«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШ ҺӘМ МӨҒЖИЗӘ ТЫУҘЫР!
+  - 



Бала күңеле мөғжизә өмөт иткән мәл - Яңы йыл байрамы етә. Ә бит бала-сағаның хыялдарын тормошҡа ашырыусы төп кеше - атай-әсәй. Ҙур үҫкәнсе эскерһеҙ сабый күңелендә Ҡыш бабайға, мөғжизәгә ышанысты улар һаҡлап тора. Шулай уҡ тап атай-әсәй балаға туған телен өйрәтеп, халыҡтың бай рухи хазинаһына тәүге ишекте асыусы ла. Бөгөн глобалләштереү шарттарында йәшәгән халҡыбыҙ өсөн был да үҙе бер мөғжизәгә тиң күренешкә әйләнә бара бит. Әммә бына шундай аңлы ата-әсәләр, иҫ киткес матур балалары бар милләтебеҙҙең. Ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған Башҡорт теле көндәре сиктәрендә үткән "Эй, ҡәҙерле башҡорт теле" байрам сараһында тап шундай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы күреү бәхете тейҙе.

"Эй, ҡәҙерле башҡорт теле" тип исемләнгән сараға бөтөн республиканан туған телендә шартлатып һөйләшкән төрлө йәштәге балалар йыйылды. Улар араһында шулай уҡ Башҡорт теле көндәре сиктәрендә уҙғарылған шиғриәт бәйгеһе, "Йәш әкиәтсе", "Башҡорт телендәге иң яҡшы фильм", "Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле" темаһына эссе конкурстарында еңеүселәр ҙә бар ине. Был конкурстарға бөтәһе 400-ҙән ашыу эш килгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бигерәк тә Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһының балалар баҡсалары әүҙем ҡатнашҡан, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ райондарынан шиғыр һөйләүселәр күп булған. Шулай уҡ Асҡын, Борай райондарынан да эштәр килгән.
- Был байрамға саҡырылған балалар менән алты майҙансыҡта мауыҡтырғыс уйындар үткәрергә ҡарар иттек һәм был эштә беҙгә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты, Ишембайҙағы Ә.З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ярҙам итте. Улар алты майҙансыҡта төрлө темаға мауыҡтырғыс уйындар, "Башҡорт теле" иленә сәйәхәт" тигән квест үткәрҙе. Мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен гел уйын формаһында үткәреп булмай, ул етди предмет. Ә бындай сарала уҡыусылар ял итеп, туплаған белем кимәлен һынап ҡайта ала. Шулай уҡ ата-әсәнең һәм уҡытыусының да көндәлек эшен баһалай торған байрам был, - тине төп ойоштороусыларҙың береһе, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының секция бүлеге мөдире Рәйсә Күзбәкова.
Әйтергә кәрәк, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып, юғары синыф уҡыусыларына тиклем төрлө йәштәге балалар "Үҙ уйыным", "Алтын тирмә" уйындарында башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы, күренекле шәхестәре тураһында белемдәрен һынаһа, "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәрендә" мәҡәл ҡармаҡланылар, "Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшәйек!" майҙансығында уйын һорауҙарына яуап биреүҙән тыш, йырлап, шиғыр һөйләп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Әүҙем ҡатнашып ултырған уҡыусылар, уйындар тамамланғас, күҙҙәре нурланып, йөҙҙәре балҡып килеп сыҡты.
Күңелле итеп уйнап алғандан һуң, үткәрелгән конкурстарға йомғаҡ яһар мәл етте. "Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле" темаһына эссе конкурсында I урынды Баймаҡ ҡалаһынан Лиә Юлбарыҫова яуланы. "Башҡорт телендәге иң яҡшы фильм" конкурсында I урынға Ауырғазы районынан Алмаз Раяновтың документаль фильмы лайыҡ булды. "Йәш әкиәтсе" конкурсында ҡатнашыусылар йәш арауығы буйынса айырым бүләкләнде. Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында I урынға Сибай ҡалаһынан 5 йәшлек Айзель Әҙелбаева сыҡты, ә бына 1-4 класс уҡыусылары араһында иң шәп әкиәтсе тип Өфө ҡалаһынан Алһыу Абдуллина танылды. Шулай уҡ 5-9 класс уҡыусылары араһында Әбйәлил районынан Нияз Замалетдинов еңеүсе тип билдәләнде. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә Баймаҡ районынан Илүзә Ураҙгилдина I урынға сыҡты. Ойоштороусылар икенсе-өсөнсө урын алыусыларҙы һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән ҡатнашыусыларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, һәр кемгә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр таратылды. Балаларҙың күңелен үҫтереп, маҡтау һүҙҙәре әйтергә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, БР Мәғариф министрлығы белгесе Гөлназ Усманова килгәйне. Башҡорт телен белгән, яратып өйрәнгән, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, тарихын, мәҙәниәтен һөйгән балаларға изге теләктәр, өгөт-нәсихәт яңғыраны, өмөттәр бағланды.
Тантана аҙағында Хәйбулла районынан килеп еткән дүрт йәшлек Ләйсән Мәмбәтова менән тап ошо турала һөйләшеп алдыҡ. "Мин Аҡъярҙан өләсәйем менән килдем, - тине ҡыҙ етди итеп. - Бында бөгөн ҡыҙыҡ булды, ошо этте әкиәт һөйләгән өсөн бирҙеләр. Мин әкиәттәрҙе күп беләм, әсәйем өйрәтә. Өйҙә мин башҡортса ғына һөйләшәм, йырларға яратам, физик күнекмәләр эшләй беләм". Үҙенән дә ҙур йомшаҡ уйынсыҡты саҡ күтәреп торған ҡыҙ бигерәк тә һүҙсән булып сыҡты, уның саф башҡортса матур итеп яуаптар ҡайтарыуын оҙаҡ тыңларға ла әҙер булыр инек, өләсәһе, ҡайтыу юлы алыҫ, тип ашыҡтырҙы. Сибай ҡалаһынан килгән Әҙелбаевтар ғаиләһе бындай сараларҙа ҡыҙҙарын гел ҡатнаштырыуы тураһында һөйләне. "Балаларҙың телмәрен үҫтерергә, рухын байытырға ярҙам иткән ошондай конкурстар һәр кеше өсөн әһәмиәтле. Туған телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә, шуға беҙ тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ, шуға, балалар баҡсаһына йөрөһә лә баланың теле боҙолмай", - ти Лилиә Әҙелбаева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теле көндәре сиктәрендә үткәрелгән "Эй, ҡәҙерле башҡорт теле" байрам сараһына йыйылған балалар өсөн был юлы мөғжизәне ата-әсәләре, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты бүләк итте. Был балалар башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына, шиғриәткә, башҡорт теленә, тарихына арнап, ошондай байрамдар үткәреүҙе үҙҙәре лә матур ғәҙәт итеп алһа, милләтебеҙҙең нисә быуын йәштәре бөгөнгө кеүек күңелен үҫтереп йәшәйәсәк! Ни тиһәң дә, алыҫ төньяҡтан килгән Ҡыш бабай ҙа, тылсым эйәһе лә, алтын балыҡ та түгел, нәҡ үҙебеҙҙең берләшеү, ваҡыт һәм көс йәлләмәй тырышыу хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 1218

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru