«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА ӨСӨН ЯУАПЛЫЛЫҒЫБЫҘ УРТАҠ
+  - 



30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, түбәндәге төп мәлдәргә иғтибар йүнәлтте.

- Социаль-иҡтисади күрһәткестәр йәһәтенән республикала тотороҡлоҡ күҙәтелә, күп күрһәткестәр илдәгегә ҡарағанда юғарыраҡ. Мәҫәлән, йылдың 10 айында төп күрһәткестәр түбәндәгесә: сәнәғәт етештереүе индексы - 102,3 процент, берләштерелгән бюджет килеме - 160 миллиард һум, килемгә һалым - 40 миллиард һум (+14 процент), уртаса эш хаҡы - 29,3 мең һум (+6,3 процент), көтөлгән ғүмер оҙайлығы 71 йылдан күберәк. Халыҡтың миграция үҫеше билдәләнә, күп ауырыуҙар буйынса үлем кәмей.

- Республика юғары технологик һәм фәнгә нигеҙләнгән тармаҡтар продукцияһының яртыһын сығарыусы төбәктәр иҫәбенә инә. Әммә донъя иҡтисады инновацион йүнәлеш буйынса үҫә: киләсәк - яһалма интеллект, био- һәм нанотехнологиялар, робот техникаһы, виртуаль ысынбарлыҡ, гендар инженерияһы, энергияның яңы сығанаҡтары һ.б. ҡулында. Тимәк, сәнәғәтте (һәм эшмәкәрлектең башҡа өлкәләрен) модернизацияларға кәрәк.

- Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса Башҡортостан - маҡсатлы федераль пилот проектҡа (шундай уҡ төбәк программаһы ла әҙерләнәсәк) ингән алты төбәктең береһе. 2025 йылға программала ҡатнашыусы предприятиеларҙа етештереүсәнлек кәмендә 30 процентҡа артырға тейеш. Был күрһәткес буйынса Башҡортостандың илдең топ-10 төбәгенә инеүе күҙаллана. Бының өсөн производство базаһын нығытыу һәм кадрҙарға - тәү сиратта йәш, креатив, һәләтле белгестәргә иғтибар биреү талап ителә.

- Бөгөнгө мәғарифтың төп маҡсаттарының береһе булып профориентация, квалификация үҫтереү һәм белем биреү программаларын иҡтисадтың аныҡ талаптарына тап килтереү тора. Бында теорияны - уҡыу йортонда, практиканы производствола үтеү, һөнәри стандарттар (профстандарт) индереү, өҙөклөкһөҙ белем биреүҙе үҫтереү ярҙам итәсәк.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нигеҙендә Һөнәри компетенциялар республика үҙәге республика һәм муниципаль чиновниктарҙың квалификацияһын үҫтерәсәк. Белем алыуҙы ситтән тороп та тормошҡа ашырырға мөмкин, сөнки киләсәктә электрон университеттар, алдынғы ғалимдарҙың онлайн курстары тормошобоҙҙоң айырып алғыһыҙ өлөшөнә әйләнәсәк.
Халыҡтың мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге грамоталылығын үҫтереү буйынса программа булдырыласаҡ һәм ул йәштәргә генә йүнәлтелмәйәсәк, ә оло быуын да интернетта һәм кеҫә телефоны сервистары менән эшләргә өйрәнәсәк. Шулай уҡ тормошта мотлаҡ булған дисциплиналар: иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, хоҡуҡ, сит телдәр буйынса ла уҡытыуҙар ойоштороласаҡ.

- Бик йыш һәләтле балалар - белем усаҡтарын тамамлаусылар икенсе төбәктәргә китә. Уларҙы ылыҡтырыу өсөн яңы урындар: кванториумдар һәм технопарктар (шул иҫәптән ауыл уҡыусылары өсөн - күсмә), алдынғы вуздар базаһында лицейҙар, профиль лагерҙары һәм компьютер мәктәптәре кәрәк.
Республика Хөкүмәте һәләтле балалар менән эшләү өсөн программа - гранттарҙың өҫтәмә системаһын - әҙерләйәсәк.
2018 йылда Башҡортостанда тәбиғи-фәнни йүнәлештәге лицей-интернат асыласаҡ. Шулай уҡ техник яҡтан йыһазландырылған инженер базалы мәктәптәр барлыҡҡа киләсәк. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙе һәм синыфтарҙы "ғәҙәти" һәм "элиталы"ға бүлергә ярамай.

- Балалар туризмын үҫтереү кәрәк. Бының өсөн Өфө буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар ("Рәсәй - минең тарихым" тарихи паркы, "Кванториум", университеттар, музейҙар, театрҙар, Конгресс-холл, "Өфө-арена", аквапарк һ.б.) эшләү зарур. Уҡыусылар һәм студенттар өсөн тарихи паркка инеү бушлай буласаҡ. Маршрут 2018 йылда барлыҡҡа киләсәк һәм ул балаларҙы киләсәктә ҡайҙа уҡый һәм эшләй алыу мөмкинлеге менән таныштырасаҡ.

- Медицина хеҙмәттәре һәр кем файҙалана алырлыҡ булырға, ауырыуҙар күрһәткесе кәмергә, ғүмер оҙайлығы артырға тейеш - былар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төп бурыстар. Республикала беренсел медицина ярҙамы сифаты яҡшыра. Ҡалаларҙа "Һаҡсыл поликлиника" проекты эшләй: эште дөрөҫ ойоштороу иҫәбенә пациенттарҙы ҡабул итеү оптималләштерелә. Ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары һәм табиб амбулаториялары төҙөү һәм реконструкциялау дауам ителәсәк. Уларға табиптар "Земство докторы" һәм "Земство фельдшеры" программалары буйынса йәлеп ителәсәк. Сирҙәрҙе диагностикалау һәм профилактикалауға баҫым яһарға кәрәк. Алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, туҡланыу режимын һаҡламау, үҙаллы дауаланыу - төп дошмандар, диспансерлаштырыу һәм вакцина эшләтеү - дуҫтар. Шуға күрә диспансерлаштырыу киң ҡолас алырға һәм предприятиеларҙа, уҡыу йорттарында, алыҫ ауылдарҙа - бөтөн ерҙә лә үткәрелергә тейеш.

- Сәләмәт тормош һәм балансланған туҡланыу йәһәтенән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына алкоголь һәм башҡа суррогатты рөхсәтһеҙ һатыуҙы тыйырға, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына, муниципалитеттарға - спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырырға, Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына - һауаны, һыуҙы, тупраҡты бысратыуға юл ҡуймаҫҡа ҡушыла. Насар ризыҡ етештереүселәргә ҡаршы торорға, майҙар, шәкәр, тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметергә. Һәр кемгә шәхсән балансланған туҡланыу, физик көсөргәнеш, кәрәкле препараттар һәм витаминдар программаһы һайлап тәғәйенләргә һәләтле белгестәр һәм үҙәктәр кәрәк.

- Һаҡланыу (превентив) медицинаһы мөһим урында торорға тейеш. Республика кардиология үҙәгендә йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеүсе модуль программа эшләнгән, һәм ул илдә иң яҡшыһы тип табылған. Был тәжрибәне башҡа сирҙәр буйынса ла таратыу зарур.
2018 йыл башында Республика медик-генетик үҙәгендә иртә ДНК-диагностика, нәҫелдән күсеүсе һәм киң таралған ауырыуҙарҙы профилактикалау, халыҡты генетик паспортлаштырыу башланасаҡ.

- Башҡортостанда оло йәштәгеләр күбәйә. Улар өсөн медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм системаһы кәрәк. Республикала махсус гериатрик үҙәк асылған, уға профиль белгестәрен әҙерләү бара. Медицина реабилитацияһы схемаһы эшләнә: ауыр йәрәхәттәрҙән һәм операцияларҙан һуң пациенттарҙы мотлаҡ реабилитациялау зарур, шулай уҡ балаларҙы тергеҙеү дауаһы ауыр өҙлөгөүҙәр һанын кәметәсәк. Төбәк-ара нейрохирургия йәки нейрореабилитация үҙәге барлыҡҡа килергә тейеш.
Республикаға медицина фәнни-белем биреү кластеры кәрәк. Уға фәнни ҡаҙаныштарҙы тиражлаусы, препараттар һәм техникаларҙың яңы өлгөләрен булдырыусы, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүсе тикшеренеү үҙәктәре, алдынғы клиникалар һәм инновацион предприятиелар инергә тейеш.

- Күп өлкәлә фәндең ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай. Республиканың тулайым төбәк продуктында фәнни эшләнмәләрҙең өлөшө 0,74 процентты алып тора һәм был илдәге күрһәткестән 2,5 тапҡырға кәмерәк. Тикшеренеүҙәр темаһы һәр ваҡытта ла заманса трендтарға һәм иҡтисад ихтыяжына тура килмәй. Бында иғтибарҙы иҡтисад үҫешенә, хеҙмәт етештереүсәнлегенең һәм тормош сифатының артыуына бәйле өҫтөнлөклө фәнни йүнәлештәргә туплау зарур.
Башҡортостанда органик баҫма электроника өлкәһендә яңы компетенцияларҙың федераль үҙәге булдырыласаҡ. Унда интернет, электроника, робототехника өсөн изделиелар эшләнәсәк һәм етештереләсәк. Был - хатта илдә булмаған яңы производство булдырыуҙың уникаль мөмкинлеге.
Йәш ғалимдарҙы республиканан ситкә ебәрмәү өсөн гранттар, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни үҙәктәрҙә стажировка үтеү, яңы лабораториялар булдырыу, торлаҡ һәм стипендиялар биреү күҙаллана.

- 2019 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй Ғаилә фестивале үтәсәк. Ғаилә милли мәҙәниәтте һәм туған телдәрҙе һаҡлауҙың нигеҙе, ә дәүләт һәм туған телдәрҙе мәктәптә уҡытыу ҡыҙыҡлы, креатив булырға, заман трендына әүерелергә тейеш. Башҡортостан ғаиләне иғтибар үҙәгенә ҡуйыуға йүнәлеш ала, был йәһәттән социаль льготалар булдырыласаҡ, уларҙың һаны артасаҡ, йәш ғаиләләр өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ, күп балалылыҡ, сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү традициялары тергеҙеләсәк.
Беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һумды алыуға дәғүә итеүселәр критерийҙары киңәйтеләсәк, сумманы файҙаланыу мөмкинлектәре лә арттырыласаҡ .
Статистика күрһәтеүенсә, Башҡортостанда ғаиләләрҙең 40 проценты айырылыша. Быға юл ҡуймау маҡсатында психология, этика һәм ғаилә тормошо иҡтисады буйынса белем биреү программалары, тренингтар, йәш ата-әсәләргә семинарҙар (шул иҫәптән ситтән тороп), ғаиләләргә консультациялар биреү үҙәктәре ойоштороу зарур.

- Республиканың имиджын һәм ылыҡтырыу көсөн киләсәктә лә арттырыу мөһим. Был сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын модернизациялау, тармаҡ кластерҙарын, фәнни һәм университет инфраструктураларын, медицина үҙәктәрен, ҡала һәм ауылдарҙы, кадрҙар, ресурстар, һәләтле йәштәр, инновацион идеялар һәм технологиялар талап ителгән уҙымлы үҫеш территорияларын нығытыу өсөн өҫтәмә стимул буласаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.17 | Ҡаралған: 908

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru