«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ШИХАНДЫҢ БЕРЕҺЕ БУЛМАҪМЫ?
+  - 

Үткән аҙнала "Башҡортостан сода компанияһы" өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштау һайланған", тигән хәбәр бар йәмәғәтселекте тетрәндерҙе. Кемдәрҙер ошо ҡарар арҡаһындаТоратау менән Йөрәктауға һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы тыйған федераль һәм халыҡ-ара һаҡланған статус бирелеүе өсөн ҡыуанысын белдерҙе, күпселек ҡарарҙы хупламаны һәм, башҡа шихандар менән бергә Ҡуштау ҙа һаҡланып ҡалырға тейеш, тип күтәрелде. Был шау-шыу тыуҙырған ҡарарға нисек киленгән һуң?

"Ике ай буйына Рәсәй Хөкүмәте һәм "Башҡортостан сода компанияһы" менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, - тине был хәлгә аңлатма биреп Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов. - Тәүҙә "Башҡортостан сода компанияһы"ның позицияһы шундай ине: Ҡуштау 2017 йылдан беҙҙеке, Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән килешеп, эштәрҙе башлауға рөхсәт һәм лицензиялар алдыҡ. Шуға күрә Ҡуштауҙы мотлаҡ үҙләштерәбеҙ. Ләкин беҙгә Ҡуштау ғына етмәй, унда үҙләштереү эштәре ҡиммәт, әгәр башҡа шихандар ҙа эшкәртеүгә тапшырылмаһа, республика ҡаҙнаһы ла, социаль өлкә лә аҙыраҡ аласаҡ. Беҙгә Торатау менән Йөрәктау кәрәк".
Ринат Бәширов әйтеүенсә, һөҙөмтәлә ҡарар ҡабул ителә: "Ҡул ҡуйылған килешеүҙә республика Хөкүмәте үҙенә "Башҡортостан сода компанияһы"на предприятиеһын һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итергә йөкләмә алды. Был беҙҙең өсөн бюджетҡа йылына яҡынса 10 миллиард һум килем, ошо аҡсаға мәктәптәр, поликлиникалар, спорт ҡоролмалары төҙөйбөҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ. Бынан тыш, Хөкүмәт "Башҡортостан сода компанияһы" тирә-йүндәге биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүгә компенсация взносын йылына 100-ҙән 700 миллион һумға тиклем арттырырға тейеш тигән шарт менән компанияға Ҡуштауҙы үҙләштерергә ҡамасауламаҫҡа ризалашты. Беҙ аҡсаны яңы эш урындары асыуға ла йүнәлтергә уйлайбыҙ", - тип белдерҙе Ринат Рәшит улы.
Билдәле булыуынса, Ҡуштау - өс шихандың береһе, Стәрлетамаҡтан 18 саҡрым көнсығышта һәм Өфөнән 140 саҡрым көньяҡта урынлашҡан. Тау эргәһендә генә Шихан, Үрнәк ҡасабалары һәм Ҡуштау тау саңғыһы үҙәге бар. Быға тиклем "Башҡортостан сода компания"һы вәкилдәре Ҡуштау сеймалының химик составы етештереү өсөн ҡулай түгел тип белдергәйне. Республика Хөкүмәте компанияға сеймал сығанаҡтары сифатында Ғүмәр ятҡылығын һәм башҡа сығанаҡтар тәҡдим итһә лә, улар был тәҡдимдәрҙең береһен дә ҡабул итмәне. Әлеге ваҡытта "Башҡортостан сода компания"һы Шәкетауҙы эшкәртә. Хәҙер тау ҡаҙылып бөткән тиерлек, сеймал запасы, компания раҫлауынса, дүрт йылға етерлек. Алдан киң мәғлүмәт саралары яҙғанса, Ҡуштау запасы комбинаттың 50 йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләүенә етергә тейеш.
"Башинформ" агентлығы хәбәрсеһенең "Сода" компанияһына Шахтауҙың урынын төҙөкләндереү талабы ҡуйыласаҡмы?" тигән һорауына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов шулай тип яуап бирҙе:
- Әлеге көндә Шахтауҙа эштәр тамамланғас та үткәреләсәк саралар планы әҙерләнә. Уның урынында парк буласаҡ тип көтәбеҙ, музей төҙөләсәк, ял итеү зоналары, яһалма һыу сығанағы барлыҡҡа киләсәк. Был хәҙер генә эшләнәсәк эш түгел. Шахтауҙы биш йыл тирәһе эшкәртәсәктәр әле. Шул ваҡытҡа төҙөкләндереү буйынса план әҙер булыр. Ҡуштауҙы эшкәртеү планы ла төҙөлгән, юл планы бар, унда кемдең нимә өсөн яуаплы булыуы билдәләнгән. Иң тәүҙә геологик тикшеренеү эштәре тора. Ҡуштауҙы ҡасан эшкәртә башлаясаҡбыҙ йәки эшкәртә башламаясаҡбыҙмы икәне, был эштәрҙең күләме геологик тикшеренеүҙәрҙән һуң билдәле буласаҡ...

Шулай итеп...
Ҡуштауҙа геологик эштәр алып барыу буйынса ҡарар бөгөн түгел, ә 2017 йылда уҡ ҡабул ителгән, йәғни, "Башҡортостан сода компанияһы" етәкселәре белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән килешеп, улар тарафынан эштәрҙе башлауға рөхсәт һәм лицензиялар алынған булған. Геологик разведка эштәре тағы ла кәмендә ике йыл дауам итәсәк һәм ул тамамланғандан һуң ғына Ҡуштауҙың "Сода" өсөн сеймал булараҡ тура киләме, юҡмы икәнлеге буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Был турала һүҙ йөрөтөргә иртәрәк, тимәк. Нисек кенә булмаһын, шихандар буйынса әллә нисәмә йылдарға һуҙылған һорауға асыҡлыҡ индерелгәндәй булды. Бигерәк тә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Торатау менән Йөрәктауҙы үҙ эсенә аласаҡ "Торатау" геопаркын булдырыу тураһындағы Указы ҡыуандырҙы. Ә Ҡуштауға килгәндә... Яҡшыға өмөтләнәйек.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.18 | Ҡаралған: 914

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru