«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ЙЫЛ ҺҮҘЕ САБЫЙҘАР ТЕЛЕНДӘ ҺӘМ…
+  - 



Яңы йыл байрамы хужаһы Ҡыш бабай барлығына бәләкәстәр ышанамы? Уны ниндәй итеп күҙ алдына килтерә? Унан бүләккә нимә һорай? Был һорауҙарға яуапты түбәндә табырһығыҙ. Гүзәл МАНАПОВА, 4 йәш: Ҡыш бабай беҙгә боландарҙа килә. Әллә аттамы икән? Мин күргәнем юҡ былай. Тик уның бүләктәр һала торған ҙур санаһы барҙыр, тип уйлайым. Ҡыш бабайҙың һаҡалы ныҡ оҙон һәм ул ап-аҡ. Ҡыш бабайҙың курткаһы күк йәки ҡыҙыл төҫтә һәм ул ергә тейеп тора. Мин магазинда ундай кейем күргәнем юҡ, уға әсәһе тегеп биргәндер, моғайын. Быймаһы ла ҙур. Билендәге ҡайышы бауҙан эшләнгән. Хәтәр ҡыҙыҡ бабай ул. Тағы ла уның матур ғына Ҡарһылыуы бар, беҙҙең балалар баҡсаһындағы тәрбиәсегә оҡшап тора. Кем атай-әсәһен тыңламай, ныҡ шаяра, уларға бүләк эләкмәй. Робот-эт алғым килә бүләккә, тип хат яҙып һалдым Ҡыш бабайға, шуға атай-әсәйемде тыңлап ҡына йөрөйөм әлегә. Илсаф ҡустыма машина һораным. Өйҙә уйынсыҡтарҙы йыйырға кәрәк һәр ваҡыт. Атайым йәки әсәйем иҙәндә ятҡан уйынсыҡҡа баҫып, аяғын ауырттырһа, "Гүзәл уйынсыҡтарын йыймай", тип Ҡыш бабайға әйтергә мөмкиндәр. Ә ул асыуланһа, күүүп итеп ҡар яуҙыра, көндө ныҡ һыуыта һәм беҙ тышҡа сыға алмайбыҙ. Өләсәйем: "Ҡыш бабай әҙерәк ауырыған, шуға быйыл ҡар оҙаҡ яуманы", - ти. Бал менән сәй эсер кәрәк уға, мин гел шулай итәм.

Искәндәр УСМАНОВ, 5 йәш: Ҡыш бабай бар, мин уны күрҙем. Тик ул ҡышҡыһын терелә лә, яҙ еткәс, кире мәмерйәһенә инеп, үлеп ятып тора. Ҡыш бабай ҡарҙан эшләнгән, шуға йәйгеһен ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғас, иреп бөтмәҫ өсөн мәмерйәһенә инеп китә. Ул иреһә, мин илайым да ҡуям, сөнки ул һәйбәт бабай. Минең олатайыма оҡшаған. Өйөбөҙгә Ҡыш бабай килә, тиһәләр, олатайым тиҙ генә сығып китә. Ул бәләкәй сағында шыршы уйынсығын ярған, шуға Ҡыш бабайҙан ҡурҡа. Быны миңә өләсәйем әйтте.
Әле мин ун ғына хәреф беләм. Шуларҙан Ҡыш бабайға хат яҙҙым. "Бөтә нәмә аңлашылып тора", ти әсәйем. Улай булғас, мин һораған машина уҙышыу трассаһын шыршы төбөнә һалып китер, тип көтөп йөрөйөм. Ҡустым минең трассаға талашмаһын өсөн, уға ла шундайҙы килтерергә заказ бирҙем. Эх, ҡасан ғына ҡар ҡоймабыҙ бейеклек көрт һала инде, шул ваҡытта Ҡыш бабай киләсәк бит.

Нурия ӘМИНЕВА, 3 йәш: Ҡыш бабай миңә кәнфит һәм мандарин бирә. Уның тылсымлы таяғы бар, шуға ул бөтә балаларға ла теләгән бүләктәрен эшләп бирә ала. Әлегә тиклем мин Ҡыш бабайҙы күргәнем юҡ. Былтыр өйгә килгән, ә мин ул ваҡытта йоҡлаған булғанмын. Шуға быйыл иртәрәк килһен ине, тип теләйем. Йәнһүрәттәге Ҡыш бабайҙың сәсе лә, һаҡалы ла, ҡаштары ла ап-аҡ. "Ҡыш бабай - минең кеүек ҡарт бабай", ти олатайым. Ә ни өсөн улай булғас Ҡыш бабай күҙлек кеймәй икән? Күҙе күрмәйенсә, бүләктәрҙе бутап бөтмәһә ярар ине, тип ҡайғырам. Шыршыны күптән ултырттыҡ, башына йондоҙ ҡуйҙыҡ. Йондоҙ янып тормаһа, Ҡыш бабай өйөбөҙҙө тапмай ҡуйыуы бар, шуға уны көнө-төнө яндырабыҙ. Сәлимә АРЫҪЛАНОВА тыңланы.

...АТАЙҘАР ТЕЛЕНДӘ

Күптәр бынан тиҫтә йылдар элек бер генә Яңы йыл байрамының да "Ант" төркөмөнөң "Яңы йыл" йырынан башҡа үтмәгәнен иҫләйҙер: олоһо ла, кесеһе лә йырланы. 2017 йылды оҙатҡанда уның авторы Алмас Ғафаров менән ҡабат шул йылдарға сәфәр ҡылдыҡ...

Алмас, "Ҡарһылыу менән бергә Ҡыш бабай идет, Яңы йыл килә беҙгә - значит Новый год!" тигән һүҙҙәр булған йырығыҙ заманында хитҡа әйләнде. Бер яҡтан ҡараһаң, ул башҡорт телен белмәүселәргә пародия ла кеүек, икенсе яҡтан, ул һәр кемдең күңеленә хуш килде...

- Әгәр мин үҙем сәнғәт кешеһе булмаһам, музыка, ундағы йүнәлештәр, төрҙәр һ.б. тураһында китаптар, сығанаҡтар, энциклопедиялар уҡымаһам, мин дә шулай тип уйлар инем. Әммә сәнғәттә бындай күренештәр күҙәтелә һәм ул ыңғай ҡабул ителә. Мәҫәлән, "Кавказ әсире" фильмында Юрий Никулин солтан тураһындағы йырҙы берәй көнсығыш телендә йырлаһа, ул популяр булмаҫ ине. Ә көнсығыш музыкаһына рус телендә йырлағас, уны барыһы ла белә. Өҫтәүенә, беҙ интернациональ тәрбиә алған быуын, бар халыҡ та тигеҙ һәм тиң, тип үҫтек. Шуға, был йыр илдәге интернационаллектең бер сағылышы ла булды, хатта башҡортса белмәгән кешеләр ҙә уны йырланы. Параллель һүҙҙәрҙе ҡулланыу хатта ниндәйҙер кимәлдә башҡортса белмәүселәр өсөн әлифба булып та торҙо әле. Бының менән нимә әйтмәксемен - башҡорт телен һаҡлайбыҙ, уны үҫтерәбеҙ, тибеҙ икән, төрлө ысулдарҙы ла ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, концерт менән Күмертау районының бер мәктәбенә саҡырғайнылар, шунда ошо йырҙы башҡарғанда хатта 1-се синыф уҡыусылары ла ҡушылып йырлап ултыра. Ә бит хәҙерге йырҙарҙың күпселеген бөгөн йырлайҙар, иртәгә онотаһың...

Үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙағы Яңы йылдарҙың иң иҫтә ҡалғаны...

- Мине беренсе тапҡыр Яңы йылда конькиҙа йүгереүсе костюмына кейендерҙеләр. Ул хәҙерге кеүек әҙер түгел - күк төҫтәге ябай спорт костюмы, башта бәйләнгән шапка, муйында шарф. Мин шулай кейенеп, аяҡтарым, ҡулдарым менән конькиҙа шыуған хәрәкәттәр яһарға тейешмен. Шул тиклем килештергәнмендер инде, Ҡыш бабай эргәмә килеп, эй маҡтаны, эй маҡтаны - минең танау күккә сөйөлдө. Ҡыш бабай, тигәс тә, ул замандарҙа башҡорт балалар баҡсаһы булманы, Ҡыш бабай ҙа русса һөйләшә ине.

Ә үҙегеҙҙе Ҡыш бабай ролендә һынап ҡарағанығыҙ булдымы?

- Ҡыҙым йөрөгән 240-сы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө бар. Шәп төркөм, тәрбиәселәре лә һоҡланғыс. Шунда бер йыл Ҡыш бабай тапмайбыҙ, тигәс, байрамда ҡатнашырға булдым. Кейендем, һаҡал-мыйыҡ йәбештерҙем. Тамаша башланды, бер ваҡыт ҡыҙым миңә текләп-текләп ҡарай. Мине танырлыҡ түгел, күрәһең, тауыш таныш тойолалыр инде. Шулай уның Ҡыш бабайға шиғыр һөйләр ваҡыты етте. Балаларҙың һәр береһенең эргәһенә сүгәләп, уларҙы ҡосаҡлап тыңлай бит инде олатай. Ҡыҙым минең эргәгә килеп баҫты ла, шым ғына итеп: "Атай, был һинме ул?" - тип һорай. Һуңынан миңә үпкәләп йөрөнө. "Ҡыш бабай ауырып киткән дә, шуға ул һауыҡҡансы мине саҡырҙылар. Балаларҙы байрамһыҙ ҡалдырып булмай бит", - тип саҡ ыңғайлатып алдым.

Ҡыш бабай булып эшләү тәжрибәгеҙ бар, ҡабат ошо ролгә инеп, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерерһегеҙ?

- Иң беренсе һаулыҡ теләр инем. Һаулыҡ булһа - барыһы ла булыр. Икенсенән, уяуыраҡ булырға кәрәк. Телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡарата, сөнки, нимә генә тимәйек, күп нәмә үҙебеҙҙән тора һәм үҙебеҙгә бәйле. Әлбиттә, тышҡы сәбәптәр ҙә бар, әммә халҡыбыҙ аҡыл, төплө фекер менән эш итһә, эштәребеҙ алға китәсәк. Шулай уҡ киләсәк быуынға иғтибарлы булырға, уларға дөрөҫ юл күрһәтергә тейешбеҙ. Өсөнсөһө - һәр кем матди хәлен нығытыу тураһында ла уйларға тейеш. Ғөмүмән, был өс йүнәлеш тә бер-береһенә бәйле. Шундай заманда йәшәйбеҙ, аҡса булмаһа - ҡыйын, ҡыйын булһа - кәйеф тә юҡ, дәрт тә юҡ, илһам да юҡ. Ә улар булһын өсөн милләттәштәрем йәш ваҡыттан уҡ киләсәген уйлап, дөрөҫ йүнәлеш алырға, йәш ваҡыттан уҡ алдағы көнөн күҙалларға өйрәнһен ине.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 919

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru