтан бар яһай ала белеүҙәренә һоҡланып та ҡараным мин балаҫҡа. Кәзә дебетенән бәйләнгән шәл, бейәләй-бирсәткәләрҙе яратып ҡулланабыҙ ҙа ул, иллә-мәгәр кәзә ҡылын да әрәм итмәгәндәрен тәүгә ишетеүҙән, асҡан ауыҙҙы ябырға онотоп, тағы бергилке ҡарап торҙом әле. Етмәһә, 160 йыл буйы туҙмай нисек һаҡланған һуң был балаҫ, тип тә аптырайым. Шулай, балаҫты әйләндереп-тулғандырып ҡарап торғанымда, Миңлеямал инәйем алдыма тағы ла бер йомшаҡ түшәк сығарып һалды. "Быныһы инде серге тыш була, - тине ул тантаналы рәүештә. - Ошо серге тышты 1956 йылда әсәйем эшләп бирҙе. Аҫтындағы кейеҙҙе лә үҙе баҫты, өҫтөндәге ҡорама тышлығын да ҡораны", - тип хәтер ебен һүтте ул. Миңлеямал инәйҙең өйөндә күпереп ятҡан яҫтыҡ тышлыҡтары ла 1956 йылда сигелгән булып сыҡты. Буяуҙары ла уңмаған, тышлыҡтары ла ап-аҡ.
Инде һандыҡтың сере бөткәндер тип кенә уйлап торғанымда, уның төбөнән һарғайып бөткән һалдат хаттары килеп сыҡмаһынмы! Фронттан Миңлеямал инәйҙең ағаһы Хәмитов Һаҙый Әхмәҙулла улының үҙ ҡулдары менән яҙған хаттары ине улар. Үҙенең иҫәнлеген белдереп, туғандарының, күрше-күләндең хәл-әхүәлен һорашып яҙылған хаттарҙың ни тиклем ҡәҙерле ҡомартҡы буласағын һиҙемләп тә һаҡлағандарҙыр инде туғандары.
"Ағайым 1941 йылда һуғышҡа алынған ваҡытта ошоно эшләп, эсенә 3 ҡурай һалып киткән, - тип тағы ла ағастан эсен өңөп эшләнгән бер оҙонса әйбер сығарҙы инәй. Баҡтиһәң, был ҡурай ҡыны булып сыҡты. - Ошо ҡурай ҡынын ағайымдың иҫтәлеге итеп һаҡлайым. Ул оҫта ҡурайсы ине, шуға ла ҡурайҙарын ҡәҙерләп һаҡлағандыр инде. Эсендәге үлән ҡурайҙарын Раев Зәйнулла мәрхүм ҡурайсыға биреп ебәрҙем. Ә быныһы тағы ла бер ҡомартҡы- ағас туҫтаҡты ла һуғышҡа китеп юғалған ике туған ағайым Хәмитов (О)лоҡман яһаған ине",-тип, йәшел һандыҡтын барлыҡ серҙәрен дә сисеп бирҙе Миңлеямал инәй.
Бына ошо осрашыуҙан һуң мин борон өй түренең күрке булып, хәҙер инде солан төптәренә күсеп бөткән һандыҡтарҙың әллә күпме тарих һаҡлауына, уларҙағы хазинаның ни тиклем бай, ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуына төшөндөм. Рәхмәт һеҙгә, серле һандыҡтар һәм шул һандыҡтың асҡыстары булған инәйҙәр!

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА. Баймаҡ районы Ярат ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.17 | Ҡаралған: 1039

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru