«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТКӘ ҺӨЙӨҮҘЕ ЛӘ УҠЫТЫУСЫ ТӘРБИӘЛӘЙ
+  - 

Ғәҙәттә, нимәгәлер күнегеп киткәндә тормош үҙ ағышына саҡ ҡына үҙгәрештәр индереп ала. Ошо күренеш хатта ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәгә лә ҡағыла, сөнки һәр шишәмбе үткән сара был аҙнала дүшәмбе уҙҙы һәм күптән түгел генә булған "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашҡан һәм еңеүсе, лауреат исемен яулаған баш ҡала уҡытыусыларын тәбрикләүҙән башланды.

Ирек Ялалов, шаярыу ҡатыш, "ошо уҡытыусыларҙан ғына баш ҡалала айырым мәктәп асырға мөмкин" булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки улар араһында төрлө предмет буйынса белем биреүсе мөғәллимдәр бар. Һәм тап улар киләсәктә Өфөнөң үҫешен тәьмин итәсәк, уны донъяла йәшәү өсөн уңайлы ҡалаларҙың береһе итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк, яңы технологиялар уйлап табасаҡ, яңы эш урындары булдырасаҡ йәштәрҙе тәрбиәләй. Ә ундайҙар бөгөн - заман талабы.
Мәҫәлән, баш ҡалала юлдар ҡарҙан асылыу менән соҡорҙарҙы ямай башлайҙар, әммә әллә материалдың сифаты насар, әллә башҡа сәбәп - был эш йылдан-йыл ҡабатлана. Ирекһеҙҙән, сит илдәрҙәге көҙгө кеүек ялтырап ятҡан тигеҙ юлдар күҙ алдына килә һәм һорау тыуа: ә беҙҙә шулай эшләп булмаймы ни? Әлбиттә, була, тик һәр эшкә ижади һәм яңы ҡараш кәрәк. Әммә ваҡыт көтмәй, бөгөнгө эштәрҙе бөгөн башҡарыу мөһим. Әлеге ваҡытта юлдарҙы "ямау" буйынса интерактив карта эшләй башлаған һәм 400 тәҡдим килгән дә инде. Әйткәндәй, быйыл ремонтланасаҡ юл участкалары ла картала билдәләнгән. Бигерәк тә ҡаланың төньяҡ өлөшөнә етди иғтибар биреләсәк. "Черниковкала хәл-торош тамырынан үҙгәрәсәк. Ундағы юлдар уртаса үҙәк өлөштәге кеүек кенә түгел, ә унан яҡшыраҡ буласаҡ. Был беҙҙең Черниковкаға ҡайтарырға тейешле бурысыбыҙ һәм был йәһәттән ҙур эш атҡарырға тура киләсәк", - тип белдерҙе Ирек Ишмөхәмәт улы. Ысынлап та, нигеҙҙә ҡала бюджетын тулыландырған төп сәнәғәт объекттары ҡаланың ошо өлөшөндә урынлашыуға ҡарамаҫтан, был район үҙәккә күрһәтелгән иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Шуға күрә ҡала хакимиәте башлығының "бурыс ҡайтарыу" хаҡындағы мәсьәләне күтәреүе дөрөҫ тә. Ремонт осоронда автомобилселәргә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итһен, өйрәнгән маршруттарын алдан үҙгәртһен өсөн рәсми сайтта, киң мәғлүмәт сараларында аңлатыу эштәре алып барыу зарурлығына баҫым яһаны Ирек Ялалов. Әгәр ошондай темп 2025 йылға тиклем дауам итһә, баш ҡала бөтөнләй икенсе тротуар һәм юл инфраструктураһына эйә буласаҡ. "Юл инфраструктураһы, тигәндә, мин юл ҡатламын ғына күҙ уңында тотмайым, ул светофор объекттарын да, яһалма ҡоролмаларҙы ла, барьер мөхитен дә, юл билдәләре һәм юл күрһәткестәрен дә һ.б. үҙ эсенә ала. Былар барыһы ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген яҡшыртыу өсөн башҡарыла", - тине Ирек Ишмөхәмәт улы.
Мәҡәләне уҡытыусыларҙан һәм улар әҙерләгән белгестәр темаһынан башлау ҙа юҡҡа түгел, сөнки артабан сығыш яһаусы - Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Рәзинә Насырова ла тап хеҙмәт баҙарын кәрәкле һөнәрҙәр менән тәьмин итеү өлкәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. Бөгөн эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған 5000 кешегә хеҙмәт баҙарында 17 мең вакансия бар һәм был былтырғынан 30 процентҡа күберәк. Эшһеҙ статусында булыусыларҙың 45,8 проценты юғары профессиональ белемгә эйә, 36,2 процентының - урта һөнәри белеме бар, 17,3 процентыныҡы - төп һәм урта дөйөм белем. Әйтелгәндәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, бөгөн дә эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур. Арматурасы, бетонсы, ташсы, тракторсы һөнәренә эйә кешеләрҙең һәр береһенә 100 вакансия тура килә, электр, газ менән иретеп йәбештереүсегә, электрикка, тегенсегә - 20-нән күберәк, тейәгес водителе, бесеүсе, маникюр оҫтаһы, икмәк бешереүсе, ашнаҡсы, тегенсегә - 10-дан ашыу. Ошондай хәл-торошто анализлағандан һуң, һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән төрлө һөнәри конкурстар йоғонто яһауы, граждандарҙың эшсе һөнәрҙәренә ылығыуына инанаһың.
Ләкин проблема тиҙ арала ғына хәл ителер тип уйларға ярамай, сөнки 2018-2020 йылдарҙа квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ йылына 68 мең кеше тәшкил итәсәк, шул иҫәптән, 34 процент - тракторсылар, станоксылар, слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, һатыусылар, автомеханиктар, төҙөлөш һөнәрҙәре белгестәре. Урта һөнәри белемле белгестәргә ихтыяж - 28, юғары белемлеләргә 38 процент тәшкил итә һәм, нигеҙҙә, дәүләт һәм муниципаль идара итеү, информатика, ауыл хужалығы, машиналар эшләү, транспорт, төҙөлөш өлкәләренә тура килә. Ә инде был һөнәрҙәргә һөйөүҙе балаларға тап мәктәп уҡытыусылары һалырға, яратҡан, күңелең тартҡан һөнәр һайлауҙа дөрөҫ юл күрһәтергә тейеш тә инде.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.18 | Ҡаралған: 663

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru