
"Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкәләтен башҡарғанда, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иркен ихтирам итергә һәм һаҡларға, РФ Конституцияһын үтәргә һәм яҡларға, дәүләт суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант бирәм".
Тәсбих мунсаҡтарына торошло ошо 33 һүҙ үткән аҙнала РФ Президенты вазифаһын башҡара башлау тантанаһында Владимир Путин тарафынан әйтелде. Ант һүҙе ҡыҫҡа, ләкин тос: тамырҙа типкән йөрәк ипкене, керешенән тартылған уҡ һымаҡ. Халыҡ-ара сәйәси аренала дуҫ һәм дошман даирәләрҙең төп иғтибар үҙәгендә ҡалып килгән Владимир Путин донъяның көслө һәм абруйлы лидеры булып танылды. Эйе, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ сәйәсәткә йүнәлеше, ҡасандыр ҡаҡшауға дусар булған бөйөк держава байрағын ҡабаттан күтәреп сығыуы күптәргә оҡшап етмәне: ҡыҫымға алыуҙар саманан ашты, әҙәп онотолдо. Был һынауҙарға ҡаршы тороу, үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалыу, Феникс ҡошолай яңынан бейеклектәргә күтәрелеү өсөн Рәсәйгә эстән берҙәм һәм ҡеүәтле булыу фарыз. Ант биреү тантанаһындағы сығышында РФ Президенты В.Путин көн тәртибенә сығарған төп тезистар тап ана шул хаҡта ине лә. Иң мөһиме бөгөн - эске үҫеш мәсьәләләре: халыҡтын тормош сифатын яҡшыртыу, кеше именлеге һәм сәләмәтлеге, демография, власть кимәлдәренең асыҡлығы, эшмәкәрлек һәм эшҡыуарлыҡ ирке, ғаилә һәм сабыйҙар хәстәрлектәре, уңышҡа ихтыяр. Эйе, халыҡ та шуны теләй: илебеҙҙә социаль ғәҙеллек урынлашһын, хеҙмәт кешеһе лайыҡлы эш хаҡы алһын, пенсия мәсьәләләре хәл ителһен, коррупцияға ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәш алып барылһын.
Ант итеү - иман килтереүгә бәрәбәр. В.Путиндың ант биреүен илебеҙ халҡы ғына түгел, бар донъя күҙәтте. Ғаләм алдында бирелгән ант һүҙҙәренең һөҙөмтәһенә бик тә ышанғы килә. Ил ҡеүәтен арттырыуға, ябай кеше мәнфәғәтенә йөҙ боролор, ниһайәт, тип тағы бер ышанайыҡ әле, йәмәғәт. Тормош яҡшырһын, сабыйҙар күберәк тыуһын, ишәйәйек, тамырҙарыбыҙҙы нығытайыҡ; үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрәйек, ситтән көтөп ятмайыҡ. Үҙ ризығыбыҙҙы, үҙ тауарыбыҙҙы үҙебеҙ етештерәйек. Шул саҡ эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа, аҡсабыҙ ҙа булыр. Дөрөҫ, ил Президентының Хөкүмәт рәйесе итеп ҡабаттан Д.Медведевты тәғәйенләүе халыҡ араһында, шулай уҡ Дәүләт Думаһының коммунистар һәм "Ғәҙел Рәсәй"ҙәр фракцияһында бер ни тиклем ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ләкин был фактты эксперттар бөгөнгө ҡатмарлы тышҡы сәйәсәт торошо менән аңлата. Башҡортса әйткәндә, кисеүҙә аттарҙы алыштырмайҙар, тик бына аттары... Ә шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйек: дилбегә бит Президент ҡулында!
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|