«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ - БЕРЕНСЕ!
+  - 

Ҡала хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмә шәп яңылыҡтан башланды: иң яҡшы муниципаль практикалар Рәсәй конкурсының "Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡтың уңайлы тормошон тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү" номинацияһында "Парк эсендәге ҡала" концепцияһы менән Өфө беренсе урын яулаған!

Илдең 59 субъектының 172 муниципалитет ҡатнашҡан был сарала беренсе урын яулау - ҙур еңеү, әлбиттә. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, 2012 йылдан алып мегаполиста ял зоналарын, парктар һәм скверҙарҙы реконструкциялау, яңыларын булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Уҙған алты йылда барлығы 28 ял зонаһы ремонтланған, яңы 19 объект төҙөлгән. Концепцияға ярашлы, улар бер-береһе менән йәйәүлеләр йәки велосипедсылар юлдары аша тоташырға тейеш. Шулай итеп, Өфө ҡалаһы бер заман төҙөкләндерелгән ҙур бер парк эсендә ҡаласаҡ. "Беҙ был бурысты оҙайлы преспектива - яҡынса 20 йыл өсөн күҙалланыҡ, - тине Ирек Ишмөхәмәт улы. - Беҙ башлаған эште беҙҙән һуң да дауам итәсәктәр. Ә әлегә Өфө, еңеүсе булараҡ, федераль бюджеттан аҡса аласаҡ һәм улар ҡаланы артабан төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ. Артабан да бындай конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк. Беҙҙә ҡыҙыҡлы тәжрибәләр бик күп".
Бер ыңғай ҡала хакимиәте башлығы Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты менән берлектә ҡаланы 2030 йылға тиклем үҫтереү стратегияһы эшләнелеүен дә билдәләп китте. Әлеге ваҡытта Өфө миллионлы ҡалалар араһында социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғы урындар биләй, был позицияны киләсәктә лә һаҡлап ҡалыу өсөн баш ҡала иҡтисадының, ҡала хужалығының үҫеш йүнәлештәрен асыҡлау зарурлығына ла баҫым яһаны. "Эшләнмәләр һөҙөмтәһендә ҡаланы үҫтереүҙең фәнни, нигеҙле планы барлыҡҡа киләсәк", - тине ул.
Кәңәшмәнең төп темаларының береһе булып уҙған аҙнала үткән Баш ҡалаларҙың һәм эре ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһының "Ҡала хәүефһеҙлеге. Комплекслы ҡараш" Форумы һәм МАГ-тың XXVI сессияһына йомғаҡ яһау торҙо. "Алдынғы илдәр һәм ҡалалар бөгөн тап комплекслы хәүефһеҙлек схемаһына ҙур иғтибар бирә. Өфө был йәһәттән Волга буйы федераль округында лидер булһа, Рәсәй кимәлендә икенсе урында тора. Шуға ла тап ошо тема буйынса МАГ-тың даими эшләүсе майҙансығы итеп Башҡортостандың баш ҡалаһы һайланған", - тине Ирек Ялалов. - Әгәр ҡалған ике майҙансыҡтың береһе - Мәскәү, икенсеһе - Астана икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, Өфө өсөн был ҙур мәртәбә һәм уның күпкә алда барыуы күрһәткесе. Был - ҡоро һүҙҙәр, маҡтаныу ғына түгел. Сарала ҡатнашыусылар, ысынлап та, ҡаланың таҙа һәм төҙөк булыуын билдәләне. Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, уларҙы бына нимәләр һоҡландырған: "Ҡаланың таҙалығы. Ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәре үҙәк менән генә танышып ҡалманы, хатта Черниковкаға тиклем барып етеп, ихаталарға инеп ҡараны, бигүк төҙөк булмаған территорияларға иғтибар итте. Әммә Рәсәйҙең башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда, Өфөнөң бер башҡа өҫтөн булыуын һәм форум өсөн шулай махсус әҙерләнеп булмағанын белдерҙе. Икенсенән, ҡаланың төп магистралдәренең хеҙмәт ваҡыты оҙайлы булған материалдан эшләнеүе, өсөнсөнән, ҡаланың йәшеллеккә күмелеүе иғтибарҙарын йәлеп итте. Ҡала балансында булған йылға флоты ла күптәр өсөн яңылыҡ. Үҙ флоты булған ҡалалар бик әҙ, ә суднолар ташҡын ваҡытында халыҡты эвакуациялауҙан алып йылға аша ташыу кеүек һ.б. бик күп бурыстарҙы уңышлы үтәй. Шулай уҡ евроконтейнерҙарҙы һәм светофорҙарҙы үҙебеҙҙә эшләү ҡунаҡтарҙы аптырарға мәжбүр итте".
Кәңәшмәлә МАГ ойошторолоуҙың 20 йыллығы уңайынан МАГ-тың "БДБ ҡалаларының тотороҡло үҫешенә индергән өлөшө өсөн" иҫтәлекле орден-билдәһе лә тапшырылды. Был наградаға Фидүс Ямалетдинов, Мәхмүт Бикбулатов, Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, ҡала хакимиәтенең ойоштороу-контроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Альбина Сәғитова лайыҡ булды.
Шулай уҡ оператив кәңәшмә ниндәйҙер кимәлдә хушлашыу ваҡиғаһы ла булып торҙо. 9 сентябрҙә үткән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлауҙарҙа еңеү яулағандан һуң Ирек Ишмөхәмәт улын урындағы парламент депутаттары Федерация Советына вәкил итеп һайлағанлыҡтан, уға ҡала Советы ҡарары менән мэр вазифаһын башҡарыу тураһындағы килешеүҙе ваҡытынан алда туҡтатырға тура килде. Үҙ сиратында Ирек Ишмөхәмәт улы командаһына рәхмәт белдереп, урыны менән "ҡаты һәм ҡәтғи" булыуы өсөн ғәфү үтенде. Уның: "Беҙ 1430 километр алыҫлыҡтан да ярҙам итәсәкбеҙ", - тиеүе, тыуған ҡалаһының һәм республикаһының патриоты булараҡ, яңы вазифала иңенә алған тәүге бурысы булғандыр, моғайын. Һәр хәлдә, шуға ышанғы килә. Әммә алдан фараз ҡылмайыҡ, ваҡыт күрһәтер.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.18 | Ҡаралған: 691

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru