«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТАЙҘАР МАЙҘАН ТОТТО
+  - 

Ошо арала Белорет районы Ботай ауылында Ҡатай йәштәре слеты булып үтте. Республиканың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, муниципаль район хакимиәте һәм уның мәҙәниәт идаралығы ойошторған VII "Иҙел башы этнофорумы" сиктәрендәге был сара район биләмәһендә быйыл етенсе тапҡыр уҙғарылды. Байрамға Ҡурған, Мурманск, Силәбе өлкәләренән, Пермь, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Нижневартовск ҡалаларынан, Баймаҡ, Учалы, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарынан, аныҡлап әйткәндә, 13 төбәктән һәм республиканың 34 районынан бөтәһе 3 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе форумдың мәртәбәһен арттырҙы.

Байрам Ботай ауылының Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙары иҫтәлегенә сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, илебеҙҙе дошман яуынан һаҡлау өсөн 51 ир-егетен һуғышҡа оҙатҡан. Үкенескә, ошо яугирҙарҙың ни бары 27-һенә генә тыуған еренә әйләнеп ҡайтырға насип була. Батырҙарҙы иҫкә алғандан һуң ҡунаҡтар "Зәйтүнә" мәсетен асыу сараһында ҡатнашты. Мәсет эшҡыуар Рәүил Вәлиев ярҙамы менән төҙөлгән. Эшҡыуар ауылдаштарының әүҙем, дәртле булыуын билдәләп, үҙ башланғысын күтәреп алыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төп байрам сараһы Белорет ҡурайсылары башҡарыуында "Урал" көйө менән башланып китте. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев барыһын да байрам менән ҡотлап, сараны асҡас, ырыуҙың 7 данлыҡлы кешеһен билдәләп үтте. Иҙел ҡатайы Әсхәт Хәйернуровҡа - "Ҡатай ырыуы аҡһаҡалы", ҡоҙғон ҡатайы Ринат Ғайсинға - "Ирәмәл тауына ҡатай байрағын ҡуйған өсөн", Мәхмүт ауылынан Асҡаровтар ғаиләһенә - "Сит вәкил булараҡ ҡатай ырыуын популярлаштырыу өсөн", "Еңгәләр" халыҡ фольклор ансамбленә - "Иң яҡшы ҡатай фольклор ансамбле", Йөйәк ауылынан Ринат Шәйбәковҡа - "Ҡатай ырыуы тарихсыһы", Сермән ауылынан Рәүеф Мәғәфуровҡа - "Ҡымыҙ әҙерләү традицияларын һаҡлағаны өсөн", Фәнил Абдуллинға "Хоҙайбирҙе ауылы традицияларын һаҡлағаны өсөн" дипломдарын тапшырҙы. Наградлау барышында Рәнис Рәйес улы Үткәл ауылының фольклор ансамбленә милли традицияларҙы уңышлы үҫтереүе өсөн 10 ҡумыҙ бүләк итте. Был көндө байрамға йыйылыусылар Динислам Сәлихов башҡарыуында ҡатай ырыуы гимнының премьераһын да тыңланы.
Форум программаһына ярашлы, бик күп конкурстар ҙа уҙғарылды. Төрлө йүнәлештә үҙ һәләтен, оҫталығын һынап ҡарарға теләүселәр ҙә күп булды. Мәҫәлән, "Ҡатай һылыуы" конкурсында 12 ҡыҙ ҡатнашты. Телгә маһирлыҡта, ҡул эштәренә, аш-һыуға һәм дә йыр-бейеүгә оҫталыҡта Белорет районы ҡыҙҙары менән берлектә Балаҡатай, Ҡыйғы һылыуҙары ла көс һынашты. Һөҙөмтәләр буйынса Әзекәй ауылынан Дилбәр Ғиззәтуллина - III, Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылынан Элина Хөснөтдинова - II урын алһа, Межгорье ҡалаһынан Эльвина Абдрахманова I урынға лайыҡ булды. Ә бына Ботай ауылы һылыуы, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Зөлфиә Сәғәҙәтова Гран-при хужаһы тип табылды. 12 һылыуы булған байрамдың 12 батыры ла табылды. Был егеттәр 5 килограмдан 85 килограмға тиклем таш күтәреү конкурсында таҫыллығын, көсөн һынаны. Конкурстың икенсе этабында Рим Вәлиуллин 45 килограмлыҡ ташты 40 тапҡыр күтәреп, еңеүсе булһа, II урынды 34 тапҡыр күтәреп, Дим Вәлиәхмәтов менән Заһир Ноғайғолов, III урынды Вәғиҙ Фәхретдинов (33 тапҡыр) алды. Ә инде "Ҡатай батыры", йәғни ат өҫтөндәге көрәштә (һыбайлылар көрәше) Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Винарис Вәлиев - I, Мәхмүт ауылынан Рим Вәлиуллин - II урынға сыҡты, ә Ботай ауылы егете Самат Ҡотлобаев III урынға лайыҡ булды.
Ғәҙәттә, бар яҡтан да өлгөлө ғаиләләр уңған ҡуллы, тырыш ҡыҙҙар һәм көслө, батыр егеттәр тәрбиәләп үҫтерә. Байрамға килеүселәр бының нәҡ шулай булыуына "Йәш ғаилә" конкурсында үҙ күҙҙәре менән күреп инанды. Унда Өфө ҡалаһынан Хызыровтар һәм Ҡыйғы районының Алағуза ауылынан Лоҡмановтар ғаиләһе иң матур йәш ғаилә тип табылды. Ә инде ошо ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар: "Булыр бала биләүҙән", "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр" тигән мәҡәлдәрҙең ни тиклем тапҡыр булыуын раҫланы.
Бөгөнгөңдө лайыҡлы дауам итеп, киләһе быуынға ышанып тапшырыр вариҫтарың юҡ икән, тимәк, киләсәгең дә юҡ, тигән һүҙ. Был йәһәтттән Ҡатай ырыуына борсолорлоҡ урын юҡ. Төрлө конкурстар барышында был тоҡомдоң бынамын тигән ул һәм ҡыҙҙары үҫеп килеүе лә асыҡланды. Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең бар яҡлап та булдыҡлы, әүҙем булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, "Йәш ҡатай" конкурсында үҙ һәләттәрен күрһәтеп, Наҙгөл Мөхәмәтдинова - I, Миләүшә Ғиниәтуллина менән Батырхан Мөхәмәтдинов - II, Евгений Ғәләүетдинов һәм Раушания, Фәтих Миһрановтар III урын алды.
Кискеһен Ҡатай ырыуы йәштәре байрамын республика йондоҙҙарының сағыу концерты һәм киске дискотека дауам итте. Шулай итеп, VII "Иҙел башы этнофорумы"ның был сараһы ла шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Уны матур итеп, юғары кимәлдә алып барған ойоштороусыларҙың, айырыуса Егәҙе ауылы хакимиәтенең тырышлығын айырым билдәләп китергә мөмкин. Үҙ эсенә күңел асыуҙы, йыр-бейеүҙе генә түгел, ә тағы ла киңерәк мәғәнә - тарихты киләсәк быуынға тапшырыуҙы, күсәгилешлек булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған форум киләһе йылдарҙа ла бәҫен төшөрмәҫ, әһәмиәтен юғалтмаҫ, тигән ышаныс ҙур. 2019 йылда был сара шулай уҡ ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәгән Ҡыйғы районы Абзай ауылы биләмәһендә уҙасаҡ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА./b>

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.18 | Ҡаралған: 783

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru