«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

87. Миләүшә Ҡаһарманова "Бетерә шаршыһы" китабы.
Был талантлы яҙыусының ижадына битараф ҡалыу мөмкин түгел, уның һәр әҫәре халыҡсан, тормошсан булыуы менән күңелгә ята. "Бетерә шаршыһы" китабында ошо уҡ исемде йөрөткән повесы һәм хикәйәләре тупланған. Бетерә йылғаһының шәп ағымы кеүек шау-гөр килеп үткән ғүмерҙә һәр кемдең үҙ яҙмышы. Маңлайына яҙғанды күргән әҙәм балаһының тормошо әллә күпме үҙгәрештәр кисерә, ә был донъя ошо йылға кеүек үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Автор ҙур илдең бер бәләкәй генә кешеһе яҙмышы аша бер быуат эсенә һыйған зар, шатлыҡ, үкенес, бәхет, ауырлыҡ, еңеллектәрҙе сағылдыра. Геройҙар менән бергә уҡыусы ла ошо хистәрҙе кисерһен һәм, бәлки, үҙ яҙмышына шөкөр итһен, тигән фекерҙе еткерергә теләгән кеүек ул. Был китапҡа тупланған һәр әҫәрҙең йөкмәткеһен, мәғәнәһен һәр кем үҙенсә ҡабул итер, әлбиттә. Әммә ҡулға алып уҡырлыҡ китап, тигән раҫлау менән бөтәһе лә килешер.

88. Риф Мифтахов "Йән атыу" китабы. Йыйынтыҡтың тәүге битендә авторҙың уҡыусыларына мөрәжәғәте бирелгән. "Ике йорт төҙөнөм. Баҡсамдағыһы бөтөү өҫтөндә... Икенсеһе - шиғриәт: йөрәк, аҡыл, унан ғына ҡул менән төҙөлөр "йорт", - тип башлай һүҙен шағир. Был китапта уның икенсе "йортон" тәшкил иткән байтаҡ шиғырҙары һәм "Аҡйылға" тип аталған поэмаһы бирелгән. Поэма 1989 йылда баҫылған йыйынтыҡҡа индерелһә лә, унда күтәрелгән проблема - ауылдарҙың юҡҡа сығыуы, һаманғаса актуаль. Автор әллә нисә быуатлыҡ тарихы булған тыуған ауыл усағын һүндермәй һаҡлау ғына түгел, быуындар мөнәсәбәте, аманат итеп ҡалдырылған мәңгелек ҡиммәттәргә хыянат итмәү, туған телде белеү темаларын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Йыйынтыҡтағы тыуған ил, кеше тойғолары һәм холоғо, тормош фәлсәфәһенә бағышланған башҡа шиғырҙарға сәпкә тейерлек тура һүҙ ҙә, аҡыллы һәм ғәмлеләр күңеленә етерлек йәшерен мәғәнә лә һалынған.

89. Гөлсирә Ғиззәтуллина "Йәшәргә ваҡыт" китабы. Был китаптың аннотацияһында "Артабан йәшәргә бөтөнләй теләгең ҡалмағанда нисек үҙеңдә көс табырға? Ниңә бәхет йыш ҡына инде бер ниндәй ҙә өмөт юҡ һымаҡ тойолған саҡта килә? "Йәшәргә ваҡыт" китабының геройҙары был һорауҙарға үҙ яҙмыштары менән яуап эҙләй", тигән юлдар бар. Был китапҡа ингән хикәйә, повесть һәм эсселарҙың атамалары уҡ ошо һорауҙарға авторҙың яуабы ниндәй булырын сағылдыра. "Йыһан ергә түңкәрелгән мәлдә", "Йәшә, егет" тигән повестары психологизмы, донъяға ҡарашы менән айырылып тора. Автор кешене был донъяла өмөт йәшәтеүен күрһәтә. Был йыйынтыҡ һәр башҡорт кешеһе уҡый торған китаптар исемлегенә уҡыусы йөрәгендә ғәм уятырлыҡ булған өсөн индерелергә тейеш.

90. Барый Ноғоманов "Дәүер шаңдауҙары" китабы. 2001 йылда донъя күргән был китапҡа авторҙың "Ыңғырашҡан ауыл", "Мин уйнармын, һин йырларһың...", "Ҡар кешеһе" тип аталған повестары ингән. Китаптың исеме есеменә тап килеп тора, сөнки Барый Ноғомановтың әҫәрҙәре һәр ваҡыт замандың актуаль проблемаларын, һыҙаттарын сағылдыра. Хатта уның фантастик әҫәрендә лә тормоштоң ауыр ысынбарлығы, кешелек донъяһы бер ниндәй арттырыуһыҙ һүрәтләнә.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.18 | Ҡаралған: 985

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru