«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР АРТИСТЫҢ, ТӨРКӨМДӨҢ ҮҘ ЙӨҘӨ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
+  - 



Һәр йырсының, һәр төркөмдөң үҙенең сәхнә яҙмышы була. 25 йыл буйына популярлығын юғалтмаған легендар төркөм "Карауанһарай"ҙың традицияларын дауам итеүсе булған был төркөмдө халыҡ үҙ итеп өлгөрһә лә, һаман төрлөсә атап йөрөтә. "Йәш Карауанһарай"мы, әллә "Карауан"мы тип баш ватыусылар ҙа бар, имеш, һаман да. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Карауан" эстрада төркөмө егеттәре Эльмир ӘБҮБӘКИРОВ, Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ, Марсель ҠОТОЕВ һәм Тимур РАМАЗАНОВ менән ошо һәм башҡорт эстрадаһына ҡағылышлы башҡа сетерекле һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Үҙ заманында "Карауанһарай" бик популяр төркөм ине. "Карауан" төркөмөн тамашасы, тәү сиратта, уларҙың ижади юлын дауам итеүсе тип ҡабул итәлер, моғайын?

Э. Әбүбәкиров:
"Карауанһарай"ҙы хатта ниндәйҙер кимәлдә башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар, тип тә атай алабыҙ. Халыҡ уларҙы бөгөн дә һағынып хәтерләй. Башҡорт эстрада-фольклор төркөмө фолк-рок йүнәлешендә эшләй һәм уны ул ваҡыттағы Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ғилман Ҡашҡаров барлыҡҡа килтерә. Тәүге концерттары ла институттың сәхнәһендә үтә. Ә филармония составына төркөм 1995 йылда күсә. Былтыр улар 25 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы концерт ойошторҙо.
М. Ҡотоев: Мин филармонияға эшкә килгәндә "Карауанһарай" төркөмөнән Мәхмүт Нәҙершин ғына эшләй ине. Ул йәштәрҙе "Йәш Ҡарауанһарай" тигән исем аҫтына йыйып, яңы төркөм булдырҙы. 2007 йыл ине был. Бер йыл мин дә эшләнем унда. Тәүге мәлдәрҙә "Карауанһарай"ҙың традицияларын юғалтмаҫҡа тырышып, йәштәр уларҙың юлын дауам итә, тигәнерәк юҫыҡта ижад иттек. Фольклор йүнәлеше өҫтөнлөк итте. Төркөмдөң үҙенең тамашасылары барлыҡҡа килде. Һуңынан тағы ла үҙгәрештәр булды һәм беҙ өс йыл элек төркөмдө "Карауан" тип атаныҡ.
Р. Шаһыбалов: "Карауанһарай" төркөмөндәге ағайҙарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, улар күңелдәребеҙгә рух һалды. Беҙ башҡорт йырының, башҡорт фольклорының ҡәҙерен белеп ижад итәбеҙ бөгөн дә. Тик "Карауан" төркөмөн шул уҡ "Карауанһарай" тип ҡабул итмәһен ине халыҡ. Был бөтөнләй башҡа төркөм, уның үҙ юлы, үҙ стиле бар. Сөнки йырсының ижады ул йәшәгән заман менән тығыҙ бәйле.
Э. Әбүбәкиров: Рөстәм дөрөҫ әйтә, "Карауанһарай"ҙың рухы күңелдәребеҙҙә, уларҙың тәрбиәһе өлгөһөндә үҫтек. "Карауанһарай" барлыҡҡа килгән осорҙо күҙ алдына килтерегеҙ, суверенитет яулаған, беренсе президент һайлап ҡуйған, халыҡтың дөйөм рухы күтәрелгән, уйҙар, теләктәр берләшкән мәл ине ул. Шуға ла уларҙың репертуары заманына күрә бик актуаль булды. Бөгөн тамашасы башҡа - беҙ ошоларҙы ла иҫәптә тоторға мәжбүрбеҙ. Унан һуң, беҙ Хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙа йыш сығыш яһайбыҙ, республикабыҙҙы сит төбәктәрҙә күрһәтәбеҙ, ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләнек - бына былар ҙа репертуарға йоғонто яһамай ҡалмай. Сит телдәрҙә йырларға тура килә. Әммә беҙ халҡыбыҙға, уның фольклорына, халыҡ йырҙарына ла тоғролоҡ һаҡлайбыҙ.
Р. Шаһыбалов: "Карауан" да "Карауанһарай"ға ауаздаш, исемегеҙҙе үҙгәртергә теләмәйһегеҙме, тип йыш мөрәжәғәт итәләр. Исем үҙгәртеү бер нәмәгә лә килтермәйәсәк, тигән фекерҙәбеҙ. Әлбиттә, халыҡтың һаман буталыуы беҙгә ауырлыҡтар тыуҙыра, әммә үҙебеҙ булып ҡалырға ҡамасауламай. Легендар "Карауанһарай" төркөмөнөң үҙ урыны, беҙҙең - үҙ урыныбыҙ.

"Карауан" төркөмөнөң үҙ юлы тинегеҙ, ниндәй йүнәлештә ижад итәһегеҙ? Һеҙҙең тамашасығыҙ кемдәр?

Э. Әбүбәкиров:
Беҙ "Карауанһарай" төркөмө өлгөһөндә "тәрбиәләнгән" йырсылар, тип әйткәйнек. Рухлы йырҙар һайлайбыҙ, халыҡ йырҙарын, профессиональ композиторҙар йырҙарын. Беҙ профессиональ артистар, һәм репертуарға һөнәри ҡараш һәм талап булырға тейеш.
Ғөмүмән, һәр йырҙың үҙенең сәхнә яҙмышы була. Ҡайһы бер йырҙы тамашасы шул тиклем ярата, концерттарҙа уны гел һорайҙар. Ә ҡайһы бер йырҙы бер йырлайһың да, шунда уҡ репертуарҙан төшөп ҡала, сөнки халыҡҡа оҡшамай ҙа ҡуя. Йырҙың һүҙҙәрен, аранжировкаһын ҡабаттан үҙгәрткән осраҡтар ҙа була.
Р. Шаһыбалов: Башҡорт халыҡ йырҙарын йырлайбыҙ, төркөмдәге һәр йырсы башҡорт халыҡ йырын урын-еренә еткереп башҡара ала. Атай-олатайҙарыбыҙҙан шундай бөйөк мираҫ ҡалған, шуға нисек тоғро булмайһың инде? Халыҡсан йырҙар урын алған репертуарҙа, тип әйтер инек. Йырҙың һүҙҙәренә мотлаҡ иғтибар итәбеҙ. Бөгөнгө йәштәр һымаҡ, еңелсә стилдә йырлай башларға һуң инде. Унан һуң, был беҙгә килешмәҫ тә, төркөмдә бер кем дә бындай йырҙар йырларға ризалашмаҫ та ине. Егеттәр нисек уйлайҙыр, әммә мин үҙемде урта быуын йырсылары рәтенә индерәм. Сәхнәлә ун йылдан ашыу ижад итеү аҙ ғүмер түгел ул, башҡорт йырсылары араһында үҙ исемебеҙ бар хәҙер. Тамашасының иғтибарын яулағанһың икән, уларҙың ышанысын артабан да аҡларға кәрәк.
М. Ҡотоев: Төркөмдәге һәр йырсы үҙенсә йырлай, һәр кемдең үҙ тауышы, стиле. Мин үҙемде классик башҡарыу стилендә үҫтерергә тырыштым, Тимур Рамазанов күберәк Европа стилендә йырлай. Ул үҙе лә йырҙар яҙа. Рөстәм Шаһыбалов халыҡ йырҙары буйынса шәп белгес, әллә күпме йырҙар белә ул. Сөнки ошо мөхиттә үҫкән, атаһы Садиҡ ағайҙы республика халҡы халыҡсан йырсы тип таный. Эльмир Әбүбәкиров иһә төрлө стилдәрҙә лә үҙен яҡшы тоя. Һәр кемдең үҙенә генә хас стиле булыуы тамашасыға ла оҡшай. Төрлө тауышҡа йырлайбыҙ, бер үк йырҙы һәр беребеҙ төрлөсә башҡара.
Т. Рамазанов: Йырсы булараҡ, йырҙан үҙең ҙур ҡәнәғәтләнеү алһаң, уны рәхәтләнеп йырлаһаң, уңыш шунда ғына йылмаясаҡ. Бынау йырҙы тиҙерәк йырлап бөтәйек, тип тормайбыҙ сәхнәлә, сөнки һәр йыр күңелдән сыға, һәр йырҙы яратып һайлағанбыҙ.

Милли эстрада тураһында ниндәй фекерҙәһегеҙ? Ситтән ҡарағанда, беҙ хәҙер 25 йыл самаһы уны үҫтерәбеҙ түгел, ә үҫтерергә маташабыҙ һымаҡ тойола түгелме?

Т. Рамазанов:
Ғөмүмән, башҡорт эстрадаһы тураһында кире фекерҙә түгелмен, әле бына "Йәшлек-шоу" үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Йырсылар бар, тимәк, милли эстрада ла бар.
Э. Әбүбәкиров: Йырсыларыбыҙҙың булыуы башҡорт эстрадаһының барлығының билдәһе, тик ул ҙур булмаған майҙанда үҫешә. Сөнки улар ҙур булмаған аудиторияға эшләй, йәғни, тыңлаусылар башҡорттарҙың ер йөҙөндәге иҫәбе менән билдәләнә. Уларҙың да барыһының да йыр тыңламауы, концерттарға йөрөмәүе бар.
Р. Шаһыбалов: Шуға ла үҙенең ижадын үҫтерергә теләгән йырсы башҡорт аудиторияһына ғына күҙ төбәп эшләмәй. Радик Юлъяҡшинды алайыҡ, Мәскәүгә китте лә, продюсер тапты, Рәсәй эстрадаһы кимәленә сыҡты. Афарин, тиеүҙән башҡа нимә әйтәһең уға? Ҡаҙан ҡалаһында ла продюсерҙар әүҙем эшләй, йәштәрҙе улар үҫтерә, донъя кимәленә сығарырға тырыша. Донъя кимәленә сығыу - ул башҡорт булыуҙан, башҡортса ижад итеүҙән туҡтау түгел, киреһенсә, үҙ халҡыңды ла данлау ул. Башҡортостанда ла продюсер үҙәктәре булһа, башҡорт эстрадаһы маҡсатлыраҡ үҫешер ине.

Тимәк, эстрада үҙенең ағышына ғына ҡуйылған?

Р. Шаһыбалов:
Шулай тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Эйе, йырсы үҙе йыр һайлай, үҙе таба, яҙҙыра, үҙе үк үҙен рекламалай - клип төшөрә, радиоға бирә, бик булмаһа, "Бәйләнештә" социаль селтәренә һала. Йәғни, ижадсы булараҡ, үҙен үҙе үҫтерә. Ә продюсеры булһа, ул ижад менән генә шөғөлләнер - йырлар ине. Клип төшөрөү, фонограмма яҙҙырыу, концерттарҙы продюсеры ойошторор ине. Был ойоштороу эштәре күп энергияны ала, башҡорт йырсылары быны үҙ елкәһендә татып белә. Әммә шул уҡ ваҡытта эстраданы продюсер, директор йә промоутер үҙе генә алға этәрә алмаясаҡ, бының өсөн тырыш ижадсылар ҙа булыуы шарт. Башҡорт эстрадаһы барлыҡҡа килгән осорҙо иҫкә төшөрәйек, "Ел, ерәнем", "Сыңрау торна", "Любизар" кеүек үҙебеҙҙең милли йырҙар сәхнәгә сыҡты, ошо миллилеге, халыҡсанлығы менән дә көслө булғандыр ул. Бөгөн кемдең күңеленә нимә оҡшай, шуны сығып йырлай торған мәл, тик уларҙы ғәйепләргә кәрәкмәй. Хәҙерге башҡорт эстрадаһы кемгә эйәреп ижад итә? Рәсәй эстрадаһына, ә улары, үҙ сиратында, көнбайыш модаһына эйәрә. Йәғни, был йәһәттән беҙ ҡабатлаусының ҡабатлаусыһы булып сығабыҙ. Әммә ошо шарттарҙа ла ижадсының үҙ йөҙө булыуы кәрәк. Башҡаларҙы ҡабатлап ҡына үҫеп булмай. Күңелде өйкәп торған тағы бер күренеште әйтмәйенсә булмай. Концерттарға тамашасы йөрөмәй, тип әйтергә яратабыҙ, тик шул уҡ эстраданың, сәнғәттең кимәлен белер, артистарҙың тын алышын тойор өсөн булһа ла етәкселәр ҙә күрергә тейеш тамашаларҙы. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт филармонияһы республика мәҙәниәтенең йөҙөн күрһәтеп тора, тик ул да иғтибарҙан ситтә.

Шоу заманында тамашасы ниндәйерәк йырҙар тыңлағыһы килә?

Т. Рамазанов:
Еңелерәк, ҡыҙығыраҡ тамаша күргеләре, дәртлерәк йырҙар тыңлағылары килә. Шулай уҡ хәҙер концертта бер костюмда сығыш яһап булмай. Йырсы сәхнәгә ниндәй костюмдарҙа сыҡты, йырҙары ниндәй, дәртле йырҙар булдымы, әллә һуҙып тик торҙолармы - тап ошо кимәлдә һүҙ йөрөтә бөгөнгө тамашасының күбеһе.
Э. Әбүбәкиров: Ысынлап та шулай. Сәхнә кейеме тигән төшөнсәгә талап көсәйә улар тарафынан. Шуға ла гастролдәргә яҡтыртыу ҡоролмалары, кулисалар йөрөтәбеҙ.
М. Ҡотоев: Бындай талап республиканың бөтөн төбәктәренә лә хас. Шулай бер концерт менән Баймаҡҡа барҙыҡ, халыҡты йыйғандар, уларға оҡшаны, бик ҡәнәғәт ҡалдылар. "Концерт шәп тә ул, - тиҙәр аҙаҡтан килеп, - тик сәхнә ярлы күренә". Сөнки Татарстандан килеп, шоу-тамаша күрһәтеп, халыҡты шуға өйрәтеп бөттөләр. "Улар бит әкиәттәге кеүек, сәхнәгә томан араһынан килеп сыға", - тип һөйләйҙәр. Мин филармонияға эшкә килгән йылдары гастролгә сыҡҡанда Мәҙәниәт министрлығы маршрут ҡағыҙҙары биреп сығара торғайны. Ул бөтәһенә лә рөхсәт ителмәй ине. Йәғни, республикала гастроль эшмәкәрлеге контролдә тотолдо, шәхси эшҡыуарҙар концерт менән Башҡортостанда йөрөй алмай ине. Ошо тәртип боҙолдо бөгөн. Күңелебеҙ тар түгел, ярай, йөрөһөндәр ҙә, тик республиканың төп мәҙәниәт усаҡтары - филармонияларға ҡамасауламаһындар ине. Башҡорт дәүләт филармонияһы берҙән-бер ҙур концерт берләшмәһе. Шулай уҡ Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама филармониялары бар.
Тамашасы шоу талап итә лә, тере тауышҡа йырлап тораһыңмы, фонограммамы икәненә тиклем айыра үҙе. Йәки халыҡ йырын саҡ ҡына дөрөҫ йырлама, шунда уҡ көлә башлаясаҡтар, сөнки был йырҙарҙы бәләкәйҙән ишетеп, ошо мөхиттә үҫкән төбәктәр бар. Халыҡҡа нимә кәрәк икәнен аңлап та булмай шунан, шоумы, әллә сифатмы?
Э. Әбүбәкиров: Администратор булараҡ, концерт һөйләшергә бараһың, буш көн юҡ, ғәфү итегеҙ, был көндәрҙә беҙгә Татарстан килә, тиҙәр. Үҙебеҙҙең башҡорт ауылдарында ла ошо уҡ хәл күҙәтелә.
М. Ҡотоев: "Һеҙгә бит халыҡты йыйып булмай", - тип аҡланыу яғын ҡарай башҡорт апайҙары, башҡорт ағайҙары. Концерт ҡуйырға барһаң, клуб мөдире клубын аса ла, ҡаса һала, йылы һыу тәҡдим итеүсе лә юҡ.
Э. Әбүбәкиров: Төрлө программалар әҙерләйбеҙ. Совет фильмдарынан алынған йырҙарҙан торған киноконцерттарҙы ла матур ҡабул иттеләр. Ул рус телендә бара. Ни өсөн башҡортса ғына түгел, башҡа телдәрҙә лә йырлайһығыҙ, тип ҡыҙыҡһыныусылар бар икән, әлеге лә баяғы тамашасыға яраҡлашмайынса хәлебеҙ юҡ. Әммә беҙҙең концерттарыбыҙҙың кимәле юғары, быныһын ышаныс менән әйтәбеҙ. 10 йыллыҡ юбилей концерттары менән республикала ғына түгел, Силәбе, Курган өлкәһендә сығыш яһаныҡ, эш сәфәре менән Германияға, Галле ҡалаһына барып ҡайттыҡ. Ә "Карауан"дың йыл һайын уҙа торған концертының датаһын 6 мартҡа ҡалдырҙыҡ. Халыҡ та өйрәнгән, беҙгә лә уңайлы. Былтыр "Уфимская волна" конкурсында Гран-приға лайыҡ булдыҡ.
М. Ҡотоев: Хыялда башҡорт халыҡ йырҙарынан ғына торған концерт та бар. Уны беҙ үткән миҙгелдә филармонияның бәләкәй залында эшләп ҡараныҡ. Зал тулы булды. Аллаһы Тәғәлә маңлайҙан үбеп, йырлау һәләтен биргән икән, үҙ милләтебеҙгә хеҙмәт итеүҙе лә бурыс итеп һалған. Концерттарҙа ла халыҡ йырҙарынан торған бүлектәр эшләйбеҙ, һәр беребеҙ халыҡ йырын башҡара ала.

Донъялағы һәр халыҡтың үҙенең көйө, музыка ҡоралы бар. Сит илдәрҙә башҡорт сәнғәтенә мөнәсәбәт ниндәй?

М. Ҡотоев:
Башҡорт халҡын уның сәнғәте ни тиклем юғарыға күтәреүен бөтәһе лә аңлаймы икән? Мин Хакас Республикаһында уҙған "Ут йыры" Бөтөн Рәсәй этник эстрада фестиваль-конкурсында башта ҡатнашыусы, һуңынан баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашам. Унда беҙ һәр ваҡыт заманса эшкәртелгән халыҡ йырҙары менән сығыш яһайбыҙ. Сөнки халыҡ йырының диапазоны ҙур, мелизмы көслө, уның ярҙамында йырсының мөмкинлектәрен күрһәтергә була. Тыңлаған һайын һоҡланалар, ҡайҙан сыға ул был тиклем моң, тип аптырайҙар. Бына шундай ҡөҙрәт ул йырҙарыбыҙ ҙа, ҡурайыбыҙ ҙа. Тыва, бүрәт халҡының көйҙәренең стиле бер үк, улар башлыса өзләү менән алдыралар. Ә башҡорт йыры - диапазонлы йыр, ул италия арияларын үтеп китә. Абдулла Солтанов Италияла "Буранбай" менән сығыш яһағас: "Һеҙ ниндәй операнан ниндәй ария йырланығыҙ?" - тип юҡҡа һорамағандар бит. Былайтып ситкә сығып, йөрөп ҡайтыуҙың ыңғай яғы бар - беҙ үҙебеҙҙе генә түгел, ә республиканы күрһәтәбеҙ. Барған һайын призлы урын алып ҡайтабыҙ, хайран ҡалып тороп ҡалалар. Егеттәрҙе республикала ла шундай кәйеф менән ҡаршы алһындар ине. "Үҙ ереңдә олтан бул", тиһәләр ҙә, ваҡытында күрһәтелгән иғтибар һәм ярҙамдан да мәртәбәле нәмә юҡ артист өсөн.
Жюриҙа булғас, кемдең нисек сығыш яһағанын ситтән күрәм, Иҙел Аралбаев та, Тимур Рамазанов та беренсе урын яулауҙарына ҡарамаҫтан, Гран-приға лайыҡ инеләр. Хатта Хакас Республикаһының мәҙәниәт министры үҙе Гран-приҙы Башҡортостан алырға тейеш ине, тип әйтте. Ошондай мөнәсәбәт күрһәтелә беҙгә, тимәк, башҡорт йыры һәм ҡурайына ла.
Э. Әбүбәкиров: Беҙҙең балаларға халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәтеү өсөн продюсер үҙәген асыу теләге лә бар. Балалар өсөн конкурстар ҙа күп, уларҙа ҡатнашырға мөмкин булыр ине. Әлегә матди мөмкинлектәр юҡ хыялды тормошҡа ашырырға, әммә бар идеялар ҙа бит башта уйҙа тыуа, һуңынан алдыңа килә. "Карауан" төркөмөндә бик талантлы, виртуоз ҡурайсы Илнур Һибәтуллин эшләй башланы. Уның ҡурайҙың мөмкинлектәрен күрһәткеһе килә донъя тамашасыһына. Ҡурайҙың яңы төрҙәрен дә үҙләштерә. Хыялдар күп, тырышҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ. Тимәк, тырышырға кәрәк.

Шулай итеп...
Ысынлап та, заманы өсөн "Карауанһарай" легендар төркөм булды. Бөгөн уларҙың рухлы йырҙарында тәрбиәләнгән быуын йәштәренең ниндәйҙер кимәлдә уларҙың юлын дауам итеүенә лә аптырарға түгел, сөнки уларҙың маҡсаты бер - сәнғәтен популярлаштырыу арҡылы халҡыңа хеҙмәт итеү. Эш исемдә түгел, эш есемдә, ти бит халыҡ та.
"Карауан" егеттәренең һәр береһенең айырым сығыш яһарлыҡ, айырым концерттарға халыҡты йыйырлыҡ мөмкинлеге була тороп, һаман да ошо төркөмдө йәшәтеү маҡсаты менән ижад итеүе лә һоҡландырмай ҡалмағандыр һеҙҙе. Әммә башҡорт сәнғәтен йырсылар ғына түгел, ә һеҙҙең менән беҙ ҙә - тамашасылар ҙа күтәрә. Һөйөү бер яҡлы була алмай. Ошоно ла онотмайыҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 1041

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru