«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢДЫ АҠСА ҠОЛО ИТМӘ!
+  - 



Янсығыңды өйҙә "онот"

Әле бала һөйләшә лә белмәгән сағынан уҡ үҙе яратҡан тәмле туңдырма, кәнфит-сәтләүектәр ҡайҙа һатылғанын яҡшы белә. Һәр әсә, бигерәк тә өләсәйҙәр, баланың һораған тәм-томон, уйынсығын һатып алырға күнегеп китә. Кемдең балаһын ҡыуандырғыһы килмәһен инде! Пакемондар, телепузиктар, киндер-сюрприздар, сникерстар, таҫмалар, машиналар, музыкаль открыткалар...
Бәлки, сабыйығыҙҙың холҡо бындай иғтибарҙан боҙолоп та китмәҫ, шулай ҙа ул "нимә һорайым, шуны миңә алалар" тигән уйҙы бәләкәй саҡтан аңына һеңдереп үҫәсәк. Әлбиттә, был теләктәр бала ҙурайған һайын үҙгәреп торасаҡ. Иң мөһиме - теләгән нәмәһен шунда уҡ һатып алып, балағыҙҙы хыяллана һәм шатлана белеү тойғоһонан мәхрүм итәсәкһегеҙ.
Тиҙҙән балағыҙ өйҙә ҡунаҡ булғанда йәки телевизорҙа мауыҡтырғыс фильм барғанда ни өсөн ул йоҡларға тейешлеген дә аңламай башлаясаҡ. Китабынан айырып, уны магазинға икмәккә лә ебәрә алмаясаҡһығыҙ. Ҡасан булһа ла балағыҙҙың үҙ мәнфәғәттәренән бер нисек тә баш тартырға йыйынмауын аңлаясаҡһығыҙ.
Ләкин былар киләсәктә буласаҡ. Ә әлегә балағыҙ матур ҡаплы шоколад һатып алмағанығыҙ өсөн магазин уртаһында аҡырып илаймы? Бындай саҡта нимә эшләргә һуң? Был хәлдән сығыу юлы бер генә: урамға сыҡҡанда аҡса янсығын өйҙә "онотоп" ҡалдырыу. Шулай ғына сабыйығыҙҙы был насар ғәҙәтенән арындыра аласаҡһығыҙ. Әлбиттә, ял көнө паркка барғанда балағыҙға байрам яһап алырға ла ярай, тик көн һайын түгел.

Ғаиләлә кем һанай?

Ун алты йәшлек ҡыҙығыҙ бер көн килеп һеҙгә "Минең туфлийым 500 һум тора, ә һин үҙеңә ике меңлек аяҡ кейеме алаһың", тип үпкәһен белдерһә, "Мин кемде үҫтергәнмен!" тип, өмөтһөҙлөккә бирелергә ашыҡмағыҙ. Балағыҙ ата-әсәһенең тотонған аҡсаһын һанай башлаған икән, уйланырға урын бар. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: бәлки, һеҙ үҙегеҙ өйҙә бөтә алынған әйберҙәрҙең хаҡы тураһында йыш һөйләйһегеҙҙер? Ә бәлки, олатай-өләсәйҙәр "Күпме тора? Иҫең китер!" тип йыш ҡабатлайҙыр. Ҡыҙығыҙға ата-әсәнең сығымы уны бер нисек тә ҡыҙыҡһындырырға тейеш түгеллеген ипләп кенә аңлатыу кәрәк буласаҡ.
Әлбиттә, бындай аңлашыуҙарҙан һуң бер аҙ ваҡытҡа балағыҙға нимә булһа ла һатып алыуҙан тыйылып тороғоҙ. Һеҙгә ҡыҙығыҙҙың һүҙҙәре оҡшаманы, быны ул яҡшы белеп торһон. Был осраҡта "Миңә бит эшкә йөрөргә, шуға ла яҡшыраҡ һәм ҡиммәтлерәк кейенергә тейешмен", тип аҡланып маташыу ҙа насар эҙемтәләргә килтерәсәк.

Бала үҙе аҡса эшләп ҡараһын

Реклама роликтары һәм телевизорҙа барған шоуҙар үҫмерҙең аңын томалай. Унда күрһәтелгән матур тормошҡа ул шул тиклем ышана, үҙе лә шулай йәшәргә хыяллана башлай.
Рекламаларҙан баланы бер нисек тә һаҡлап булмай. Хатта өйөгөҙҙә телевизорығыҙ боҙоҡ булһа ла, ул был фетиштарҙы ҡайҙан булһа ла ишетәсәк. Уны ярлыҡтар, лейблдар, фирма билдәләре тулыһынса арбай. Баҡтиһәң, сәстәрҙе фирмалы шампунь менән йыуырға кәрәк, кеҫәңдәге телефоның ҡиммәтле, төрлө функцияларға эйә булырға тейеш, ялдарыңды Мысыр һәм Европала үткәреү дөрөҫ икән. Былай дауам итһә, элек йәй көндәрендә ауылға ҡайтып, олатай-өләсәй янында ял итергә яратҡан балаларығыҙ тиҙҙән һеҙҙең иҫке алтынсы моделдәге машинағыҙға ултырырға ла ояла башлар. Балағыҙҙы ғаиләһенең йәшәү кимәле түбән булыуы ла сығырынан сығарасаҡ. Яйлап ҡына "тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмаған" ата-әсәгә ихтирам кәмей башлай. Мәктәпте тамамлауға бындай "матур тормошта йәшәү өсөн генә тыуған" балаларҙың башында елдәр уйнауы, институтҡа йәки колледжға уҡырға инеү өсөн белеме етмәүе асыҡлана ла инде. Шул саҡта тағы ла ата-әсәгә һуңғы аҡсаларын балаларына репетитор яллау өсөн тотонорға тура килә. Күптәр шулай эшләй ҙә. Әммә бынан үҙегеҙ генә яфаланасаҡһығыҙ. Бала түләп юғары белем алыуҙы шымартылған юлдан "икенсе, яҡшыраҡ" тормошҡа илтеүсе һуҡмаҡ итеп күрә. Уларҙың был иллюзияларын ваҡытында юҡҡа сығарырға кәрәк.
Балағыҙға джинсы һатып алырлыҡ булһа ла аҡса эшләп ҡарарға мөмкинлек бирегеҙ. Ата-әсәһенең "ябай" уҡытыусы, табип, инженер булып эшләүенән ояламы? Шулай булғас, әйҙә, һеҙгә нисек йәшәргә кәрәклеген ул үҙе өйрәтһен. Тик эшенә ҡыҫылмағыҙ, ярҙам да итмәгеҙ, барыһын да үҙе атҡарып сыҡһын.

Комплекстарыңдан арын

Үрҙә килтерелгән миҫалдар бөтә ғаиләлә лә осрайҙыр, моғайын. Тик бер нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: ҡайһы бер ғаиләләрҙә балалар ата-әсәләренең аҙ ғына эш хаҡы алып эшләүенән бер ҙә оялмай, нимәлер таптырып та аптыратмай, киреһенсә, үҫеп етеп, үҙҙәре уларға ярҙам итә башлаясаҡтары тураһында хыяллана.
Бер ғаиләлә үҫеп килеүсе ике бала ла төрлө булыуы бар. Улығыҙ булғанына ла риза, ә ҡыҙығыҙ аҙым һайын илап, "Яңы телефон алмаһағыҙ, алгебранан "икеле"не төҙөтмәйем", тип янай. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Тәбиғәттән бирелгән характер үҙенсәлектәре алдында беҙ көсһөҙ. Тупаҫ кеше тупаҫ булып ҡаласаҡ, шулай ҙа уны был насар ғәҙәтенән арындырырға мөмкин, үҙен генә ҡайғыртыусыны башҡалар тураһында ла уйларға өйрәтеп була. Нисек тиһегеҙме? Бының өсөн үҙегеҙгә үҙгәрергә кәрәк. Әгәр ҙә өйҙә гел атаһының "Эштә ҡәҙеремде белмәйҙәр" тип зарланыуын ишетһә, әсәй кеше иренә уның аҙ аҡса эшләүен, күршеләренең инде өсөнсө машина алыштырыуын көн һайын иҫенә төшөрөп торһа, бала бәләкәйҙән үк ғаиләләге финанс хәлде башҡаларҙыҡы менән сағыштырып анализларға өйрәнеп китә.
Шулай булғас, комплекстарығыҙҙан арынырға кәрәк. Һәр ваҡыт аҡса тураһында ғына һөйләүҙән тыйылып тороғоҙ. Аҡса тормошта иң мөһиме түгел икәнлеген яҡшы беләһегеҙ бит. Шулай уҡ бөтә ғәйепте рекламаға, заманға япһарып ҡуймағыҙ. Тәрбиә ғаиләлә башлана, һеҙ ниндәй - балаларығыҙ ҙа шундай, быны бер ваҡытта ла онотмағыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 725

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru