«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР ҺӘМ АРИФМЕТИКА МӨҒЖИЗӘҺЕ
+  - 

Башҡортостандан дүрт уҡыусы 30 декабрҙә Малайзияның баш ҡалаһы Куала-Лампурҙа үткәреләсәк менталь арифметика (күңелдән хисапларға өйрәткән программа) буйынса халыҡ-ара олимпиадала Рәсәй командаһы составында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Олимпиадала егерменән ашыу илдән 763 иң шәп хисапсы ҡатнашыуы көтөлә, Рәсәйҙән унда 37 уҡыусы барасаҡ.

Республиканы донъя кимәлендә танытырға йыйынған уҡыусылар - улар Өфө ҡалаһы Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында белем алыусы Мәрйәм Моталова, Азра Хөснөтдинова, Әминә һәм Ильяс Игебаевтар. Улар "Орбита" IT-мәктәбендә шөғөлләнә. "Ильястың бәләкәйерәк саҡта шиғыр һәм йыр һүҙҙәренә хәтере насар ине. Моғайын, был йәштә бөтә малайҙар тиктормаҫ һәм иғтибарһыҙ булалыр, - ти балаларҙың әсәһе Гөлшат Игебаева. - Шуға тормош иптәшем менән бер нисә кластан тыш белем биреү учреждениеларын сағыштырып ҡарап, балаларыбыҙҙы "Орбита" мәктәбенә йөрөтә башланыҡ. Шөғөлдөң файҙаһы ике айҙан уҡ һиҙелде, мәктәптә ятларға бирелгән шиғырҙарҙы тиҙерәк хәтерендә ҡалдыра башланы улыбыҙ". Өсөнсө синыфта уҡыған Ильяс шулай уҡ логик мәсьәләләрҙе лә синыфташтарына ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарырға өйрәнгән. Апаһы Әминә бишенсе синыф уҡыусыһы, быға тиклем күберәк ижад, һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан ҡыҙ өс айҙан математика өлкәһендә лә уңыштар яулай башлай. Гөлшат ханым күңелдән хисаплау уҡыуҙа ла ярҙам итә, үҙ көсөнә ышаныс тәрбиәләй, тип иҫәпләй. Сөнки хәҙер уларҙың хатта киләсәккә хыялдары ла үҙгәргән: Ильяс президент, уҙышсы йә төҙөүсе булам ти, ижадҡа ынтылған Әминә табип һәм уҡытыусы һөнәрҙәренә өҫтөнлөк бирә башлаған.
Ете йәшлек Мәрйәм Моталова менталь арифметика техникаһын мәктәпкә бармаҫ элек өйрәнгән, сөнки ата-әсәһе уны балалар баҡсаһына йөрөтөү урынынға "Орбита" мәктәбенә алып килгән. "Был мәктәп асылған көндән йөрөйбөҙ, төркөм йыйылһын өсөн дуҫтарҙы саҡырып, ойошторошоп ебәрҙек, - ти ҡыҙҙың әсәһе Гөлназ. - Мәрйәм кәштәлә нисә папка, нисә ҡат тип һанарға бик ярата ине, хисапты ла тиҙ үҙләштерҙе. Хәҙер хисап-робототехника менән думбырала уйнау шөғөлдәрен еңел берләштерә".
- Менталь арифметиканың сере һәм үҙенсәлеге шунда - баш мейеһенең ике ярымшары ла үҫешә, күңелдән тиҙ хисаплау оҫталығы менән бергә заманса soft-skills тип аталған оҫталыҡ - зирәклекте үҫтерә. Ярышта халыҡ-ара кимәлгә сығыу үҫеш күрһәткесе, тағы ла яҡшыраҡ булырға этәргес көс тә, - тине "Орбита" IT-мәктәбе директоры Әсхәт Зарипов.

Ғәзиз ЙОСОПОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.18 | Ҡаралған: 855

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru