«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПТӘРҘӘ УҠЫЙҘАР ҘА, ТУҠЛАНАЛАР ҘА, ДАУАЛАНАЛАР ҘА
+  - 



Өфө ҡалаһында пассажирҙарҙы ташыу йүнәлешендә комплекслы эштәр башланды. Һөҙөмтәлә һуңғы көндәрҙә ҡайһы бер маршруттар буйлап автобустар рейсҡа сыҡманы һәм өфөләргә ҡала буйлап хәрәкәт итеү ҡайһы бер ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Эшмәкәрлеген законһыҙ алып барыусыларҙы, күрәһең, күп һанлы тикшереүҙәр, штрафтар, хатта транспорт сараһына арест һалыныу мөмкинлеге ҡурҡыта. Ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы ултырышты ла Салауат Хөсәйенов ошо теманан башланы. "Йәмәғәт транспорты менән килеп тыуған ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар өсөн граждандар алдында ғәфү үтенәбеҙ, был етешһеҙлектәр яйлап төҙәтеләсәк", - тине Салауат Сәхи улы һәм ҡаланың Транспорт һәм элемтә идаралығына пассажирҙар йөрөтөүсе автотранспорт водителдәре менән эште дөрөҫ ойоштороуҙы талап итте.

Ул шулай уҡ кадрҙар үҙгәреше тураһында ла хәбәр итте. Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры вазифаһына Марат Вәсимов тәғәйенләнде. Ә "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы коллективын хәҙер быға саҡлы Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһы директоры вазифаһын биләгән Надир Сәмиев етәкләйәсәк.
Транспорт темаһы артабанғы һөйләшеүҙә лә дауам итте. Билдәләнеүенсә, бөгөн ҡаланың пассажирҙар транспорты селтәрендә 150 маршрут иҫәпләнә, уларҙың 34-е социаль автобус маршруты, 82-һе коммерция автобус маршруты, 12 трамвай һәм 22 троллейбус маршруттары. Көн һайын ҡала урамдарына 3150 пассажир транспорты сыға. Әммә законһыҙ рәүештә был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп. Улар был эшкә рөхсәт биреүсе "маршрут картаһы"н алмайынса ғына пассажирҙар йөрөтә. Тап ошо күренеш билдәләнгән хәрәкәт схемаһын, рейстар араһындағы ваҡыт интервалын боҙа һәм туҡталыштарҙа тығындар барлыҡҡа килтерә лә инде. Ундайҙарҙы таныуы еңел: бындай "йүнселдәр" башлыса аҙ һыйҙырышлы транспорт төрөнән торған автобустарҙа ҡаланың төп урамдары буйлап пассажирҙар ташып аҡса эшләй. Был аҙна башынан Өфөлә үткәрелгән рейд ошондай һығымталар яһарға мөмкинлек бирә лә инде. Транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Андрей Федосов билдәләүенсә, халыҡты йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеүҙең сифаты яҡшырғансы бындай осрашыуҙар аҙна һайын ойоштороласаҡ. Яйлап маршрут селтәре оптималләштереләсәк, әле булған транспорт паркын алыштырыу һәм ҙур һыйҙырышлы автобустарҙы арттырыу бурысы ла тора. Әле урамдарҙа хәрәкәт итеүсе "Башавтотранс" предприятиеһының 260 автобусы, 80 трамвай һәм 110 троллейбустан тыш, ҡалған йәмәғәт транспорты бәләкәй кластағы автобустар. Ундайҙарҙың иҫәбе - 2,7 мең. Оптималләштереүҙән һуң яҡынса 1,4 мең автобус һәм 200 электр транспорты ҡалырға тейеш.
Артабан оператив кәңәшмәләге һөйләшеү мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың туҡланыуын ойоштороуға арналды. Ҡаланың Эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығы етәксеһе Луиза Макшукова әйтеүенсә, бөгөн 128 мәктәптә 116 мең уҡыусы белем ала. Уларҙың 95 проценты мәктәптә ашарға теләк белдергән, бының менән 3 туҡланыу операторы шөғөлләнә. Операторҙар үҙ сығымдары иҫәбенә өлкән кластар өсөн кафе тибындағы туҡланыу зоналары булдырған. Технологтар яңы блюдолар уйлап тапҡан. Мәктәп ашхаларында бар ризыҡ та Роспотребнадзор тарафынан раҫланған, унда балаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтереүсе чипсылар, газлы эсемлектәр, майонезлы салаттар һатылмай. Белем биреү системаһындағы яңы стандарттар буйынса, мәктәптәрҙең бер сменалы графикка күсеүе һөҙөмтәһендә иҫке мәктәптәрҙең ашханаларына балаларҙың барыһы ла һыймай. Тәнәфестең ҡыҫҡа булыуы, сираттар һөҙөмтәһендә күп балалар ашап өлгөрмәй. Шуға ла әле ҡаланың Мәғариф идаралығы менән берлектә ашау өсөн тәғәйенләнгән мәлдә тәнәфестәрҙе оҙайтыу мәсьәләһе тикшерелә. Әммә балаларҙың барыһы ла сәләмәт туҡланыуға өҫтөнлөк бирмәй, быны һорау алыуҙар күрһәтә. Шуға ла хәҙер сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыу буйынса системалы эш алып барырға кәрәк, ти белгестәр.
Өфөнөң балалар баҡсалары һәм мәктәптәрендә медицина кабинеттары асыу мәсьәләһе лә тикшерелде ултырышта. Ҡала хакимиәтенең Халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров әйтеүенсә, 128 дөйөм белем биреү учреждениеһының барыһында ла тиерлек бындай кабинеттар бар. Балаларға медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеү буйынса уртаҡ эшмәкәрлек алып барыу өсөн Димдә райондың ҡала клиник дауаханаһы, Калинин районында 4-се, Киров районында 2-се, Ленин районында 6-сы, Октябрь районында 5-се, Совет районында 3-сө балалар поликлиникалары, Орджоникидзе районында 17-се ҡала клиник дауаханаһы менән килешеүҙәр төҙөлгән. Бөгөнгө көндә ҡаланың белем биреү учреждениеларына 62 табип һәм 87 шәфҡәт туташы беркетелгән...
Ултырышта шулай уҡ Ленин районы хакимиәте башлығы Дмитрий Масютин сығыш яһаны һәм биләмәләге ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында һөйләне. Ихаталар төҙөкләндерелә икән, тимәк, уларҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, иҫкергән ағастар ҡырҡыла, өҫтәмә рәүештә парковка урындары барлыҡҡа килә һәм законһыҙ урынлаштырылған металл гараждар һүтелә. Бөгөн Өфөбөҙҙөң бар райондарында ла алып барыла был эштәр һәм ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге һәр ултырышта был хаҡта ла отчет бирелә. Бына был юлы иһә ул эштәрҙең Ленин районында бик әүҙем атҡарылыуы тураһында ишеттек.
Әйткәндәй, 23 октябрҙә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йәмәғәт транспорты менән бәйле хәлде ҡаты тәнҡитләүенә һәм күләмле рейдтар башланыуына яуап итеп, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта законһыҙ пассажир ташыусыларҙың забастовкаһы уҙҙы. Икенсе көндө үк, Хәбировҡа һәм уның Хакимиәтенә шантаж юлы менән тәьҫир итергә маташҡандан һуң, улар Башҡортостан Хөкүмәтенә һөйләшергә килде һәм забастовканы туҡтатып, маршрутҡа сығырға әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙе. Ләкин уларҙың мөрәжәғәте кире ҡағылды һәм ноябрҙә пассажир маршруттарын бүлеү буйынса берҙәм конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде. Шуны билдәләп үтәйек: өҫтәмә транспорт берәмектәрен йәлеп итеү забастовка эҙемтәләрен бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе, хәҙер ҡалала пассажирҙарҙы йәмәғәт транспортында йөрөтөүгә бәйле ҡыйынлыҡтар юҡ. Әлегә ҡайһы бер чиновниктар проблемаларҙы өйрәнеү өсөн үҙҙәре автобуста йөрөй башланы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 802

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru