«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИЛЕК - УЛ НИГЕҘ, НИГЕҘҘЕ АЛЫП ТАШЛАҺАҠ, ҠОРОЛМА ЕМЕРЕЛӘСӘК...
+  - 



Республика бер нисә ай дауамында билдәһеҙлектә йәшәне. Йәмәғәтселек умарта күселәй гөжләне. Ата-әсәләр һайлау алдында ҡалды. Былар барыһы ла мәғариф системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен һәм дәүләт телдәрен уҡытыу буйынса килеп тыуған хәл-торошҡа бәйле булды. Һәр заман өсөн риторик яңғыраған: "Булырғамы, булмаҫҡамы?", "Нимә эшләргә?" тигән һорауҙарҙың беренсеһенә Башҡортостанда йәшәгән милләттәр бер төрлө яуап бирһә, икенсеһе һаман асыҡ ҡала: нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф өлкәһендә тикшереү һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Айбулат Вәкил улы ХАЖИН яуап бирә.

Республиканың аҫаба халҡы булған, республикаға исем биргән милләт теленең яҙмышына бөгөн асыҡлыҡ индеме - был һорау, моғайын, барлыҡ айыҡ аҡыллы замандаштарыбыҙҙы борсойҙор. Әңгәмәне ошо һорауҙан башлайыҡ, булмаһа.

- Уҡыу йылы башланыр алдынан мәсьәлә асыҡланды, федераль ведомство яғынан да, республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары яғынан да позицияны аныҡ аңлау барлыҡҡа килде. Ни генә булмаһын, туған телдәр уҡытыласаҡ! Башланғыс синыфтарҙың планын алып ҡараһаҡ та, унда туған тел һәм туған телдә әҙәби уҡыу мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш. Төп дөйөм белем биреү стандарттарын алһаҡ та, туған телдәр һәм туған телдә әҙәби уҡыу мотлаҡ бар. Ҡайһы берҙә был предметтарҙы ҡушырға тәҡдим иткән фекерҙәр яңғырай, ләкин улар айырым ике үҙаллы предмет. Уҡыу планында улар айырым күрһәтелергә тейеш. Әгәр тикшереү ваҡытында был ике предметты ҡушыу асыҡлана икән, иҫкәртеү яһала, сөнки был Стандарттарҙы боҙоу булып тора. Эйе, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненты был предметтарҙы берләштереү мөмкинлеген бирә һәм министрлыҡ та шуны тәҡдим итә. Әммә был берләштереүҙе 8-9-сы, 10-11-се кластарҙа һәм белем биреү ойошмаһы ошо уҡыу предметтарына милли төбәк компонентын (мәҙәниәт, тарих, этнография һ.б. мәғлүмәттәрҙе) өҫтәгән осраҡта ғына индерергә була. Ә инде 1-7-се кластарҙа туған тел һәм әҙәби уҡыу айырым дисциплиналар булып тора.
Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуға килгәндә, бында ла хәл-торош аңлашыла. Элек норматив төрлөлөк юҡ ине. Дәүләт телен уҡыу планының инвариатив өлөшөнәме, әллә вариатив өлөшкәме индереү асыҡ ҡына билдәләнмәгәйне. Шуға күрә буталсыҡлыҡтар тыуа торғайны. Хәҙер ул Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығынан 2017 йылдың 9 октябрендә ебәрелгән хаты нигеҙендә уҡыу планының вариатив өлөшөнә индерелде.

Йошкар-Олала уҙған Дәүләт советы ултырышында ил башлығы В. Путин милли, этномәҙәни белем биреү, рус һәм туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса үҙ фекерен белдергәндән һуң, әллә күпме бәхәстәр булды. Ил башлығының сығышына һеҙҙең шәхсән ҡарашығыҙ ниндәй?

- Владимир Владимировичтың яуабына бәйле ыңғай мәлдәрҙе лә билдәләргә кәрәк: беренсенән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының барлыҡ башҡарма власть органдарында урындағы үҙидаралыҡтар территорияһында милли дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы вазифалы кешеләрҙе билдәләргә ҡушылды. Элегерәк һәр муниципалитет башлығының шундай урынбаҫарҙары бар ине. Ләкин һуңғы йылдарҙағы оптималләштереү саралары, ҡыҫҡартыуҙар һөҙөмтәһендә был вазифалар ҙа ҡыҫҡартылды. Милли сәйәсәт, шул иҫәптән милли мәғариф менән хәҙер бер нисә орган шөғөлләнә, әммә берләштереүсе орган юҡ. Мәғариф бүлеге үҙ тармағын ҡарай, мәҙәниәт бүлеге - үҙенекен, спорт комитеттары - үҙ мәсьәләләрен хәл итә. Хәҙер иһә һәр муниципалитетта юғарыла әйтелгәндәрҙе берләштереүсе кеше буласаҡ, һәм был эш яңы йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш. Икенсенән, милли мәҙәниәттәрҙе һәм аҙ һанлы халыҡтарҙы һаҡлау йүнәлешендә милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса методик күрһәтмәләр барлыҡҡа киләсәк. Был документты беҙ тиҫтәләрсә йылдар көтәбеҙ. Рус теле буйынса совет, Милли сәйәсәт буйынса советтар бар. Әммә Рәсәй субъекттарына нисек эшләргә, милли сәйәсәтте нисек үткәрергә тигән күрһәтмә норматив планда ла, кәңәш формаһында ла булманы. Эйе, "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" закон бар, әммә ул милли сәйәсәт өлкәһендәге документ түгел. Ул бары тик телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Әлбиттә, тел - мәҙәниәтте үҫтереү нигеҙе. Әммә йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау, уҡыусыларҙы тәрбиәләгәндә этнотуризм, этно, тыуған яҡтарҙы өйрәнеү йүнәлештәрен файҙаланыу, этномәҙәни белем биреү өлкәһенә бәйле башҡа саралар билдәләнмәне. Методик кимәлдә улар бар ине, хәҙер иһә был эш норматив кимәлгә күтәрелде.

Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн беҙҙә мәктәптәрҙе дәреслектәр менән тәьмин итеү иң төп проблемаларҙың береһе булып тора, ә элекке китаптар менән уҡытыу закон боҙоу тип баһалана...

- Ысынлап та, федераль исемлеккә ингән дәреслектәрҙең булмауы закон боҙоу тип иҫәпләнә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының 26-сы пункты дәреслектәр менән тәьмин итеү тураһында аныҡ әйтә: уҡыу планының инвариатив өлөшөндә тормошҡа ашырылған һәр предмет, шул иҫәптән туған тел булараҡ башҡорт теле лә дәреслектәр менән тәьмин ителергә тейеш. Федераль исемлектә юҡ икән, тимәк, ул дәреслек түгел. Әлеге ваҡытта туған телдәрҙән башҡорт теле буйынса - башланғыс, татар теленән - башланғыс һәм төп звено, сыуаш теленән башланғыс звено дәреслектәр менән тәьмин ителгән.
Хәл-тороштан сығыуҙың ниндәй юлын тәҡдим итәбеҙ? Беренсенән, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә барлыҡ дәреслектәрҙе уҡыу әсбабы итеп ҡайтанан баҫтырыу. Был, беҙ закон боҙоуға сик ҡуйҙыҡ, тигәнде аңлатмай, бары тик уны бер аҙ йомшартабыҙ, баҫымды кәметәбеҙ генә, сөнки бары тик вариатив өлөштәге предметтар ғына әсбаптар менән уҡытыла. Был да Стандарттар менән билдәләнгән. Беҙгә дәреслектәрҙе ентекле эшләргә кәрәк, булғандары өҫтәмәләр, үҙгәртеүҙәр, төҙәтеүҙәрҙе талап итә. Уҡытыу-методик комплекттары булмаған предметтар буйынса ла уйланырға урын бар. Әгәр субъекттар кимәлендә уҡыу әсбаптары юҡ икән, улар белем биреү ойошмаһы кимәлендә булһа ла тормошҡа ашырырылырға тейеш. Шуға күрә уларҙың йөкмәткеһен, белем биреүҙе тамырынан үҙгәртергә кәрәк. Был проблеманы беҙ үҙебеҙ тыуҙырҙыҡ, һәм уны беҙҙең өсөн берәү ҙә килеп хәл итмәйәсәк. Мәсьәләгә үҙебеҙ нөктә ҡуйып, ошо уҡыу йылын предметты популярлаштырыуға һәм уны актуалләштереүгә бағышларға тейешбеҙ.
Шулай ҙа иң ҡатмарлы хәл башҡорт, татар, сыуаш телдәре буйынса түгел, ә туған тел булараҡ уҡытылған рус теле буйынса килеп тыуҙы. Бөгөн уҡыусыларҙың күпселеге, мәҫәлән, Өфөлә 118 мең уҡыусының 70 проценты туған тел тип рус телен һайлай. Әгәр башҡа туған телдәр буйынса дәреслектәр, методик әсбаптар булһа, туған рус теле буйынса бөтөнләй бер нәмә лә юҡ. Тиҙ арала был мәсьәлә хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ.

Ата-әсәләрҙең туған тел булараҡ рус телен һайлауының сәбәптәренең береһе, моғайын да, туған тел булараҡ рус телен уҡытҡанда уҡыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләүҙер?

- Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, туған рус телен дәүләт рус теле менән алмаштыралар. Был - Стандарттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тупаҫ хата. Бында иҫкәртеү генә түгел, ә Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекс ҡулланыла. Белем биреү учреждениеһы етәксеһе лә, Стандарттарҙы үтәмәүсе уҡытыусылар ҙа язаға тарттырыласаҡ. Дәүләт рус теле һәм туған рус теле - икеһе ике предмет, ике дисциплина, һөҙөмтәләр ҙә төрлөсә.

Башҡорт теле уҡытыусылары белдереүенсә, хәҙер класс журналдарын русса ғына тултырырға тигән талап булған икән. Хатта башҡорт теле дәресе буйынса ла...

- Дәүләттә рәсми эш алып барыу "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы законға ярашлы, дәүләт телендә алып барыла, урындағы закон менән тулыландырыла. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы закон буйынса эш ике телдә - башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла ала. Был осраҡта, журнал белем биреү ойошмаһының рәсми документы булып тора, һәм уларҙың билдәле һаҡлау ваҡыты бар. Шуға күрә, журнал йә рус телендә, йә рус һәм башҡорт телдәрендә тултырылырға тейеш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре биттәре, әлбиттә, башҡортса тултырыла.

Уҡытыусыларҙың күп ваҡыты отчет тултырыу менән үтә...

- Үкенескә күрә, бының менән килешәм. Бында министрлыҡ ҡына ғәйепле түгел, талаптар юғарынан килә. Моғайын да, был хәлдән сығыуҙың иң оптималь юлы - барлыҡ мәғлүмәттәрҙе электрон формаға күсереү, бер ни тиклем рәткә килтереүҙер, сөнки һорау булғанда, ҡайһы бер документтарҙы эксель формаһында бер аҙ үҙгәртеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Ни тиһәң дә, отчеттар, һандар бер үк, бары тик улар төрлө вариацияларҙа, төрлө формаларҙа талап ителә. Бөгөн бер һан бер колонкала торһа, иртәгә икенсеһенә күсә. Отчеттарҙы шулай яйға һалып алғанда, көсөргәнеште бер аҙ кәметергә мөмкин.

Элек башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытҡанда икенсе линия әсбаптары ҡулланыла ине, бөгөн өсөнсө линияға күсеү мәсьәләһе күтәрелә. Ошо осраҡта икенсе линияла ҡалырға мөмкинме - был һорау ҙа уҡытыусыларҙы борсой.

- Икенсе линия - туған телдәр. Өсөнсөһө - дәүләт телдәре. Әгәр балалар дәүләт телен һайлаған икән, уларҙы бер нисек тә туған тел дәреслеге менән уҡытып булмай. Дәүләт телдәре дәүләт теле дәреслеге буйынса уҡытыла.

Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүҙән баш тартҡан уҡыусыларҙы башҡалар дәрестә булған саҡта нимә менән мәшғүл итергә?

- Был сәғәт барышында уларға ла белем алыу мөмкинлеге бирелә. Тик дәрестәр уҡытыу планының мотлаҡ иҫәпләнгән өлөшөнән түгел, ә факультатив йә өҫтәмә белем биреү өлкәһенән булырға тейеш. Әммә балалар ваҡыт уҙғарып, буш йөрөмәһен.

1-4-се синыфтарҙа Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса туған телгә 3 сәғәт ҡаралған. Уларҙы ике сәғәткә тиклем ҡыҫҡартырға йәки 4 сәғәткәсә арттырырға мөмкинме?

- Теге йәки был предметты уҡытыуға бүленгән сәғәттәр белем биреү ойошмаһы автономияһы ҡарамағына ҡарай. Бары тик уҡытыу-тематик планлаштырыу һәм предмет уҡытыусылары һорауы буйынса күпмелер сәғәтте бүлергә мөмкин, әммә туған тел мотлаҡ 3 сәғәт уҡытылырға тейеш, тигән регламент юҡ. Ул 4, хатта 5 сәғәт тә була ала. Мәктәптәр сәғәттәрҙе үҙҙәре бүлә. Беҙ бары тик ике нормативҡа нигеҙләнәбеҙ: беренсеһе - СанПин. Беренсе синыфтар өсөн аҙнаһына 21 сәғәт билдәләнгән икән, уны беҙ бер нисек тә арттыра алмайбыҙ; икенсеһе - белем биреүҙең билдәле кимәлендә Стандарттарҙы тормошҡа ашырыуҙың минималь һәм максималь сәғәттәре күләме. Башланғыс звенола ул - 3345, төп белем биреү звеноһында 6020 самаһы сәғәт.

Әгәр мәктәптә параллель синыфтар юҡ икән, туған телдәрҙе, мәҫәлән, башҡорт телен уҡытыуҙы нисек ойошторорға?

- Муниципаль берәмектәрҙең БР Мәғариф министрлығы менән килешеүендә кластарҙы ҡалала 20 һәм унан күберәк, ауылдарҙа 14 һәм унан күберәк бала булғанда бүлергә мөмкин. Әгәр ауыл мәктәбендә 13 бала икән, уны бүлеү мөмкин түгел. Шулай ҙа муниципалитет өҫтәмә финанстар бүлгәндә хәл-тороштан сығырға мөмкин, сөнки ата-әсәләрҙең, балаларҙың законлы вәкилдәренең фекерен иҫәпкә алмау ҙа законға тура килмәй. Класта 1 бала уҡырға теләйме, 3-мө, 7-ме - был уларҙың ҡануниәт менән нығытылған хоҡуғы. Шул уҡ ваҡытта "Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында" закондың 14-се статьяһында белем биреү ойошмаһының мөмкинлектәре хаҡында яҙылған. Йәғни, белем усағының, муниципалитет өҫтәмә финанслау бүлә икән, бер балаға ла туған телен уҡытыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә, килешеүҙәр төҙөгәндә сикләүҙәр булмаһын, күпме бала туған телен уҡырға теләй - шунса уҡыһын, нисә төркөм кәрәк - шунса булһын өсөн тырышырға кәрәк. Был артыҡ күп сығымдар талап итмәй.

Яңыраҡ Рособрнадзор хеҙмәткәрҙәре республиканың мәғариф системаһын тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре нисек?

- Рәсәй Президентының август аҙағында Йошкар-Олалағы кәңәшмәлә биргән күрһәтмәләре беҙҙә нисек тормошҡа ашырылыуы тикшерелде. Рособрнадзор хеҙмәткәрҙәре республика баш ҡалаһының һәм райондарының 30-ға яҡын мәктәбен ҡараны һәм өҫтә әйтелгән күрһәтмәләрҙең үтәлеүен билдәләне. Шулай ҙа уҡыу-уҡытыу буйынса методик тәьминәт мәсьәләләре тулыһынса хәл ителмәгән - уларҙы республика етәкселеге контролгә алды һәм контролдә тота. Шуға күрә, был проблемаларҙың да яҡын арала хәл ителеүенә ышаныс бар.

Шулай итеп...
Айбулат Вәкил улы әңгәмә барышында шундай матур һүҙҙәр әйтте: "Хеҙмәт юлын башлаған йәш педагог Ушинский үҙенең иң беренсе мәҡәләһендә былай тип яҙа: "Миллилек - һәр кешенең күңелендә бар нәмәнән тәрәндәрәк ята. Унан да тәрәндәрәк бер нәмә лә юҡ. Ул - нигеҙ. Ҡалғандары - өҫкө ҡоролма ғына. Базисты алып ташлаһаҡ - ҡоролма емереләсәк. Был миллилек үҙеңдең туған телеңде таныуҙан башлана. Шуға нигеҙҙе алып ташлаһаҡ, бөтөн ҡоролманы емерәсәкбеҙ". Аңлағанға - ишара.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.17 | Ҡаралған: 1444

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru