«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЫЯЛЛАНЫҒЫҘ БАРЫҺЫ ЛА ХЫЯЛДАН БАШЛАНА
+  - 



Кешенең иң матур сифаттарының береһе - хыяллана белеү. Тап хыялдар күңелдә ут тоҡандыра, арыу белмәйенсә тәүлегенә 20 сәғәт эшләргә көс бирә. Ҡыҫҡаһы, хыялдары булған кеше генә мөғжизә тыуҙырыу һәләтенә эйә. "Zainetdin" проекты авторы, мультиинстументалист, республика, Бөтөн Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты Заһир Зәйнетдинов та, барыһы ла хыялдан башлана, тип раҫлай. Йәш музыкант менән әңгәмәбеҙ ҙә уның ижад юлы, үҙенсәлекле проекты һәм, әлбиттә, хыялдары тураһында.

Заһир Зәйнетдиновты беҙ бейеүсе, ҡумыҙсы, ҡурайсы, КВН-сы итеп белә инек. Был һөнәрҙәрең һине "Zainetdin" проектына алып килде, донъя һине ошо исем менән таный. Уңышҡа илткән юл ҡатмарлы булдымы?

- Бәләкәйҙән мин үҙемде эҙләнем. Эстәге ниндәйҙер тойғо тынғы бирмәй торғайны. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатында уҡығанда бейенем дә, йырланым да, ҡурайҙа ла уйнаным, КВН-сы булып та киттем. Бөтөн нәмә ҡыҙыҡ ине миңә. Гимназияны тамамланым, тик аңлай алмайым: кем ул мин, ниндәй һөнәр эйәһе буласаҡмын? Бейеү буйынса уҡытыусым - бейеүсе, йыр уҡытыусыһы - йырсы бул ти, тромбон буйынса белем биргән остазым Мәскәүгә уҡырға бар, тромбонсы булырһың, тип кәңәш бирә. Шунда мин тәүге тапҡыр етди итеп киләсәгем хаҡында уйландым. Концерттар, шоу-программалар эшләгем килгәнен аңланым. Быларҙың барыһын да ойошторор өсөн белем дә, рухи ныҡлыҡ та кәрәк, шуға ла мин З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына режиссер һөнәрен үҙләштерергә юл тоттом. Оҙаҡ та уҡыманым, күңелгә нимәлер етмәй башланы. 5 йыл буйына уҡып ҡына ла ята ала инем, быйыл тамамлар инем, мине бер кем дә белмәҫ ине. Ошо ваҡытта режиссер дипломын тотоп, эш эҙләп йөрөгән булыр инем. Тик мин был һил һуҡмаҡтан бара алмай инем. Беренсе курста уҡ параллель рәүештә бизнес менән дә шөғөлләнеп ҡараным. Уларҙың ҡайһы берҙәре янды, ҡайһылары килем урынына зыян ғына килтерҙе, ҡайһыларында нимәлер сығарып ҡалдым. Әммә тәжрибә тупланым. Ике айға Сочиға йәшәргә киттем, Ҡаҙанға барып йәшәп тә ҡараным.

Яҙмыш һынауҙарына бирешеп бармау, төшөнкөлөккә бирелмәү кеүек сифаттарың да ярҙам иткәндер һиңә?

- Нимәлер булһа, ниңә улай булды һуң әле, тип уйланам. Тимәк, башҡасараҡ эшләргә кәрәк, йә был бөтөнләй минеке түгелдер тигән һығымта яһайым да, икенсе идея менән яна башлайым. Беренсе курстан һуң ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеүемде лә, Стәрлетамаҡ бейеү театрына барып, мине бейеүсе итеп алығыҙ, тип әйтергә ҡыйыулыҡ табыуымды ла ошоноң менән аңлатырға булалыр. Шул уҡ ваҡытта "Бытбылдыҡ" КВН командаһы менән уйнап йөрөнөм. Таңғы 6-ла Өфөнән Стәрлетамаҡҡа сығып китәм, кисен 5-7 тирәһендә тағы Өфөгә, репетицияға барам. Шул йылда беҙ чемпион булдыҡ. Машинам да юҡ ине ул ваҡытта, автобус менән йөрөнөм һәм бының бер ауырлығын да күрмәй инем, сөнки теләк ҙур булды. КВН да ҙур мәктәп ине минең өсөн, бейеү театры ла ҙур мәктәп, улар мине төрлө яҡлап үҫтерҙе. Тик ике йыл бейеп, бөтөн бейеүҙәрҙе, трюктарҙы өйрәнеп бөткәс, бейеү театрынан китергә булдым. Рөстәм Ғиззәтуллин менән танышып, ул мине гастролдәргә саҡырҙы. Бейеүсе, ҡурайсы, алып барыусы булыу өҫтөнә, мин йырлай башланым. Шулай ҙа был мин хыялланған кимәл түгеллеген аңлай инем. Ҙурыраҡ эштәргә тотонғо килә ине. Бер тапҡыр ҡумыҙҙа уйнап ултырғанда, ҡушылып уйнар өсөн ритмик музыка эшләргә кәрәк, тигән идея килде. Рөстәм Ғиззәтуллин менән бергәләп беренсе көйҙө яҙҙыҡ. Үҙебеҙгә лә оҡшаны ул, ниндәйҙер яңыса ҡараш булды. Дәртләнеп киттек, бер аҙна эсендә 4-5 көй эшләнек. Маҡсатыбыҙ - ҡайҙа ғына сығыш яһамайыҡ, тамашасы тороп, бейей башларлыҡ булырға тейеш ине. Ҡыҙыҡлы проект булмаҡсы тип, ихласлап тотондоҡ. Ошо уҡ мәлдә мин Айҙар Ғәлимовтың театр-студияһында эшләп йөрөнөм.
Бер нисә көй эшләгәс, Республика халыҡ ижады үҙәгенә барып, сит илдә үткән берәй фестивалдә ҡатнашырға теләк белдерҙек. Шулай итеп Таулы Алтайға барып ҡайттым. Сығышымдан һуң журналистар уратып алды, кем һеҙ, нишләп беҙ һеҙҙе белмәйбеҙ, тип һорайҙар. Сит тамашасыға оҡшай икән, тимәк, дөрөҫ юлдан барам, тип уйлап ҡайттым. Әлеге көндә көйҙәрҙе Мәскәүҙә яҙҙырабыҙ, сөнки сифат мотлаҡ булырға тейеш. Мин генә түгел, продюсер булараҡ Рөстәм Ғиззәтулин да бөтөн килемде ошо проектҡа һалабыҙ. Йыл ярым ваҡыт эсендә 15-ләгән сит илдә булып ҡайттыҡ, Өфөлә ҙур концерт булды, Башҡортостан буйлап гастролдәр үтте.

Сит ерҙәрҙә башҡорт музыка ҡоралдарына, башҡорт мәҙәниәтенә мөнәсәбәт ниндәй?

- Беҙ бер кемдән дә кәм түгелбеҙ, киреһенсә, Хоҙай тәғәлә беҙгә ҡурай кеүек уникаль музыка ҡоралы биреп, күңелдәребеҙгә моң һалып, беҙҙе күтәргән. Ҡурайға һоҡланмаған кеше юҡ. Әлбиттә, мин профессиональ ҡурайсы түгел, уны бар нескәлегендә тамашасыға күрһәтә лә алмайым. Был минең маҡсатым да түгел. Һис һүҙһеҙ, ҡурайҙа юғары кимәлдә уйнау өсөн күп шөғөлләнәм, был яуаплылыҡты ла үҙемдән алып ташламағанмын. Әлегә мин төрлө уйын ҡоралдары ҡулланып, шоу эшләйем. Сығышымдан һуң йәштәрҙең килеп, ҡурай бик модалы уйын ҡоралы икән, тип әйтеп китеүе лә беҙҙе ситтәр араһында танытыуға ҙур эш башҡара.
Эш башлағанда уҡ көйҙө ҡатмарлаштырғы килмәй ине. Ябай, еңел көйҙәр булһын тип уйланыҡ. Моңдоң бит теле юҡ, ниндәй генә милләт тыңлаһа ла, аңлай уны.

Маҡсат ҡуя, уға өлгәшә белеү атай-әсәй тәрбиәһенән дә киләлер, моғайын?

- Тыуған ерем - Мәсетле районы Һөләймән ауылы. Атайым менән әсәйем икеһе лә уҡытыусы, спортсы. Бик музыкаль ғаилә итеп беләләр беҙҙе бында. Зәйнетдиновтарҙың 74 кешенән торған ҡумыҙсылар ансамбле лә бар. Өләсәйем һөйләүенсә, йырламаһалар, мин йоҡламағанмын. Инде йоҡлап китте тип йырлауҙан туҡтаһалар, уяна ла ҡуям икән. Шуға алмашлап йырларға тура килгән уларға. Атайым ҡурай уйнап та йоҡлатҡан. Көн һайын өйҙә концерт ҡуя инек, атайым йырларға ла, бейергә лә, ҡурайҙа уйнарға ла өйрәтте. Ҡумыҙ буйынса уҡытыусым - Миңлеғәфүр ағайым. Атай менән әсәй беҙгә гел ышанды, хәҙер ҙә ышаналар. Дөрөҫ тип уйлайһың икән, эшлә, тиҙәр. Кәңәш тә бирәләр, әлбиттә, тик һайлау үҙебеҙҙән. Шуға ла минең үҙемә ышанысым да көслө, күрәһең.

Уңыш - ул тырышлыҡмы?

- Һис шикһеҙ. Миңә, ҡумыҙҙа уйнаһам да, уйнамаһам да эш хаҡы килеп тормай. Кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ эшләү өсөн тырышырға, репетициялар үткәрергә кәрәк. Тамаша залында 10 кеше ултырған ваҡыттар ҙа булды, ҡайһы саҡта кеше булмау сәбәпле, концерт булмаған осраҡтар ҙа булды. Ләкин мин туҡтаманым, килеп сыҡмай тип, ташлап ҡуйманым. Аллаға шөкөр, бөгөн ҡайҙа ғына барһаҡ та, залдар тулы. Беҙҙең видеоларҙы ҡарап, балалар концертҡа ҡурай, ҡумыҙ алып килә - был яҡшы бит! Шулай уҡ ут, тауыш, сәхнәне биҙәү өҫтөндә гел эшләргә кәрәк, сөнки был шоу. Гастролдәргә ҙур ҡоролмалар йөрөтәбеҙ, профессиональ тауыш, яҡтыртыу булһын, тибеҙ. Ғөмүмән, мин кимәлде төшөрөргә уйламайым, ҙур маҡсаттар ҡуйғанбыҙ алдыбыҙға. Башҡорттарҙы ситтәр әле аҙ белә, сөнки беҙ аҙ йөрөйбөҙ. Шуға ла эшләй торған эш күп әле. Бер кем дә еңел була тимәй, кемдер был юлда ауырлыҡтарға бирешәсәк, кемдер еңеүсе буласаҡ. Уңышлы кешеләр әйтә бит, иң мөһиме - теләк. Аҡса юҡ, тегеһе-быныһы ҡамасаулай тиһәң, ғүмер буйы нимәлер кәртә буласаҡ. Теләгең бар икән, күп уйламаҫҡа кәрәк. Шуға ла беҙгә был эшкә тотонорға һәм тырышырға ғына ҡала.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.18 | Ҡаралған: 676

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru