«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЛА ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ЮЛДАРҒА ЛА БӘЙЛЕ
+  - 



Ҡала хакимиәтенең сираттағы кәңәшмәһе мэриялағы үҙгәрештәр менән таныштырыуҙан башланды. Хәҙер сити-менеджерҙың йәмәғәт транспорты үҫеше мәсьәләләре менән шөғөлләнгән урынбаҫары буласаҡ. Был вазифаны быға тиклем ҡала тормошо эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы начальнигы вазифаһын биләүсе Андрей Федосов башҡарасаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Өфө алдында заманса йәмәғәт транспортын үҫтереүҙең мөһим бурысы тора һәм был тема бер бөгөн генә көн үҙәгенә сығарылмай. Быға тиклем ҡулланылған классик транспорт төрҙәренең ваҡыты үткәнлектән, был өлкәлә лә ниндәйҙер һынылыш булырға тейешлеге көн кеүек асыҡ. Бының өсөн инвестициялар йәлеп итергә, күсмә состав, заманса экологик, электр, икенсе төрлө әйткәндә, ер өҫтөндәге метро транспорты эшләүсе федераль корпорациялар менән бәйләнештә булырға кәрәк. Был иһә айырым статус, айырым профессионализм һәм даими бәйләнештә эшләүҙе талап итә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән дә тейешле кимәлдә эшмәкәрлек алып барыу зарур, сөнки уларҙың ярҙамынан башҡа ҡалала заманса йәмәғәт транспорты системаһын булдырыу мөмкин түгел. Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, Астанала эстакадала тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тормошҡа ашырыла. Әлегә уның беренсе сираты ғына төҙөлә, хаҡы 2 миллиард евро. Был проектты тормошҡа ашырыу метро төҙөүгә ҡарағанда 2,5 тапҡырға арзаныраҡ һәм ҡулланылышы буйынса күпкә хәүефһеҙерәк, ышаныслыраҡ һәм замансараҡ. Муниципалитет йәмәғәт транспортын үҫтереү буйынса күп варианттар әҙерләгән, уларҙың барыһын бергә туплап, республика Хөкүмәтенә тәҡдим итәсәктәр.
Шулай уҡ хакимиәттә барлыҡҡа килгән икенсе яңы вазифа - ҡала берләшмәләре менән бәйләнеш булдырыу буйынса хакимиәт башлығының кәңәшсеһе. Был йәмәғәт башланғысындағы эшмәкәрлекте Станислав Сарыгин тормошҡа ашырасаҡ. Йүнәлеш бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле, муниципалитетта граждандар йәмғиәте менән эште яңы кимәлгә алып сығырлыҡ кешеләр булыуы зарур. Хакимиәттә ошо йүнәлештә идаралыҡ та эшләй. Яңы вазифа - сираттағы аҙым булды. Станислав Александровичтың кем икәнен әйтеп торорға кәрәкмәйҙер, тап уның туранан-тура ҡатнашлығында, уның профессионаллеге, ойоштороу, кәрәкле хеҙмәттәр менән һөйләшә белеүе һөҙөмтәһендә Өфөлә йыл дауамында тиҫтәләрсә эре спорт саралары, шул иҫәптән "1000 велосипедсы көнө" үтә.
Сираттағы етди иғтибар талап иткән тема - ул да булһа, сираттағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек. Был тармаҡта яйланған система эшләй. Әлеге ваҡытҡа торлаҡ фондының дөйөм күләменең 52 проценты яңы миҙгелгә әҙер. Бынан тыш, социаль объекттарҙа ла әҙерлек эштәре алып барыла. Профилактика учреждениелары - 75, балалар баҡсалары - 99, өҫтәмә белем биреү учреждениелары - 83, спорт учреждениелары - 70, мәктәптәр - 92, урта профессиональ белем биреү йорттары һәм вуздар 70,5 процентҡа әҙер. Ә инде дөйөм эштәр сентябрь урталарына тамамланырға тейеш. БашРТС-ҡа иһә Ибраһимов бульварында инженер-техник, төҙөлөш-монтаж эштәрен быйыл тамамлау бурысы ҡуйылды, сөнки киләһе йыл планына был урамды реконструкциялау индерелгән.
Мәғлүм булыуынса, Өфө халыҡ-ара саралар үткәреү майҙансығы статусына эйә. Сентябрҙә баш ҡала был статусты тағы ла бер тапҡыр раҫлаясаҡ: 20-21 сентябрҙә бында Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең эре ҡалаларының халыҡ-ара ассамблеяһының (МАГ) 26-сы сессияһы үтәсәк. Ул ойошманың 20 йыллығына арнала һәм "Хәүефһеҙ ҡала. Комплекслы ҡараш" форумы менән билдәләнә. Форум эшендә МАГ-тың барлыҡ ағза-ҡалалары, БМО Советының Хабитат, БДБ-ның башҡарма комитеты, РФ Федерация Советы, РФ Дәүләт Думаһының профиль комитеттары, фәнни эксперт ойошмаларының ҡала-ара берләшмәләре вәкилдәре килеүе көтөлә. Форум барлыҡ ҡалалар өсөн дә бик әһәмиәтле. Сөнки унда ҡатнашыусылар ҡала мөхитендә хәүефһеҙ йәшәүгә йүнәлтелгән муниципаль тәжрибәләр менән бушлай алмаша. Өфө 4-се йыл рәттән Волга буйы федераль округының комплекслы хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса иң хәүефһеҙ ҡалаһы тип таныла. Ошо өлкәләге эшмәкәрлек БМО-ның Хабитат ойошмаһын да ҡыҙыҡһындыра һәм улар былтыр ҙа форумда ҡатнашһа, быйыл да килергә теләк белдерә.
Шулай ҙа кәңәшмәнең төп темаларының береһе булып "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проекты сиктәрендә башҡарылған эштәрҙе ҡарау торҙо. Программаның үтәлеше менән ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы Радмил Мөслимов таныштырҙы. Дөйөм алғанда, барлығы 88,96 километр юл ремонтланырға, 43 мең квадрат метрға юл билдәләре эшләнергә тейеш. Подрядсыларҙы конкурс ярҙамында һайлау һөҙөмтәһендә экономияланған финанстар иҫәбенә тағы ла 6,6 километр өҫтәмә юл ремонтлау мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Әле эштәрҙе 10 подряд ойошмаһы башҡара, план 51,87 процентҡа үтәлгән.
Юл билдәләренә килгәндә, әле улар тулыһынса "Өфө-Аэропорт" юлында эшләнгән, Салауат Юлаев һәм Октябрь проспекттарында айырым участкаларҙа башҡарылған. "Термопластик билдәләр ҡаланың үҙәк - автомобилдәр күп йөрөгән урам юлдарына һалына. Был материал ныҡлы, тиҙ ашалып бармай, температура үҙгәреүенә, химик матдәләр йоғонтоһона сыҙам, - тип белдерҙе сығыш яһаусы. - Составындағы "быяла шарҙар" төнөн яҡтыртып, водителдәргә әллә ҡайҙан күренеп тора. Әммә билдә һалынғандан һуң материал тулыһынса кипһен өсөн ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Тик водителдәрҙең барыһы ла ҡала хеҙмәттәренең эшен ихтирам итеп бармай, бәғзеләр шунда уҡ билдә өҫтөнән үтеп, уның нормативта билдәләнгән хеҙмәт мөҙҙәтен ҡыҫҡарта".
Был - бөгөн көнүҙәк проблемаларҙың береһе генә. Сөнки былтыр беренсе тапҡыр юлдарҙы яңы технология буйынса һала башланылар һәм уларҙың ҡулланыу ваҡыты оҙайырға тейеш ине. Ошо арауыҡта юл һалыу сифатында һынылыш барлыҡҡа килгәнме, юҡмы икән? Һандар күрһәтеүенсә, былтыр бракка сығарылған юлдар 6,5 - 10 процент тәшкил итһә, быйыл ул 4,5 процент. Был мәсьәләне яҡтыртыуҙа шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларынан да объективлыҡ талап ителә. Әгәр яңы ғына һалынған асфальт ҡатламы ҡырып алына икән, тимәк, юл ГОСТ талаптарына тап килмәй һәм юл лабораторияһы участканы ҡабул итмәгән, подрядсы уны үҙ иҫәбенә ҡабаттан сифатлы итеп башҡарырға тейеш. Шулай уҡ үҙәк урамдарҙа ғына түгел, башҡа юлдарҙа ла билдәләр термопластиктан һалыныуы ла муниципалитет өсөн ҙур күрһәткес, сөнки хатта сит илдәрҙә лә термопластик бары тик айырым категория юлдарҙа ғына файҙаланыла. Әгәр юл ремонтлауҙа бөгөн алынған темптар киләсәктә лә яйланмаһа, 2025 йылда баш ҡалала тулыһынса уңайлы юл мөхите булдырыласаҡ

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.18 | Ҡаралған: 686

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru