«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫН-ҠЫҘ - МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ...
+  - 

"Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" II Республика конкурсының финалы йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреүгә һәм уларға үҙҙәренең баһаһын аңларға, үҙ-үҙеңә генә түгел, башҡаларға ла ышаныс өҫтәргә тағы бер этәргес булды. Был көндә сара уҙған Профсоюздар йорто ысын мәғәнәһендә һоҡланып ҡарап торорлоҡ сәскәле яланды хәтерләтте - йәш ҡыҙҙарҙан алып оло йәштәге инәйҙәргә тиклем һәр кемдән йылылыҡ, нәзәкәтлек, нур бөркөлдө.

Тантананы асып, Башҡортостандың Башҡорт-ҡатын ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре кандидаты, проект авторы һәм уны тормошҡа ашырыусы Гөлнур Ҡолһарина конкурста ҡатнашыу өсөн 300 самаһы ғариза килеүен, республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә теләк белдереүселәр булыуын билдәләне һәм бәйгенең төп маҡсатын аныҡлап китте: "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең концепцияһына әйләнгән, бер быуат элек арҙаҡлы башҡорт ҡыҙҙарының береһе, йәмәғәт эшмәкәре Рабиға Ҡушаеваның әйткән һүҙҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Ул заманында: "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе. Милләтте тәрбиәләүсе лә, милләттең киләсәген билдәләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул - ҡатын-ҡыҙ", - тип әйтеп ҡалдырған. Шуға ла беҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт ойошмалары, йәштәребеҙҙе илһөйәр, телһөйәр, рухлы итеп тәрбиәләүҙе, үҙебеҙгә алмаш әҙерләүҙе бурыс итеп ҡуябыҙ..." Икенсе тапҡыр ғына уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, конкурсты барлыҡ милли йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе, БР Профсоюздар федерацияһы, БР рустары соборы, БР Татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, БР Мари ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, БР Халыҡтар Дуҫлығы йорто, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты күтәреп ала. Әлбиттә, еңеүселәр - тормоштары, хеҙмәттәре, фиҙаҡәрлектәре менән үҙҙәренең ошо исемдәргә лайыҡлы икәнен раҫлаған гүзәл заттар. Ләкин сараның үҙенсәлеге шунда булды - бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, ойоштороусыларҙың Рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды. Ул ғына ла түгел, конкурсты үткәреүгә, ғөмүмән, ойошманың башҡа сараларын, съездарын, конференцияларын, түңәрәк ҡорҙарын ойоштороуға һәм уҙғарыуға ярҙам иткән ир аҫылдарына ла Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ни тиһәң дә, гүзәл зат ныҡлы терәккә, көслө яҡлауға һәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырҙай, арҡа һөйәге булырҙай ир-азаматтарҙың булыуына мохтаж бит. Ә төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде.
"Ҡатын-ҡыҙ - әсә" номинацияһында: Рәмзиә Бәхтиева, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары әсәһе (Баймаҡ районы); Светлана Черных, һигеҙ бала, уңышлы спортсылар тәрбиәләүсе әсә (Туймазы районы); Гөлсәсәк Хөснөтдинова, өс бала әсәһе (Стәретамаҡ ҡалаһы); Зөлфиә Килдеғошова, "Тамыр" каналы йондоҙо Сәлимә Солтанморатова, өс баһадир малайҙың әсәһе (Өфө ҡалаһы); Мәрйәм Бураҡаева, билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, 5 бала - билдәле яҙыусылар, сценарий аворҙары һәм режиссерҙар әсәһе (Өфө ҡалаһы).
"Ҡатын-ҡыҙ - педагог" номинацияһында: Гүзәл Усманова (Көйөргәҙе районы); Рәйсә Күзбәкова (Өфө ҡалаһы); Ләйсән Усманова (Өфө ҡалаһы).
"Ҡатын-ҡыҙ - ғалим" номинацияһында: Вилә Баймырҙина, педагогия фәндәре докторы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы); Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре докторы (Өфө ҡалаһы); Фирҙәүес Хисаметдинова, филология фәндәре докторы (Өфө ҡалаһы). "Ҡатын-ҡыҙ - оҫта" номинацияһында: Гүзәл Кәримова (Өфө ҡалаһы), Светлана Сәйетова (Әлшәй районы).
"Ҡатын-ҡыҙ - оло быуын вәкиле" номинацияһында: Клара Абдуллина (Әбйәлил районы); Вәсилә Халиҡова (Стәрлитамаҡ ҡалаһы); Резедә Зарипова (Дүртөйлө районы); Альбина Исхаҡова (Өфө ҡалаһы); Ләлә Биишева (Өфө ҡалаһы); Азия Күсимова (Өфө ҡалаһы); Миңлевафа Зарипова (Балаҡатай районы); Роза Ғәббәсова (Архангел районы); Вәсилә Камалетдинова (Архангел районы).
"Йәш йәмәғәтсе" номинацияһында: Гүзәлиә Тулыбаева (Баймаҡ районы); Шәүрә Йомағужина (Өфө ҡалаһы).
"Бизнес-леди" номинацияһында: Алина Йосопова (Өфө ҡалаһы); Лилиә Хәмиҙуллина (Өфө ҡалаһы).
"Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәттә" номинацияһында: Инесса Миңнуллина (Ҡалтасы районы); Әнисә Зөбәйерова (Стәрлебаш районы); Рита Өмөтбаева (Өфө ҡалаһы).
"Йыл өлгөһө" номинацияһында: Гөлфиә Янбаева - Башҡортостан Республикаһында ағинәйҙәр хәрәкәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм этно саралар ойошторғаны өсөн (Өфө ҡалаһы); Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова - Башҡорт Википедияһын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм Вики-өләсәйҙәр төркөмөн ойоштороп, уны етәкләгәне өсөн (Өфө районы).
"Ҡатын-ҡыҙ - лидер" номинацияһында: Гөлшат Әхмәтова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы); Лариса Бауаддинова (Күгәрсен районы); Зоя Максимова (Ҡалтасы районы).
Енеүселәрҙе һәм конкурс финалистарын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Вилдан Яруллин, Зилиә Бәхтиева, скрипкасы Илшат Мөслимов, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө тәбрикләне. Ә конкурста ҡатнашыусылар матур тантананан һуң һәр ҡайһыһы ҡабат көндәлек эшмәкәрлегенә тотондо: һоҡландырғыс фиҙакәрлек!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.18 | Ҡаралған: 1386

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru