«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЛГӘШӘЙЕК!
+  - 

Гәзитебеҙҙе уҡыған, уға тоғро ҡалған барса дуҫтарыбыҙҙы Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Беҙҙән һеҙгә шундай теләк: ғүмер буйы эҙләгән Хәҡиҡәтегеҙҙе табырға яҙһын. Беләбеҙ: һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ул Хәҡиҡәт - Уңыш, Бәхет, Һаулыҡ, Мөхәббәт, Именлек һынында. 2019 йылда Уңыш, Бәхет, Һаулыҡ, Мөхәббәт, Именлек һәр берегеҙҙең ишектәрен шаҡыһын, әйҙә.

Башта риүәйәт. Аллаһы Тәғәлә кешене, уның йәнәшендә көн итәсәк бар тереклекте, тәбиғәт мөғжизәләрен барлыҡҡа килтергәс, нимәлер етмәгәнен аңлап, уйға ҡалған. "Бөтөн ағзалары теүәл был әҙәм затының Ерҙәге тормошо нисегерәк ҡоролорға тейеш һуң? Уның йәшәү мәғәнәһе ниндәйерәк булыр, маҡсаты ни?" Уйлана торғас, үҙ һорауына яуабын да тапҡан: "Әҙәм балаһының ерҙәге йәшәү маҡсаты - Хәҡиҡәт эҙләү, Хәҡиҡәткә өлгәшеү!" - тип йомғаҡламаҡсы иткән дә... тағы уйға ҡалған. "Һуң әҙәм балаһы бит ул Хәҡиҡәтте ғүмере буйы эҙләргә тейеш. Эҙләнгән нәмә юлда тәгәрәп ятмай, уны ныҡлап йәшерергә кәрәк! Ҡайҙа йәшерергә?" Хоҙайҙың был йомағын фәрештәләре лә ишеткән һәм күмәкләп уға яуап эҙләргә тотонған. Тик бер фәрештәнең генә яуабын ҡабул иткән Аллаһ: "Хәҡиҡәтте тау башына йәшерһәң дә, диңгеҙ төбөнә төшөрөп ҡуйһаң да, кеше уны табасаҡ. Хәҡиҡәтте беҙ уның йөрәгенә йәшерәйек. Хәҡиҡәтте тапҡанға тиклем ул донъяны, кешеләрҙе йөрәге менән ҡабул итергә, бар ғәмәлдәрен йөрәге ҡушҡанса тормошҡа ашырырға өйрәнергә тейеш..."
Эйе, йылдар алышынған һәр мәл һайын ғүмеребеҙ буйы эҙләгән, эҙләмәйенсә табып булмаған Хәҡиҡәтте инде килеп осратырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Эҙләнеү юлында ниҙәр генә кисермәйбеҙ, ниндәй генә мәсьәләләрҙе хәл итмәйбеҙ, хәл итә алмағандары тураһында иһә... йә өндәшмәйбеҙ, йә оран һалабыҙ. Әле бына Башҡортостаныбыҙ хакимлығындағы үҙгәрештәр артынса күп мәсьәләләр тураһында оран һалыу мөмкинлектәре асылып тора. Интернет селтәрҙәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров адресына ла йүнәлтеп була әйтә торғандарҙы. Беҙ ҙә уҡыусыларыбыҙҙың һүҙен властағыларға ишеттерергә өмөтләнеп, гәзитебеҙҙә "Әйтер һүҙем бар!" тигән рубрика асып ебәрҙек. Ул рубрикала быйылғы йылдың был һуңғы һанында ла бер нисә уҡыусыбыҙҙың Хәҡиҡәт эҙләүенә юлығырһығыҙ. Юлай Ғәлиуллин атлы егетебеҙ, мәҫәлән, тотош милләт яҙмышы өсөн борсола һәм: "Башҡорттар атлы халыҡ, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе атлы итеп яралтҡан. Совет заманында аттан төшкәйнек, халыҡ юғала башланы. Беҙгә аттар үрсетеп, атҡа атланырға кәрәк..." - тигән Хәҡиҡәткә өлгәшергә саҡыра. Тимерғәзим Усманов атлы уҙаман: "Ғаиләһен тәьмин итеү өсөн ир-егеттәребеҙҙең ирекһеҙҙән ситкә аҡса табырға сығып китеүе елеккә үткән. Ауыл хужалығы бөгөн ауыр хәлдә, хәҙер киренән колхоздарҙы тергеҙеп булмаһа ла, кооперативтар төҙөүгә иғтибар йүнәлтеп эшләй башлаһаҡ, моғайын, уңышҡа өлгәшербеҙ", - тигән тәҡдимен Хәҡиҡәт итеп күтәрә. "Сит илдәр менән тыныс хеҙмәттәшлек һәм партнерлыҡ нигеҙендә ил иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыу, ябай граждандарҙың тормош хәлен яҡшыртыу, сығымдарға ҡарағанда килемдәрҙең өҫтөнлөк итеүе - бына нәмә кәрәк беҙгә бәхетле булыу өсөн", - ти Фәүзиә Иҙелбаева. Күрәһегеҙ, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ үҙ тамағын, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙан алыҫ, улар тотош ил, республика, милләт мәнфәғәтен алға һөрә, шул мәсьәләләрҙең хәл ителеүендә күрә Хәҡиҡәтте.
Хәйер, һүҙ башы башҡа ине, уҡыусыларыбыҙға ҡотлау яуҙырып, көтөп алған байрамығыҙ мөбәрәк булһын, тип өндәшеү ине. Шулай уҡ барығыҙға ла Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафиндың ҡотлауҙарын, матур теләктәрен дә еткергебеҙ килгәйне. Ил-йорт хужаларының әйткәнен, фарманын һанлаусан кешеләр булараҡ, уларҙың теләктәренә, ихлас ҡотлауҙарына йөрәктәребеҙҙе асайыҡ, уларҙың изге ниәттәренә, эштәренә фатихабыҙҙы бирәйек, тимәксе инек. Республика халҡы, ысынлап та, Хәҡиҡәт көҫәй, етәкселәрҙең һүҙе эштән айырылмауын теләй. Улар Радий Фәрит улының: "Беҙҙең Рәсәй, Башҡортостан йәмғиәтендә ғәҙеллеккә бик етди ихтыяж бар. Шуға ла чиновниктың тәкәбберлеген, тупаҫлығын, кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә эрелеген тамырынан ҡоротоуҙы талап итәсәкмен. Кешеләр менән кешеләрсә мөғәмәлә итергә кәрәк... Беҙҙең республикала байҙарса мөнәсәбәт булмаясаҡ. Чиновниктарҙың халыҡ менән танау күтәреп аралашыуы булмаясаҡ. Кешеләрҙе ишетегеҙ, уларға иғтибарлы булығыҙ һәм мәсьәләләрен хәл итегеҙ. Бәлки, һеҙ берәүҙән дә рәхмәт һүҙе лә ишетмәҫһегеҙ. Киреһенсә, һеҙгә халыҡтан тәнҡит һүҙҙәре күберәк тә яуыр. Донъя шулай ҡоролған. Ҡасан да булһа ишетерһегеҙ һеҙ ул рәхмәт һүҙен, ләкин уға тиклем һеҙгә бик оҙаҡ һәм егелеп эшләргә тура киләсәк әле..."- тигән һүҙҙәрен Хәҡиҡәт итеп, үтә яҡын ҡабул итте, ышанды. Ошо ышаныс аҡланһын ине инде.
Әйткәндәй, баяғы риүәйәттә әйтелгәнсә, Хәҡиҡәткә өлгәшеүҙең бер сере бар: үҙ йөрәгеңә күҙ һалырға, маҡсатыңа өлгәшеү сараларын аңың менән ҡабул итергә, Кешеләр хаҡына эшләгән ғәмәлдәреңде яратырға кәрәк. Уйланырға кәрәк. Башҡаларҙы тыңларға, һығымталар яһарға өйрәнергә кәрәк. Радий Фәрит улы ла "Буш вәғәҙәләр биреп, халыҡты алдамағыҙ", тип, шуға ишаралай түгелме һуң?..

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 724

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru