«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУАСАҠ БАЛАЛАРЫМДЫҢ ТУҒАН ТЕЛЕН ТАРТЫП АЛДЫРМАМ!
+  - 

Мин - Башҡортостан Республикаһында башҡорт атай-әсәйҙән тыуған башҡортмон. Өйҙә башҡорт телендә һөйләшәбеҙ. Ғаиләлә башҡорт тәрбиәһе алып үҫтем. Мостай Кәримдең башҡорт телендәге әҫәрҙәре аша китаптар менән таныштым. Рәми Ғарипов шиғырҙары яҙыусының исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға барырға илһамландырҙы.

Бала саҡтан башҡорт йырҙарын яратам. Әле лә Ғәзим Ильясов, Ирек Ноғоманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Радик Юлъяҡшин, Мс Баш һәм башҡаларҙы кинәнеп тыңлайым. Иң тәүҙә ошо егеттәргә саҡырыу ташлайым: һеҙ ҙә бөгөн башҡорт телен мәктәптәрҙә туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу тирәләй килеп тыуған проблеманан ситтә тормағыҙ, балаларығыҙҙы туған телдә уҡытығыҙ, сөнки телде юғалтһаҡ, һеҙҙең йырҙарҙы бит берәү ҙә тыңламаясаҡ, аңламаясаҡ. Башҡорттоң тарихы бай, хатта рус теленә тәржемә иткәндә тарихи материалдарҙың төп йөкмәткеһе баҙыҡланғандай тоям. Шуға күрә, мин тарихты башҡорт телендә уҡыуға һәм өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирәм. Ә "Урал батыр" эпосынан күпме һабаҡ алырға мөмкин? Ул - бөйөк ҡомартҡыбыҙ беҙҙең!
Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙан баш тартыу менән генә белем биреү өлкәһе һөҙөмтәле эшләй башлар тип уйламайым. Ул нисек тиҫтәләрсә йылдарға артта ҡалған булһа, шулай ҡаласаҡ та. Бында эҙемтәләрҙе яйларға түгел, ә төп сәбәпте табырға һәм уны бөтөрөргә кәрәк. Ғәҙәттә, шундай ҡарарҙар менән властар йәмғиәттең реакцияһын тикшерә һәм шау-шыу аҫтында икенсе эштәрҙе тормошҡа ашыра. Шуға күрә, был фекерем буйынса бәйләнә ҡалһалар, Төп Закондың 29-сы статьяһын да яҙып үтәйем: "Һәр кемгә фекер һәм һүҙ азатлығы гарантиялана. Бер кем дә үҙ фекерен һәм инаныуҙарын белдереүгә йәки уларҙан баш тартыуға мәжбүр ителергә тейеш түгел. Башҡортостан Республикаһында һәр кем ирекле рәүештә законлы юл менән мәғлүмәт эҙләргә, табырға, яҙырға һәм таратырға хоҡуҡлы. Киң күләм мәғлүмәт азатлығы гарантиялана". Тимәк, мәғлүмәтте һәр кем, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙә лә, ҡыйыу рәүештә яҙа, тарата ала. Башҡортостанда башҡорт телен өйрәнергә кәрәкме, тип бәхәс ҡуптаралар икән, ышаныслы итеп: "Кәрәк!"- тип яуаплайым. Кем ниндәй ҡарашта булғанын әйтә алмайым, әммә мин тыуасаҡ балаларымдың туған башҡорт телен өйрәнеү хоҡуғын тартып алырға юл ҡуймаясаҡмын!

Динар ШАҺИЕВ, эшҡыуар.
Әбйәлил районы Ишҡол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.18 | Ҡаралған: 939

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru