"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/ китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
99. Салауат Юлаев "Шиғырҙар, йырҙар, рәсми ҡағыҙҙар". Был китапта башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың шиғырҙары, йырҙары һәм 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ул ҡул ҡуйған рәсми ҡағыҙҙары тупланған. Йыйынтыҡты төҙөүсе М.Х. Иҙелбаев "Баш һүҙ"ҙә Салауат Юлаевтың тормошо, ижады тураһында ла бик йөкмәткеле мәғлүмәт бирә. 1994 йылда ташҡа баҫылған 152 битлек был ҙур булмаған йыйынтыҡ Салауат Юлаевтың шәхесе, башҡорт халҡының ихтилалдарға күтәрелеүе тураһында үҫмерҙәргә мәғлүмәт биреү өсөн бик ҡулайлы. Салауаттың исемен телгә алырға ла тыйылған саҡта ла данлы улын хәтеренән юймаған башҡорт халҡының киләсәк быуындары ла уны онотмаһын өсөн ошо китапты һәр кем уҡырға, сәсән телле батырҙың ҡылған ғәмәлдәрен һәм шиғри юлдарға һалынған һүҙҙәрен күрергә тейеш.
100. "Башҡорт халыҡ ижады" 18 томда. Бөгөн беҙ йәш быуынға рухи тәрбиә биреү, әҙәп-әхлаҡҡа өйрәтеү, башҡорт йолаларын, традицияларын, телен күңеленә һеңдереп, йөрәгендә милләте өсөн ғәм уятып үҫтереү ғаиләлә башлана, тибеҙ. Ә бит бала тәү сиратта әсәһенең туған телендәге моңло бишек йырҙарын, хикмәтле әкиәттәрен, атаһының үлсәп кенә әйтелгән аҡыллы һүҙен тыңлап үҫә. Бының өсөн башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеү мотлаҡ, ә уны инде тап ошо ун һигеҙ томлыҡ ҡалын-ҡалын китаптарҙан табып уҡырға, балаларға һөйләргә була. Сөнки был ун һигеҙ йыйынтыҡ ғилми тикшеренеүҙәр өсөн генә түгел, үҙ халҡының рухи ҡиммәттәрен һанлаған һәр башҡорт өсөн файҙалы. Был томдарҙа йола фольклоры, легенда, риүәйәттәр, эпостар, тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр, иртәктәр, ҡисса һәм дастандар, эпик ҡобайырҙар, йомаҡтар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, төрлө әкиәттәр, йырҙар тупланған.
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы, ниһайәт, маҡсат иткән моратына иреште: беҙ һәр башҡорт кешеһе уҡырға тейешле йөҙ әҫәр һәм китапты билдәләп сыҡтыҡ. Бының өсөн гәзит уҡыусыларҙан килгән хаттарҙы ла барланыҡ, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә яҙған тәҡдимдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманыҡ, үҙ ҡарамағыбыҙға уҡырға лайыҡлы тип тапҡан әҙәбиәтте лә тәҡдим иттек. Шулай итеп, "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына йомғаҡ яһарға ғына ҡалды. Тулы исемлекте "Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге махсус төркөмөндә ҡарау мөмкинлеге булыр, ә иң шәп аннотация яҙған уҡыусыбыҙҙы киләһе һанда билдәләрбеҙ. Әйткәндәй, акция тамамланһа ла, һәр быуын кешеһе өсөн уҡымлы булыр әҫәр йә тотош китап күҙ уңынан төшөп ҡалыуын күрһәгеҙ, тәҡдимдәр индереүҙе дауам итергә була.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|