«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ СЫҢЫ
+  - 

Үткән аҙнала республика мәктәптәрендә 18 меңдән ашыу 11 синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау зыңғырланы. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, һәр белем усағы был сараны иҫтәлеклерәк, сағыуыраҡ итеп үткәрергә тырышты. Һәм, әлбиттә, һәр мәктәп ихатаһында йыр-моң ағылды, вальс бейелде, сәскәләр, ҡотлау һүҙҙәре... күҙ йәштәре булды.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатын быйыл республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылып белем алған 149 бала тамамлай, өс-дүрт йыл эсендә иң яҡынға әйләнгән дуҫтары, терәк һәм таяныс булған тәрбиәселәре, уҡытыусылары менән хушлаша. Мәктәп тамамлаған һәр кеше Һуңғы ҡыңғырау байрамын һағышлы көн итеп иҫләйҙер. Үҙенә күрә ғүмерҙең бер баҫҡысын ашатлау, балалыҡ йылдарын артта ҡалдырыу кеүек ҡабул ителә был сара. Бөтөн донъяһы, бар яңылыҡтары, бар хис-тойғолары бер мәктәп даирәһендә булған бала психологияһы, әлбиттә, был айырылышыуҙы ауыр кисерә. Мәктәп тупһаһы аръяғында ниндәй юлдар көтөүе лә билдәһеҙлек булып күңелдәрҙе өйкәй. Һәр хәлдә, был байрамда илау-һыҡтау ят түгел. Шунлыҡтан, вальста әйләнгән сәскә кеүек матур парҙарҙың ал битенән йәш юлаҡтары йүгереүе лә байрам күренеше һымаҡ ҡабул ителде. Хатта һибелеп-һибелеп ямғыр яуғылап ебәреүе лә балаларға ауаздаш булғандай тойолдо. Сығарылыш уҡыусыларын ҡотларға Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов менән БР мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова килгәйне. Илшат Азамат улы, үҙе лә ошо мәктәптә белем алған кеше булараҡ, йәштәр алдына оло маҡсат ҡуйҙы: бер нигә ҡарамай, белем тауҙарына үрмәләргә, милләттең белемле, аҡыллы ул һәм ҡыҙҙары, ил киләсәген етәкләрлек шәхестәр булып үҫергә. Хәйер, был уҡыу йортон тамамлағандар элек-электән ошо маҡсат менән оло тормош юлына оҙатылды, киләсәктә лә шулай буласаҡ.
Һәр ваҡыттағыса, ғариповсыларға бер ниндәй байрамға ла ситтән артистар саҡырырға түгел. Уларҙың ер һелкетеп баҫырлыҡ үҙ бейеү ансамблдәре, бәйгеләрҙә ҡатнашып йөрөгән йырсылары, тотош залдарҙы аяғүрә баҫтырырлыҡ ҡурайсылары бар. Һәм бөтөн ошо һөнәрмәндәр был юлы ла байрамды йәмләне, биҙәне.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләр ҙә күп килгәйне байрамға. Һәр кеме балаһының иҫтәлекле көн шатлығын уртаҡлашырға, уҡытыусыларға рәхмәтен әйтеп ҡалырға теләгәндер, әлбиттә. Әле тантана тамамланғас та, ата-әсәләр балалар менән бергә ҡайнашып, фотоларға төштө, кластарға инеп, һөйләшеп ултырҙы, уҡытыусыларҙы шәхсән ҡотлап, теләктәрен еткерҙе. Мәктәп ул көндө ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Алда әле етди һынауҙар - Берҙәм дәүләт имтихандары көтһә лә, уҡыу йорттарында көс һынашыу, киләсәкте ҡайғыртыу кеүек оло хәсрәттәр һағалап торһа ла, был көн барыһы өсөн дә онотолмаҫ байрам - иҫтәлекле көн булды. Һәм шулай булып ҡалыр ҙа.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.18 | Ҡаралған: 760

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru