Башҡорт халҡының боронғо шөғөлө солоҡсолоҡта оҫта булып танылған уңған-тырыштар араһында, һис шикһеҙ, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында көн күргән Толомғужин Батыр Басир улы лайыҡлы урын алып тора.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Толомғужиндарҙың урман бал ҡорттары менән шөғөлләнеүе тәрән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Заманында Батырҙың атаһы Басир Үрге Нөгөш - Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендә иң көслө солоҡсо булып иҫәпләнгән. Уның бер үҙенең генә 150-нән ашыу ҡортло солоғо булған. Бөгөнгө күҙлектән сығып уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле! Ә инде Басирҙың атаһы Ғәле - 60 самаһы, ә Ғәленең атаһы Ҡунаҡбай 64 солоҡ тотҡан. Үҙ сиратында Басир ҙа атай-олатайҙар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Ваҡытында уның күсле солоҡтар һаны 60-тан ашып китә. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебенә Батыр Басир улы ғүмере буйына тоғро булып ҡалды. Бөгөн уның солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүенә 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Тәжрибәле солоҡсо бар ғүмерен Шүлгән-Таш ҡурсаулығы менән бәйләне. Ул үҙенә беркетелгән ҡурсаулыҡ биләмәһендә күстәр һанын 20-нән кәметмәҫкә тырышты.
Ә инде Батыр Басир улының халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн үҙ балаларына, йәғни киләһе быуынға тапшыра алыуы айырым хөрмәткә лайыҡ. Күрше Ишембай ҡыҙы Әлмира менән ғаилә ҡороп ебәргән был ғаилә 5 балаға - дүрт малайға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Бөгөн улдары Салауат та, Урал да, Илшат та, Илфат та, хатта кейәүҙәре Илфат менән ҡыҙҙары Нурсилә лә солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. Бөгөн был ғаилә солоҡҡа бәйле барлыҡ ярыштарҙа ла ҡатнашып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтәләр.
Егәрле солоҡсо Рәсәйҙең "Фиҙакәр хеҙмәт өсөн" һәм "Бөтә Союз Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашҡаны өсөн" миҙалдары, Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының юғары билдәһе - "Ҡурсаулыҡтар эшендә уңышлы хеҙмәте өсөн" билдәһе менән бүләкләнгән. Ә шулай ҙа Батыр һәм Әлмирә Толомғужиндар өсөн иң юғары маҡтау - уларҙың бала-ейәнсәрҙәренең һөйөүе, олатай-өләсәй менән ғорурланыуы. Бына уларҙың ейәнсәре Наҙгөл олатаһына ошондай шиғыр бүләк иткән.
Олатайыма
Солоҡсо - ул алтын ҡуллы,
Батырҙыр олатайым.
Ниңә һоҡланғанымды,
Һеҙгә лә аңлатайым.
Ҡорттарына солоҡ юна,
Балына батман эшләй.
Яратҡан эше булғанға,
Шөғөлө лә бик оҡшай.
Бал ҡорттары кеүек эшсән,
Электән ата-бабам.
Олатай менән ҡорт ҡарап,
Үҙемә көс-дәрт алам.
Бәлки, был ябай ғына шиғыр юлдары ул хәтлем үк камил да түгелдер. Әммә бала күңеленән сыҡҡан ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә барлыҡ һөйөү-ғорурланыу урын тапҡан. Олатай-өләсәй өсөн бынан да юғарыраҡ шатлыҡ юҡтыр ул.
Әғләм ШӘРИПОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|