Яңы йыл байрамының төп геройы Ҡыш бабай барыһының да - балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яратҡан геройы. Ә актерҙар үҙҙәре яратамы икән донъялағы был йомарт һәм изге күңелле тылсымсы ролен? М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ҡыш бабай Хәким МОРТАЗИН менән ошо турала әңгәмәләшәбеҙ.
Ҡыш бабай булып эшләүе ауырмы?
-Тәүге тапҡыр Ҡыш бабай булып 1998 йылда сәхнәгә сыҡтым. Ҡаушағанмындыр ул мәлдә, моғайын. Сөнки Ҡыш бабай - ул роль ятлап ҡына уйнап сыға торған образ түгел. Унда күңел йылыһы, ихласлыҡ һалырға кәрәк. Дөрөҫөрәге, балалар ышанһын өсөн үҙеңдең Мортазин түгел, Ҡыш бабай икәнеңә, Ҡыш бабайҙың ысынлап та барлығына ышанырға тейешһең. Шул саҡта ғына барыһы ла ихлас килеп сыға. Бала бит һинән мөғжизә көтә, быны ла аҡларға тейешһең. Күстәнәсте лә былай ғына тоттороп китергә түгел, ә баланың күңелен үҫтерерлек итеп тапшырырға кәрәк. Быйыл, шөкөр, 20 йыл булып киткән икән был ролемә.
Бөгөнгө балалар Ҡыш бабайға ышанамы?
- Минеңсә, элек балалар нығыраҡ ышана кеүек ине. Тәбиғәттән һалынған балаларса ихласлыҡ бар ине уларҙа. Хәҙер белергә теләгән нәмәһенә яуапты интернеттан табалар. Шуға ла 6-7-се класс уҡыусылары хәҙер Яңы йыл һәм уның барлыҡ атрибуттарына тамаша ғына итеп ҡарай. Бәләкәстәр ышана. Ҡыш бабай бар нәмәне белеп тора, ысынлап та килә икән, тип уйлайҙар. Йәш ярымлыҡ сабыйҙар эргәләренә лә ебәрмәй, ҡурҡалар. Был тәбиғи, улар донъяны саҡ-саҡ өйрәнә, уның менән таныша. Ҡайһы саҡта өйҙәренә лә саҡыра ата-әсәләр мине. Фотоға төшөрөргә булһаҡ, яҡын да килмәйҙәр. Шул саҡта үҙҙәре баланы күтәрәләр ҙә, мин ипләп кенә арттан килеп торам.
Бер ваҡиғаны һаман онота алмайым. 2000 йылдарҙың башында Президент шыршылары Дәүләт циркы бинаһында үтә торғайны. Ҡыш бабайҙың костюмы мәрйен, ялтырауыҡтар менән тегелгән, прожекторҙар утына әкиәттәге кеүек балҡып тора. Башта сығаһың да, арена буйлап, балаларҙы сәләмләп үтәһең. Шул ыңғайы кемеһелер ҡулдан тота, үҙем дә кемдәргәлер ҡул биреп үтәм. Шул саҡ күҙемдең сите менән генә бер малайға иғтибар итәм, ҡолаҡ осо менән генә: "Ҡыш бабай минең менән иҫәнләшмәне", - тигәнен ишетәм. 3 йәш тирәһе, тауышы ҡалтыраған, ҙур асылған күҙҙәренән йоҙроҡ ҙурлыҡ йәштәр тамам-тамам тип кенә тора. Кире боролдом, башынан һыйпап, улым, ғәфү ит инде, Ҡыш бабай ҡарт бит, күрмәй киткәнмен, тием. "Ҙур үҫ, йәме, бәхетле бул", - тип өҫтәйем. Шунан һуң ғына был тыныс һулап ҡуйҙы. Ошондай мәлдәре өсөн дә яратам был образды. Ҡайһы ваҡытта үҙең дә ошондай эскерһеҙлек алдында юғалып ҡалаһың, үҙең дә тылсымға ышана башлайһың. Бер балаға булһа ла ышаныс бүләк итеүҙән күңеле үҫә бындай саҡта актерҙың. Унан һуң актер өсөн дә, бала өсөн дә тәрбиәүи мәле бар бындай аралашыуҙарҙың.
Үҙегеҙҙең балаларығыҙ өсөн Ҡыш бабайҙы уйнағанығыҙ булдымы?
- Улдарым Динислам, Ихсан һәм ҡыҙым Аҡйондоҙҙо Ҡыш бабай булып ҡотлағаным юҡ. Улар бала саҡтарында Ҡыш бабайға ныҡ ышана ине. Бүләк әҙерләйбеҙ ҙә, байрам алдынан әсәләре менән йоҡо бүлмәһенә саҡырып индерәбеҙ. "Хәҙер Ҡыш бабай килергә тейеш, ҡарап тороғоҙ", тием. Үҙем ипләп кенә сығып, шыршы төбөнә бүләктәр һалып инәм. Бүләк тапҡас, нисек шатлана, ҡысҡыра әле улар! Форточканы асам да, Ҡыш бабайға рәхмәт әйтегеҙ, бәлки, ишетер, тием. "Рәхмәт!" тип ҡысҡыралар ғына. Ихсандың әле саҡ һөйләшә башлаған сағы ине, Президент шыршыһына алып килде Айгөл. Мин унда Ҡыш бабай булдым. Фотоға төштөк. "Әсәй, нишләп Ҡыш бабайҙың эсенән атайҙың тауышы сыға ул?" - тип һораған аҙаҡ әсәһенән. Ҡайһы саҡта костюмды ҙур сумкаға һалып, өйгә алып ҡайтам да, балалар йоҡлағанда ғына киптереп, кире һалып алам. Шуны Аҡйондоҙ күреп ҡалған. "Һин Ҡыш бабаймы ни?" - ти миңә. "Юҡ", - тием. "Был Ҡыш бабайҙың кейеме лә инде?" - ти ҡыҙым. "Эйе, Ҡыш бабайҙыҡы. Ул бит өлгөрмәй, шуға мине ярҙамсы итеп алды", - тип әйттем. Шуға байтаҡ аптырап йөрөнө ҡыҙым.
Яңы йыл менән бәйле ғаилә йолаһы бармы Мортазиндарҙа?
- Бергә булырға тырышабыҙ. Иҫке йылды оҙатабыҙ ҙа, Яңы йылды ишек асып ҡаршы алабыҙ. Ике йыл рәттән эшләргә тура килде, актерҙар өсөн ғәҙәти хәл был. Быйыл Аҡйондоҙ: "Атай, быйыл бер ҡайҙа ла йөрөмә, бергә ҡаршылайыҡ яңы йылды", тип алдан әйтеп ҡуйҙы.
Уңайҙан файҙаланып, барлыҡ гәзит уҡыусыларға бәхеттәр теләйем. Яңы йыл яңы шатлыҡтары менән килһен. Һәм бер ҡасан да мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ, шул саҡта тормошоғоҙ мөғжизәләрҙән генә торор!
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА