«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ ҮҘ РУХЫБЫҘҘАН МӘХРҮМ ИТМӘЙЕК
+  - 



Ул туған тел ҡәҙерен, әсә теле бәҫен, милләт тойғоһон башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ аңлай һәм тоялыр, моғайын. Юҡ, журналист булғаны, һәр ваҡыт һүҙ менән, кешеләр менән эшләгәнгә түгел, ә уның сәбәптәре тәрәндәрәк ята. Беҙҙең менән ошо сәбәптәрҙең серен эҙләгегеҙ киләме? Улайһа, әйҙәгеҙ, бергәләп билдәле журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Азат ҒИЗЗӘТУЛИН менән әңгәмәләшәйек.

Бөтөн нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, тиҙәр. Ғаиләлә ниндәй тәрбиә алдығыҙ, башҡорт яҙыусыларының китаптарын уҡый инегеҙме, ғаиләлә башҡортса һөйләштегеҙме?

- Туған телемә һөйөүҙе миндә, тәү сиратта, олатайым менән өләсәйем тәрбиәләне. Ҡағыҙға төшөргәнен ашыҡмай, шым ғына итеп уҡый торғайны олатайым - билдәле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллин. Ә Зөләйха өләсәйем олатайым әйткәндәрҙе күпте күргән баҫыу машинкаһында шәп-шәп итеп баҫа. Бына шулай телдең интонацияһы, уның һуты әсә һөтө кеүек һеңә барҙы миңә сабый саҡтан. Йоҡлар алдынан олатайымдың һөйләгән әкиәттәрен тыңларға ярата торғайным. Ул бер ваҡытта ла бер әкиәтте ике тапҡыр ҡабатламаны, уларҙың һәр ҡайһыһы яңы, оптимизм һәм изгелек менән һуғарыла ине. Һуғыштан беренсе дәрәжә инвалиды булып ҡайтҡан, ҡулдары ла, аяғы ла хәрәкәтләнмәгән, яҙыуын бары тик иң яҡын кешеләре генә таныған ҙур кәүҙәле ир-уҙаманының йөрәгендә шул тиклем изгелек, ихласлыҡ, талант һәм иң мөһиме, үҙенең бәләкәй ватанына - Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылына, яҡташтарына, мәҙәниәтенә, теленә иҫ киткес һөйөү йәшәүенә аптырай торғайным.
Ә өләсәйемдең мейестә бешергән икмәге менән яңы ғына һауылған һөт - ул да беҙҙең дөйөм мәҙәниәт. Ошо хуш еҫле икмәктең өҫтөнә башҡорт балы яғып ашау, моғайын, тормошомдағы иң тәмле деликатес булғандыр. Был ризыҡтың ләззәте менән бер нәмә лә тиңләшә алмай. Шулай уҡ ҡустым һәм минең менән сабый ваҡытыбыҙҙа уҡ туған телебеҙҙә һөйләшкән атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен.

Ҡайһы мәктәптә белем алдығыҙ, уҡыу йылдары ни яғы менән хәтерегеҙҙә ҡалды?

- 4 синыфты ауылда, башҡорт мәктәбендә тамамланым. Өфөгә күскәс, ғәҙәти ҡала мәктәбендә уҡыным. Бында башҡорт теле лә, уңайлы мөхит тә юҡ ине. Акцент менән һөйләшкәнем өсөн синыфташтарым "Башкиренок" тип йөрөттө, әммә мин быға үпкәләмәнем дә, үпкәләргә ваҡытым да булманы. Синыф етәксеһе - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, милләте буйынса украинка Ксанна Григорьевна акцентымды бөтөрөү маҡсатында мине кластың политинформаторы итеп билдәләп ҡуйҙы. Һәр иртән киоскыға барып, яңы гәзиттәр һатып алып, синыфташтарымды сәйәси хәлдәр менән таныштыра инем. Әммә һаманға тиклем синыф етәксемдең: "Бер ваҡытта ла үҙеңдең туған башҡорт телен онотма!" - тигән кәңәшен иҫләйем. Икенсе йылына, 116-сы мәктәпкә күскәндә, рус теле буйынса бер ниндәй ауырлыҡ тойманым һәм белемем буйынса ла рус балаларынан айырылмай инем. Был юлы ла синыф етәксеһенән уңдым - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Алексеевна Четвертнева йөҙәтмәй, баҫалҡы ғына итеп, Пушкин, Толстой, Чехов һәм Достоевский менән бер рәттән, Айтматов, Мостай Кәрим әҫәрҙәре геройҙарына ғашиҡ иттерҙе. Надежда Алексеевна ҡайһы берҙә мине башҡортса шиғыр һөйләтә торғайны, уға телебеҙҙең моңо, яғымлылығы, әһаңе оҡшай ине. Минеңсә, телде һәм әҙәбиәтте шулай ғына яратырға һәм яраттырырға мөмкин.

Һеҙҙең бала саҡтағы Өфө менән бөгөнгө Өфө ныҡ айырыламы?

- 90-сы йылдарҙа Өфө урамдарында башҡортса бик һөйләшмәйҙәр ине, баш ҡала ла хәҙергеһенән ныҡ айырылып торҙо. Ҡала километрҙарға һуҙылған тығындарҙа тонсоҡманы, Салауат Юлаев проспекты саҡ төҙөлә генә ине әле. Урамда йөрөгәндә теге йәки был биналағы, магазин йәки учреждениеларҙағы алтаҡталарҙан башҡортса атамаларҙы уҡырға ярата инем. Бөгөн, әлбиттә, бөтөнләй икенсе күренеш, баяғы алтаҡталарҙа әллә ниндәй аңлашылмаған телдә яҙылған яҙыуҙар урын ала бара. Һәр хәлдә, 90-сы йылдарҙағы иреклек, үҙгәрештәр менән ниндәйҙер романтика ла юҡҡа сыҡты кеүек.

Өфөнөң Башҡортостандың баш ҡалаһы икәнлеге тойоламы? Эйе икән - нимәлә, юҡ икән - нимә эшләргә кәрәк...

- Өфөлә бөгөн барыһы ла бар кеүек, әммә Салауат Юлаев һәйкәле майҙанынан, Дуҫлыҡ монументынан, мәсеттәр һәм бер нисә музейҙан башҡа, ҡунаҡтарҙы алып барырлыҡ урындар юҡлығы эсте бошора. Беҙҙә хатта башҡорт аш-һыуы әҙерләнгән махсус ресторандар ҙа юҡ. Һуңғы ваҡытта сауҙа нөктәләрендә, йәрминкәләрҙә башҡорт балы менән бер рәттән, ҡорот, ҡымыҙ, ҡыҙыл эремсек һатып алыу мөмкинлеге булыуы ҡыуандыра. Шулай ҙа тынысланырға ярамай, ошо йүнәлештә алға барырға кәрәк.

Былтыр мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе тирәләй шау-шыулы ваҡиғалар булып алды һәм улар әле лә тынмай. Хәҙер инде туған телдәрҙе уҡытыу буйынса яңы закон сыҡты, ул киң мөмкинлектәр бирә, әммә күп нәмә ата-әсәләрҙең теләгенән тора. Ошо хаҡта ниндәй фекерҙәһегеҙ?

- Мин туған телен белмәгән кешене ҡараңғыла һәрмәнеп китеп барыусы кешегә оҡшатам. Ә кешенең тормош юлы, белеүебеҙсә, шыма, тура ғына түгел. Ләкин, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе алдамай ғына дөрөҫлөктөң күҙенә тура ҡарайыҡ - бөгөн башҡорт теле өсөн көрәшеүселәрҙең күпселегенең балалары туған телендә һөйләшәме? Башҡорт халыҡ мәҡәле "Атлай белмәгән юл боҙа, һөйләй белмәгән тел боҙа", ти. Бынан ете йыл элек баш ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт теле дәресенә инеп ултырҙым. Бишенсе синыф уҡыусыларының башҡорт телендә вата-емерә һөйләшеүен, ябай ғына һөйләмде лә әйтә алмай ыҙаланыуын күреү күңелдә үкенес ҡалдырҙы. Быны мин туған телемдән көлөү тип ҡабул иттем. Шуның өсөн атай-әсәйҙәргә әйткем килә: балаларығыҙ тыуғандан алып улар менән тик туған телегеҙҙә һөйләшегеҙ, бергәләп китаптар уҡығыҙ, шиғырҙар ятлағыҙ, йырҙар тыңлағыҙ. Туған телдәргә яңы һулыш кәрәк. Туған телде ғәмәлдә ҡулланыу кәрәк. Мәҫәлән, телефондар, ноутбуктар өсөн башҡортса ҡушымталар, шәхси хәбәрҙәр, башҡортса уйындар күберәк булһа, балалар туған телдә һөйләшеүҙән ҡәнәғәтлек аласаҡ.
Әйҙәгеҙ, бергәләп балаларыбыҙҙың грамоталығы өсөн дә көрәшәйек. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҙа, филологтар ҙа йәштәрҙең грамоталығы түбән булыуын белдереп саң ҡаға. Мәктәптәрҙә туған телдәргә һөйөү тәрбиәләү урынына, барыһын да БДИ-ға әҙерлеккә ҡайтарып ҡалдыралар. Балалар китап уҡымай, бөгөнгө интернет быуынында үҙенсәлекле клип фекерләүе үҫешкән. Уларҙың социаль селтәрҙәрҙә үҙ-ара нисек аралашҡанын уҡып ҡарағыҙ әле һеҙ! Һәр ваҡыт дәүләткә һәм власҡа япһарып, балаларыбыҙҙы туған телгә өйрәтеүҙе онотмайыҡ. Тел - ул быуындан-быуынға тапшырыла килгән халыҡ хазинаһы. Балаларыбыҙҙы ошо хазинанан, рухтан мәхрүм итеп, йөрәктәренең бер өлөшөн буш ҡалдырмайыҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.18 | Ҡаралған: 833

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru