Өфө ҡала округы хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың 19 апрелдәге телевидение аша тура бәйләнеше темаһы менән башланды. Муниципалитет башлығы Ирек Ялалов был сараны аҙнаның иң мөһим ваҡиғаларының береһе тип билдәләп, уның барышында Өфөгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа булыуына туҡталып китте. "Эфирҙа яңғырамаған меңдәрсә һорау артабан беҙгә үтәү һәм яуаптар биреү өсөн төшөрөләсәк. Шуға күрә барлыҡ структура бүлексәләрен, ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтарын, урынбаҫарҙарын һорауҙарҙы айырым контролгә алыуҙарын һорайым. Һәр хеҙмәт улар буйынса аныҡ һәм тиҙ яуап бирергә тейеш", - тине ул.
Шулай уҡ Ирек Ишмөхәмәт улы ҡеүәте секундына 20-22 метрға еткән көслө ел арҡаһында баш ҡалала килеп тыуған хәл-торошто анализлап, Мәскәүҙәге фажиғәнән һабаҡ алырға саҡырҙы. Унда көслө ел ныҡлап беркетелмәгән ҡулайламаларҙы ҡуптарып алып ташлау, ағас ҡолау һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары ла теркәлде. Өфөлә лә ағастар ҡолау, ботаҡтар һынып төшөү, йорттарҙың фасадынан йөҙләү элементтары, ҡыйыҡ фрагменттарының аҡтарылып төшөү һ.б. осраҡтар күҙәтелде. Старичный урамында электр линияһына ағас ҡолау сәбәпле, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ваҡытлыса утһыҙ ҡалды. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте граждандарҙан алынған мәғлүмәт буйынса бер нисә урынға сығып, хәүеф янаған элементтарҙы алыу менән шөғөлләнде. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәт ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәрен аяҡҡа баҫтырҙы, бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалдырылманы.
Шулай уҡ Ағиҙел күперендәге ремонт темаһы ла оперативка һайын тигәндәй көн үҙәгенә сығарыла. Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, әле бында эштәр графикка ярашлы алып барыла, 11-се терәүҙә зыянлаған ялғау алмаштырыла, шулай уҡ бындай эште 1-се, 8-се терәүҙәрҙә лә атҡарырға кәрәк. Ремонт эштәрен июнь башына тамамлау, ә инде хәрәкәтте Ҡала көнөнә асыу күҙаллана.
Ирек Ялалов үткән шәмбе ҡаланың иң "ҡарт" парктарының береһе булған Иван Якутов паркында үткән күсмә кәңәшмә һөҙөмтәләре менән дә таныштырҙы. Мәғлүм булыуынса, Якутов паркын реконструкциялау өс йылға иҫәпләнә. Былтыр бында йәйәүлеләр юлдары реконструкциялана, 1500 метр оҙонлоғондағы велосипед юлы төҙөкләндерелә, Һалдат күленең тирә-яғы һәм аллея тулыһынса яҡтылыҡ сығанағы менән йыһазландырыла. Шулай уҡ ағастар ултыртыла, газондар һалына, клумбалар һәм сәскә түтәлдәре эшләнә. Барлыҡ эштәр ҙә ҡаршылыҡһыҙ мөхитте, йәғни хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән категория граждандарын иҫәпкә алып, улар өсөн уңайлыҡтар булдырыуҙы күҙ уңында тотоп башҡарыла.
"Парк халыҡ төҙөлөшө ысулы менән реконструкциялана. Ике йыл дауамында алып барылған эштәр халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителә. Ял итеүсе ғаиләләр, йәштәр, ололар бик күп. Быйыл да реконструкция эштәре дауам итәсәк. Шуны билдәләп китер инем: кәңәшмә барышында йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм халыҡ менән осраштыҡ. Улар паркта төрлө фекерҙәре менән уртаҡлашты, "Салауат Юлаев" хоккей, "Өфө" футбол командаларының фан-зоналарын булдырыу, 3D фонтан асыу, тактиль парк, тирмә ҡуйыу, уҡтан атыу, башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреше менән танышырға мөмкин булған этник зона булдырыу һ.б. идеялар тәҡдим итте. Был инициативаларҙы мөмкин тиклем ҡулланырға һәм әүҙем өфөләрҙе хупларға кәрәк. Әлбиттә, беҙ уларға ярҙам итәсәкбеҙ һәм проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ", - тине Ирек Ишмөхәмәт улы.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|