«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОНДА КАНИКУЛДАР БУЛМАЙ ЙӘКИ АШАҒАН БЕЛМӘЙ, ТУРАҒАН БЕЛӘ
+  - 



Йылға туҡтауһыҙ ағыуын дауам итһә лә, яҙғы ташҡындар булып торһа ла, заманалар үтһә лә, асылда, һыу шул уҡ һыу булып ҡала. Йәғни тормоштоң үҙ ҡанундары. Бары тик үҙебеҙ генә тормошобоҙҙо шул йылғаға яраҡлаштырырға, көнитмешебеҙҙе яҡшыртырға тырышабыҙ, йылға менән мөнәсәбәтебеҙҙе көйләгән ҡағиҙәләр ҡабул итәбеҙ. Ҡағиҙәләр рәсми телдә закон тип атала. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәбеҙҙе закондар хаҡында ғына ҡорорға тырышҡайныҡ, тормош хаҡында һөйләшеү килде лә сыҡты. Тимәк, закондарыбыҙ тормошобоҙҙан айырылғыһыҙ.

Зариф Закир улы, беҙҙең халыҡта шундай бер әйтем бар: ашаған белмәй, тураған белә. Ысынлап та, ашаған һәр бер кеше, дөйөм табаҡта минең дә өлөшөм бар, тип уйлай, ә тураған кеше тигеҙ итеп, барыһын да мәхрүм итмәҫкә тырыша. Һеҙ ана шул тураусы ролендә, йәғни Дәүләт Думаһында закон сығарыусы, граждандарҙың мәнфәғәтен, хоҡуҡтарын яҡлаусы, бурыстары барлығын иҫтәренә төшөрөүсе. Шул уҡ ваҡытта һеҙ беҙ белмәгән күп кенә проблемаларҙы барлыҡ нескәлектәренә тиклем аңлайһығыҙ. Асылда, һеҙ бер үк нәмәне - дәүләт бюджетын - турайһығыҙ. Ашаған кеше һәр ваҡыт, миңә күберәк бирергә тейештәр, тип уйлай, әммә ундай мөмкинлек юҡ. Барлыҡ ҡапма-ҡаршылыҡтар шул юҫыҡта килеп сыға. Ошо хәлегеҙгә ниндәй аңлатма бирәһегеҙ?

- Әлбиттә, бер ваҡытта ла депутат булырмын тип уйламағайным. Әммә был вазифаны йөкмәгәс-йөкмәгәс, ысынлап та, дәүләт бюджетының граждандарҙың мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итеүсегә, шуның буйынса закондар сығарыусыға әйләнергә тура килде. Халыҡ менән тәүге осрашыуҙарҙа уҡ уларҙың теләктәрен, проблемаларын яҙып барҙым. Шуларҙың яртыһынан күберәген, ҡайһыларын закон рәүешендә, ҡайһыларын булған закондарға төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индереү юлы менән, тормошҡа ашырҙым. Һәр хәлдә, һәр районда, ауылда бирелгән наказдар буйынса яуап тота алам. Нисек кенә булмаһын, мин үҙемде һаман да ауыл кешеһе итеп тоям. Шуға ла ауылдың, ғөмүмән, кешеләрҙең проблемалары миңә яҡшыраҡ аңлашыла, улар миңә яҡыныраҡ һәм был халәтем депутат эшмәкәрлегемдә лә ярҙам итә. Оҙаҡ йылдар Өфөлә судъя, ябай суд приставы, һуңынан шул хеҙмәттә етәксе булып эшләүем кешеләрҙең тормош проблемаларын ныҡлап аңларға ярҙам итә.

Кесе өйгә нимә кәрәк булһа, оло өйгә лә шул кәрәк, тиҙәр. Беҙҙең республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы тәҡдим иткән ҡарарҙар Дәүләт Думаһы кимәлендә ҡабул ителгәне бармы?

- Дәүләт Думаһы фекеренсә, беҙҙең Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай иң әүҙем эшләгән төбәк парламенты иҫәпләнә. Мәҫәлән, транспорт һалымын түләүҙән баш тартыусыларҙың водитель таныҡлығын ҡулланыуын сикләүгә бәйле законды беҙҙең парламент тәҡдим итте. Ул законды урын-еренә еткереп ҡабул итергә генә ҡалды. Беҙҙең республика тәҡдим иткән тағы бер закон туберкулез менән ауырыған кешеләрҙе башҡаларҙан айырып дауалау тураһында. Был законды ҡабул иттек. Әгәр ҙә хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәһә, ул эшләгән ойошманы, учреждениены тикшереү өсөн хоҡуҡ бирелеү мәсьәләһен дә беҙҙең республика депутаттары күтәреп сыҡты. Һанай китһәң, бик күп закондар Башҡортостан инициативаһы менән тормошҡа ашты. Был, әлбиттә, беҙҙең депутаттарҙың халыҡҡа яҡыныраҡ тороуы, шуға ла уларҙың проблемаларын нығыраҡ аңлауы тураһында һөйләүсе күрһәткес.

Һеҙ халыҡ менән осрашыуҙарға күп йөрөйһөгөҙ. Ауылдарҙа, ҡалаларҙа булғанда бигерәк тә ниндәй проблемалар менән йышыраҡ осрашырға тура килә?

- Ярты йыл һайын һәр бер район һәм ҡалала йөрөп, һайлаусылар менән осрашам. Улар алдында отчет яһайым. Һорауҙарға яуап бирәм. Күп кенә һайлаусыларҙың финанс яғынан наҙанлығы хаҡында әйтеп үтергә теләйем. Ябай халыҡ аңын-тоңон белмәйенсә, микрофинанс ойошмаларынан аҡса ала. Мәҫәлән, 5-10 мең һум алғандар һуңынан 100 мең һум түләүле булып ҡала. Аҡса алыусылар килешеүҙәге ваҡ хәрефтәр менән яҙылған шарттарҙы уҡый һалып бармай. Әле беҙ Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡараған законда бындай ойошмаларҙың проценттарын сикләү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Әйтәйек, аҡсаға мохтажлығы булған кеше 10 мең һум алды икән, ваҡытында түләй алмаған осраҡта ла бурыс суммаһы пеня-проценттары менән 15 мең һумдан күп булырға тейеш түгел. Әлбиттә, бындай осраҡта кешенең үҙ аҡылы булһын ул, инереңдән алда сығырыңды уйла, тиҙәр бит.
Бер нисә ай элек миңә Бөрйән районының Байназар ауылынан хат килде. Унда участка дауаханаһын ябырға йөрөүҙәре хаҡында әйтелгәйне. Барҙым, тәүҙә район хакимиәт башлығы менән һөйләштем, ул хатта яҙылған мәғлүмәттең дөрөҫ түгеллеге хаҡында белдерҙе. Ауылға барып, участка дауаханаһы табиптары, халыҡ менән осрашып һөйләштек. Барыһы ла аңлашылды. Участка дауаханаларын ябалар, тигән хәбәр ауыл халҡында ҙур борсолоу тыуҙырған булып сыҡты. Халыҡты тынысландырҙыҡ. Уларға тағы ла шуны аңлатырға тура килде: яңыраҡ ҡабул ителгән законға ярашлы, участка дауаханаһын, медицина учреждениеһын халыҡтың теләгенән тыш яба алмайҙар.
Тағы бер мәсьәлә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы, әгәр ҙә ғаилә фатирға мохтаж икән, тәүге бала тыуғандан һуң уларға 300 мең һум аҡса түләнә. Миңә Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ яғынан йәш ғаиләләр мөрәжәғәт итте. Баҡтиһәң, шул төбәктә йәшәүселәрҙең балалары Магнитогорск ҡалаһының бала табыу йортонда тыуһа, был аҡса түләнмәй. Сөнки тәүге положениеға ярашлы, бала мотлаҡ республикала тыуырға тейеш ине. Күптән түгел был положениеға үҙгәрештәр индерелде, йәғни ата-әсәһе республикала йәшәһә, балаһы ҡайҙа тыуыуға ҡарамаҫтан, уларға ошо сумма түләнәсәк. Икенсенән, был аҡса бирелеүе хаҡындағы танытма алты айҙан ғәмәлдән сыға ине. Был ваҡыт эсендә ғаиләнең йорт төҙөргә йәки йорт һатып алырға өлгөрмәүен иҫәпкә алып, срок туғыҙ айға тиклем оҙайтылды. Өҫтәүенә, кире ҡайтарылған йә дөрөҫ тултырылмаған документтарҙы яңынан тапшырыу срогы 1 сентябргә тиклем оҙайтылды. Бөгөнгә ике меңдән ашыу ғаилә танытма алып өлгөргән. Рәсәйҙә бындай суммалағы ошондай түләү бер ерҙә лә юҡ.

Һеҙ иғтибар иткәнһегеҙҙер, быйыл йәй Өфө урамында, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, ауырлы ҡатындарҙы йыш осратырға була. Был күренеште льготалы ипотека хаҡындағы закондың барлыҡҡа килеүе менән дә бәйләргә мөмкин бит. Шулаймы?

- Әлбиттә. Ошо көндәрҙә "Юлдаш" радиоһы, телевидение аша ошо закон буйынса сығыш яһағайным. Закон ҙур резонанс тыуҙырҙы, бик күп кешеләр шылтыратты. Законға килгәндә, үткән йылдың декабрендә РФ Хөкүмәтенең ҡарары нигеҙендә 2 һәм 3 балалы ғаиләләргә 6 процентлы ташламалы ипотека бирелә. Бының өсөн бюджеттан 600 миллиард һум аҡса бүленә. 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балаларға ғына ҡарала бындай ташлама. Алда төҙөлгән килешеүҙәр үҙгәртелмәй. Бындай ярҙам беҙҙең илдә бер ҡасан да булмаған. Был закон буйынса ташламалы ипотека икенсе бала тыуғас, өс йылға тиклем бирелә лә, өсөнсө бала тыуғас, тағы ла биш йылға оҙайтыла. Дөйөм алғанда һигеҙ йыл килеп сыға.

"Енәйәти эҙәрлекләнеүҙәрҙән граждандарҙы яҡлау тураһында"ғы закон буйынса ла аңлатма биреп үтһәгеҙ ине?

- Элек бер кешегә енәйәт эше асылып, күпмелер ваҡыттан һуң уны туҡтатһалар, ике-өс йыл үткәндән һуң йәнә енәйәт эшен кире асалар ине. Шул сәбәптән кеше ҡурҡып йәшәне. Шундай хәлдәр булмаһын өсөн беҙ прокурорҙарға һәм тәфтишселәргә енәйәт эшен бер йыл эсендә генә киренән асыу мөмкинлеген ҡалдырҙыҡ. Айырыуса осраҡ булған хәлдә енәйәт эшен асыуҙы суд ҡына хәл итә ала.

Автомобиль ҡараҡтарына ҡарата ла законға үҙгәрештәр индергәнһегеҙ икән...

- Элек автомобилде ҡыуып алып киткән кеше тотолған хәлдә лә, килтерелгән зыян өсөн (бер ергә бәрелһә, йәки автомобилде ташлап китеп, кемдер запчастарын тиреп алһа) түләтеп булманы. Һөҙөмтәлә автомобиль хужаһы зыян хаҡын ала алмай ине. Ул законға үҙгәрештәр индерҙек. Уның буйынса, автомобилде ҡыуып алып китеүсе килтерелгән зыян өсөн түләргә бурыслы.

Туған телдәрҙе уҡытыу тураһындағы закон ҙур резонанс тыуҙырҙы. Был законға мөнәсәбәтегеҙ нисек?

- Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң? Белеүегеҙсә, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына (ФГОС) илебеҙ субъекттарының дәүләт телдәрен уҡытыу индерелмәгәйне. Закон проекты Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгәс, Башҡортостанда эшсе төркөм булдырылды, уның составына Дәүләт Думаһы депутаттарынан Зөһрә Рәхмәтуллина менән икебеҙ индек. Беҙ республика исеменән тәҡдимдәр әҙерләнек. Беренсенән, субъекттарҙың дәүләт телдәрен уҡытыу Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына индерелергә тейеш. Икенсенән, туған телде һәм республиканың дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ғариза йыл һайын түгел, ә ике тапҡыр - бала беренсе һәм бишенсе синыфҡа барғанда ғына яҙылырға тейеш. Был уҡытыу эштәрен алдан планлаштырыу йәһәтенән уңайлы, ата-әсәләрҙе лә йыш борсомаясаҡтар. Өсөнсөнән, уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, уҡытыусылар әҙерләү, туған телдә әсбаптар сығарыу һәм уларҙы лицензиялау өсөн милли телдәрҙе өйрәнеү концепцияһы булдырыу. Бынан тыш, Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында туған телдәрҙе яҡлау буйынса Федераль үҙәк булдырыу ҙа күҙаллана. Ә был бары Федераль үҙәк ярҙамы менән генә тормошҡа ашырылырға мөмкин. Ошо пункттар буйынса принципиаль ризалыҡ алғас, Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары әлеге закон проекты өсөн ыңғай тауыш бирҙе. Мин шәхси рәүештә тағы ла гимназияларҙы һаҡлап ҡалыу буйынса тәҡдим индергәйнем. Был мәсьәләгә килгәндә, уларҙың эшмәкәрлеге әле булған закондарҙа ҡаралған һәм быға бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ. Шуға күрә ҡабат был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтманыҡ.
Социаль селтәрҙә бер етәксе урында эшләгән кеше "Байғусҡаров туған телдәрҙе уҡытыуға ҡаршы", тип яҙып сыҡты. Был дөрөҫ хәбәр түгел. Мин мәктәптә химия, физика, биология фәндәрен башҡортса уҡыным, әммә үҙемде кешенән кәм тип һанаманым. Әрмегә киткәндә русса йүнләп белмәһәм дә, взвод командиры урынбаҫарына тиклем үрләнем, рус телен дә өйрәндем. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Ғаиләбеҙҙә туған телебеҙҙә генә аралашабыҙ. Ҡыҙым Гәлсәр бәләкәй сағында миңә русса өндәшһә, мин һине аңламайым, башҡортса әйт, ти торғайным. Бер мәл ҡыҙым: "Атай, һин русса беләһең бит, мин телефондан һөйләшкәнеңде ишеттем", - тип әйтеп һалмаһынмы.
Туған телдәрҙе өйрәнгән өсөн аттестатҡа өҫтәмә балл ҡуйырға кәрәк, тигән тәҡдим бар. Һәр хәлдә, Рәсәй Мәғариф министрлығы был тәҡдимгә ҡаршы сығыш яһаманы. Яңыраҡ ҡына Дәүләт Думаһының милләттәр мәсьәләһе буйынса комитет етәксеһе Илдар Ирек улы Ғилметдинов менән һөйләштем, көҙгә был мәсьәләгә кире әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

Ағымдағы йылда шулай уҡ ҙур резонанс тыуҙырған мәсьәлә - пенсия реформаһы. Бер кемгә лә сер түгел: иҡтисадты үҫтереп, етештереүсе предприятиелар төҙөп, күп эш урындары булдырып, ошоларҙан йыйылған һалым, пенсия фондына аҡса күсереүҙәр ярҙамында хәл ителергә тейешле ошо мәсьәләне анһат юл менән хәл итергә ынтылыу ҙа бар бында. Халыҡта был осраҡта "Итәк ҡырҡып ең ямау" тип әйтәләр. Белгестәр иҫәпләүенсә, әлеге реформа пенсия фондына бәйле проблеманы ваҡытлыса ғына хәл итәсәк, сөнки 5-6 йылдан һуң был мәсьәлә тағы ла килеп тыуасаҡ, ти. Ул сағында беҙгә пенсияға сығыу йәшен тағы ла арттырырға тура килмәҫме?

- Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙ пенсия реформаһы мәсьәләһен бер нисек тә урап үтә алмайбыҙ. Инерция буйынса тағы ла бер нисә йыл ғына шулай барасаҡ та, һуңынан пенсия түләү бер нисек тә мөмкин булмаясаҡ. Был мәсьәләне шундай хәл менән дә сағыштырырға мөмкиндер. Әйтәйек, ауыр сиргә дусар булған кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн дарыу, укол ғына етмәй, уға мотлаҡ рәүештә операция яһарға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, йәнәһе, халыҡтың 40 проценты пенсия йәшенә етмәйәсәк. 1927 йылда ғүмер оҙайлығы уртаса алғанда 42-43 йыл, 2000 йылда 65 йыл да 3 ай, шул иҫәптән ирҙәрҙеке 59 йыл булған. Әгәр ҙә ул саҡта ирҙәрҙең 60 йәштә пенсияға сығыуын иҫәпкә алһаҡ, бер ир ҙә пенсияға сыға алмаған, тигән һүҙ. Әммә улай булмаған бит. Бөгөн уртаса ғүмер оҙайлығы 73,5 йыл тирәһе. Әлбиттә, кемдер пенсияға тиклем йәшәй алмауы ла бар. Ғалимдар иҫәпләүенсә, кешенең ғүмер оҙайлығы 20 процентҡа гендарҙан, ҡалған 80 проценты үҙенән тора. Мин ни өсөн был реформа өсөн тауыш бирҙем һуң? Беренсенән, хәҙер түләнгән пенсиялар, ысынлап та, бик аҙ. Шуға күрә лә пенсияға сығыусыларҙың яртыһы һаман да эшләүен дауам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, 10-12 мең һум аҡсаға кеше барыбер ҙә йәшәй алмай. Тағы ла бер мәсьәлә: пенсияға сығыр алдынан да кешегә эш кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә эш таба алмаһа? Бөгөн республикала эшһеҙлек буйынса пособие айына 4900 һумға тиклем тәшкил итә. Был бик аҙ. Шуның өсөн беҙ федераль ҡаҙнанан кешегә күберәк пособие түләнһен өсөн өҫтәмә аҡса бүлеүҙе һораныҡ һәм Рәсәй Хөкүмәте менән килештек. Пособие йәшәрлек булырға тейеш.
Хәҙерге ваҡытта 1 пенсионерға 1,8 эшләүсе кеше тура килә, ә элек 4,5 эшләүсе кешегә 1 пенсионер ине. Ә инде рәсми теркәлгән эшләүселәрҙе алып ҡарағанда, 1 пенсионерға 1,2 эшләүсе килеп сыға. Дөйөм халыҡтың 37 проценты пенсионерҙар булған хәл бер илдә лә юҡ. Әлеге ваҡытта пенсия фондының аҡсаһы йылына 8 триллион тирәһе тәшкил итә. Шуның 3,5 триллион һум тирәһе дәүләт ҡаҙнаһынан бирелә. Бөтә илдәрҙә лә пенсия фонды үҙаллы йәшәй, тик беҙҙең илдә генә пенсионерҙарға дәүләт ҡаҙнаһы ярҙам итә. Сөнки эшләүселәрҙең эш хаҡынан күсерелгән аҡса пенсионерҙарға түләргә етмәй. Беҙ илебеҙ бюджетының 20 процентын пенсия фондына күсереп торабыҙ. 2024 йылда уртаса ғүмер оҙайлығы - 78, 2030 йылда 80 йыл буласаҡ. Ул саҡта беҙҙә пенсияға сығыу ваҡыты донъя стандартына яҡынса тиң буласаҡ. Беҙҙең Рәсәй әлеге ваҡытта иң йәш пенсионерҙар иле булып һанала. Шул уҡ ваҡытта беҙ ауыл ерендә эшләп, хаҡлы ялға сығыусыларҙың пенсияһын 25 процентҡа арттырыу тураһында Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдим индерҙек.

Алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүгә бәйле закон да ҡабул ителде. Был хаҡта нимәләр әйтерһегеҙ?

- Эскелек ирҙәрҙең ғүмерен - 20, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмерен 17 йылға кәметә икән. Әгәр ҙә был зәхмәтте еңеп сыға алһаҡ, халыҡтың ғүмер оҙайлығы ла артасаҡ. Беҙҙең медицинаға киткән сығымдарҙың 25 проценты эскелектең һөҙөмтәһен дауалау өсөн китә. 25 процент - йөҙәр миллиард һум ул. Шуға күрә бер коллегам менән көҙгөлөккә закон әҙерләп ятабыҙ. Әлбиттә, был законға ҡаршылар күп. Закон кешене эскелектән мәжбүри рәүештә дауалау тураһында. Әгәр ҙә кеше үҙе риза булмаһа, бөгөнгө закондар буйынса уны мәжбүри дауалап булмай. Минең ҡарамаҡҡа, кеше алкоголизм менән ауырый икән, эскән килеш енәйәт ҡыла икән, тимәк, уны мәжбүри дауаларға кәрәк. Белгестәр, һеҙ бөтә кешене лә дауалай алмаясаҡһығыҙ, улар барыбер ысҡынасаҡ, тиҙәр беҙгә. 500 мең кешене дауалаған хәлдә лә, шуларҙың 250 меңе үҙ ғаиләһенә ҡайтып, айыҡ тормош менән йәшәй башлаһа, файҙаға ғына буласаҡ. Бының менән беҙ күпме ғаиләне һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ.

Эйе, депутат булараҡ замана сиренә - эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәшәһегеҙ. Һеҙ - йәмғиәтте айыҡтырырға ярҙам иткән закондар авторы ла.

- Һайлау алды кампанияһы барышында халыҡ эскелеккә йыш зарланды һәм закондар кимәлендә саралар күреүемде һорағайны. Шуға ла сәйәси эшмәкәрлегемдә заман афәтенә ҡаршы көрәш ҙур урынды ала. Контрафакт араҡы, көмөшкә һатыуға ҡаршы закон өҫтөндә эшләнем һәм ул ҡабул ителде. Элек спиртлы эсемлек һатҡан өсөн 1,5 мең һум ғына штраф түләйҙәр ине, ә хәҙер 30 мең һумдан кәм түгел. Тағы ла, бер йыл эсендә икенсе мәртәбәгә законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатҡан кешегә енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Дәүләт Думаһы өҫтәмә килем өсөн һалымды 20 процентҡа тиклем арттырыу тураһында закон ҡабул итеп, Хөкүмәткә тапшырҙы. Әммә был закон "күләгәләге иҡтисадты" тағы ла үҫтермәҫме, йәғни килемде йәшереү, конверт менән эш хаҡтарын таратыу күбәймәҫме?

- Һорау урынлы. Быйыл көҙ страховка взносы түләмәгән кешеләр тураһында закон ҡараясаҡбыҙ. Беҙҙә барлығы 82 миллион кеше хеҙмәткә яраҡлы иҫәпләнә, шуларҙың 53 миллионы ғына рәсми рәүештә эшләй. Ҡалған 30 миллион тирәһе һалым да, взнос та түләмәй, пенсия фондына аҡса ла күсермәй. Улар төҙөлөштә йә булмаһа кемгәлер ялланып эшләй. Әммә уларҙың балалары мәктәптә уҡый, улар юлдан йөрөй, ауырып китһәләр, дауаханаға баралар. Яңы закон буйынса ундайҙар дәүләткә түләргә бурыслы. Хәтерем яңылышмаһа, беҙҙең республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 19 миллиард һум тирәһе шундайҙарҙың страховкаһы өсөн түләнә. Ә ул аҡсаға күпме балалар баҡсаһы, мәктәп төҙөргә була. Бындай хәл менән килешеп буламы? Әйтәйек, минең өҙлөкһөҙ стажым 38 йыл тәшкил итә. Эшләмәгән бер көнөм дә булманы. Барлыҡ түләүҙәрҙе түләп барам һәм бының менән кемделер аҫрайым булып сыға. Әлбиттә, был ғәриптәргә ҡағылмай. Әгәр ҙә кемдер ҡайҙалыр эшләй, конвертта эш хаҡы ала икән, ул бит түләргә лә тейеш. Тағы ла оло кешеләр хеҙмәт урыны мәсьәләһендә яҡлаулы булырға тейеш. Мин үҙем, мәҫәлән, пенсиялағы кешеләрҙе һәр ваҡыт кире эшкә сығырға өндәнем. Уларҙың тәжрибәһе йәштәр өсөн кәрәк.

Һеҙ ҡабул иткән закондар барыһы ла үтәләме? Ни өсөн тигәндә, яҡшы закон ҡабул ителһә лә, ул эшләмәүе бар. Белеүебеҙсә, уларҙы хөкүмәт тормошҡа ашырырға бурыслы.

- Законға ярашлы, Дәүләт Думаһы закондарҙың үтәлешен тикшерергә бурыслы түгел. Мин халыҡтың һорауы буйынса ҡороған ағасты урмандан йыйырға рөхсәт биргән законды ҡабул итеүҙә ҡатнаштым. Закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Закондың үтәлешен контролдә тотоуымды ла һорай халыҡ. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләүгә бәйле закондың үтәлешен дә контролдә тотам, уның үтәлешендә ниндәй проблемалар барлыҡҡа килеүен күҙәтәм.

Ҡороған ағасты йыйған ваҡытта үҫеп ултырғандарын да ҡырҡырға мөмкиндәр бит. Ул ваҡытта нисек?

- Тап шуның өсөн дә урман хужалығы белгестәре был законды ҡабул итеүгә ҡаршы булды. Мин уларға: "Улайһа, егеттәр, әйҙәгеҙ бер нәмә лә эшләмәйек. Ағастар сереп ятһын, тап шул сәбәпле янғындар сыҡһын. Улай булмай, халыҡҡа ла ағас кәрәк бит. Контроль кәрәк буласаҡ, тикшерегеҙ, ҡарағыҙ. Ул һеҙҙең эшегеҙ..." - тинем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу, урманды таҙартыу урман хужалыҡтарының эше. Улар йығылған ағастарҙы йыйып һатырға тейештәр ине. Улар был эште тулыһынса эшләмәнеләр, сөнки көстәре етмәне. Яңыраҡ ҡына урманды тергеҙеү буйынса тағы бер закон ҡабул иттек. Бөгөн Рәсәйҙә йылына 1 миллион 100 мең тирәһе ағас ҡырҡыла. Яңы закон буйынса, күпме ағас ҡырҡылһа, шунсама үҫенте ултыртылырға һәм уларҙың үҫеп сығыуы контролгә алынырға тейеш. Ә беҙҙә ул 40 процентҡа ғына үтәлә.

Һалымдарҙы юҡҡа сығарыу буйынса ла закон ҡабул ителде шикелле...

- Былтыр 22 декабрҙә ҡабул ителде ул закон. Уның буйынса, кешеләрҙең 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем һалым түләү буйынса бурыстары юҡҡа сығарылды, икенсе төрлө әйткәндә, һалымдарға амнистия иғлан ителде.

Шундай философик һорау. Илебеҙ граждандары үҙҙәрен закон яғынан яҡлаулы һәм һаҡлаулы итеп тойһон өсөн ниндәй закондар кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ? Мәҫәлән, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында булғанда мышыларҙың ҡурсаулыҡ сиген үткәндән һуң арттарынан ҡыуа килеүсе һунарсыларға ҡаршы сығып баҫыуы хаҡында һөйләгәйнеләр. Ҡурсаулыҡ территорияһында уларҙы закон яҡлағанын хатта йәнлектәр ҙә белә икән...

- Әлбиттә, хәҙерге көндә барлыҡ закондар ҙа камил тип әйтеп булмай. Әммә бының өҫтөндә ентекле эш алып барыла. Тормош туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, уға ҡарап закондар ҙа үҙгәреш кисерә. Әле күпме закондар хаҡында һөйләп үттек, барыһы ла кеше хоҡуҡтарын яҡлауға арналған бит.

Әсәлек капиталы, балалар һанына ҡарап түләүҙәр индерелһә лә, "демографик шартлау" килеп сыҡманы. Йәғни, социаль шарттар кеше тыуыуына гарантия була алмай. Мәҫәлән, беҙ бәләкәй саҡта, атайҙар бер үҙҙәре генә эшләүгә һәм бәләкәй эш хаҡы алыуға ҡарамаҫтан, ғаиләләрҙә балалар күпләп тыуҙы. Ниңә хәҙерге заманда ярты миллион самаһы әсәлек капиталы түләп тә, баланы һатып алып булмай һуң?

- Һеҙҙең менән яртылаш килешәм, йәшәү кимәле юғары булған Европа илдәрендә лә балалар бик аҙ тыуа. Кеше ни тиклем яҡшыраҡ йәшәгән һайын, балалар һаны ла аҙыраҡ. Был - парадокс. Әммә беҙҙең халыҡта был йәһәттән шундай әйтемдәр ҙә бар, әйтәйек, "Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа" йәки "Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй".

Ошо уҡ һорауҙы мин дин әһеленә биргәнем булды...

- Ул нимә тине?

Киләсәге булмаған дәүләткә Аллаһы Тәғәлә бала ебәрмәй, тине.

- Улар бөтә нәмәне Хоҙайға япһара инде. Нимә тиҙәр әле: "Хоҙайға ышан, әммә үҙең дә тырыш".

Һеҙ Башҡортостанда тыуып-үҫкәнһегеҙ, эшләгәнһегеҙ. Хәҙер Мәскәү мегаполисында. Сит илдәргә сығып киләһегеҙ, илебеҙҙең башҡа төбәктәренә бараһығыҙ, сағыштыраһығыҙ һәм үҙебеҙҙең ысынбарлыҡҡа, Башҡортостанға, тыуған ауылығыҙға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайһығыҙ. Нисек күренә һеҙгә тыуған яғығыҙ? Үҙегеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр тояһығыҙ?

- Үҙгәрештәр бар инде ул. Сөнки күп кенә нәмәгә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайһың. Урыҫтар бар нәмә сағыштырғанда беленә тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, миңә тыуған яғым яҡын, киләсәктә лә мин Башҡортостанда йәшәйәсәкмен. Республикабыҙ бар яҡтан да матур, күркәм. Әгәр ҙә кеше ғүмер буйына ошонда йәшәһә, ситтә йөрөмәһә, йәшәгән еренең матурлығын аңлап етмәй.
Мәскәүҙә ваҡытлыса йәшәр өсөн фатир ҙа бирелде. Әммә мин унда ғаиләмде күсермәнем. Сөнки ҡыҙым киләһе йыл урта мәктәпте тамамлай. Уның Мәскәүҙә уҡыуын теләмәйем. Был ҡалала, бәлки, мөмкинлектәр ҙә күберәктер. Әммә барыһы ла ситкә китһә, республикабыҙҙы кемдәр күтәрә һуң? Яңылышмаһам, йыл һайын беҙҙең республиканан ике-өс мең йәш кеше ситкә китә. Уларҙың 90 проценты кире ҡайтмай, Мәскәүҙә, Питерҙа, Ҡаҙанда тороп ҡала. Аҡыллы, белемле йәштәр үҙебеҙгә кәрәк. Уларҙың яҙмышы тыуған еребеҙгә бәйле булырға тейеш.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Зариф Закир улы менән әңгәмәләшкәндән һуң тағы ла бер хәҡиҡәтте аңланыҡ: Законда каникулдар булмай. Дәүләт Думаһы депутаты үҙенең отпуск мәлендә һайлаусылары менән осрашыуҙар үткәрҙе, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаны. Шуға ла уны, депутаттарҙың иң әүҙеме һәм вайымлыһы, тиҙәр.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.18 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru