Үткән аҙнала Сибай ҡалаһы 14-се тапҡыр "Ирәндек моңдары" фестивален үткәрҙе. Башҡорт йырын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһе Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан ҡалаға ереккән, уның матур бер йолаһына әүерелгән инде. Сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан, Татарстан Республикаһынан, Коми, Силәбе өлкәләренән 90-дан ашыу йырсы ғариза биргән. Быйылғы бәйгенең яңылығы шул булды: конкурста 50 йәшкә тиклемге йырсылар ҙа ҡатнаша алды.
Тәүге көндә бәйгеселәр ҡаршы алынып, ҡала менән таныштырылып, кисен байрамды тантаналы асыу сараһы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәмис Рәис улы Алтынбаев менән Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов бәйгеселәргә уңыштар теләп, конкурстҡа старт бирҙе. Артабанғы ике көн барышында 16 йәшкә тиклемге балалар һәм 35-тән 50 йәшкә тиклемге ололар араһында сәмле ярыш барҙы. Башҡорт йырын башҡарыусыларҙың һәләтен абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Йылдағыса, быйыл да ҡатнашыусылар ҙур әҙерлек менән килгәйне. Йырҙарҙың тарихын, ерлеген белеү, һирәк башҡарыла торған йырҙарҙы башҡарыу, юғалған әҫәрҙәрҙе табып терелтеү, ерлек манераһында, һамағында, стилендә йырлау һәм башҡа шарттар бәйгесегә өҫтәмә балдар алыу мөмкинлеге бирҙе.
Өсөнсө көн "Ирәндек моңдары" ҡаланың үҙәк майҙанында ҙур гала-концерт менән тамамланды. Көндөң үтә лә һалҡын булып, ямғырлап тороуы, әлбиттә, байрам сараһының бер аҙ бәҫен төшөрҙө. Ғәҙәттә, майҙан тултырып килә торғайны халыҡ, был юлы иһә көн һалҡыны күптәрҙе өркөттө булып сыҡты. Шулай ҙа бәйге тейешле тәртиптә үткәрелеп, еңеүселәр билдәләнде. Гран-при быйыл Өфө ҡалаһынан Дамир Таипов атлы матур тауышлы йәш йырсыға бирелде. Ә балалар араһында еңеүсе итеп Учалынан бәләкәй йондоҙсоҡ Ләйсән Золотарева табылды. Быларҙан тыш, профессиональ, үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм балалар араһында өс өсөнсө, ике икенсе һәм берәр беренсе урындар билдәләнде, махсус приздар ҙа булды.
Бәйге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе туплағандан, бәйгеселәр менән һөйләшкәндән һәм үҙемдең күҙәтеүҙәремдән сығып, нимә әйтә алам? Көн яманын һәм халыҡ булмауын иҫәпкә алмайым, былар ойоштороусыларҙан торған хәл түгел. Әммә бер нимә барыбер күңелде ҡырҙы: үткән йылдарҙағы бәйгеләрҙән ойошторолошо яғынан барыбер ҡайтышыраҡ булды быйылғы "Ирәндек моңдары". Сараны Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының профессионаллеге генә ҡотҡарҙы кеүек. Йылдан-йыл конкурстың бәҫе китәме, әллә сибайҙар инде үҙҙәрен был сарала үтә йышылған итеп тойоп, илке-һалҡылыҡ күрһәттеме - әйтеүе ауыр. Бәлки, бәйгене 5 йылға бер тапҡыр үткәрергәлер? Ул саҡта яңы тауыштар ҙа, йәш һәләттәр ҙә асылыр һәм урында бындай ҙур сара үткәреүгә яуаплылыҡ та етдирәк булыр ине. Ошо хаҡта нимә уйлай икән сибайҙар?
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|