«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
+  - 



Салауат Юлаев һәйкәле 50 йыл буйына баш ҡалабыҙҙың рухиәт үҙәге һәм ғорурлығы булып, халыҡтарҙы берләштереп тора. Ҡала һәм республика халҡының да, Өфөгә килгән ҡунаҡтарҙың да иң яратҡан урыны был. Дуҫтарығыҙ һәм таныштарығыҙға, балаларығыҙға ошо һәйкәл хаҡында ниҙәр һөйләр инегеҙ?

Ирек ЯЛАЛОВ, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы: Салауат Юлаев шәхесе Башҡортостанда ғына түгел, беҙҙән ситтә лә киң билдәле. Беҙҙә Салауат районы, ҡалаһы, уның исемендәге Дәүләт премияһы, хоккей командаһы, һәйкәлдәр бар. Салауат Юлаевҡа Өфөләге һәйкәл бөтөн Европала иң ҙурҙан иҫәпләнә. Ул күптән инде баш ҡалабыҙҙың визит карточкаһына әйләнде. Һәйкәл һүрәтләнеше республикабыҙ Гербына ла төшөрөлгән. Өфөгә килгән ҡунаҡтар мотлаҡ Салауат һәйкәленә бара. Күптәребеҙҙең, шулай уҡ ошонда булып киткән кешеләрҙең архивтарында Салауат Юлаев һәйкәле янында төшкән фотолары ҡәҙерләп һаҡлана. Үткән быуаттың 80-се йылдарында хеҙмәттәштәр менән миңә ошо һәйкәлде ремонтлау эштәрендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ул саҡ беҙ һәйкәлде коррозиянан таҙарттыҡ, яҡтыртҡыстарҙы яңырттыҡ. Ярты быуат эсендә һәйкәл торған ҡалҡыулыҡ элеккегә ҡарағанда бейегерәк тә, текәрәк тә итеп эшләнде. Нигеҙҙең әкренләп сүгеү процесын туҡтатыу өсөн күп кенә көс һалырға тура килде. Хәҙер был йәһәттән бөтәһе лә яҡшы, бындай хәлдә һәйкәл кәмендә тағы ла 100 йыл халҡыбыҙҙы һөйөндөрөп торасаҡ әле. Иманым камил, Салауат Юлаев һәйкәленең 50 йыллығы көндәрендә лә өфөләр мотлаҡ батырыбыҙ янына күпләп киләсәк, өлкән быуын үҙ иҫтәлектәрен йәштәр менән уртаҡлашасаҡ. Сөнки ул һәйкәлдең тыуыу, ошонда урынлаштырылыу тарихын иҫләгәндәр бар бит әле. Беҙ ҙә яңыраҡ һәйкәлдең авторы, осетин халҡының бөйөк улы Сосланбәк Тавасиевтың ҡыҙҙары биргән документаль фильм аша ул саҡтағы ваҡиғаларҙы тамаша ҡылып һоҡландыҡ. Бөтә ҡала халҡы йыйылған булған бит ул тантанаға, Өфө урамдарына һыймай, сафтарға теҙелеп әлеге майҙанға ағылғандар. Тимәк, ысынлап та ҙур ваҡиға булған был һәйкәлдең Ағиҙел ярында барлыҡҡа килеүе. Быны бөгөн унан кеше аяғы өҙөлмәүе лә раҫлай.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ, рәссам һәм скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Дөрөҫөн әйткәндә, Салауат батыр хаҡында кемгәлер һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер, уның кем икәнен бәләкәй генә балаларҙан алып, бөтәһе лә белә. Был героик шәхес күптән рухи символыбыҙға әйләнгән, шул иҫәптән уға һәйкәл дә. Тап ошо үлмәҫ образдың республикабыҙ Дәүләт гербында һүрәтләнеш алыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләп тора. Эйе, батырыбыҙға һәйкәл асылыуға ярты быуат ваҡыт үтеп тә киткән, ләкин уның авторы скульптор Сосланбәк Тавасиев уны шунда уҡ эшләгән дә килтереп тә ҡуйған, тип уйлау дөрөҫ түгел, әлбиттә. Халҡыбыҙ рухына ауаздаш милләт вәкиле - бөйөк осетин Сосланбәк Дафай улы башҡорттоң ҡаһарманы Салауат образын, ысын ижад кешеһе булараҡ, бик оҙаҡ күңелендә йөрөтә һәм һәйкәлде тотош 30 йыл буйына эшләй: төрлө варианттар, проекттар араһынан иң яҡшыларын һайлап, ваҡыт үтеү менән ошо темаға ҡайта-ҡайта, уларға яңынан-яңы штрихтар, төҙәтмәләр индерә. Башҡортостанда йыш булып, башҡорт халҡы менән яҡындан аралаша, улар фекеренә ҡолаҡ һала-һала, ошо мөхиткә үтеп инеүгә, халҡыбыҙҙың бөйөк рухын төшөнөүгә өлгәшә скульптор. Әлбиттә, бөтөн таланттар яҙмышындағыса, һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға тура килә Сосланбәк Тавасиевҡа. Һәйкәл әҙер булғандан һуң да бит әле уның урынын тәғәйенләү буйынса ла үҙ фекерен яҡлап, байтаҡ яғалашырға тура килә был талант эйәһенә. Һәм, ниһайәт, барыбер үҙе әйткәнсә - тәбиғи нигеҙгә, Ағиҙелдең бейек ярына урынлаштырыуға өлгәшә. Башҡорт батыры рухын үҙ иткән ныҡышмал Кавказ улына тау һәм ҡаялай ныҡлығы, саялығы ярҙам итә. Ваҡыт та шымарта, камиллаштыра шулай ижадсыны ла, уның әҫәрен дә. Һәм тап ошо эше скульптор Тавасиевтың иң уңышлы ижад өлгөһө булып таныла. Салауат Юлаев һәйкәле өсөн 1970 йылда С. Тавасиев СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. Был иһә ил, дәүләт етәкселеге баһаһы ғына түгел, ә ысын халыҡ һөйөүе лә икәнлекте дәлилләй.

Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, ғалим, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты: Халыҡ батыры Салауат Юлаев хаҡында яҙған бер мәҡәләмдә мин уны милләтебеҙҙең рухи символы тип атағайным. Ул беҙҙең бихисап ижад өлгөләрендә генә түгел, йөрәктәребеҙҙә лә йәшәй. Һәр беребеҙ күңелендә үҙ Салауатына ғүмерлек һәйкәл ҡойған. Башҡортостан символдарының береһе - һылыу Ағиҙелдең текә ярына ҡуйылған Салауат Юлаевтың һәйкәле ярты быуат инде бына баш ҡалабыҙҙы бөтөн донъяға танытып, балҡып тора - беҙгә шуныһы менән дә ҡәҙерле ул. Элгәрерәк - Советтар Союзының, хәҙер инде Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгенә барма, үҙеңде, мин башҡорт, тип таныштыраһың икән, шунда уҡ: "О-о, Салауат Юлаев!" - тип һоҡланыуҙарын белдерәләр. Шул да күңелгә ятышлы: баш ҡалабыҙға аэропорттан килһендәрме, тимер юл буйлап поездамы, әллә оло юлдан автобус-машиналарҙамы - батырыбыҙ һәйкәле алыҫтан уҡ күренеп, бөтәһен дә сәләмләп ҡаршы ала; Өфөнән сығып киткәндә лә, хәйерле юл теләгәндәй, хушлашып, оҙатып ҡала. Өфө тигәндә, иң тәүҙә Салауат һәйкәле күҙ алдына баҫа. Һис шикһеҙ, баш ҡалабыҙҙа Салауат рухы йәшәй.
Һуңғы йылдарҙа һәйкәл майҙаны танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, тағы ла матурланды: йәшеллеккә, шау сәскәләргә күмелде. Был йәһәттән Өфө ҡала хакимиәтенә рәхмәт, һәйкәл тирәһе ҡараулы, таҙа тотола. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, Өфөнөң йөҙө, рухи үҙәге бит был. Баш ҡалаға килгән бер кеше Салауат һәйкәленә барып, уны күрмәйенсә ҡайтып китмәй: күңел ихтыяжы тарта бында беҙҙе. Ә ситтән килгән ҡунаҡтарға ул башҡорт рухын танытып тора. Халҡыбыҙ бөйөклөгөн тап Салауатҡа ҡарап таныйбыҙ, уның рухы менән илһамланып йәшәйбеҙ, ижад итәбеҙ. Бының ысынлап та шулай булыуын батырыбыҙҙың мөһабәт образын кәүҙәләндергән, уны үлемһеҙ иткән әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, ауыҙ-тел ижады хазиналары ла асыҡ һөйләп тора. Әйтеп китеүемсә, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәтебеҙҙә милли батырыбыҙ образын һынландырмаған бер генә өлкә лә, жанр ҙа юҡ: романдарыбыҙ ҙа, шиғыр-поэмаларыбыҙ ҙа, операбыҙ ҙа, һынлы сәнғәт өлгөләре лә - бөтәһендә лә Салауат рухы йәшәй. Әйткәндәй, үҙ батырын башҡорт үҙе лә данлай, уның тиңһеҙ ҡаһарманлығы менән рухланып ижад итеүселәр араһында башҡа милләт әһелдәре лә бик күп: билдәле рус совет яҙыусыһы Степан Злобин ("Салауат Юлаев" романы), рус совет рәссамдары А. Лежнев ("Салауаттың Михельсон отряды менән бәрелеше"), П. Лебедев ("Салауат станы", "Ҡурай хаҡында легенда"), А. Кузнецов ("Салауаттан һорау алыу"), А. Тюлькин ("Салауат өйө"), шулай уҡ билдәле скульптор, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Тамара Нечаева, совет кинорежиссеры Яков Протазанов ("Салауат Юлаев" фильмы) һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәр бар. Шул уҡ ваҡытта Салауат образы осетиндың бөйөк улы Сосланбәк Тавасиевты ла илһамландыра. Ғәҙәттә, бөйөк шәхестәр бөйөктәр рухына тартыла. Был ижадсылар менән дә шулай була. Салауатты данлап, уны күтәрҙеләр, ә Салауат уларҙы күтәрҙе һәм данға күмде.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.17 | Ҡаралған: 939

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru