«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ СПОРТ ТӨРӨНДӘ ҠАТЫН-ҠЫҘҒА УРЫН ЮҠ
+  - 



Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Әрмәнстан, Ҡаҙағстан илдәренән "Батыр даны - көрәштә" тип инанған 160 көрәшсе Өфөгә Владимир Алексеевич Борман иҫтәлегенә арналған грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирына йыйылды. Профессиональ спорт менән шөғөлләнгән ир-егеттәр өсөн был сара республикала утыҙ өсөнсө тапҡыр ойошторола. Советтар Союзының данлы грек-рим көрәшселәрен тәрбиәләгән Владимир Бормандың шәхесен ихтирам итеп үткәрелгән ярыш күптән йолаға әйләнгән булыуы менән генә түгел, матур алыштар һәм зал тулы көйәрмәндәр менән үҙенсәлекле булды.

Грек-рим көрәше быуаттарға һуҙымлы тарихы менән генә түгел, беҙҙең көндәргәсә ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашмаған берҙән-бер спорт төрө булыуы менән дә үҙенсәлекле. Ысын ир-егеттәр ярышы, тиһәк тә хата булмаҫ уны. Башҡортостанда грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүселәр Советтар Союзы осоронда ла, хәҙер ҙә байтаҡ ҡына. "БР Спорт көрәше федерацияһы" төбәк спорт йәмғиәт ойошмаһы вице-президенты Рәфис Садиҡов әйтеүенсә, әлеге көндә беҙҙә 2500 бала грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Республиканың Өфө, Белорет, Нефтекама, Ағиҙел, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Сибай ҡалаларында һәм Бәләбәй районындағы Приют ҡасабаһында, Иглин ауылындағы секцияларҙа 68 тренер эшләй. Грек-рим көрәшенә балаларҙы 10-12 йәшлек саҡта алырға тырышалар, бының өсөн спорт-һауыҡтырыу төркөмдәренә 7-8 йәштән ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Әлбиттә, грек-рим көрәшселәрен тәрбиәләүсе төп үҙәк - Өфө, ҡаланың һәр районында тиерлек спорт мәктәптәре, клубтар эшләй. Шуға Владимир Борман иҫтәлегенә арналған турнирҙа Башҡортостандан ҡырҡҡа яҡын көрәшсе майҙанға сығыуы ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул ителде. Улар араһынан ун ауырлыҡ категорияһы буйынса 4 чемпион (Магомед Дудушев, Аслан Толов, Ислам Опиев, Азамат Бикбаев) һәм 8 призер билдәләнде. "Башҡортостандан бөтәһе ҡырҡҡа яҡын көрәшсе ҡатнашты, беҙҙең олимпиада резервы мәктәбенән 22 кеше килгәйне. Күберәк йәштәрҙе сығарҙыҡ, 2001 йылғы егеттәр ярышта ҡатнашырға рөхсәт алды. Ҡайһы берҙәре финалға сыға алмаһа ла, үҙ көсөн һынап, көрәшә алыуҙарын күрһәтте", - ти республика көрәшселәре тураһында БР Олимпия резервы спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренеры Рәмил Сираев. "Мин Әрмәнстан, Рәсәй төбәктәренән килгән көрәшселәр менән алыштым. Беренсе урын өсөн Башҡортостандан Фәдис Вәлитов менән көрәшкә сығырға тейеш инек, дуҫтарса килешеп, был юлы еңеүҙе ул миңә бирҙе, - ти беренселекте яулаусыларҙың береһе Аслан Толов. - Грек-рим көрәше менән ун йыл шөғөлләнәм, шуның бишеһе Өфөлә. Тыуған яғым Ҡабарҙы-Балҡар республикаһына ҡарағанда бында шарттар яҡшыраҡ, тренерҙар ҙа көслө һәм профессиональ кимәлдә шөғөлләнеп була. Мин Рәсәй, Европа кимәлендәге беренселектәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулағаным булды. Киләсәктә Олимпия уйындары, донъя кимәлендәге ярыштарҙа сығыш яһарға хыялланам. Ә әлегә Башҡорт дәүләт аграр университетында икенсе курста белем алам, сөнки аҡылды, белемде камиллаштырыу ҙа мөһим тип иҫәпләйем". Аслан Толов менән әңгәмәләшкән арала Фәдис Вәлитов та көйәрмәндәр эскәмйәләре эргәһенә килеп етте. Сығышы менән Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылынан булған егет үҙе шөғөлләнгән спорт төрөнөң тәртипкә өйрәтеүен билдәләне. "Өсөнсө синыфтан алып көрәшкә йөрөнөм, алтынсы синыфта икенсе мәктәпкә күстем һәм унда грек-рим көрәше буйынса ғына секция эшләгәс, шунда йөрөй башланым. Бында үҙеңдең характерыңды күрһәтә белеү, түҙемлек, тырышлыҡ талап ителә. Уңыш та был спорт төрөндә көрәшсенең үҙ көсөнән, таһыллығынан ғына тора", - тигән фекерҙә спорт мастеры Фәдис Вәлитов.
Грек-рим көрәшенең әһәмиәте тураһында Пенза ҡалаһының өлкән тренеры Владимир Измайлов менән әңгәмәләшергә тура килгәйне. Бөтә шөғөлләнеүселәр ҙә донъя чемпиондары булмаҫҡа мөмкин, бында иң мөһиме - йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә өйрәтеү, тигән фекере менән уртаҡлашты ул. Владимир Измайлов менән килешмәй булмай, был йәһәттән Башҡортостандың ҙур ҡалаларында шарттар барлыҡҡа бар. Шулай ҙа ауыл ерендә йәшәгән балаларға ла мөмкинлектәр киңәйтелһә ине. Сөнки, ни тиһәң дә, ауыл малайҙарын да заман шауҡымы урап үтмәй, уларға ла үрнәк булырҙай тренерҙар, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә мөмкинлек биргән спорт майҙансыҡтары кәрәк. "Сағыштырып ҡарағанда бөтә нәмә лә беленә, күптән түгел Татарстан буйлап йөрөргә тура килде. Шунда Аҡтанышта ябыҡ боҙ һарайы, яһалма ябыулы футбол яланы, спорт комплексы, лыжероллер трассаһы, бассейн булыуын күреп ҡайттым. Уйлап ҡарағыҙ, Аҡтаныш ауылында 3 мең, ә районда барлығы 9 мең генә кеше йәшәй. Беҙгә был йәһәттән эшләйһе эштәр күп әле", - ти был турала "БР Спорт көрәше федерацияһы" вице-президенты Рәфис Садиҡов. Республикалағы хәлдәрҙе БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың үҙенән дә белештек, ул әлеге көндә был спорт төрөн баш ҡаланан алыҫтағы төбәктәрҙә лә үҫтереү маҡсатында этаплы эш алып барыла, тиҙҙән Белорет ҡалаһында айырым мәктәп асыласаҡ, ә Өфөлә киләһе йыл яңы спорт үҙәге төҙөлөп бөтәсәк, тип белдерҙе. Владимир Алексеевич Борман иҫтәлегенә арналған грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирын да Руслан Таһир улы юғары баһаланы, был йолаға әйләнеп киткән сара үҙе бер тарихҡа торошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әйткәндәй, ойоштороусылар киләсәктә турнир халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән ярышҡа әүерелер, моғайын, тип өмөтләнә. Бының өсөн Башҡортостанда тейешле кимәлдәге стадион ғына юҡ, әле ярыш үткәрелеп килгән Өфөләге "Динамо" стадионының залы мең кешене генә һыйҙыра. Ә халыҡ-ара кимәлдә ярышырлыҡ спортсылар бар - был иң мөһиме.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.18 | Ҡаралған: 654

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru