«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИҢ ҘУР БҮЛӘК БӨЙӨК ЙЫРСЫНЫҢ БАҺАҺЫ БУЛДЫ
+  - 

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе үтте. Бәйге йырсының 90 йәшлек юбилейына бағышланды. Профессиональ йырсылар араһында Рәфис ИШБАЕВ Гран-при яуланы. Уның менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.

Рәфис Ишбаев күптәргә эстрада йырсыһы булараҡ таныштыр, моғайын...

- Йәштәргә эстрада йырсыһы булараҡ таныш булһам, өлкән быуын мине ретро йырҙар башҡарыусы итеп тә таныйҙыр. Халыҡ йырҙарынан әлегә репертуарымда 20 боронғо йыр бар. Уҡытыусым - Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров. Иң тәүҙә "Азамат"ты йырлағайным, сөнки ул халыҡ йырҙары араһында иң еңеле, уны балалар ҙа башҡара ала.
Йырсы Ильяс Кинйәғолов менән дуэт итеп тә йырлайбыҙ. Әлеге мәлдә үҙебеҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы проект өҫтөндә эшләйбеҙ - альбом яҙҙырабыҙ. Башҡорт эстрадаһы барлыҡҡа килгән осорҙа йырҙар йыйынтығы яҙҙырыу ғәҙәти хәл ине. Бөгөн башҡа заман, йырҙарҙы ла башҡараҡ форматта тыңлайҙар. Шуға ла диск яҙҙырыу заманса түгел, тип, альбомды махсус флешкаға яҙҙырабыҙ. Йыйынтыҡ ретро йырҙарҙан төҙөлгән. Был йырҙарҙы өлкән быуын да, йәштәр ҙә белә, тыңлай һәм үҙе лә йырлай. Мәҫәлән, "Ишкәксе", "Сылтыр шишмә", "Ғүмерҙәр үтә икән ул" һәм башҡа. Шуға был йыйынтыҡ уларҙың барыһына ла үҙенсәлекле бүләк булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Яңыраҡ Учалыла үткән Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенән ниндәй хис-тойғолар менән ҡайттың?

- Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашҡан һайын яңы тәжрибә туплайһың, ижадың байый. Күңелде лә үҫтереп ебәрә бындай саралар. Уҡытыусым Рәйлә Әкрәм ҡыҙы Бикбирҙина, Абдулла Солтановтың йырлауын тыңлағыҙ, унан өйрәнегеҙ, тип кәңәш итә торғайны. Шуға ла мин был йырсыны тыңлап үҫтем тип әйтә алам. Шундай киң диапазонлы йырсының башҡарыуында оҙон йырҙар бигерәк үҙенсәлекле яңғырай. Моңлораҡ, тәрәнерәк, халыҡсаныраҡ. Быға уҡыу йорттарында өйрәнеп булмай, уға өйрәтеп тә булмайҙыр. Абдулла Солтанов минең өсөн оло шәхес. Уның призына үткәрелгән бәйге лә башҡа, юғарыраҡ кимәлдәге бәйгеләрҙән ҡәҙерлерәк хатта. Абдулла ағайҙың: "Маладис, ҡустым", - тип, матур һүҙҙәр әйтеп, киләсәк ижадыма уңыштар теләүе күңелгә дәрт һалды.
Әйткәндәй, Абдулла Солтанов үҙе ҡушылып йырлаясаҡ ҡурайсыһына ла бик талапсан икәнен беләм. Үҙем дә халыҡ йырын ҡурай оҙатыуында йырларға яратам, ул саҡта йыр матурыраҡ яңғырай. Был бәйгелә мин Фәнил Кинйәғолов менән сығыш яһаным һәм "Урал" менән "Уйыл"ды йырланым. Абдулла ағай үҙе баһалама составында булды. Уның ихласлығына, йәштәрсә дәртенә һоҡланып ҡайттым. Баймаҡ, Әбйәлил, Ишембай, Белорет, Ғафури, Хәйбулла, Учалы райондарынан бәйгеселәр килгәйне, улар бер нисә категорияға бүленде, бәләкәй балалар ҙа, 80 йәште үткәндәр ҙә ҡатнашты. Конкурс шарттары буйынса, "Урал", "Сибай", "Һандуғас", "Ҡаһым түрә", "Азамат", "Бейеш" кеүек оҙон көйҙәрҙе белергә тейеш инек. Мин профессиональ йырсылар араһында Гран-при яуланым.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 996

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru