«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

85. Рәшит Назаров "Әҫәрҙәр".
Ике томдан торған йыйынтыҡтың беренсеһендә Рәшит Назаровтың шиғырҙары һәм мәҫәлдәре йыйылған. Был шағирҙың үҙенсәлекле шиғриәте менән танышырға саҡырам. Рәшит Назаровтың ниндәй шиғырын беләһегеҙ, тигән һорауға, моғайын, бөтәһе лә уның билдәле "Мөхәббәт" йә "Йөрәк" шиғырҙарын атар. Сөнки тап ошо шиғырҙары мәктәп программаһына индерелгән. Ә шағирҙың киң публикаға билдәһеҙ тағы ла бихисап үҙенсәлекле шиғри юлдары бар һәм улар тап ошо ике томлыҡ китапта тупланған. Күңеленән урғылып сыҡҡан хистәрен дәртле йыр юлдарына әйләндерә ул:
"Бәлки, ул йыр матур түгелдер ҙә...
Тик барыбер бөтә йөрәктән.
Ә йөрәктең һүҙе - ҙур һүҙ беҙҙә,
Тормош үҙе шулай өйрәткән".

86. Мөнир Ҡунафин "Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә" повесы. "Мөнир Ҡунафиндың "Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә" повесын айырыла алмай бер тынала уҡып сыҡтым да ҡыуаныстан иланым. Геройҙарҙа ауылдаштарымды ла таныным. Автор ауыл кешеләрен шул тиклем ихлас итеп күрһәткән. Заман болғанышында диңгеҙҙәге аттар кеүек йөҙөп барғанда төшөнкөлөк баҫып киткәндә күңел йыуанысын "йәшел йылан"да күрә бит улар. Әгәр ҙә Фәнилде нахаҡҡа ғәйепләп ултырып, бар ауылдары менән яҡлап ҡалмаһалар, эскелек һаман да дауам итер ине. Әле улар алдында яңы тормош. Улар барыһын да аңлағандыр һәм бәхеттәрен үҙҙәре ҡорор, тип шул тиклем ышанам. Халыҡ, бигерәк тә ауыл кешеләре, ошо повесты уҡып, фәһем алһын ине. Замандаштарыма күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтарҙа мотлаҡ ошо әҫәрҙе уҡырға кәңәш итәм", - тип яҙа Айгөл Иҙелбаева.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 1014

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru