Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡала округы хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡатнашты һәм унда йыйылған идаралыҡтар, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре алдында үҙенең идара итеү күҙаллауҙары, талаптары, әхлаҡи принциптары, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү буйынса тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Радий Фәрит улы иң тәүҙә чиновниктарҙы халыҡ менән иғтибарлы мөнәсәбәт урынлаштырырға саҡырҙы: "Беҙҙең Рәсәй, Башҡортостан йәмғиәтендә ғәҙеллеккә бик етди ихтыяж бар. Шуға ла чиновниктың тәкәбберлеген, тупаҫлығын, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә эрелеген тамырынан ҡоротоуҙы талап итәсәкмен, - тип айырып әйтте ул. - Кешеләр менән кешеләрсә мөғәмәлә итергә кәрәк... Етәкселәрҙең эшмәкәрлеген мин ике төп критерий - һөҙөмтәле профессионаллек һәм кешелек сифаттары, башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙәге намыҫлылыҡ буйынса баһалаясаҡмын. Мин һеҙҙең кешеләр менән партнерҙарса, өлкән иптәштәрсә мөнәсәбәт ҡороуығыҙҙы теләйем. Беҙҙең республикала байҙарса мөнәсәбәт булмаясаҡ. Чиновниктарҙың халыҡ менән танау күтәреп аралашыуы булмаясаҡ. Ысынында, һеҙҙе бит был эшкә берәү ҙә көсләп килтереп ҡушмаған. Һеҙ халыҡҡа хеҙмәт итергә килгәнһегеҙ. Шуның өсөн эшегеҙҙе шулай ойошторорға кәңәш итәм: кешеләрҙе ишетегеҙ, уларға иғтибарлы булығыҙ һәм мәсьәләләрен хәл итегеҙ. Бәлки, һеҙ берәүҙән дә рәхмәт һүҙе лә ишетмәҫһегеҙ. Киреһенсә, һеҙгә халыҡтан тәнҡит һүҙҙәре күберәк тә яуыр. Донъя шулай ҡоролған. Ҡасан да булһа ишетерһегеҙ һеҙ ул рәхмәт һүҙен, ләкин уға тиклем һеҙгә бик оҙаҡ һәм егелеп эшләргә тура киләсәк әле..."
"Икенсенән, мин һеҙҙең менән Өфө тураһында һөйләшергә теләйем, - тине артабан Радий Фәрит улы. - Республикабыҙ өсөн Өфө, Өфө агломерацияһы бик ҙур әһәмиәткә эйә. Бында республика халҡының дүрттән бер өлөшө йәшәй, төп сәнәғәт ҡеүәттәре урынлашҡан, төп һалым түләүселәр ҙә бында. Шуның өсөн Өфө һәм Өфө районы нисек йәшәй, нисек тын ала, нисек үҫешә икәне беҙҙең өсөн бик мөһим", - тип билдәләне Радий Фәрит улы һәм Өфөлә күптән булмаған кешенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, ҡаланы төҙөкләндереүҙә булған асыҡтан-асыҡ дисбалансты билдәләне. Ул Өфөлә башҡа бер ерҙә лә булмаған матур урындар барлығын, шулай уҡ етәкселәрҙең ҡулы һәм иғтибары етмәгән урындар - "ташландыҡ хәлгә килгән меңләгән объект" табырға мөмкин булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Өфөлә оҙаҡ төҙөлгән социаль объекттарҙы иғтибар үҙәгенә алыуҙы һәм ҡаланы тәртипкә килтереүҙе талап итте. Мәҫәлән, Амантай урамындағы биш йыл элек үк төҙөлөп тә, һаман файҙаланыуға тапшырылмаған поликлиника тарихы менән таныш булыуын хәбәр итте һәм ҡалаға был поликлиниканы сафҡа индерергә рөхсәт алыу һәм Өфө күперҙәрен ремонтлау менән ярҙам итергә вәғәҙәләне. Радий Фәрит улы торлаҡ төҙөлөшөндәге хәлде ҡаланың киҫкен мәсьәләләренең береһе тип атаны. Ошо тармаҡта уйламай эшләнгән, яуапһыҙ ҡарарҙар нәҡ Өфөлә, Өфө районында алданған өлөшсөләрҙең бик күп булыуына килтереүен әйтте. "Беҙҙең бурыс - күп, быға тиклем төҙөлгәнгә ҡарағанда ла күберәк, шул уҡ ваҡытта халыҡҡа йәшәү уңайлыҡтары, нормаль социаль инфраструктураһы булған торлаҡ төҙөү", - тине.
Өфө бысраҡ ҡала кеүек тәьҫир ҡалдыра, тип тә белдерҙе Радий Хәбиров. Ул ҡала хеҙмәттәренә, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа ресурстар менән ярҙам итергә вәғәҙәләп, урамдарҙы таҙартыу мәсьәләһе менән ныҡлап шөғөлләнергә тәҡдим итте. "Өфө - бик матур ҡала. Ҡыҙғанысҡа күрә, уға һоҡланып йөрөргә ваҡыт юҡ. Ләкин көн һайын Салауат Юлаев проспектынан йөрөргә тура килә, ә унда 10 сантиметрлыҡ бысраҡ. Шуға күрә, тәү сиратта таҙалыҡ булдырыу зарур", - тине республика етәксеһе мэрия хеҙмәткәрҙәренә бергәләп ҡала буйлап йөрөргә тәҡдим итеп (әйткәндәй, беҙҙең белеүебеҙсә, Өфөлә урам һепереүселәр һәм техника етешмәй, көҙ көнө уларҙы "ҡышҡыға" кейендерәләр, ә бысраҡты таҙартыу өсөн техника юҡ. Ямғыр канализацияһының булмауы, газондарҙың һәм юлдарҙың дөрөҫ проектланмауы ла урамдарҙа бысраҡ һәм саң йыйылыуға булышлыҡ итә - Авт.). Радий Фәрит улы был теманы дауам итеп, йорт ихаталарында, йорт подъездарында ла шундай уҡ тәртипһеҙлек һәм бысраҡ булыуына иғтибар йүнәлтте. Пассажирҙар транспорты мәсьәләһен дә яңынан телгә алды һәм ул хәлдең тиҙ арала тотороҡланасағына ышаныс белдерҙе.
"Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең меңәрләгән ысулы бар, - тине Радий Фәрит улы һөйләшеү аҙағында. - Иң мөһиме - уларҙы хәл итеүгә ихтыярың булһын. Ихтыяр булһа, хәл ителеше табыла. "Ватыҡ тәҙрәләр" теорияһын беләһегеҙҙер. Заманында Нью-Йорк мэры Джулиани ошо теория менән ҡоралланып, эшен яйға һалған. Ниндәйҙер бер мәлдә ул шуны аңлап ҡала: әгәр ҙә бер йортта бер тәҙрә ватыҡ икән, ике аҙнанан бындағы бар тәҙрә быялалары ла ватыҡ буласаҡ. Кешенең тәбиғәте шундай: бер тәртипһеҙлек икенсе тәртипһеҙлекте, йәғни енәйәтсел ҡылыҡты тыуҙыра. Шунан Джулиани махсус бригада булдырып, һәр тәҙрәнең ватыҡ быялаһын алыштырта, Гарлем станцияһындағы стенаға яҙылған һәр яҙыуҙы таҙарттыра башлай. Кешеләр уны юҡ менән булмаҫҡа өгөтләй. Ләкин мэр был эште һәр иртәлә башҡарыуҙы дауам итә. Полиция эшен дә көсәйтә. Эш шуға барып етә: кемдер берәү тәмәке төпсөгөн ташлай икән, уға биш полицийский ябырыла... Тәртип бына ошондай ваҡ нәмәләрҙән - дөрөҫ урынлаштырылған юл билдәһенән, ваҡытында йыуылған урналарҙан, юйып ташланған яҙыуҙарҙан башлана..."
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Өфө ҡала округы хакимиәтендәге был кәңәшмәне семинар-уҡыу тип атанылар һәм унда Радий Фәрит улынан башҡа БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, "Башинформ"дың директорҙар Советы етәксеһе Ростислав Мырҙағолов һәм БР Башлығы эргәһендәге халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм кураторҙары ла ҡатнашты. Һәр береһенең сығышы ҡыҙыҡлы булды. Тик беҙ бында Радий Фәрит улының сығышынан ғына өҙөктәр килтерҙек һәм гәзит уҡыусыларыбыҙға яңы республика етәксеһенең идара итеү алымдарына, пландарына бер аҙ ғына байҡау яһаттыҡ.
Гөлфиә ЯНБАЕВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА