«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БЕР БӨТӨН: УҠЫТЫУСЫ - УҠЫУСЫ - АТАЙ-ӘСӘЙ
+  - 



Өфө районындағы Шамонино ҡасабаһы үҙе бер күренеш ул. Баш ҡала эргәһендәге күбеһенсә башҡорттар менән нигеҙләнгән беренсе ауыл. Барлыҡҡа килде лә, етеҙ генә итеп ҙурайып та китте. Ауылдың урамдарынан үтеүе күңелле, бөтөн йорттар ҙа яңы, бар ерҙә таҙалыҡ, иркенлек. Ә инде иң түбәлә балҡып ултырған мәктәп был ауылда ғына түгел, бөгөн республикала ла шундай уҡ күренеш булырҙай. Асылған йылы 115 баланы ҡабул иткән булһа, быйылғы уҡыу йылына 855 уҡыусыны һыйҙырған. Мәктәп - күҙ өҫтөндәге ҡаш. Һәм ошондай белем биреү учреждениеһын етәкләүе еңелме ул? Ниндәй урын биләй бөгөн мәктәп йәмғиәттә? Хәҙерге мәктәп менән ата-әсәләр ниндәй мөнәсәбәттә? Был һорауҙарға Шамонино ауылы урта белем биреү мәктәбе директоры Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙы Мостафина яуап бирә.

Ниндәй урын тота бөгөн йәмғиәттә мәктәп? Заман алға барған һайын уның дәрәжәһе үҫәме, әллә кәмейме?

- Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтарҙа ла белем алыу һәм белем биреү усаҡтары юғары баһаланған. Шулай уҡ белемгә өйрәтеүсе уҡытыусы һөнәре лә хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Һәм ул бөгөн дә шулай. Һуңғы йылдарҙа, бәлки, был позиция бер аҙ сигенә биреп тә киткәндер, әммә мәктәптәр әле лә үҙ бурыстарын намыҫлы атҡара һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә берҙән-бер төп көс булып ҡала килә. Әлбиттә, бөгөн заман ҡатмарлы, йәмғиәттең дә психологияһы бик үҙенсәлекле. Тик нисек кенә булмаһын, һәр ғаиләлә балаһына белем биреү алға ҡуйылған һәм был тәңгәлдә беҙҙең хөкүмәттең дә ҡанундары ныҡлы. Йәғни, һәр бала бушлай белем алыуға хоҡуҡлы. Илдәге хөкүмәт ҡарамағындағы бер мәктәп тә дөйөм тәртиптәрҙән сыға алмай һәм уларҙың маҡсаты ла бер йүнәлешкә - йәш быуынды уҡытыуға, тәрбиәләүгә, шәхес итеп формалаштырыуға ҡоролған. Бына ошондай изге ниәттәр нигеҙендә эшләүсе мәктәптең ни өсөн дәрәжәһе кәмергә тейеш?

Һеҙҙең мәктәп уҡыусыларының алтмыш проценттан ашыуы башҡорт милләтле балалар. Әммә тел мәсьәләләре һеҙҙә лә ҡырҡыу тора, шулай бит? Башҡорт телен уҡытыу, балаларҙы туған телдәрендә һөйләштереү проблемаларын хәл итеүҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Был тәңгәлдә мәктәптең роле ниндәй?

- Башҡорт теленең йәмғиәттә тотҡан урынын, башҡа милләт вәкилдәренең ерле халыҡ теленә ҡарашын билдәләү уртаға һалып һөйләшеүҙе талап итә. Хәҙерге олатай-өләсәй институты юҡҡа сыҡҡан ығы-зығылы заманда күпселек ата-әсә теле асылыр-асылмаҫ элек балаһын телевизор алдына ултырта. Ә унда - тиҫтәләгән ҡыҙыҡлы сюжетлы, мауыҡтырғыс йәнһүрәт, береһе оҡшамаһа, пульт төймәһенә баҫып, икенсеһен һайларға мөмкин. Йә булмаһа, компьютер уйындары менән әүрәтәләр. Әлбиттә, ундағы геройҙар рус телендә һөйләшә. Бала отҡор, шунда уҡ быны үҙенә һеңдерә бара. Теле башҡорт (туған) телендә асылған бала ла балалар баҡсаһында рус тел мөхитенә сума. Өйгә ҡайтҡас та ата-әсәһенә русса өндәшә ул, тора-бара улары ла балалары менән туған телдә аралашыуҙан туҡтай. Аҙаҡ инде фекерләүе лә, телмәре лә рус телендә формалашҡан баланы мәктәпкә тапшыралар һәм туған телде белеүен талап итәләр. Бөгөнгө көндә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙы ғәмәлдә мәктәпкә йөкмәтеп ҡуйҙылар, уның төп функцияһына әйләндерҙеләр. Әлбиттә, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә, милли рухлы шәхес тәрбиәләүҙә мәктәптең роле баһалап бөткөһөҙ, ләкин бар эште лә мәктәпкә генә япһарыу дөрөҫ булмаҫ, минеңсә. Системалы эш кәрәк. Беренсе сиратта, йәш башҡорт ғаиләләренә иғтибарҙы көсәйтеү зарур. Бөтөн башланғыстар ҙа ғаиләнән килә. Өйөндә башҡортса аралашыу булмаған баланы уҡытыусы дәрестәр менән генә "телле" итә алмай. Был тәңгәлдә уҡытыусы - ата-әсә - мәктәп үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. Шунда ғына һөҙөмтәләр ыңғай буласаҡ.

Үҙ мәктәбегеҙ хаҡында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Яңы мәктәп, матур мәктәп...

- Мәктәп ҙур, яңы, бөтөн яңы талаптарға ла яуап бирерлек. Мәктәп туғыҙ йыл ағымында бик етеҙ рәүештә үҫеш кисерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, ул юҡ ерҙә барлыҡҡа килеп, тиҫтә йыл эсендә ҡалала ғына түгел, республика кимәлендәге белем биреү учреждениеһына әүерелде. Белеүегеҙсә, Шамонино республикабыҙҙың йәш белгестәрен торлаҡлы итеү ниәтендә нигеҙләнгән ҡасаба. Бында уҡытыусылар, табиптар, артистар төйәкләнгән. Ғаиләләр йәш. Башта был бигерәк тә һиҙелә ине, хәҙер бынан һигеҙ-туғыҙ йыл элекке йәш ғаиләләр ярайһы олпатландылар, балалары ла үҫеп бөттө. Ҡасабала халыҡтың йәшәү, торлаҡ мәсьәләләре хәл ителгән. Күңелдәре тыныс, тип әйтергә була. Был ауылдың демографик торошонда ла сағылыш таба. Тыуым ярайһы ғына юғары, 2010 йылда дөйөм мәктәптәге балалар һаны 115-те тәшкил итһә, бөгөн 855 булдыҡ. Йыл да 100-110 балаға артып торабыҙ. Ике йыл тирәһенән был һан меңдән ашып китәсәк, тип күҙаллайбыҙ. Был, әлбиттә, өҫтәмә уҡыу кластары, йәғни, киңәйеүҙе, уҡытыусылар коллективының ҙурайыуын да талап итә. Быларҙы күҙ уңында тотоп, 2019 йылда яңы кабинеттарҙы реконструкциялауға субсидия бүленәсәк. Был мәсьәлә республика етәкселеге контролендә. Уҡыусыларыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә маҡтана алабыҙ. Улар беҙҙең республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә алдынғы урындарҙа. Туғыҙ йыл осорондағы еңеүҙәрҙе, ҡаҙаныштарҙы барлай китһәң, һанай китһәң, бик оҙаҡ һөйләргә тура киләсәк. Мәктәп базаһында төрлө спорт түңәрәктәре, бейеү ансамбле, театр, ҡул эштәре төркөмдәре, музыкаль кластар эшләп килә. Әйтеп үтергә кәрәк, һәр ҡала мәктәбе бындай бай һәм төрлө яҡлы өҫтәлмәлектәр менән маҡтана алмай. Мәктәптә берәй төрлө түңәрәктә шөғөлләнмәгән бер генә бала ла юҡ. Был тәңгәлдә Шамонино мәктәбе ябай белем биреү учреждениеһы ғына түгел, ә социаль-мәҙәни үҙәк тә булып тора. Беҙҙә ҡала һәм республика кимәлендәге саралар ҙа уҙа. Мәктәбебеҙ йыш ҡына киң даирәле конференциялар, фестивалдәр үткәреү майҙаны ла итеп файҙаланыла.
Уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла юғары квалификациялы педагогтар. Республика һәм Рәсәй мәғариф алдынғылары ла, атҡаҙанған уҡытыусылар ҙа бар беҙҙә. Белем биреү кимәлен Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәре лә дәлилләп тора. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе бюджет урындарға уҡырға инә. Йыл һайын алтын һәм көмөш миҙалдарға эйә. Үткән йылғы сығарылышта ғына ла ете бала мәктәпте алтын миҙалға тамамланы һәм республика, Рәсәй юғары уҡыу йорттары студенттары булып киттеләр.
2011 йылда беҙҙә, мәғрифты үҫтереү институты менән берлектә, һәләтле балалар менән эшләүсе Республика тәжрибә майҙансығы асылғайны. 2014 йылда был майҙансыҡ ябылды һәм мәктәбебеҙ ЮНЕСКО-ның дуҫтар клубына индерелеүе был эштең һөҙөмтәһе булды. Бөгөн ошо статусты алыу, йәғни ЮНЕСКО-ның Ассоциациялы мәктәбе исемен алыу өсөн документтар туплана. Өфө районында беҙ әлегә бындай дәрәжәгә лайыҡ булған берҙән-бер мәктәп. Әлбиттә, ғорурланабыҙ.

Ата-әсәләр менән мәктәп мөнәсәбәте нисек ҡоролған бөгөн? Замана ата-әсәләре менән эш итеүе ауырмы?

- Ата-әсәләр менән эшләүе еңелдән түгел. Был - тәбиғи ҙә. Ата-әсә беҙгә үҙҙәренең иң ҡәҙерле кешеләрен - балаларын алып килгән һәм балаларына бәйле булған бөтөн хәл-ваҡиғаларға ла бик сетерекле ҡарайҙар. Ә мәктәптәрҙә хәҙер, белеүегеҙсә, бөтөн нәмәләр ҙә асыҡ, күҙ алдында. Уҡыу-уҡытыу, тәрбиә, туҡланыу, өҫтәмә шөғөлләнеүҙәр, түңәрәктәр - барыһы ла ата-әсәләрҙең ҡатнашлығы, булышлығы менән ғәмәлгә ашырыла. Замана ата-әсәләренең йәшәү темпы ла ҡыҙыу. Улар ҡара таңдан эшкә юллана, күптәре ҡараңғы төшкәс тә ҡайтып инә алмай. Күп балалар бәләкәйҙән өйҙәрендә үҙаллы донъя көтәләр. Дәрестәрен дә үҙҙәре әҙерләй, түңәрәктәргә лә бер үҙҙәре килә. Көндәре эштә үткән ата-әсәләрҙең балаларының тормошон белеүгә, өйрәнеүгә ваҡыты ла ҡалмай. Һәм йыш ҡына улар мәктәпкә лә тик ата-әсәләр йыйылышына йәки уҡытыусы саҡыртҡанға ғына килеп сыға. Һәм йыш ҡына уҡытыусыларға шундай һорау бирелә лә: "Минең улым (ҡыҙым) нисек уҡый?" Нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, бөгөнгө балаларҙың белем кимәлен дә, тәртибен дә, ҡыҙыҡһыныуҙарын да уҡытыусылары яҡшыраҡ белә. Әммә беҙ бының менән ата-әсәләрҙе ғәйепләргә теләмәйбеҙ. Улар ошо балаларҙы ашатабыҙ, кейендерәбеҙ тип эш юлында саба. Ата-әсәләр комитеттары кәрәкле мәсьәләләрҙә мәктәпкә таяныс, ярҙамсы була ала. Ниндәй һорауҙарҙа ла беҙ улар тарафынан аңлау табабыҙ. Шунлыҡтан, мин Шамонино мәктәбе ата-әсәләрен мәктәп һәм уҡытыусылар менән һәр ваҡыт бөгөнгөләй бер-беребеҙгә итәғәтле, хөрмәтле мөнәсәбәттә йәшәргә саҡырам. Беҙҙең ҡараштар һәм маҡсаттар айырымланырға тейеш түгел. Беҙ һеҙҙең менән бер ылауҙа.

Миләүшә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.18 | Ҡаралған: 990

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru