«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫРҒЫҘСТАНҒА СӘФӘР
+  - 

11-12 апрелдә Өфө ҡала округы делегацияһы Бишкәк ҡалаһында үткән Рәсәй ҡалалары союзының V Халыҡ ара иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумында ҡатнашты. Өфө ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә был хаҡта ентекле доклад менән Инвестициялар идаралығы начальнигы Марс Әминев сығыш яһаны.

Бынан алдағы Форум 2016 йылдың июнендә Өфөлә үтте һәм тап беҙҙә ул халыҡ-ара статус алды. Баш ҡалаға тәжрибә уртаҡлашырға БДБ илдәренән, Ҡытайҙан, Көньяҡ Кореянан, Бөйөк Британиянан (Оксфорд) вәкилдәр килгәйне. Бөгөнгө йәмғиәттә урындағы үҙидаралыҡтар иң мөһим институттарҙың береһе булып тора һәм тап урындағы властарҙың уңышлы эшмәкәрлегенә аныҡ территорияларҙың үҫеше, картала яңы иҡтисади үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килеүе бәйле. Ошо күҙлектән ҡарағанда, был бик әһәмиәтле сара, сөнки унда Рәсәйҙең генә түгел, башҡа илдәрҙең ҡалалары ла үҙҙәрендә ҡулланылған һәм таралыу хоҡуғына эйә булған иң уңышлы муниципаль эшмәкәрлек йүнәлеше серҙәре менән бүлешә.
Марс Әминев билдәләүенсә, Бишкәктә уҙған Бишенсе форумда донъяның 150 иленән муниципалитеттар һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнаша. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Форум кубогын Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы башлығы Албек Ибраимовҡа тапшыра һәм йыйылыусыларҙы тәбрикләп, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге уңышлы тәжрибәләрҙең, яңы идара итеү технологиялары нигеҙендә муниципаль идаралыҡтың сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү, йәмәғәтселек менән диалогты үҫтереү, граждандарҙың инициативаһын хуплау бары тик муниципаль тәжрибәләрҙе киң таратҡанда ғына тулы ҡеүәтендә эшләйәсәгенә баҫым яһай.
Шулай уҡ сара сиктәрендә "Иң яҡшы муниципаль практика" еңеүселәре бүләкләнә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Өфө "Иҡтисад" номинацияһында бизнес-инкубатор ойоштороу һәм үҫтереү тәжрибәһе өсөн Рәсәй ҡалалары союзы наградаһына лайыҡ була. Артабан МАГ Президенты Ирек Ялалов X Халыҡ-ара "БДБ-ның һәм ЕврАзЭС-тың иң яҡшы ҡалаһы" конкурсы лауреаттарына наградалар тапшыра. Был юлы Һамар, Ульяновск, Силәбе, Пермь ҡалалары дипломдар менән билдәләнә. Сараның иң мөһим ваҡиғаһы Ҡырғыҙ Республикаһының Урындағы үҙидаралыҡтар союзы (рәйесе - Эмилбек Алымкулов) менән Баш һәм эре ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы (МАГ. Президенты - Ирек Ялалов) араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу була. Өфө һәм Бишкәк ҡалалары араһындағы туғандашлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү маҡсатында Ирек Ялалов етәкселегендәге делегация Бишкәк ҡалаһы мэры Албек Ибраимов менән дә осраша. Осрашыу барышында былтыр 17 июндә төҙөлгән ике яҡлы килешеүҙең перспективалары буйынса фекер алышына. Ирек Ялалов Өфөнөң перспективалары тураһында бәйән итә, ҡала үҫешенең сәнәғәттән башлап мәҙәниәт һәм спортҡаса мөһим йүнәлештәренә туҡтала, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу буйынса ыңғай тәжрибә тупланыуына баҫым яһай. Ҡаланың рухи-мәҙәни һәм милли үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып республикала йәшәгән халыҡтарҙың милли мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу тороуын, Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡа бик күп йәмәғәт ойошмалары менән бер рәттән "Ала - Тоо" Ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге төбәк йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләп килеүен билдәләй. Осрашыу барышында шулай уҡ спорт, мәғариф, мәҙәниәт буйынса хеҙмәттәшлек, ҡала территорияларын төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле даирәләрҙең тығыҙ бәйләнешен булдырыуға ынтылыу кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ҡырғыҙ коллегаларҙа башҡа яңылыҡтар менән бер рәттән, ҡаланы йәшелләндереү проекты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был хаҡта Ирек Ялалов менән осрашыуҙа Бишкәк ҡала кәңәше Алмаз Кененбаев белдерә. Ул 2017 йылда Өфөгә килгәндәрендә ҡаланы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса күп нәмәгә өйрәнеп ҡайтыуҙарын билдәләй. Һөйләшеүҙәр һәм ике аралағы килешеү нигеҙендә киләсәктә Өфөлә - Тянь-Шянь шыршылары, ә Бишкәктә Башҡортостан йүкәләре йәки миләштәре тирә-яҡты йәшеллеккә күмеүе ихтимал.
Оператив кәңәшмәлә Ирек Ишмөхәмәт улы әйтеп үтеүенсә, Бишкәктә Өфө делегацияһы Ҡырғыҙстанда йәшәүсе башҡорт диаспораһы менән осраша. "Бөгөн Ҡырғыҙстанда 2000 самаһы башҡорт иҫәпләнә. Ойошма 1988 йылда Ҡырғыҙстан халыҡтары ассамблеяһы ҡарамағында ойошторола. Милләттәштәребеҙ Ассамблея уҙғарған барлыҡ сараларҙа ҡатнаша, башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра. Оло йәштәгеләр өсөн Үҙәктә "Сарман" ансамбле эшләй, төрлө милли саралар уҙғарыла, йәштәр туған телен онотмаһын өсөн башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Диаспора вәкилдәре миңә уҡыу процесын ойоштороуҙа һәм мәктәп өсөн башҡорт теле дәреслектәре, шулай уҡ балалар милли кейемдәре менән тәьмин итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Инициатива хуплау тапты һәм тиҙ арала тормошҡа ашырыласаҡ", - тине Ирек Ишмөхәмәт улы.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.18 | Ҡаралған: 665

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru