«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА УҢЫШТАР, ҠАҘАНЫШТАР ЮЛДАШ БУЛҺЫН!
+  - 

Башҡортостан Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр. Хәбәр ителеүенсә, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 479,8 мең кеше, был 2017 йылға ҡарағанда 12,7 меңгә күберәк. Беренсе класс уҡыусылары иһә 53 мең, уҙған йылға ҡарағанда яҡынса 700 балаға күп.
Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 128 муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһына быйыл 117 мең уҡыусы белем алырға киләсәк, уларҙың 14 меңе - беренсе синыф балалары.

Башстат Рәсәй Мәғариф министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостанда 1318 мәктәп иҫәпләнгән, уларҙа 468 меңдән ашыу кеше белем алған. Юғары кимәлдәге программалар буйынса гимназия кластарында - 49 меңдән ашыу, лицей кластарында - 40 мең, айырым фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү кластарында туғыҙ мең самаһы бала уҡыған. Уҡыусыларҙың төп өлөшө дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә белем алған. Башҡортостанда 1,1 мең уҡыусы йәки уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 0,2 проценты дәүләткә ҡарамаған мәктәп хеҙмәттәре менән файҙаланған. Республикала белем биреү рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт телдәрендә алып барыла. Бынан тыш, мари, мордва, немец, украин, латыш телдәре фән булараҡ өйрәнелә.
Студенттар һанына килгәндә, әле Башҡортостанда 112 белем биреү ойошмаһы иҫәпләнә, шуларҙың етәүһе - шәхси. Улар урта звено белгестәрен һәм квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә. 2017-2018 уҡыу йылында 74 меңдән ашыу студент урта звено белгестәрен әҙерләү программалары буйынса урта һөнәри белем алған. Квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса - 28 меңгә яҡын студент. Республика вуздарында, уларҙың икәүһе дәүләткә ҡарамай, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарының 22 филиалында 103,6 мең студент белем алған. Дәүләт вуздарында - 95,8 мең кеше, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарында - 7,8 мең, тип белдерҙе статистиктар.
Һәм тағы. Беренсе класс уҡыусылары быйыл 33 аҙна, 2-8 кластар - 35 аҙна, өлкән кластар 34 аҙна уҡый. Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә; ҡышҡыһы 31 декабрҙә башлана һәм 13 ғинуарҙа тамамлана; яҙғыһы 24 марттан 31-нә тиклем, йәйгеһе ғәҙәттәгесә 1 июндә башлана һәм яңы уҡыу йылына тиклем дауам итә. Шулай уҡ уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен түбәндәге байрамдар уңайынан ял көндәре көтә: 11 октябрь - Башҡортостан Республикаһы көнө, 4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө, 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, 9 май - Еңеү көнө, 4 июнь - Ураҙа байрамы, 12 июнь - Рәсәй көнө, 12 август - Ҡорбан байрамы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.18 | Ҡаралған: 823

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru