«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КӘМҺЕТЕЛГӘНДӘР" СӘХНӘГӘ СЫҒА
+  - 

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры йыл аҙағына тиклем тамашасы иғтибарына тағы ла дүрт премьера тәҡдим итәсәк. Ошо көндәрҙә театр директоры Азат Йыһаншин, художество етәксеһе Мәсәлим Күлбаев, башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов, шулай уҡ театр актерҙары журналистар менән осрашты.

Һуңғы осор республика мәҙәни тормошо мөһим даталарға бай. Милли йәштәр театры Зәйнәб Биишева романы буйынса ҡуйылған "Кәмһетелгәндәр" спектаклен халыҡ яҙыусыһының 110 йыллыҡ юбилейына бағышлай. Спектаклдең премьераһы ноябрҙең 27-28 тәғәйенләнгән. "Кәмһетелгәндәр" романы буйынса сценарийҙы билдәле драматург Владимир Жеребцов яҙған. Режиссер Мәсәлим Күлбаев билдәләүенсә, бындай киң күләмле әҫәби әҫәрҙе театрҙың мөмкинлектәренә һыйҙырып бөтөүе ауыр, әлбиттә. "Шулай булһа ла ике сәғәт ярым эсендә беҙҙең театр өсөн төп темаларҙың береһе булған балалыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ: бәләкәй кешенең өлкәнәйеүе, унда кешелек, әхлаҡлылыҡ сифаттары нисек тәрбиәләнеүе, уның үҙенең кешелек дәрәжәһе тураһындағы тәүге уйланыуҙары - былар барыһы ла һәр кеше өсөн бик мөһим. Ғөмүмән, һуңынан кешенең ниндәй булыуы уның бала сағы менән тығыҙ бәйле, бар нәмәгә нигеҙ бала саҡта һалына. Граждандар революцияһында еңеүселәр булмай, граждандар һуғышында ҡорбандар ғына була. Тарихтың ошо үҙенсәлеген дә мөмкин тиклем сағылдырырға тырыштыҡ. Сөнки бер туғандарҙың бер-береһенә ҡорал күтәреүе - ул үҙе трагедия. Бына ошондай айырыуса ҡатмарлы шарттарҙа үткән бала саҡ тураһында ул. Иң шәп идеяны ла баланың күҙ йәштәре менән үлсәп ҡарағыҙ, шунда уның ҡиммәтен аңларһығыҙ, тигән бит әле Достоевский. Донъя революцияһы янғыны өсөн балаларҙы етем ҡалдырыу уны аҡлаймы һуң?"
14-15 декабрҙә башҡорт труппаһы Зәйнәб Биишеваның "Мөхәббәт һәм нәфрәт" әҫәре буйынса музыкаль легенда тәҡдим итәсәк. Зөлхизә менән Аҙнағолдоң һөйөү тарихы нигеҙендә кешенең иң көслө тойғолары - мөхәббәт, тоғролоҡ, хыянат, өмөтһөҙлөк, нәфрәт тураһында һөйләнәсәк. Спектаклдең режиссеры Рөстәм Хәкимов әйтеүенсә, бик ҡыҙыҡлы алымдар ҙа уйлап табылған, актерҙар бөгөн дә эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Яңы йыл байрамдары мәлендә балалар "Ҡыш бабай һандығы" (Д. Голубецкий, режиссеры - А. Йыһаншин) һәм "Алые паруса" (А. Грин, режиссеры - М. Күлбаев) спектаклдәрен ҡарай аласаҡ. Уларҙың премьераһы 20 һәм 22 декабргә тәғәйенләнгән. 2019 йылдың майында көтөләсәк премьера - М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы" ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Театр репертуарында барлыҡҡа киләсәк был әҫәр республиканың 100 йыллығына һәм Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлана. "Башҡорт театрҙарында башҡорт һәм татар классиктарының пьесалары булырға тейеш. Тамашасы уларҙың ҡайһыһына ғына билет һатып алһа ла, яңылышмаясаҡ. Сөнки милли театрҙарҙың тамашасыһы романтик спектаклдәргә теләп йөрөй", - ти уның режиссеры Азат Йыһаншин. Фольклорға, йолаларға, йырға-бейеүгә бай спектакль репертуарҙың бер биҙәгенә әүерелер, тип көтәбеҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.18 | Ҡаралған: 931

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru