«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" китабы акцияһына башҡортса әҫәр йә китап тураһында иң ҡыҙыҡлы баһалама яҙған гәзит уҡыусыларыбыҙҙы билдәләп үтер ваҡыт етте.

Үҙе уҡыған, күңеленә ятҡан әҙәбиәтте башҡалар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡулына алһын өсөн бик тырышып яҙылған хаттар һирәк килһә лә, берәгәй булды. Шулай уҡ "Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә фекерҙәрен белдереп торҙо дуҫтарыбыҙ. Бөтә баһаламалар араһында Дауыт Юлтыйҙың "Ҡан" романына тулы баһалама яҙыусы Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы уҡыусыһы Азалия Ниғмәтуллинаның хаты айырылып торҙо. Уға акцияла ҡатнашыуы өсөн "Киске Өфө" гәзитенән бүләккә Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабы бирелә.
Шулай уҡ "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар" романы тураһында бик йөкмәткеле яуап биреүсе Зиләрә Юлтаеваға гәзитебеҙҙән бүләккә "Ынйы бөртөктәре" башҡорт афоризмдары китабын тапшырабыҙ. "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылып, һәр быуын кешеһе уҡырға тейешле әҫәрҙәрҙе һәм китаптарҙы билдәләүгә битараф ҡалмауы өсөн барлыҡ гәзит уҡыусыларға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Был акция ярҙамында беҙ башҡорт халҡының әҙәби мираҫына иғтибар йәлеп итеүҙән тыш, илһөйәрлек тәрбиәләргә ярҙам итеү маҡсатын да ҡуйғайныҡ. Сөнки туған телендә ижад ителгән әҫәрҙәрҙә халыҡ һәм Ватан тураһында яҙылғандар кеше күңеленә яҡыныраҡ та, ҡәҙерлерәк тә була. Башҡорт әҙәбиәтендә уҡырлыҡ әҫәрҙәр, күңел ҡылдарын тирбәлтер шиғри юлдар, халыҡтың тарихы һәм киләсәгенә төбәлгән фәһемле фекерҙәр бихисап. Шул турала һәр кем мәғлүмәтле булһын һәм милләттәштәр туған телендә һөйләшһен, әҙәбиәт уҡыһын, яҙышһын, ваҡытлы матбуғатты алдырһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, тулы исемлекте "Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге махсус төркөмөндә ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Акция тамамланһа ла, һәр быуын кешеһе өсөн уҡымлы булыр әҫәр йә тотош китап күҙ уңынан төшөп ҡалыуын шәйләһәгеҙ, тәҡдимдәр индереүҙе дауам итә алаһығыҙ.

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.18 | Ҡаралған: 1220

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru