«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРӘМӘЛГӘ АРТЫЛЫУ
+  - 



Ирәмәл - Башҡортостандың бейеклеге буйынса икенсе урында торған тауы. 2010 йылдан "Ирәмәл" тәбиғи паркы ойошторола һәм тау уның территорияһында тороп ҡала. Тауға йылына 15000-дән ашыу кеше артыла. Иң еңеле тип Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан һалынған маршрут һанала. Бында ниндәйҙер кимәлдә туристик инфраструктура ла булдырылған. Өҫтәүенә, ул башҡаларына ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Хәбәрсебеҙ Зәйтүнә ӘЙЛЕ күптән түгел Ирәмәлгә сәфәр ҡылды һәм әкиәти хәҡиҡәт тәьҫораттары менән бүлешә.

"Сирләп дауаханаға эләктем. Дауаланыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй - алға китеш юҡ. Палатала бергә ятҡан ҡарт миңә Ирәмәл тураһында һөйләне. Беҙҙә ундай изге урындар булмағанлыҡтан, эстән генә: "Әкиәтеңде һөйләмә, ниндәйҙер таш кемделер дауалаһын, имеш..." - тип уйланым һәм һуңынан был һөйләшеүҙе бөтөнләй оноттом. Күптән түгел миндә яман шеш булыуына шик белдерҙеләр. Шул ваҡыт ҡапыл теге ҡарттың һөйләгәндәре хәтеремә килде, интернетҡа инеп, Ирәмәл, ниндәй тау, ниндәй үҙенсәлеге булыуы хаҡында мәғлүмәттәр эҙләй башланым. Юлға оҙаҡ йыйындым, ҡурҡытты ла, ни тиһәң дә, 3000 километр самаһы. Златоустҡа тиклем поезд менән килдем, артабан Төлөккәсә автостоп ысулын һайланым һәм шул көндө үк Төлөккә килеп еттем".
Әңгәмәсем һөйләй, ә мин уйҙарым менән бер нисә көн элек үткән ваҡиғаларҙы тағатам. Алдымда һайлау тора: байрамға барырғамы, әллә тауға юлланырғамы? Шул ваҡыт дуҫтарымдан ярҙам килде, "ниәт белдер" тигән ике генә һүҙ ине ул. Көндәлек ығы-зығыла, ысынлап та, ниндәйҙер мәлдә ниәт белдереү тигән шәп ысул хаҡында онотоп ебәргәнмен икән. Ниәт белдергәс, барыһы ла шунда уҡ урынына ултырҙы: асылыма, ысын йортома - тәбиғәткә, тамырҙарыма ҡайтам!
Лагерь урынлашасаҡ аҡланға бер ни тиклем һуңлап килеп еттек. Уйламаған ҡаршылыҡтар тотҡарланырға мәжбүр итте, әммә команданан бер кем дә зарланыу белдермәне... Был төндә йоҡо алманы. Шулай ҙа йоҡо тоғо эсендә күҙҙәрҙе йомоп, тәбиғәттең нисек тын алыуын тыңлап ятыу үҙе бер рәхәтлек бирә һәм көс өҫтәй. Ҡояштың беренсе нурҙары күренер-күренмәҫтән лагерҙа ҡыштырлау башланды: палатканан башты тығып ҡарамайынса ла уның кем икәнен белергә мөмкин - беҙҙең алмаштырғыһыҙ ашнаҡсы, ул бешергән бутҡаның һәм йәшелсә ашының тәме бер ваҡытта ла тел осонан китмәгән Әлфиә апай иртәнге аш әҙерләй.
Яйлап лагерға йән инде, ә бер аҙҙан инде ул умарта күселәй гөжләй ине, кемдер хәбәр һата, кемдер эш менән булаша, әммә һәр ерҙә шат көлөү тауыштары яңғырай. Хатта бер яҡ ситтә тыныс ҡына йоҡлап ятҡан таныш булмаған ир-егетте лә "өңөнән" һөйрәп сығарып, иртәнге ашҡа саҡырҙылар. Шулай итеп, ул беҙҙең төркөмдөң тулы хоҡуҡлы ағзаһына әүерелде.
Ете кеше тау итәгенә ("Ирәмәл" тәбиғәт паркының территорияһы сигенә тиклем) машинала китте. Төп төркөм өсөн тауға менеү лагерҙан башланды. Әммә һәр километр һайын каруан һуҙыла башланы. Тикшереү пунктында күптәр тағы ла нисә километр ҡалыуы хаҡында һораша ине инде. "Уңға китһәгеҙ - алты километр, һулға китһәгеҙ - ете", тип яуап бирә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре...
"Мин бөтөнләй тигеҙлектән килдем. Ете километр күтәрелергә тигәс, үҙемдең белорус тигеҙлеге иҫәбе менән, анһат, тип уйланым. Ә инде тауға күтәрелә башлаһаң, ғәфү итегеҙ, ҡасан ғына был артылыш бөтә инде, тип уйлайһың. Юл ыңғайы ниндәй ултырыр урын бар, шунда ултырам да, ҡасан ғына был һынау тамамлана инде, исмаһам, тау платоһына етергә ине, тип уйлайым".
Миңә тауға менеү еңел булды. Бәлки, баштан уҡ әкиәт эсенә сумғанғалыр, сөнки Ирәмәлгә беренсе тапҡыр менгәндән һуң күпме йыл үтһә лә, хәтеремдә һаман да ундағы сихри күренештәр һаҡлана: мүк ҡаплаған ағастар иҫкә төшөү менән бала саҡтан телевизорҙан ҡараған рус әкиәттәре кадрҙары (Булған бит заманалар! Телевизорҙан башҡорт түгел, рус әкиәттәрен ҡарап үҫкәнбеҙ, әммә туған телебеҙҙе сит телгә алмаштырмағанбыҙ!) бер-бер артлы күҙ алдынан үтә; тауға артылғанда литрлап эскән тау шишмәһенең тереһыуы; ниндәйҙер сихри көскә буйһоноп, хәҙер инде ҙур-ҙур таштар булып ҡатып ҡалған йәнлектәр; иғтибарлап тыңлағанда селтерләп кенә көлгәне ишетелгән тау йылғалары һәм эсеп тә һулап та туйып, танһыҡты ҡандырып булмаған, яңы ғына һауылған йылы һөт кеүек тәмле, йомшаҡ тау һауаһы!
"Ниндәйҙер ваҡытта, Аллаһмы йәки тау эйәләреме, бәлки, ошонда йәшәгән башҡа йән эйәләрелер - мин быны аңлата алмайым, быға барып етмәгәнмен, өлгөрмәгәнмен әле - миңә ҡыйын икәнен күреп, ярҙам ебәрҙе: минән алда ғына өс ҡустым бара, мин уларҙан ҡалмаҫҡа тырышып, арттарынан эйәрәм. "Улар бит ҡустыларым, уларҙың артынан барырға кәрәк", - тип уйлайым. Шулай платоға ла барып еттем. Киске сәғәт 5-тәрҙә артыла башлағайным, платоға килеп еткәндә сәғәт төнгө икенсе киткәйне. Платола торам һәм алдымда тағы ла бер үркәс булыуын күрәм. Текә, ҙур-ҙур таштар менән уратылған. Башымдан бер генә уй үтте: менә алмаясаҡмын".
Платоға килеп еткәс, саҡ ҡына ҡалған һымаҡ, әммә ошо 300-500 метр ара хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана, сөнки ҙур таштар буйлап менергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта таштарға аяҡ терәү менән көс артҡанын һиҙәһең. Ғәҙәти һуҡмаҡтан атлауға ҡарағанда таштар буйлап барыу, таштан-ташҡа һикереү, йүгереү еңелерәк. Бәлки, Ирәмәлдең көсө тап ошо таштарҙа булғанлыҡтандыр? Сөнки улар ябай таш түгел, ә тотош мәрмәр һәм кремень.
"Иртән бөтөн тән һыҙлай, аяҡтар өйкәлгән, ауыртмаған ер юҡ. Тау башына ҡарайым да, саҡ иламайым: менә алмаясаҡмын. Кирегә йыйына башланым, ә күңелде нимәлер өйкәп тора: 3000 километр юл үтеп килдем, тауға артылдым... һәм башына менеп етә алманым... Ҡапыл артымда ҡустым Александрҙың тауышын ишетәм: "Коля, тауға менмәһәң, һин бит үҙеңде ихтирам итмәйәсәкһең. Хәҙер кире боролоп китһәң, барлыҡ тормошоңдо ҡыйратасаҡһың. Күпме ер үттең, тауға килдең һәм саҡ ҡына ҡалғас менеп етмәнең. Мин һине алып менәм. Биштәреңде ҡалдыр шунда. Киттек!" Һәм һын алға үтте һәм мине тауҙың өстән бер өлөшөнә тиклем артынан эйәртеп алып барҙы. Мин биш ташты үтәм дә ял итәм, биш ташты үтәм дә ял итәм. Ниһайәт, тауҙың башына менеп еттем. Яйлап уны тулыһынса урап сыҡтым".
Ирәмәлгә, ысынлап та, әгәр тау уға рөхсәт итә икән, теләгән кеше менә ала. Әгәр кемдер быға лайыҡ булмаһа, хатта платоға килеп еткәс тә менмәҫкә меңдәрсә сәбәп табылыуы, тәбиғәт күренеше ҡамасаулауы ихтимал. Беҙҙең төркөмдә иң оло турисҡа 72 йәш булһа, хатта 80 йәшлектәрҙең дә менеү осраҡтары юҡ түгел. Был юлы иһә йәштәр, балалар бик күп ине.
Онотоп торам: пирамидалар! Ирәмәлдә улар 13. Мысыр пирамидаларынан ныҡ айырылалар, сөнки уларҙы туристар тау башындағы таштарҙы алып төшөп төҙөгән, әммә шундай уҡ ҡеүәтле көскә эйә, тиҙәр. Ысынмылыр - әйтә алмайым, әммә Ирәмәлгә һәм пирамидаларға туристар ағымы йылдан-йыл арта. Бында бер тапҡыр булған кеше ҡабат тағы ла киләсәк. Ирәмәлдең тартыу көсө шулай.
"Миңә Ирәмәл оҡшаны. Хәҙер бына икенсе тапҡыр күтәрелергә ниәтләйем. Беренсе тапҡыр, моғайын, бәлки, тау мине аңламағандыр йәки мин уны. Нисек кенә булмаһын, бында ниндәйҙер мөғжизә бар.
Кисә һеҙ түңәрәккә тороп, тауға менергә әҙерләнгәндә, мин шуны аңланым: баҡтиһәң, миндә кире, насар тойғолар шул тиклем күп икән, һәр саҡ шулар эсендә йәшәгәнмен, шуға онкология барлыҡҡа килгән дә инде. Бөгөн дә һеҙҙең менән аралашыу оҡшаны, тормошобоҙға үҙебеҙ хужа, барлыҡ энергетика ағымдары менән идара итә алабыҙ икәнлеген аңланым. Бары тик беҙ улар менән файҙалана белмәйбеҙ..."
Ҡайтыр юл һәр саҡ еңелерәк һәм тиҙерәк үтелә, тиҙәр. Әммә Ирәмәлдән төшкәндә түгел. Бәлки, был тау башында үҙеңде ысын өйөңдә итеп тойоу, үҙеңдең тәбиғәт балаһы икәнеңде аңлау һәм ике, өс төрлө стандарттар менән йәшәүсе ике йөҙлө яһалма тормошҡа кире ҡайтҡы килмәгәнлектәндер? Һәм аҙым һайын: "Саҡ ҡына ҡалды. Иң мөһиме - шишмәгә етһәң, тереһыу эсерһең, йыуынырһың, көс өҫтәлер..." - тип үҙ-үҙеңде өгөтләйһең. Шулай уҡ лагерҙа тәмле киске аш, турист мунсаһы көтөүе күңелде йылыта. Тамаҡ туйҙырып, эҫеһе шартлап торған мунсала ҡайын, шыршы ботаҡтарынан бәйләнгән миндек менән сабынып, Төлөк йылғаһының һалҡын һыуына сумыу барлыҡ арыуыңды ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығара бит! Мунса ҡөҙрәтеме, көйләнешме, әммә иртән мускулдар ауыртыуы һиҙелмәне. Хатта, Ирәмәлгә тағы менәйекме, тип шаяртып та алдыҡ.
"Мунса иҫ киткес булды! Һуғыш ваҡытында партизан олатай-өләсәйҙәребеҙ ер ҡаҙып, шуға оҡшаш нимәлер эшләгән, әммә бындай мунсаны тәүгә күрәм. Йүнләп йоҡлай алмай инем, мунсанан һуң иҙерәп йоҡлағанмын... Шулай уҡ һеҙҙең үлән сәйе бик оҡшаны.
Миңә Ирәмәл менән дуҫлашырға кәрәк. Яралар төҙәлгәс, ҡабат күтәреләсәкмен, уны тыңлармын, бәлки, һөйләшергә теләр. Тағы ҡайҙалыр йүнәлеш бирһә, артабан юлымды дауам итермен. Юл күрһәтмәһә инде, ҡайтырға тура килер". Көндөң болотло булыуы Ларкино тарлауығына барып һыу инергә ҡамасауламаны. Бындағы хозурлыҡты яҙып та, фотоға төшөрөп күрһәтеп тә аңлатып булмай. Бары тик ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла килеп, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Әммә ошо матурлыҡҡа оҙаҡ һоҡланырға ваҡыт юҡ - әкиәттән ысынбарлыҡҡа ҡайтырға кәрәк. Был сәфәр тағы ла нимәһе менән хәтерҙә ҡалды: ҡояшта ла ҡыҙындыҡ, тау йылғаһында һыу ҙа индек, елдә лә елләнек, ҡойма ямғырға ла эләктек. Башҡа ваҡытта булһа, бәлки, кемдер һуҡраныр ҙа ине, әммә Ирәмәлдә кире тойғоларға урын юҡ -тәбиғәттең барлыҡ күренештәренә ҡыуандыҡ, сөнки тәбиғәт беҙҙе үҙе шулай таҙарындырҙы! Әкиәт инде... Ә, бәлки, мажаралыр?.. "Бығаса башҡорттар менән аралашырға тура килмәне. Әммә һеҙ ҙә БР-ҙан, мин дә БР-ҙан, был үҙе үк яҡынайта. Төркөмөгөҙҙә кешеләр шундай яҡшы, шат, ихлас, изге күңелле! Яңғыҙым күңелһеҙләнеп, һыҙланып ятыр инем. Һеҙ килдегеҙ ҙә, тормош икенсе юлдан тәгәрәне: кемдер пластырь килтерә, кемдер башҡа нәмә... Иҫ китерлек! Хатта шундай мажараға тарығаныма шатмын да. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә! Ирәмәлгә рәхмәт! Бөйөк көскә рәхмәт! Уңышлы, бәхетле, сәләмәт булығыҙ!"

Әйткәндәй...
Ирәмәлгә сәйәхәт тураһында яҙырға ниәтем юҡ ине. Ә инде Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһынан килгән Николай Кустовскийҙы осратып, уның менән аралашҡандан, уны тыңлағандан һуң, "мейеләге компьютерҙа" бына шундай "форматҡа тура килмәгән" файл пәйҙә булды. Бәлки, был юҡҡа түгелдер, сөнки Ирәмәл уның саҡырыуын ишеткән һәм уны тыңларға әҙер булған кешеләрҙе магнит кеүек тартып тора. Ә инде ошо бейеклекте артылғандарҙың фекерләүе, донъяға ҡарашы тамырынан үҙгәрә. Һәм улар бер ваҡытта ла элекке булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта мин дә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.18 | Ҡаралған: 769

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru