«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРАМАНЫ ЛА СӘНҒӘТ КИМӘЛЕНӘ КҮТӘРЕП БУЛА ИКӘН
+  - 



Эш буйынса башҡорт халыҡ мәҡәлдәре тупланған һүҙлекте даими рәүештә ҡулланырға тура килә. Ғәҙәттәгесә ҡулға алған бер көндә: "Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр", - тигән мәҡәлде уҡып, уйға ҡалғайным. Тәү ҡарамаҡҡа, был фекерҙең тел төбө ябай, аңлашылып торған һымаҡ ҡына булһа ла, бөтә "берләшкән күңелдәр" ҙә гөлләмәләр үҫтереүгә көс түкмәй бит әле беҙҙең заманда. Еңел булмаған тормошобоҙҙо йәмләп, бер төрлө көндәлек йәшәү рәүешебеҙҙе сағыу төҫтәргә буяп, сүптәй өйөлгән проблемаларыбыҙҙы берәм-берәм хәл итергә маташып йәшәгән кешеләр бармы беҙҙең арала? Ошо һорауға яуапты үткән аҙнала Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында төбәктең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы уҙғарған "Серле биҙәк ҡорама, үткәндәрҙән ҡот ала" тигән республика йыйынында таптыҡ һымаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһының райондарҙағы ағзалары даими рәүештә төрлө кимәлдәге йыйындар, саралар ойоштороп тора. Был юлы Бөрйән районының ағинәйҙәре рухташ, фекерҙәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ ерендә сәләмләне. Сараға Башҡортостандың егерменән ашыу район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ килде. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, төрлө тарафтарҙан килгән делегацияларҙы хужабикәләр тәү сиратта башҡорт милли аштарынан һығылып торған сәй табынына саҡырҙы. Бер аҙ юл арыуҙары онотола биргәс, "Серле биҙәк ҡорама, үткәндәрҙән ҡот ала" тип аталған күркәм йыйынды асып ебәрҙеләр. Иҫке Собханғол ауылы мәҙәниәт йортоноң иркен генә фойеһына күптәнге таныштары менән әңгәмәләшеп, шаулашып, эркелешеп килеп ингән ағинәйҙәр ҡапыл ғына тынып ҡалды: уларҙы шулай Бөрйән оҫтабикәләренең иҫ киткес сағыу, төрлө-төрлө биҙәктәр һалып эшләнгән ҡорама ҡаралтылары әсир итте. Әлбиттә, был тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы, хәл-әхүәлдәр тураһындағы гәпләшеү инде оҫта ҡорамасыларҙың эштәренә һоҡланыу белдереүгә әүерелде. Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина ҡунаҡтарға күргәҙмә тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт еткерҙе. Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Кәримә Ҡайдалова ағинәйҙәрҙе сәләмләп, ҡорама ҡорау тураһында бер-ике кәлимә фекер еткерҙе. "Был күргәҙмәлә "Кәрәҙ" биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы ағзаларының күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын һалып теккән ҡул эштәре эленгән. Ҡораманы һис кенә лә ярлылыҡ билдәһе итеп ҡабул итергә ярамай, башҡорт халҡында ул традицион һөнәрҙәрҙең береһе. Бында йыйылған эштәр барыһы ла иҫ киткес үҙенсәлекле, матур, тик бер генә теләгем бар: тәбиғи туҡымаларҙан эшләһәгеҙ, ҡорамалар йортоғоҙға йылылыҡ, йәм, ҡот биреп торор", - тине Кәримә Шәриф ҡыҙы. Күргәҙмәне арҡырыһына-буйына йөрөп ҡарап сыҡҡандан һуң ағинәйҙәр тамаша залына үтте. "Урал" башҡорт халыҡ йырын аяғүрә тороп тыңлағандан һуң, йыйынға Бөрйән районы "Фурҡан" мәсетенең имам-хатибы Рәсүл Мөхәмәтйәнов үҙ фатихаһын бирҙе. Шунан һүҙ йола буйынса район етәксеһенә - Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа бирелде.
- Ағинәйҙәр элек-электән аҡһаҡалдар менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың йәшәйешендә, тәрбиә мәктәбендә оло урын биләгән, үҙҙәренең кәңәштәре, тәжрибәһе менән йәмғиәтте алға әйҙәгән, - тип һөйләп китте Рөстәм Динислам улы. - Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың йәмәғәт ойошмалары араһында иң әүҙеме булып танылған ошо "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы Бөрйән ерлегендә лә үҙенең кәрәклеген иҫбатланы. Ойошма ағзалары районыбыҙҙың мәҙәни майҙанында бик әһәмиәтле эштәр башҡара, район хакимиәте үҙенең көндәлек эшендә улар менән кәңәшләшеп тора, бергәләп төрлө саралар үткәрә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ энтузиазмы, үҙ теләге менән ошолай бергә ойошоуы йәмғиәтебеҙҙең шундай ойошмаларға ихтыяжынан килә ул. Һеҙ, ағинәйҙәр, халҡыбыҙҙың киләсәген булдырыусы, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеүсе, йәштәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы тәрбиәләүсе, заман һынауҙарына, кире күренештәргә ҡаршы тора алыусы ҙур көс. Беҙ һеҙҙе юғары баһалайбыҙ һәм киләсәктә лә бергәләп эшләрбеҙ, тип ышанам. Тик бына ир-егеттәрҙе лә яйлап үҙегеҙҙең арттан эйәртһәгеҙ ине. Улар һеҙҙең ярҙамға, кәңәшкә бик мохтаж. Ир-егеттәр бит замана ауырлыҡтарына бирешеп барыусан. Эргәбеҙҙә ошондай матур, тос һүҙ әйткән, ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙған, ағинәйлек сифаттарына эйә ҡатын-ҡыҙҙар булғанда, әлбиттә, ир-егеттәр үҙҙәрендә көс тойор, тормошта үҙ урындарын, үҙ шөғөлөн табырға ынтылыр, ғаиләләр тарҡалмаҫ, халҡыбыҙ яңы һулыш менән алға ынтылыр, тип уйлайым...
Әйткәндәй, Рөстәм Динислам улының саф башҡортса матур телмәр тотоуы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостандағы бөтә етәкселәр ҙә республиканың икенсе дәүләт телендә былай матур һөйләшә алмай бит... Бөрйән районында уҙғарылған йыйындың төп маҡсаты - бөтә республика ағинәйҙәренә башҡорт халҡының милли шөғөлдәре, милли сәнғәте һәм башҡа милли үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, шуларға нигеҙләнеп эшләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу, дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәре тураһында тәжрибә уртаҡлашыу ине. Быға үткән йылдың аҙағында район ағинәйҙәренең "Донъя ҡораманан йыйыла" тигән проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының конкурс шарттарын үтеп сығып, 200 мең һум грантҡа лайыҡ булыуҙары сәбәпсе булған. Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина бындай мөмкинлек барлығы тураһында әйтеп, эшкә булышлыҡ иткән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Айҙар Әлибәковҡа, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Тләүбаеваға, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаеваға рәхмәтен белдерҙе. Әлеге көндә Бөрйән районы ағинәйҙәренең "Кәрәҙ" биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы ағзалары грант аҡсаһына тегеү машиналары, эш ҡорамалдары һатып алған, оҫтахана өсөн бүленгән бүлмәне ҡулланылышҡа индерергә йыйына, уны кәрәкле мебель менән йыһаздандырып алаһы ғына ҡалған. Ҡорамасылар бынан тыш та төрлө конкурс, күргәҙмә, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып тора. Ҡорама ҡорау эшенә Иҫке Собханғол, Байназар, Ғәлиәкбәр, Кейекбай, Әтек, Ҡыпсаҡ, Һарағы, Ҡолғона ауылдары ағинәйҙәре ҡуш ҡуллап тотонған. Райондың башҡа ауылдарындағы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уларҙан һис ҡалышырға теләмәй, әленән-әле оҫталыҡ дәресе үткәреүҙе һорап, мөрәжәғәт итеп торалар икән.
- Ҡорама ҡорауҙың Бөрйән ерлегенә хас булған төрҙәрен табып, шуларҙы тергеҙеү, милли кейемдә, көнкүрештә киң ҡулланыу сараһын күреү ине минең ниәтем, - тип һөйләй Рәшиҙә Хәй ҡыҙы. - Туризм йүнәлеше үҫеш ала, турфирмаларҙың етәкселәре кешеләр өсөн тәғәйен торлаҡтарҙы милли стилдә биҙәргә тырыша. Сөнки ҡорама менән биҙәлгән йорт эсендә энергетика башҡа була, унан тыныслыҡ, боронғолоҡ, тәбиғилек, ябайлыҡ бөркөлә. Ҡаланан, көсөргәнешле эштән, бетон өйҙәрҙән ялҡҡан кеше тап шуны эҙләп килә бында. Үҙем сит илдәргә сәйәхәт ҡылған кеше булараҡ, донъя кимәлендә илгиҙәрҙәрҙең ихтыяждарын яҡшы беләм. Улар үҙҙәре барған илдәге ерле халыҡтың ҡулдан эшләгән әйберҙәрен һатып алырға, бүтән бер ерҙә лә ашап-татып ҡарамаған ризығын тәмләп ҡарарға, урындағы халыҡтың йорт эсен күрергә, шунда иҫтәлеккә фотоға төшөргә теләй. Яңылыҡ күрергә, шунан тәьҫораттар алырға, яңыса һуларға өмөтләнеп килгән ял итеүсегә беҙ нимә бирә һәм ниндәй файҙа ала алабыҙ? Шүлгәнташҡа барған юл буйында ултырған ауылдарҙың туҡталыштарында күптән инде һатыу нөктәләре эшләргә тейеш. Ҡорама ҡорауҙы кәсептең бер төрөнә әйләндереп, ял итеүселәрҙең дә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, халҡыбыҙҙың да бәҫен күтәрергә, үҙебеҙ ҙә файҙа күрергә өйрәнһәк ине. Унан ҡалһа, ҡорама булған өйҙә үҙебеҙҙең дә донъябыҙ йәмлерәк булыр. Ҡораған әйбер беҙҙең күҙ нурыбыҙ, йөрәк тибешебеҙ, ҡул йылыбыҙ аша быуындар бәйләнешенә булышлыҡ итә! Өләсәй, ҡартинәй булараҡ, ҡыҙ балаларға иҫтәлеккә ҡалдырыр түшәк-юрғандар, өй биҙәр ҡорғандар, япмалар, алъяпҡыстар кәрәк беҙҙән...
Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Йылайыр, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Бишбүләк, Иглин, Ғафури, Учалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары, Межгорье, Сибай, Дүртөйлө, Октябрьский, Туймазы ҡалалары ағинәйҙәре Байназар ауылы ағинәйе Көнһылыу Ҡотлобаеваның сығышынан да күп фәһем алғандыр, моғайын. Ул ағинәйҙең иңенә ятҡан бурыстарҙы ғына түгел, көнүҙәк проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын, эш һөҙөмтәләрен дә теҙеп һөйләп сыҡты. Бигерәк тә республика ағинәйҙәренең эше йыйындан ғына тормауын, ә һәр районда, ҡалала, ауылда йыл әйләнәһенә, көн һайын дауам итеүен, ағинәйлектең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йәшәү рәүешенә әйләнә барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды Көнһылыу Ҡотлобаева. - Ағинәйҙәр хәрәкәтенең башланыуына байтаҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, күпселек халыҡ ағинәйҙәр эшмәкәрлегенең нимәнән ғибәрәт икәнен аңлап, белеп тә етә алмай, - тип башланы ул һүҙен. - Шуға ла уларҙы кемдәрҙер милли кейем кейеп, сәхнәлә бейеп-йырлап йөрөүсе фольклор төркөмө итеп кенә күҙ алдына килтерә. Ә кемдерҙер ҡатын-ҡыҙҙар советының күсермәһе итеп ҡарап, улар даирәһендәге бурыстарҙы йөкләтергә тырыша. Милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәрҙең сәхнәләрҙәге сығыштары - эшебеҙҙең бер бәләкәй генә өлөшө ул. Беҙҙең ағинәйҙәр елкәһенә һалынған бурыстар бихисап: иң мөһиме, беҙ халҡыбыҙҙың әлмисаҡтан килгән йәмәғәт тормошон алып барыу мәктәбен тергеҙергә тейешбеҙ. Тәү сиратта сәләмәт йәшәү рәүешен тергеҙеү мөһим. Тарихтан билдәле: башҡорттар иң сәләмәт милләт булған элек. Камил туҡланыу мәҙәниәте, хужалыҡ итеү үҙенсәлеге, кәсептәре, халыҡ медицинаһы арҡаһында өлгәшкән ул быға. Бына шул сәләмәт йәшәү мәктәбе ҡағиҙәләре һәр ғаиләлә урын алырға тейеш. Ғаилә институтын, күркәм йолаларыбыҙҙы, айыҡ тормош мәктәбен, быуындар бәйләнешен тергеҙмәйенсә, башҡа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Енси бәйһеҙлек, ташландыҡ балалар һәм ҡарт-ҡоролар ғаилә тәрбиәһе мәктәбе емерелеүҙән килә... Эйе, район башлығы Рөстәм Динислам улы дөрөҫ әйтте: барлыҡ маҡсаттарыбыҙға өлгәшеү өсөн беҙгә ир-егеттәр, аҡһаҡалдарыбыҙ иңе лә кәрәк. Улар беҙҙән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан, алда барырға тейеш... Көнһылыу Ҡотлобаева етәкләгән Байназар ауылы ағинәйҙәре, ысынлап та, шәжәрә, йолалар, сәләмәт йәшәү рәүешен тергеҙеү, тарих, энография, топонимика, тел, мәғрифәтселек, дин һәм башҡа бик күп йүнәлештәр буйынса эшләп, башҡаларға өлгө булып тора. Бигерәк тә уларҙың электрон китапхана төҙөү, "Башҡорт Википедияһы" сиктәрендә бөтә донъя кимәлендә электрон энциклопедия булдырыу һәм "Викидәреслек" бүлегендә әүҙем эшләүе хуплауға лайыҡ: телефон, гаджеттар заманында интернет селтәрендә башҡорт халҡы, Башҡортостан тураһында тулы мәғлүмәт булырға тейеш һәм был эшкә ағинәйҙәр ҙә булышлыҡ итә икәненә инанған улар.
Бөрйән районы ағинәйҙәре үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре, яңылыҡтары, кәңәштәре менән бүлешкәндән һуң, сараға саҡырылған ҡунаҡтар - танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, "Башбланкиздат" предприятиеһы етәксеһе Гөлсәсәк Әлибаева сығыш яһаны. Улар ағинәйҙәрҙең эшен юғары баһалап, маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр генә өләшеп ҡалманы, башҡорт халҡының яҙмышына ҡағылышлы борсоулы һорауҙар буйынса ла үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Әле бигерәк тә туған тел, халыҡтың социаль хәле, рухи тәрбиәһе тураһында хәстәрлек күреү мөһим булған заман, шуға ла ағинәйҙәрҙең тап ошо юҫыҡтарҙы күҙ уңында тотоп эшләүе кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды улар. Бына ошондай эшлекле һөйләшеүҙәр менән Бөрйән районының "Мираҫ", "Ҡурыуҙы", "Тамъян гәүһәрҙәре" халыҡ фольклор ансамблдәренең сағыу, халыҡсан сығыштары аралашып барҙы. "Ҡурыуҙы" халыҡ фольклор ансамбле "Ҡаралды ҡағыу" тип аталған йоланы башҡарып күрһәтте. Улар райондың Байназар ауылында һаҡланып ҡалған ҡораманың бер төрө - сергетыш тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе. Сергетыш - ат һыртына, үндек менән эйәр араһына һалынған ҡорама япма. Сергетыштың осона ҡуйылған суҡтары "туҡмаҡ" тип йөрөтөлә, улар атты шәпләп, ҡыуалап бара икән. Ҡолғана ауылының "Тамъян гәүһәрҙәре" халыҡ фольклор ансамбле - "Кейеҙ баҫыу", "Мираҫ" халыҡ фольклор ансамбле "Һитә балы" йолаларын күрһәтте. Сара һуңында барыһы ла аяғүрә баҫып, Ишембай районы ағинәйҙәре Мәрйәм Солтанова һәм Фәүзиә Ҡотлогилдина яҙған "Ағинәйҙәр маршы"н башҡарҙы.
Тамаша тамамланғас, билдәле инде, ҡунаҡтар Бөрйән ағинәйҙәре үҙ ҡулдары менән әҙерләгән милли аш-һыуҙарҙан һығылып торған табын янына йыйылды. Үҙ-ара аралашыуға һыуһаған ҡатын-ҡыҙҙар аш табынынан һуң да тиҙ генә таралырға ашыҡманы. Бер төркөм Шүлгәнташ мәмерйәһен күрергә, икенсе төркөм Инсебикә ҡаяһы янына ашыҡты...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Республика ағинәйҙәре шулай әле бер районда, әле икенсе районда бергә-бергә осрашып, тәжрибә уртаҡлашып тороуҙы йолаға әйләндергән. Уларҙың һәр йыйыны бер фәһемле яғы менән хәтерҙә уйылып ҡалыусан. Был юлы беҙ ҡалдыҡ туҡыма киҫәктәренән тегелгән ҡораманы сәнғәт кимәленә күтәргән Бөрйән районы ағинәйҙәренең ҡул эштәренә, оҫталыҡтарына хайран булдыҡ. Баҡтиһәң, бер төрлө уйлап, бер төрлө эшләп йәшәргә өйрәнеп килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, теләһә, ысынлап та, донъяны гөлләмәгә әйләндерә ала икән. Был хакиҡәттең асылын ошо йыйында булғандарҙың барыһы ла аңланы, буғай.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 727

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru