«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН БЕЛГӘН ВЕТЕРАН
+  - 



Беҙ, хәҙер "һуғыш ветераны", "һуғыш балалары" тип йөрөтөлгән быуын, һуғыш уты эсендә булмаһаҡ та, ул ҡәһәрле йылдарҙың ауырлығын муйындан татыныҡ. Атай, ағайҙарҙы зар илашып фронтҡа оҙатыу, һөйәктәребеҙ ҙә ҡатмаған көйө өлкәндәр эшенә тотоноу, ас-яланғаслыҡ...

Ярай, әле минең был ҡәһәрле көндәр хаҡында берәмтекләп һөйләгем килмәй. Шул ваҡыттағы һирәкләп була торған ҡыуаныслы мәлдәр иҫкә төшә. Уларҙың иң онотолмай торғаны - фронттан килгән хаттар һәм, бигерәген дә, яраланып ҡайтыусыларҙы күреү шатлығы. Бик һирәк - берәмтекләп кенә ҡайтып төшә ине утта янып-көйгән, яраланған һалдаттар. Уларҙың иҫән-һау ҡайтыуы оло ҡыуанысҡа әүерелә, уларҙы күрергә бөтә ауыл менән барабыҙ.
Һуғыш бөткән көндәрҙәге шатлыҡты һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Тик ул ҡыуаныслы минуттар ҡан-йәш менән дә һуғарылғайны; ауылдан фронтҡа киткәндәрҙән яртыһынан күберәге тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайта алманы...
Ә бына уттар кисеп кире ҡайтҡан ағайҙарҙың ниндәйҙер тыйып торғоһоҙ дәрт менән эшкә тотоноп алып китеүҙәре, ауылға тормош, йәшәү уты ҡабындырыуҙары хәтерҙә. Хәҙер уйлап ҡараһам, уларҙың күптәре фронтта тән яраһы алған, хатта һыңар аяҡ, һыңар ҡул менән ҡалған ирҙәр булған икән дә!
Ана шундайҙарҙың береһе тураһында һөйләп үткем килә. Ул - Тимерғәле Сәлих улы Галин. Ҡыҙы Сания уның тураһындағы иҫтәлектәрен:
Тарихсының китабына
Бары тик өс һүҙ яҙылған:
Өлкән сержант
Галин булған
Ташбүкән ауылынан, - тигән шиғри юлдар менән башлай. Ташбүкән (Урта Айыры) минең Ҡолғона ауылынан биш кенә саҡрымда. Тимерғәле Галин үҙенең ана шул кескәй генә ауылдан башланып, һикһән дүрт йылға һуҙылған ауыр, ҡатмарлы тормош юлын ғәжәп бер баҫалҡы тыйнаҡлыҡ менән дәфтәрҙең ике битенә һыйҙырған. Ул иҫтәлекле яҙыу: "Балалар, һеҙгә, шулай уҡ киләсәк быуын өсөн яҙам", - тип башлана ла дүрт йыл буйы дауам иткән үлемесле һуғыш юлдарын ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирә.
Ә бит Тимерғәленең уттарҙа сыныҡҡан ғүмер юлы китап итеп яҙырлыҡ. Ул хеҙмәткә утыҙ алтынсы йылдан саҡырылып, һуғыш башланғанға тиклем үк хәрби сынығыу алырға өлгөрә. Тыуған ауылындағы промартелдә бригадир булып эшләп йөрөгән саҡта һуғыш башлана һәм ҡырҡ беренсе йылдың декабренән алып, уны бер нисә тапҡыр үлем ҡосағына ташлаған, һалдат данын да бүләк иткән, дүрт йылға яҡын һуҙылған утлы юлдарҙан Сталинградтан Одер ярҙарына тиклем алып барып еткергән. Тимерғәле үҙе был хәтәр хәлдәрҙе үрҙә телгә алған иҫтәлегендә, бик ябай күренеш һымаҡ, бер нисә ауыҙ һүҙ менән генә телгә ала. "Ҡырҡ икенсе йылдың 28 ноябрендә һигеҙ һалдат менән разведкаға барҙыҡ. Богдановка ауылында байтаҡ немецтарҙы ҡырып, берәүһен тере көйө алып ҡайттыҡ. Генерал Шайморатов беҙгә награда бирҙе", - тип яҙа ул. Ә бит уның был ҡыйыулығы өсөн "Батырлыҡ өсөн" миҙалы тапшырыла! "Восточный Пруссияны алғанда ҡатнашып, бында күрһәткән боевой эштәрем өсөн Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнеләр" (октябрь 1944 йыл). Артабан: "10 февраль көнөндә Одер ярына етеп барғанда Перславль ҡалаһын ҡамаған саҡта мин ултырған танк янды, ошо уҡ көндә аяғым өҙөлдө", - тип яҙған. Галиндың яҙыуынса, бөтәһе лә ҡайһылай ябай - батырлыҡ та, үлемесле яраланыу ҙа!
...Һуғыштан һуңғы бик ҡатмарлы, ауыр осорҙа, икенсе төркөм инвалид булыуға ҡарамаҫтан, ауыл Советы рәйесе булып эшләргә тура килде Тимерғәле Галинға. Халыҡ һәр төрлө һалымдар түләргә, заемға яҙылырға, ауыҙынан өҙөп, ит, май, йөн заданиеларын ваҡытында үтәргә тейеш. Етемһерәгән мәктәп, фельдшерлыҡ пункттары ремонт талап итә. Быларҙың бөтәһе лә ауыл Советы өҫтөндә. Ул саҡтағы "Большевик" промартеле өҫтөнә төшкән ауыр пландарҙы үтәүҙә ярҙам күрһәтеүҙән дә ситтә ҡалып булмай ине. Ныҡышмал холоҡло, шул уҡ ваҡытта сабыр тәбиғәтле Тимерғәле Галин бөтәһенә лә өлгөрөргә тырыша, район етәкселәренең сыбыртҡыһына ла эләгә, әммә өлкәндәр кәңәшенә таянып, йәштәрҙән дә айырылмай, ныҡышмалы рәүештә эшләүен белә. Уның клубҡа килеп, таяғын ситкә ҡуйып, бер итеп бейеп йөрөгәнен дә күргән булды.
Ә бына берҙән-бер мәл, 1947 йылда ине шикелле, йәштәр клубта Баязит Бикбайҙың "Ҡарлуғас" пьесаһы буйынса спектакль күрһәтергә булды. Ундағы Шатморат ролендә - Тимерғәле Галин, ә Ҡарлуғас булып минең Мәфрүзә апайым уйнаны. Халыҡ, ҡайһылай оҡшатып уйнайҙар, тигән булып, эй ихлас итеп ҡараны уны. Хатта берәүҙең, Тимерғәленең аяғы үҫкән инде әллә, сатанламай бит, тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.
Ошонан аҙаҡ бер аҙ ваҡыт үткәс, Мәфрүзә апайым уға тормошҡа сығып, матур итеп донъя көтөп алып киттеләр. Тимерғәле еҙнә өй һалып, матур итеп донъяһын да нығыта башлағайны, әммә район етәкселеге уны ҡапыл ғына Маҡар сельпоһына рәйес итеп күсерҙе. Был сауҙа ойошмаһы бик күп ауылдарҙы аҙыҡ-түлек, ҡалған тауарҙар менән тәьмин итә ине. Берәү булһа, сатанлығына һылтанып, был тынғыһыҙ эшкә бармаҫ та ине. Ләкин Тимерғәле Галин иһә үҙ холоҡ-ғәҙәтенә тоғро ҡалды һәм ең һыҙғанып, яңы эшкә тотондо. Тауар менән магазиндарҙы өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн Стәрлетамаҡ менән Маҡар араһын өҙлөкһөҙ тапарға, килтерелгән тауарҙарҙы ауыл магазиндарына таратырға тура килә. Өҫтәүенә, ике аттан башҡа транспорты ла юҡ ине бит әле.
Уға ике-өс йылға бер тапҡыр аяҡ протезын алмаштырырға кәрәк ине. Мин Өфөгә күскәндән аҙаҡ, ул, әлбиттә, тәүҙә тура беҙгә килә. Ултырып саҡ ҡына хәл йыйғас, ул протезын ысҡындыра, махсус бәйләнгән йөн ойоғон сисә лә, тубығынан түбәнерәк ҡырҡылған, төҫһөҙләнеп сурышҡан тупыс аяғын ипләп кенә ыуа башлай. Шунан Фәһимәнән: - Килен, биҙрәгә һалҡынса һыу һалып бир әле, - ти.
Ул әлеге аяҡ ҡалдығын һыуға тыға, миндә иһә ниндәйҙер йәлләү тойғоһо уяна.
- Еҙнә, ниңә берәй тынысыраҡ эшкә тотонмайһың?
Ул өндәшмәй ултыра бирә лә өҙә генә әйтә:
- Тыныс эш ҡыҙыҡ булмай ул.
Был ябай ғына һүҙҙәрҙең мәғәнәһен мин ул саҡта, бәлки, аңлап еткермәгәнмендер. Бына хәҙер уның йәнә бер һүҙе иҫкә төшә лә, уның ниңә шулай тигәнен төшөнгән кеүек булам. - Мин бит, ҡәйнеш, үлемдән ҡалған кеше. Снаряд ярсығы бәреп өҙгән аяғыма ҡабат-ҡабат биш тапҡыр операция яһанылар. Наркоз яһап, иҫте юғалталар... Ана шул саҡта әллә нисәмә йылға ғүмерем ҡыҫҡарғандыр, тим. Наркоз ғүмер ептәрен өҙгөләй тигәндәрен ишеткән бар. Шуғамы икән, һәр көн ҡәҙерле миңә.
Үлемдән ҡалған кеше генә ғүмер тураһында ана шулай уйлана алалыр. Һәр көндөң ҡәҙерен белгән кеше генә: "Тыныс эш ҡыҙыҡ булмай ул", - тип, иҫән саҡта бөтәһен дә эшләп ҡалырға тырышып, тынғылыҡ белмәй йәшәйҙер. Шул уҡ ваҡытта ул ғүмеренең аҙағына тиклем ир кеше баҫалҡылығын һаҡланы. Юғарыла әйтеп үткән орден, миҙалдарын түшенә тағып, бына кем беҙ, тигән кеүек йөрөү ҙә уның өсөн ят күренеш ине. Нурғәле улы байрам алды көнөндә наградаларын тағып алырға тәҡдим иткәс:
- Кеше күрһен тип йөрөтөргә уйынсыҡ түгел бит ул, - тип ҡырт киҫә.
Тимерғәле Галин оҙон уҡ ғүмер кисерҙе - туғыҙынсы тиҫтәһе менән барғанда яҡты донъя менән хушлашты, ә ошо көндәрҙә уның тыуыуына 100 йыл тулған булыр ине. Хәтәр тынғыһыҙ быуат... Яҡты донъяның ҡәҙерен белеү йәшәткәндер уны, моғайын. Ил азатлығын һаҡлап ҡалған һалдаттың яҡты рухы һаман да беҙҙең менән: уның ғүмерен балалары - улдары, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә.
Атаһына арнап байтаҡ шиғырҙар яҙған Сания һеңлемдең йәнә бер шиғыры иҫкә төшә;
Йылдар үткән һайын күңелдәрҙә
Хәтирәләр балҡып ҡабына,
Һин өйрәткән тормош һабаҡтары
Һаҡлай беҙҙе ғүмер буйына.
Амин, шулай булһын!

Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.18 | Ҡаралған: 746

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru