«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠАЛ ОҘОНЛОҒО, ДОҒА ҠЫЛЫУ ЫСУЛЫ ЙӨҘ ЙЫРТЫУҒА СӘБӘП БУЛА АЛМАЙ
+  - 



XIX быуат аҙағында, XX быуат башында йәшәгән һәм ижад иткән арҙаҡлы дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлев, тағы ла бер күренекле шәхесебеҙ - Ризаитдин Фәхретдинов кеүек зыялыларыбыҙҙың тарихи роле баһалап бөткөһөҙ. Ошо шәхестәр һәм уларҙың йөҙәрләгән уҡыусылары башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәтен күтәреү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән. Бынан 100 йыл элек башҡорт зыялыларының берҙәм һәм ойошҡан рәүештә күтәрелеп сығып, үҙ артынан бар халыҡты әйҙәп барып, Рәсәйҙә иң тәүге автономия төҙөүгә өлгәшеүен бына ошондай юғары мәҙәниәтле заттарҙың күп йылдар буйына алып барған мәғрифәтселек хеҙмәтенең гүзәл емеше итеп ҡарау раҫтыр. Рәсми тарихсыларыбыҙҙың ҡайһы берҙәре дин эщмәкәрҙеренең ошо роленә иғтибар итмәй килде. Суфыйсылыҡтың һәм Ислам мәҙәниәтенең ижтимағи-сәйәси тормошобоҙҙа тотҡан урыны тураһында билдәле Ислам белгесе, философия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының Ислам донъяһы философияһы секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Илшат Рәшит улы НАСЫРОВтың фекерҙәрен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Билдәле сәбәптәр арҡаһында Исламды фундаменталистар тыуҙырыусы дин рәүешендә ҡараусылар күбәйеп бара. Ысынбарлыҡта башҡа диндәргә тигеҙ һәм түҙемле ҡараш яҡлылар Исламда элек-электән өҫтөнлөк иткән түгелме һуң?

- Беҙ бөгөн бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла диндең тергеҙелеп, уның йәмғиәттәге әһәмиәте күтәрелә барыуына шаһитбыҙ. XIX быуат аҙағында, XX быуат башында йәшәгән күренекле башҡорт дин эшмәкәрҙәре ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта бара. Уларҙың рухи мираҫы милли сиктәрҙән сығып, тотош Ислам мәҙәниәтенең һәм уның аша донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Бына, мәҫәлән, арҙаҡлы башҡорт ғалимы, мәғрифәтсе һәм дин эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдинов ижадының әле бығаса тейешенсә баһаланмаған яңы һыҙаттары асыла бара. 2009 йылдың 28 ғинуарында Мәскәүҙә "Ризаитдин Фәхретдин Рәсәй журналистикаһы тарихында. Арҙаҡлы аҡыл эйәһе һәм нәшриәтсенең 150 йыллығына ҡарата" тигән Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙғарылыуы ошоға дәлил. Конференцияла сығыш яһаған философия фәндәре докторы, профессор Тәүфиҡ Ибраһим Ризаитдин Фәхретдиндең Ислам тәғлимәте үҫешенә айырыуса ҙур өлөш индереүе тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Р. Фәхретдинов киләсәктә лә бар Ислам донъяһының дин белгестәренән алдымыраҡ булған аҡыл эйәләренең береһе булып ҡаласаҡ. Профессор Тәүфиҡ Ибраһим билдәләүенсә, Ризаитдин Фәхретдиндең рухи мираҫында һаҡланған иң мөһим фекерҙәрҙең береһе - кемдер хәҡиҡәтте тик үҙ яғында ғына күрә икән, төрлө диндәр араһында һыйышып йәшәү мөмкин булмаясаҡ. Был һүҙҙәр ысынлап та бик дөрөҫ һәм ғәҙел әйтелгән. Ризаитдин Фәхретдин үҙенең "Ислам" әҫәрендә былай тип яҙа: "Диндар кешенең фекерләү даирәһе һуҡырҙарса түгел, аңлы рәүештә киңәйә, уның йәне һәм йөрәге башҡа диндәргә ышаныусыларҙан ситләшеүгә алып барыусы тупаҫ наҙанлыҡ фанатизмынан азат була. Уның йәне камиллаша һәм әхлағы күтәрелә. Ғәҙеллек һәм барыһына ла тигеҙ ҡараш ошо диндең нигеҙе булып тора".

Дөйөм алғанда, хәҙерге заман күҙлегенән Ризаитдин Фәхретдиндең дини эшмәкәрлеген нисек баһалап була?

- Ғалим-мәғрифәтсенең дини ҡараштары бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Уның бөтә ижади ғүмере асылда толерантлыҡ һәм диндәргә тигеҙ ҡараш һабағы булып ҡабул ителә. Күп яҡлы ғалим - теолог, философ һәм тарихсы булараҡ, шулай уҡ яҙыусы, журналист һәм "Шура" журналы мөхәррире сифатында ул дини белем таратыуҙан башҡа фән ҡаҙаныштарын пропагандалай, донъя фәненә үҙ асыштары менән ҙур өлөш индергән бөйөк Ислам ғалимдары тураһында китаптар нәшер итә. Киң ҡарашлы булыуы һәм юғары мәҙәни кимәле уға мосолман донъяһының төрлө идея йүнәлештәрен үҙ итеүсе заттары менән бәйләнеш тоторға ярҙам итә. Ул Рәсәй мосолман реформаторҙары - "йәҙитселек" яҡлылар позицияһын ҡабул итә алып, Исламды заманға ярашлы модернизациялау, мосолман йәмғиәтенә үҙгәрештәр индереү, донъяуи белем биреүҙе, фәнде һәм милли сәнәғәтте үҫтереү идеяларын хуплай.
Ризаитдин Фәхретдиндең күренекле дин эшмәкәре, ул замандағы мосолман донъяһында алдынғы Ислам уҡыу йорто булараҡ танылған Троицк ҡалаһындағы "Рәсүлиә" мәҙрәсәһен нигеҙләүсе башҡорт суфый шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтың тоғро уҡыусыһы булыуын оноторға ярамай. Уның энциклопедик эшмәкәрлегенең ошо яҡтарына ғалимдар - филология фәндәре докторҙары Ғ. Хөсәйеновтың, И. Ғәләүетдиновтың, Ғ. Ҡунафиндың, М. Нәҙерғоловтың, тарих фәндәре докторы Л. Ямаеваның хеҙмәттәрендә һәм мәҡәләләрендә юғары баһа бирелде.

Дини мәҙәниәт өлкәһендә иң күренекле шәхестәрҙән булған Р. Фәхретдиндең ҡараштарында Башҡортостанда киң таралыу тапҡан суфыйсылыҡ йоғонтоһон күрергә буламы?

- Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө йәмәғәтселек фекерендә, Ризаитдин Фәхретдингә күп быуатлы бай рухи һәм мистик традиция сифатындағы суфыйсылыҡ ят булған, тигән бер яҡлы һәм дөрөҫ булмаған ҡараш йәшәй. Сәбәбе - уның Исламда рационалистик йүнәлеш яҡлы рухани сифатында танылыу табыуында. Суфыйсылыҡ күп быуаттар дауамында Волга буйында һәм Уралда ғына түгел, ә мосолман Көнсығышының күп төбәктәрендә Исламдың (бигерәк тә "халыҡ" Исламының) берҙән-бер тип әйтерлек йәшәү формаһы булған. Ошоно иҫәпкә алһаҡ, Ризаитдин Фәхретдиндең дөйөм ҡабул ителгән дини традицияға ҡарата кире ҡарашта булыуы тураһында фекер тыуырға мөмкин. Әлбиттә, былай тип фараз йөрөтөү бөтөнләйгә дөрөҫ түгел, был уның хеҙмәттәрендә яҙылғанға ҡаршы килә: мәҫәлән, ул әл Ғазали һәм Ибн Араби кеүек иң күренекле Ислам мистик аҡыл эйәләренең ижадын яҡтыртыуға ҙур урын бирә. Ризаитдин Фәхретдиндең башҡорт суфый шәйехе Зәйнулла Рәсүлевты ныҡ хөрмәт итеүе, уның үлеме айҡанлы 1917 йылда нәшер ителгән некрологтар йыйынтығында мәрхүм шәйехте "халҡыбыҙҙың бөйөк тарихи шәхесе", тип атауы билдәле. Ошо һәм башҡа ошондай факттарҙы белмәү йәки иҫәпкә алырға теләмәү Ризаитдин Фәхретдиндең донъяға ҡарашын һәм фекер позицияларын, суфыйсылыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтен дөрөҫ аңламауға килтерә. "Ислам йөрәге" сифатында донъя мәҙәниәтен юғары философик фекер үрнәктәре һәм Руми, Аттар ижады аша мистик поэзияның үлемһеҙ шедеврҙары менән байытҡан дини традицияны ошондай киң белемле һәм юғары мәҙәниәтле заттың ҡабул итмәүе мөмкин түгел.

Ни өсөн ошо күренекле башҡорт руханийының ижади мираҫын суфыйсылыҡ традицияларынан айырып ҡарау киң таралып китә?

- Ризаитдин Фәхретдиндең ҡараштарын халыҡтың күп быуатлыҡ дини мираҫына ҡаршы ҡуйыуҙың ике төп сәбәбе бар. Шуларҙың береһе - хәҙерге Рәсәй мосолмандары общинаһында Ислам үҫеше перспективалары буйынса бәхәстәр булыуы. Ҡайһы берәүҙәрҙә Ризаитдин Фәхретдиндең мәғәнәүи ерлегенән йолҡоп алынған фекерҙәрен "оппоненттар"ы менән бәхәстә ҡулланыу маҡсатында уның рухи мираҫын "хосусилаштырыу" теләге уяна. Икенсе бер мөһим сәбәп - СССР-ҙа рәсми марксистик идеология хакимлыҡ иткән шарттарҙа ватаныбыҙҙың Ислам белгестәре тиҫтәләрсә йылдар буйы мосолман Көнсығышының да, СССР-ҙың мосолман республикаларының да дини-философик мираҫы проблемаларын объектив өйрәнә алманы. Улар башлыса Ислам донъяһында рационалистик, атеистик һәи дингә ҡаршы ҡараштар барлыҡҡа килеүе менән генә ҡыҙыҡһына ине. Шуның арҡаһында Исламдың ҡайһы бер йүнәлештәрен яһалма рәүештә прогрессив, башҡаларын аң, уның мөмкинлектәре һәм сиктәре тураһында әйтелгән фекерҙәргә ҡарап ҡына реакцион тип нарыҡлау ғәҙәткә инеп китте. Бына ошо абстракт һәм схематик ҡарашҡа нигеҙләнеп, Исламдың төп дини-фәлсәфәүи йүнәлештәренең береһе булған суфыйсылыҡты консерватив күренеш сифатында, аңдың, ирекле фекерләүҙең һәм прогрестың антиподы итеп ҡарай башланылар. Был суфыйҙарҙың аңдың сикләнгән булыуынан сығып, уны интуитив танып белеү менән тулыландырырға тырышыуы арҡаһында шулай килеп сыға. Ә Ризаитдин Фәхретдин аңға һәм фәнни белемгә дан йырлағас, уны-быны аңғармаған кешелә ошо ғалимдың суфыйсылыҡҡа кире ҡарашта булыуы тураһында фекер тыуыуы мөмкин. Әммә бындай һығымта һис дөрөҫ түгел.
Ризаитдин Фәхретдин аңдың дини белем өсөн төп ҡорал булыуын раҫлап, аңдың (фәндең) һәм диндең (шәриғәттең) тура килешлеге хаҡында асыҡтан-асыҡ белдерә: "Ислам үҙенең бөтә өгөт-нәсихәтен аңға нигеҙләй, кеше аңын дәлиллекә алырға саҡырып һәм бар нәмәне аҡыл бизмәнендә үлсәп һөйләргә тәҡдим итеп, фекерләп йәшәргә өндәй, ырым-хөрәфәттәрҙән һаҡлай. Һис шикһеҙ, бындай динде аңға һалынған дин тип әйтмәйенсә булмай". Шул уҡ ваҡытта ул мистиктарҙы, йәғни суфыйҙарҙы ла бөйөк Ислам яҙыусылары, шағирҙары, ғалимдары һәм философтары рәтенә индергән. "Исламдың тәү нигеҙе булып Аллаһты танып белеү һәм Уға ышаныу тора", һәм дә "кешенең Ер йөҙөндә бар булыуының маҡсаты камиллыҡҡа өлгәшеү булып, ошоға һәм шуның менән бергә бәхеткә өлгәшеү Аллаһы Тәғәләне белеүгә тиң", тип яҙа ул. Ә кешене әхлаҡи таҙарыныу һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыу аша Аллаһты белә алыуға (мәғрифәт) илтеүсе мистик юл (тәриҡәт) тураһындағы тәғлимәт суфыйсылыҡҡа хас төп теоретик ҡараш булып тора бит.

Суфыйсылыҡ традицияһындағы ошо күҙгә салынып торған ҡапма-ҡаршылыҡты нисек аңлатып була һуң?

- Профессор М. Т. Степанянцтың бик ғәҙел әйтеүенсә, суфыйҙар тарафынан аңдың тәнҡитләнеүен уларҙың рациональ белемде ҡабул итмәүе рәүешендә ҡарау дөрөҫлөккә тап килмәй. Быны уларҙың дини тәғлимәттең тик аң аша бирелеүе менән ризалашмауы, тип баһалау дөрөҫөрәк. Суфыйҙар рациональ танып белеүгә һүлпән ҡарашта булһа ла, уның аң һәм әхлаҡ өлкәһендә нигеҙле ҡулланылыуын инҡар итмәй. Рәсәй философы, ғәрәп белгесе академик А.В. Смирнов күренекле суфый аҡыл эйәләренең танып белеүҙең рациональ алымдарын киң ҡулланып, уның сикләнгәнлеген тәнҡитләгән хәлдә лә, үҙ өлкәләрендә файҙаланыуҙың хаҡлығын инҡар итмәүенә иғтибар итә.
Тимәк, Ризаитдин Фәхретдинде суфыйсылыҡҡа ҡаршы ҡуйып булмаған кеүек, суфыйсылыҡты Исламға яһалма рәүештә ҡаршы ҡуйыу өсөн бер ниндәй ерлек тә юҡ. Исламда сиркәү кеүек ойошма юҡ, шуның өсөн суфыйсылыҡты Ислам "ересы", йә иһә Исламға ят күренеш, тип раҫлау төптө дөрөҫ түгел. Ә суфыйсылыҡты Исламға хас булмаған күренеш сифатында ҡарау хатта дипломлы белгес булған кешеләрҙең аңына ла һеңгән. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыларының береһе миңә Әхмәтзәки Вәлидиҙең мосолман түгел, ә суфый булыуы тураһында белдергәйне. Был Рим Папаһын христиан түгел, ә католик, тип әйтеүгә тиң.
Беҙҙең ҡарашҡа, дөрөҫлөк XIX быуат аҙағында - XX быуат башындағы мосолман реформаторлығының Ризаитдин Фәхретдин ҡабул иткән "юғары", классик Исламға нығыраҡ хас булыуын раҫлаусы тикшеренеүселәр яғында. Батша Рәсәйенең күпселек мосолмандары өсөн суфыйсылыҡ тарафынан ғәмәлгә ашырылған "халыҡ Исламы" яҡыныраҡ булған. Суфыйсылыҡ үҙе лә бер төрлө күренеш булмаған: уны "юғары" тип нарыҡланған "либераль-мәғрифәти" һәм "аҫҡы", йәки "крәҫтиән-плебей" өлөштәренә бүлеп ҡарарға була. Шәйех Зәйнулла Рәсүлев кеүек шәхестәре менән билдәле "юғары" суфыйсылыҡ революцияға тиклемге Рәсәй, бигерәк тә Волга буйы һәм Урал мосолмандары тормошон (мәғариф, сәйәсәт һәм иҡтисад өлкәләрендә) яңыртыу өсөн күп нәмә эшләй. "Юғары" суфыйсылыҡ һәм бер үк ваҡытта "юғары" классик Ислам вәкилдәре үҙҙәренең иманлы ғәмәлдәре менән Ислам диненең күпселек тарафынан билдәле бер ҡағиҙәләр рәүешендә генә ҡабул ителмәйенсә, уларҙың тәрән һәм эскерһеҙ инаныуына әйләнеүенә булышлыҡ итә, мосолмандарҙың дөйөм аңына яңы прогрессив идеяларҙың яраҡлашыуын тәьмин итә.

Ризаитдин Фәхретдиндең шәйех Зәйнулла Рәсүлевты Рәсәй мосолмандарының рухи лидерҙары рәтенә ҡуйыуы суфыйсылыҡтың юғары баһаланыуын раҫлаусы дәлил итеп ҡарарға булалыр?

- Үрҙә әйтелгәндәр Ризаитдин Фәхретдиндең һәм уның фекерҙәштәренең суфый шәйехе Зәйнулла Рәсүлевҡа ҡарата тәрән хөрмәтле булып, 1917 йылда уның үлеме айҡанлы "Шәйех Зәйнулла ишан хәҙрәттең тәржемәи хәле" тигән некрологтар йыйынтығын нәшер итеүенең сәбәбен аңлатып тора. Йыйынтыҡты төҙөүсе - Ризаитдин Фәхретдин үҙе. Был йыйынтыҡта шәйех Зәйнулла Рәсүлев "үҙ халҡының рухи короле" тип атала, һәм башлыса уның йоғонтоһо һөҙөмтәһендә шул осорҙағы Урал һәм Волга буйы мосолмандарының мәҙәни һәм ижтимағи тормошона күп яңылыҡтар индерелә алыуы раҫлана. Йыйынтыҡ авторҙары яҙыуынса, Зәйнулла Рәсүлевтың ҡаҡшамаҫ абруйы мосолман общинаһын яңыртыу һәм реформалау яҡлы булған "йәҙитселәр"ҙең мосолман традиционалистары "ҡәҙимселәр"гә ҡаршы көрәшенең уңышлы булыуына булышлыҡ итә, ә "йәҙитселек" идеологияһы рупоры булған "Тәрджемән" журналы мөхәррире Исмәғил Гаспринскийға Зәйнулла Рәсүлевтың абруйы уны һаҡлаусы ҡалҡан кеүек була. Шәйех Зәйнулла Рәсүлев "йәҙитселәр"ҙе яҡлашҡан өсөн консерватив мосолман руханиҙарының баҫма органы "Дин вә мәғишәт" тарафынан тәнҡиткә дусар ителә.
Иҫкә алынған йыйынтыҡта яңы күренештәрҙең файҙалы һәм зыянлы яҡтарын тиҙ арала аңлай алыусы шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың иҫ китмәле аҡыл үткерлеге билдәләп үтелә. Ул, дини фанатизмды ят күреп, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙе юҡ ҡына сәбәп буйынса диндән яҙыуҙа һәм әхлаҡи боҙоҡлоҡта ғәйепләүсе наҙан муллаларға ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыға. Бында тура әйтелгән ошондай һүҙҙәр бар: "Уның (йәғни шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың) суфыйлығы һуҡырҙарса оҡшарға тырышыу булманы. Уның суфыйлығы ысынбарлыҡҡа яҡын ине". Йыйынтыҡ авторҙары Зәйнулла Рәсүлевтың фатализмға, йәғни күренеш-ваҡиғаларҙың тәбиғи сәбәптәрен инҡар итеп, тулыһынса Аллаға ғына өмөтләнеүгә ҡаршы сығыуын билдәләй. Ул теге донъяны (әхирәтте) ғына ҡайғыртып, фани донъя мәнфәғәттәренән тулыһынса ваз кисергә саҡырыусы ишандарҙың ҡараштарын уртаҡлашмай. Ул йыш ҡына суфый йыйылыштарына зекер әйтергә барыусы шәкерттәргә: "Һеҙҙең зекерегеҙ - һеҙҙең һабаҡтарығыҙ", - тип, кире борор булған.
Шулай итеп, Ризаитдин Фәхретдин суфыйсылыҡҡа ҡаршы булмаған, киреһенсә, ул суфыйҙарҙың арҙаҡлы шәйех Зәйнулла Рәсүлев кеүек башҡалар өсөн юғары өлгө булғандарын хөрмәт иткән. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Ризаитдин Фәхретдин Исламдың айырылғыһыҙ өлөшө булған суфыйсылыҡтың быуат төпкөлдәрендә тамырланған бай рухи мәҙәниәт икәнен бик яҡшы аңлаған. Уның үҙ эшмәкәрлегендә суфыйсылыҡты иҫәпкә алмауы мөмкин булмаған хәл.

Ике бөйөк шәхесебеҙҙең рухи яҡынлығы һәм фекерҙәшлеге, уларҙың дини-философик һәм ижтимағи-мәҙәни мираҫы замандаштарыбыҙ өсөн рухи һабаҡ ролен үтәй аламы?

- Ижтимағи күренеш булараҡ, мәҙәниәт кешенән дә (ваҡыты һәм масштабы буйынса), тотош быуындарҙан да киңерәк. Кеше һәм уның быуыны мәҙәни мөхит эсендә йәшәй, һәм уны мәҙәниәткә ҡаршы ҡуйырға маташыу һөҙөмтәһеҙ буласаҡ. Беҙҙең йәмғиәттә Ризаитдин Фәхретдинде суфыйсылыҡ традицияһынан ситләштереп ҡарарға тырышыу теләге тураһында ла ошоно уҡ әйтергә була. Әгәр ҙә ошоноң артында диндәштәр араһында низағ тыуҙырыу тора икән, был тырышлыҡ бушҡа ғына буласаҡ. Беренсенән, шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Ризаитдин Фәхретдин кеүек ике оло шәхесте бер бөйөк рухи традиция берләштерә, һәм улар, Исламда аң менән иман бер бөтөн булған кеүек, бер-береһен тулыландырып тора. Икенсенән, башҡорттарға дини фанатизм бөтөнләйгә ят күренеш. Тарихта башҡорттар күп нәмә өсөн яу асҡан (ирек, ер, боронғо азатлыҡ хоҡуҡтары өсөн), әммә бер ҡасан да һаҡалдарының оҙонлоғо йә иһә доға ҡылыу ысулы уларға бер-береһенең боғаҙын йыртыу өсөн сәбәп була алмаған.
Бөгөн теләһә ниндәй ваҡ ҡына мәсьәләләр буйынса ла ыҙғыш ҡуптарырға әҙер тороуҙары арҡаһында диндәштәребеҙ ошоно аңлап етмәй. Хәлдәрҙең шулай мөшкөл булыуының сәбәптәре күп, әммә уларҙың иң беренсеһе - 70 йыл буйына көслөк менән һеңдерелгән атеизм арҡаһында мосолмандарҙың дини белемдәре менән бергә хоҡуҡи мәҙәнилегенән яҙыуы. Хәҙерге мосолмандарҙың башлыса дини белемһеҙ булыуы теләһә ниндәй шарлатандарға, авантюристарға, эшлекһеҙ һәм аҡса яратыусы заттарға үҙҙәрен уларҙың етәкселәре һәм өйрәтеүселәре сифатында күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был суфыйсылыҡҡа ла, дөрөҫөрәге, уның примитив өлөшөнә ҡағыла. Совет власы йылдарында урындарҙағы суфый шәйехтәре репрессияланды, рухи күсәгилешлелек линияһы (силсилә) өҙөлөп ҡалды. Йыш ҡына ошо шарттар менән сит-ят ерҙәрҙән, мәҫәлән Урта Азиянан килгән, үҙҙәрен "хәлфә", суфый шәйехтәренең вәкилдәре итеп белдергән ялған "остаздар" оҫта файҙалана. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙен хатта шәйех Бах әд Дин ән Нәҡшбәндтең вариҫы итеп танытыуҙан да тартынмай. Ә был гастролерҙар ғәрәп телен дә йүнләп белмәй, шулай булғас, уларҙың Исламдың төп дини дисциплиналары буйынса белемдәре лә юҡ. Быны ғәмәлдә рухи традицияның коммерциялаштырылып, "бәрәкәт" менән һатыу итеүгә тиңләнеүе итеп баһаларға кәрәк.
Быларҙың барыһын да хәҙерге Рәсәй мосолман общинаһының "үҫеш сире" рәүешендә ҡарау фарыз. Ошо ауырлыҡтарҙы үтеп сығыу өсөн мосолман мәғрифәтен үҫтереү зарур. Беҙҙең ике бөйөк милләттәшебеҙ - шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм ғалим-мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиндең ошо изге юлда күрһәткән хеҙмәттәре замандаштарыбыҙҙың оло баһаһына лайыҡ.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 632

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru